«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘБИҒӘТ ОРАН ҺАЛА
+  - 

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Росприроднадзор) етәксеһе Светлана Радионованың Башҡортостанға эш сәфәре Салауат ҡалаһынан, ундағы атмосфера һауаһының бысраныуына контролдең автоматлаштырылған станцияһын ҡарауҙан башланды.

"Республикалағы экологик хәл беҙҙең хеҙмәт яғынан да иғтибар талап итә. Белгестәребеҙ уҙған йылда 700 миллионға зыян килтерелеүен асыҡланы. "Башҡортостан сода компанияһы" биләмәһен ҡарап сығыу миндә бер ниндәй ҙә ыңғай тойғолар тыуҙырманы", - тине Светлана Радионова, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. Шунан ул "Башҡортостан сода компанияһы" эшмәкәрлеге һәм уның биләмәһе янында тирә-яҡ мөхитте бысратыу проблемалары менән танышыуы һәм БСК тарафынан етештереү экологияһын яҡшыртыу буйынса күп йылдар аҡса бүленмәүе, хәҙер был мәсьәлә ҡәтғи дәүләт контролендә буласағы хаҡында белдерҙе. "Стәрлетамаҡ предприятиеһы, асылда, Рәсәй территорияһында монополист. Шул уҡ ваҡытта унда етештереү өлкәһендә бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ: улар фәҡәт тәбиғәттән байлыҡ ала ғына. Әгәр был артабан да шулай дауам итһә, беҙгә лә, балаларыбыҙға ла бер ниндәй яҡшы нәмә лә ҡалмаясаҡ. Тиҫтәләрсә йылдар килем алыусы компания былай эшләргә тейеш түгел. Бында шлам һаҡлағыстарҙы рекультивациялау проблемаһы бик киҫкен тора, шулай уҡ башҡа ҡатмарлыҡтар ҙа бар. Һәм беҙ был мәсьәләләрҙе хәл итеүгә кисекмәҫтән тотоноуҙы талап итәсәкбеҙ", - тине федераль ведомство етәксеһе.
Билдәләнеүенсә, йыл һайын етештереү эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә предприятиела 50 мең тоннанан ашыу зарарлы ҡалдыҡ хасил була. Ул Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә булдырылған шлам һаҡлағыстарға түгелә, ә был үҙ сиратында һыу объекттарының һыу аҫты һәм өҫкө экологияһын бысрата. БСК-ның юғары кимәлдә тупланған ағыулы ҡалдыҡтары Ғафури районының "Цветаевский" полигонына күмеү өсөн сығарыла. Унда кисекмәҫтән зарарһыҙландырылырға тейешле 100 мең тонналап ҡалдыҡ тупланған. Был проблеманы хәл итеү өсөн етештереүҙе модернизациялау, тупраҡ һәм һыу бысраныуҙарҙы бер урынға туплау һәм ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү технологияһын индерергә кәрәк. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров был сараларҙың ҡыҫҡа ваҡытта ғәмәлгә индереләсәген белдерҙе: "Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә экологияны ил үҫешендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булараҡ билдәләп китте. БСК-ның элекке акционерҙары ҡылыҡтарына ҡарата республика халҡының асыуын аңлайбыҙ. Беҙҙең бурыс - етештереүҙе модернизациялау менән экологияға килтерелгән зыян проблемаһын хәл итеү мәсьәләһе араһында тигеҙлеккә өлгәшеү", - тине Андрей Назаров.
Росприроднадзор башлығы Светлана Радионова Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә булып үткән кәңәшмәлә Башҡортостандың ҡайһы бер эре химия заводтары директорҙарына штатта эшләүсе экологтарын экологик проблемаларҙы күрергә һәм предприятие етәкселеге менән бергә закондарҙы уҡырға өйрәтергә саҡырҙы. "Башҡортостан сода компанияһы" директоры Эдуард Давыдовтың предприятиела тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса сығышы федераль ведомство етәксеһенең асыуына тейҙе. Директор әйтеүенсә, БСК һуңғы биш йылда экологик саралар маҡсатында 5 млрд һум аҡса тотонған. Әммә тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы етәксеһе был аҡсаларҙың нимәгә сарыф ителеүен күрмәүе хаҡында әйтте: "Тәбиғәтте һаҡлау һылтауы менән аҡса теләһә нимәгә сарыф ителә: ҡоймаларҙы буяумы, продукцияны матур тышлыҡҡа төрөүме...Һеҙ экологик экспертиза тип атаған был ҡый-һай, шау-шоу өсөн мин ҡул ҡуймаясаҡмын. Эшлекле, намыҫлы проекттарға иһә беҙҙең мөнәсәбәт тә башҡаса булыр",- тине Светлана Радионова. Уның фекеренсә, БСК тәбиғәт байлыҡтары менән файҙалана, ә уны һаҡлау хаҡында уйламай. Компания 59 йыл буйына шлам һаҡлағыстарға рекультивация үткәрмәгән. "Йыл аҙағына тиклем экологик проект эшләнергә һәм минең өҫтәлдә ятырға тейеш. Тиҫтәләрсә йылдар буйы артыбыҙҙан йыйыштырмайбыҙ икән, был кешеләрсә түгел. Тәбиғәттән өлөш тартып алабыҙ, өҫтәүенә, бысратып, туҙҙырып китәбеҙ. Башҡортостанда изге тауҙарҙан башҡа тағы ла изге ер барын да онотмайыҡ, - тине Росприроднадзор етәксеһе С. Радионова. - Юғиһә, тейешле ведомстволар аша халыҡ-ара сифат сертификатын кире ҡайтарыу ихтималлығы ла бар, ә был продукцияны экспортлауҙа компанияға етди проблемалар тыуҙырасаҡ", - тип тә янаны ул.
Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров йылдар буйы был проблеманың йыйылып килеүен компанияның элекке хужалары сит илдәрҙә йәшәү сәбәпле, улар менән бәйләнеш булмауҙан, тип аңлатты. "БСК-ның оҙайлы үҫеше буйынса программа ҡабул ителде, уның өҫтөнлөклө йүнәлеше булып экология мәсьәләләрен хәл итеү бурысы ҡуйылды. Әле беҙ федераль Хөкүмәт менән берлектә компанияның директорҙар советын булдырыу буйынса эшләйбеҙ,"- тине Премьер. Светлана Радионова үҙ сиратында республикала тупланған зыян реестрын урындағы халыҡ фекерен иҫәпкә алып төҙөргә һәм шуның нигеҙендә хәүеф янаған һәр объектҡа экспертиза үткәрергә кәрәклеген әйтте.

Азат ҒИЗЗӘТУЛЛИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.05.21 | Ҡаралған: 374

Киске Өфө
 
Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru