«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ РИЗЫҠТАРҘА - ЙӘНШИШМӘ ТӘМЕ
+  - 


Сибай ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейы ул көндө башҡорт халҡының милли ризыҡтарына бағышланған тәрбиәүи сара үткәрҙе. Музейҙың ғилми эштәр бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты Миңнур Шаһиева телмәр тотоп, былай тине: "Беҙҙең ҡаланың "Аманат" ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары ысын мәғәнәһендә мәҙәниәтебеҙҙе күтәрмәләүселәр ролен үтәй бөгөн. Февраль айында беҙ улар менән берлектә "Тәмле" башҡорт милли аштары күргәҙмә-бәйгеһен үткәрҙек. Сара бик уңышлы үтте. Ҡатнашыусылар күп булды. Был эште дауам итеү, йәштәргә, уҡыусыларға ла өйрәтеү маҡсатында бына бөгөн ошо уҡ темаға тәрбиәүи дәрес ойошторорға булдыҡ..."

Һәм бына беҙ музей хеҙмәткәрҙәре һәм "Аманат" ағинәйҙәр ойошмаһы (етәксеһе Венера Йәнбәкова) ағзалары ойошторған үҙенсәлекле сараны тамаша ҡылабыҙ. Табын-күргәҙмә хужабикәләре башта ҡунаҡтарға һәр ризыҡты тәмләтеп сыға. Абхазия туристарҙы шарап һәм бал дегустациялары менән ылыҡтырһа, сибайҙар ҡымыҙ, айран, ҡатыҡ, ҡорот, ҡойолтмаҡ, ҡаймаҡ тәмләтеү буйынса билдәле төбәк булмаҡсы. Бер ниндәй санэпидстанция ла кәрәкмәй, сөнки улар әҙерләгән ашамлыҡтарҙа Йәншишмә тәме - Ирәндек сәскәләренең шифаһы һәм таштарының ҡеүәте бар. Һәм улар бар сир-сырхауға дауа ғына.
Тәрбиәүи сараға егермеләп аш-һыу оҫтаһы һәм Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалынан утыҙлап студент һәм уҡытыусылар саҡырылған. Егеттәр һәм ҡыҙҙар башҡорт милли аш төрҙәре хаҡында ишетеп тә, күреп тә, тәмләп тә белә, әлбиттә, ләкин ағинәйҙәр был ризыҡтарҙы һаулыҡҡа дауа һәм етеш донъя көтөү ысулы булараҡ һөйләп, йөкмәткеле дәрес ойошторҙо. Дәресте алып барыусы Миңнур Шәриф ҡыҙы һәр сығышҡа ҡушып, урындағы йолаларға бәйле мәғлүмәттәр өҫтәп торҙо.
Сараны күптән түгел генә ошо ойошмаға тупланған Төйәләҫ биҫтәһе ағинәйҙәре башланы. Иң башта улар буҙа эсемлеген нисек анһат һәм сифатлы итеп эшләүҙе тасуирланы: "Һолоно йыуып, киптереп, блендерҙан он итеп үткәреп, ун минут ҡына ҡайнатаһың. Һыуынғас, эре иләктән һөҙөп кенә алаһың, шунан бер литрына бер стакан самалап, яңы кефир һалаһың, бер ҡалаҡ шәкәр өҫтәйһең. Бер көндә ҡабарып әҙер була, ҡырҡыуланмай, һыуһынға ла, дауаға ла шәп була..." Шунан бызырлап ҡына күпереп торған буҙаны стакандарға ҡойоп, табындағыларға тараттылар. Йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә бик яратып тәмләп эсеп ҡуйҙы.
Тағы бер Төйәләҫ ағинәйе таныш еҫле дарыу үләненән әсетке күтәреп килгән: "Беҙ ҡомалаҡ тураһында ла онотмайыҡ әле, - тине ул. - Ҡомалаҡ әсеткеһе - В витамины сығанағы. Арыш оно йә беренсе сортлы бойҙай оно, йә көрпәһе менән болғап, әсетке (икмәк башы) яһайбыҙ, уға ҡомалаҡ ҡайнатҡан эҫе һыуҙы ҡоябыҙ. Бик файҙалы эсемлек был, сама белеп кенә икешәр аҙна эсеп алғанда, кеше бермә-бер нығына..."
Өсөнсө ағинәй "Ҡорот ыҫлау" хаҡында һөйләп ташланы. Ыҫланған ҡорот тураһында ишетеү менән үк ауыҙҙан һыуҙар килә башлай. Кем ярата, кем юҡ, әммә бер кем дә битараф ҡалмай ыҫланған ҡорот алдында. Әле лә ҡоротто бармаҡ башылай ғына бүлгеләп, тамашасыларға тәҡдим иттеләр. Бер кем дә баш тартманы, шундуҡ тел осона оҙаттылар ҙа, ҡәнәғәт сытырайып, тәмләп ултырҙылар. Тел тигәндән, был бәйгене "шаян тел биҫтәләре ярышы" тип тә атап булыр ине. Ағинәйҙәрҙең телмәрендә мәҡәл, әйтем, шаян лаҡаптар уйнап ҡына торҙо, тамашасы гөрләшеп ҡул сапты. Бына шулай танһыҡ бит туған тел тылсымы - башҡорт телендә үткән халыҡсан байрамдарыбыҙ шул хәтле ихлас, йәнле, йор һәм тапҡыр телле була. Шунан Сибай ағинәйе Фәниә апай Хәмитова халыҡҡа бер риторик һорау ҡуйҙы: "Йәшәү эликсиры, "ҡансәйе" беҙҙең үҙебеҙҙә бар, беләһегеҙме? Бына ул (быяла банка ҡапҡасын аса): бәпембә плюс шәкәр, йәки бәпембә плюс бал! Рецебы: бәпембә сәскә атҡас, иртәнсәк, таҙа ғына урындан йыйып, ҡат-ҡат итеп банка төбөнә теҙәһең, ҡатламы һайын шәкәр һалаһың да ағас төйгөс менән төйәһең, төйә-төйә тултыраһың да сепрәк ҡаплап, ҡараңғы урынға ҡуяһың. Бәпембә һуты яйлап шәкәргә йәки балға күсә, йәшкелт-һоро "бал" - бөтә ауырыуҙан дауа. Уны яртышар балғалаҡлап ҡына йылы һыуға болғатып, көнөнә өс мәртәбә ун көн эсәһең. Бик килешә, организм таҙара..."
Төйәләҫ ағинәйҙәре етәксеһе Сәғиҙә Байназарова һүҙ башлай: "Сөсикмәкте ғаиләһен, балаһын уйлаған һәр әсә, һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙы бешерә белә. Хәҙистә лә, Мөхәммәт бәйғәмбәр сөсө икмәк кенә ашаған, тип әйтелә бит. Сөсикмәк бешереүҙә һәр хужабикәнең үҙ мәнеһе барҙыр, минең әүәлдән белгән бер ысулым былай: 1 сынаяҡ (200 мл) һөт (әсегән булһа, тағы һәйбәтерәк), шул хәтле йылы һыу, ярты сынаяҡ кефир, 2-3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, йәки аҡ май йәки шыйыҡ май, бер балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ аш содаһы, бер йомортҡа ла һытып һалырға була. Яҡшылап үҙләнгәнсе ун минутлап йомшаҡ ҡына ҡамыр итеп баҫаһың. Газ плитәһе мейесендә ҡырҡ минутта бешеп сыға, алғас та таҫтамалға урап, яйлап һыуытығыҙ..."
"Тәмле" бәйгеләрендә ал бирмәгән Римма Ғәзимова иһә (Баймаҡ районы Төркмән ауылынан) бар халыҡты көлдөрә-көлдөрә "Тыжыҡ" тигән ашамлыҡ тураһында һөйләне. Ашап ҡараманыҡ, әммә шуны белдек: "Малдың ҡарынына йә күҙләнсеккә (күҙлекәй, күҙҙекәй, тиҙәр) иң тәмле ит-майы, эсәк йә йөрәк-бауыры ваҡлап тултырыла ла тыштан бәйләп ҡуйыла. Бүрек хәтле тыжыҡты ҡаҙанда бешереп алып, эҫе килеш кенә ҡырҡып таратып ашайһың".
Тағы бер аш-һыу тураһында шулай яңғыраттылар: "Беҙҙекеләр арымай, ашағаны - һары май! Һары майҙың файҙаһын һөйләп тороу артыҡ. Тибет монахтары һәр бер дауаға "чи майы" ҡуша, ти, баҡһаң, "чи майы" - ул беҙҙеңсә иретелгән һары май икән. Ул яҡшы һаҡланһа - ҡараңғы, һалҡын, еләҫ ерҙә торһа, ете йылдан һуң да боҙолмай. Ете йыл түгел, ете ай ҙа һаҡламайбыҙ шул һары майҙы, ашап бөтәбеҙ йә һатып бөтәбеҙ. Үәт!"
Ағинәйҙәр өҫтәл уртаһына өр-яңы ап-аҡ көбөсәкте мендереп ҡуйғас, барыбыҙ ҙа һағайҙыҡ. Был тиктәҫкә түгел! Көбөсәктә аҡ май бешәләр бит! Быны белмәгән башҡорт барҙыр, әммә һирәктер. Иң затлы аҡ май һәм танһыҡ айран шулай яһала. Нисек бешелә әле аҡ май? "Өс литр йылы һөткә бер банка әсеңкерәгән ҡаймаҡты һалып туҡыйбыҙ!" Шунан? "Шул! Туҡып-туҡып, айранын ҡойоп алаһың, шунан аҡ майын да һоҫоп алырға ғына ҡала..." Ҡыҫҡаһы, сараға йыйылыусыларҙың барыһы ла бер секундҡа тынып көтөп торҙо - барыбыҙ ҙа көбөсәктән сыҡҡан аҡ майҙы тәмләнек! Шәп булды.
Ҡурайсы Марат Тулыбаевтың апаһы Ғәлиә ханым Вәлиева сепаратор менән һөт үткәреп, ҡаймағын айыртып күрһәтте, ойомос (ойотҡо, ойотҡан) һалып, яңы ҡатыҡ та тәмләтте.
Сибай ағинәйе Венера Йәнбәкова ла февраль айында йыйылыусыларҙы шаҡ ҡатырған булған: биш метрлы (!) тултырма бешергән. Эслеген боронғоса әҙерләгән ул, йәғни эре малдың үпкә-бауыр-йөрәген балта менән ваҡлап сапҡылап, өсәр ҡарыш һайын бәйләп, эсәккә тултырған, бер юлы оло ҡаҙанда бешереп алған, аҙаҡ бәйләнгән еренән ҡырҡып биреп, ярты Сибайҙы һыйлаған. Был юлы Венера апай тултырманы "ҡыҫҡа" иткән, ни бары бер метр ғына ине! Ана шулай шаянлыҡ һәм тапҡырлыҡ менән туй аштары (сермә, йүрмә һ.б), сәксәктәр ("Ҡуштау" бауырһағы) бешереп, килгән туристарҙан бигерәк үҙ-үҙҙәрен таң ҡалдыра беҙҙең оҫта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ.
Ошо урынға еткәс, дәрес тамам һымаҡ ине, ләкин шунда Сибай ҡалаһының "Алтын" биҫтәһендәге ағинәйҙәр төркөмө етәксеһе Гөлшат Тауылбаева ҡалҡып сыҡты. Улар оло бәлеш, ләүәш, эс-ҡарындан пирожкиҙар килтергән. Бәлештәрен ваҡлап ҡырҡып, халыҡҡа тараттылар, эҫе итеп үлән сәйе яһап бирҙеләр, шулай итеп "төйәләҫтәрҙе ҡаҡсалҡан бәрҙеләр". Уларҙың йор шаяртыуҙарына музейҙағылар гөр килеп көлдө.
Быға яуап иткән һымаҡ, Төйәләҫ ағинәйе "бик важный һәм хәтәр шәп" хәбәре онотолоп ҡалғанын әйтеп, уртаға сыҡты: "Йәшерен-батырын эш түгел, борондан "Мейе кибеү" тигән төшөнсә бар, хәтер яҡшырһын өсөн әүәлдән баш түбәһенә һары май, тауыҡтың эс майын иретеп һалғандар, сәй ҡағыҙы (фольга) менән ҡаплап торғандар. Бигерәк тә мунсанан һуң быны эшләү мотлаҡ: сәс тамырҙарына файҙаһы ҙур, баш тиреһе лә һауыға, бигерәк тә хәтер яҡшыра, сөнки ҡан тамырҙарына ла һары май тейешле витамин-аминокислоталарын, йәғни үҙенең ҡеүәтен еткерә. Һары майҙы шуға ла данлайбыҙ. Булды хәҙергә, ҡалғанын өсөнсө бәйгелә һөйләрбеҙ!"
Ысынлап та, мейе кибеп китте, тиешеп, барыһы ла тәнәфес һораны.
...Урамда 2021 йыл. Ун йыл элек ағинәй тигән ойошма юҡ ине әле, әммә дәрте, белеме ташып торған, бөтә йөрәге менән халҡына хеҙмәт итергә теләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ошо ойошма сафына баҫып, алға сыҡты. Улар үҙ сәләмәтлеген генә уйламай, йәштәрҙе, балаларҙы уйлай, алыҫ сәйәхәттәргә йә модалы кейемгә иҫе китмәй, ә ҡәҙерле өләсәйҙәре кеүек, боронғоса кейемде кейгеһе һәм балаларына кейҙергеһе, бөтә халыҡҡа милли байлыҡ тип тапшырғыһы килә. Йәштәргә тәмле ашамлыҡтары менән бергә аҡыллы уй-кәңәштәрен дә тапшырырға теләй улар. Был юлы ла һәр ризыҡ тәмләгән саҡта бер аҡыл ебен үткәреп ҡалды улар йәштәрҙең хәтер күҙәүенә - "киләсәктә бер кәрәкмәһә, бер кәрәгер", тинеләр.
Биш минутлыҡ ялдан һәм музыкаль күстәнәстән һуң, ағинәйҙәр менән йәштәр тәрбиә темаһына һөйләшеүгә күсте, мөхәббәт тураһында һүҙ сыҡҡас, барыһы ла айырыуса йәнләнде. Студенттар араһында тормош иптәше һайлау йыш ҡына белем алыу менән йәнәш бара. "Уҡыйбыҙ, тип кейәүгә сыҡмай, өйләнмәй ҡалмағыҙ. Ваҡытында кейәүгә сығығыҙ, кәләш алығыҙ",- тине уларға ағинәйҙәр. Йәштәр ихлас ризалашты. Артабанғы кәңәштәр ҙә уларға төбәлгәйне:
"Кейәүгә сығыу йә кәләш алыу мәле - никах сәғәте һәр кем өсөн изге, мөһим ваҡиға. Ныҡлы ғаилә ҡороу өсөн беренсе нәүбәттә нимә кәрәк, мөхәббәтме, байлыҡмы, характер-холҡмо? Ҡыҙҙар егеттәрҙән һөйөү һәм тоғролоҡ көтә, егеттәр ҡыҙҙарҙан наҙ һәм мөхәббәт өмөт итә. Ғаилә тотҡаһы - сабырлыҡ. Сабырлыҡ тигән мәңгелек хазинаны улар ҡайҙан ала? Сабырлыҡты белмәгәнгә тормошта бик ҡиммәт түләргә тура киләсәк..."
"Туйҙарығыҙҙы үткәрергә ваҡыт етер, хәйерле сәғәттә килһен никах көнөгөҙ. Ул мәлде хөрмәт итегеҙ, матур йолаларҙы белегеҙ. Белмәһәгеҙ, ағинәйҙәргә әйтегеҙ, оялып тормағыҙ, ололарға мөрәжәғәт итегеҙ, улар һеҙҙе өйрәтергә бурыслы..." "Ҡәйнә-ҡайныларығыҙ менән бергә йәшәп алырға тырышығыҙ. Отпускыға улар янына ҡайтып, бер нисә аҙна йәшәгеҙ. Ярҙам итегеҙ, һөйләшегеҙ, шул саҡта тормош ҡорған кешегеҙҙе нығыраҡ аңларһығыҙ, уның әлегә һеҙгә аңлашылмаған яҡтарын асыҡларһығыҙ, уны тағы ла нығыраҡ ярата башларһығыҙ. Сөнки яҡшы белгән нәмәне генә яратып була..."
"Егеттәргә ниндәй кәләш кәрәк, уны нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Аҡыллы, тыйнаҡ, кешелекле булһын тиһегеҙ. Тағы ла матур булһын, мине тыңлаһын, тиһегеҙ. Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ләкин ир-егет кәләшен тыңлата ла белергә тейеш. Туҡмап түгел, тиргәп түгел, яйын-көйөн табып ҡатыныңды ғаиләлә йәшәргә өйрәтеү - ирҙең бурысы. Бер кем дә әҙер ир, әҙер ҡатын алмай, һәр ғаиләлә бер-береһенә өйрәнеү һәм яйлашыу бара. Яңынан тәрбиәләү түгел, ә хөрмәт менән өйрәтеү, ҡабул итеү бара..."
"Минең улым мәрйә ҡыҙын алмаҡ булды, ҡаршы төштөм. Үҙемә ҡыйын, нишләргә? Улымды бәхетһеҙ итеп ҡуймайым, тип ҡурҡам. Ләкин ул ҡыҙ үҫкән ғаиләлә башҡа милләтте ҡабул итмәйҙәр, тип ишеттем. Шуға мин улымды ул "тамуҡҡа" тыҡҡым килмәне, ваҡытында йырағыраҡ китһен, тинем. Дөрөҫ эшләнемме, юҡмы? Бындай ваҡытта үҙегеҙҙе ғәйепләмәгеҙ, Хоҙай Тәғәлә һәр ваҡыт берәй мөмкинлекте кешенең алдына сығара, һеҙ үҙегеҙгә хәүефһеҙ юлды һайлағанһығыҙ икән, үкенергә ярамай, үкенергә яҙмаһын..."
Йәштәр йотлоғоп тыңлай. Ағинәйҙәр үҙ тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша...
"Шәхестәр янында яҡын йөрөгөҙ, йәштәр, өйрәнеп йөрөгөҙ. Беҙҙең Сибайҙа ла бар бөтә республикаға билдәле шәхес өлгөләре..."
"Йәштәрҙең башына төрлө уй-хыялдар күп инә. Фекерҙәрегеҙгә иғтибар итегеҙ, уларҙы байытығыҙ, кешеләр менән, халҡығыҙ менән уртаҡлашып өйрәнегеҙ. Интернетта яҙышыу бындай аралашыуҙы киңәйтә, үҫтерә, ләкин интернет һурып торған энергияғыҙҙы теләһә ниндәй темаға әрәм итмәгеҙ..."
"Иғтибар итегеҙ, милли биҙәктәребеҙ бөгөн күҙ алдында. Һәр биҙәк, орнаментта оло мәғәнә ята. Таҫтамалдағы, аҫалы балаҫтағы орнаменттар уҡыла, уларҙың мәғлүмәт тапшыра торған "теле" бар. Был белем һәр кешегә, һәр ғаиләгә һәм ырыуға тоҫҡалған, уға ғына күсергә тейешле донъяуи мәғлүмәт. Орнаменттарҙы яңыса заманса ҡараш менән өйрәнерлек йәш этнографтар, ғалимдар кәрәк. Уҡығыҙ, этнографтар булығыҙ..."

Шулай итеп, ағинәйҙәр һөйләне, ә йәштәр тыңланы. Сибай институтында уҡыған йәштәребеҙҙең шулай аңлы, рухлы, ололар нәсихәтен дә күңеленә һеңдерә торғандарҙан икәненә тағы бер тапҡыр инанылды. Йәштәр һәм ағинәйҙәр сыр-сыу килеп сәй эсеп ҡалды, беҙ артабан юлландыҡ. Хуш, Сибай! Хуш, йәшлекле һәм ағинәйле ҡала!

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.21 | Ҡаралған: 436

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru