«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЩЕПКИНСЫ ЙӘШТӘР СӘХНӘНЕ ЯУЛАРҒА ӘҘЕРЛӘНӘ
+  - 


Рәсәй дәүләт Бәләкәй академия театры янындағы М.С. Щепкин исемендәге Юғары театраль училищеһы (институт) Рәсәйҙең милли театрҙары сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индереүҙе дауам итә. 1955 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем унда тажик, төркмән, татар, таулы-алтай, сыуаш, немец, корея, яҡут һәм шул иҫәптән башҡорт студенттары белем ала. 2017 йылда ошо уҡыу йортонда беҙҙең республиканан 18 студент уҡый башлағайны, бөгөнгө көндә уҡыу йортон 15 кеше уңышлы тамамлай. Һәм тап ошо мәлдә щепкинсылар М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә диплом спектаклдәре менән һынау тота.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Фирүзә Сәлихйән ҡыҙы Исҡужина щепкинсыларҙың кураторы булған, уларҙы башҡорт теленән уҡытҡан. Уның һөйләүенсә, буласаҡ артистар баш ҡалалағы дүрт йылды бик файҙалы үткәрә, даны донъяға таралған Ҙур театрҙа, Бәләкәй театрҙа спектаклдәр ҡарап, музейҙарға йөрөп, күргәҙмәләрҙә булып, белемдәрен арттыра. Үҙҙәре лә А.А. Яблочкина исемендәге Актерҙар йортонда үткән кисәләрҙә, башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнашып, оло сәхнәгә тәүге аҙымдарын яһай.
Фирүзә Сәлихйән ҡыҙы студенттары менән Өфөләге тамашаларҙа ла гел бергә, уларҙың һәр уңышын күтәрмәләп, беренсе рәттә ултыра. Һәм эшен һөйгән уҡытыусы булараҡ, тәрбиәләнеүселәре хаҡында илһамланып һөйләй: Уҡыу барышында йәштәр үҙҙәрен төрлө яҡлап асты. Мәҫәлән, Илүзә Мерәҫова моңло тауышы, Айнур Ғәбитов - йор һүҙе менән һоҡландырҙы, Эльвира Йәрмөхәмәтова башҡорт милли костюмдары күргәҙмәләрендә ҡатнашты. "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосын һөйләп, Ҡырымда уҙғарылған Бөтә Рәсәй "Таврида" йәштәр форумында булып, Калуга өлкәһендә үткән "Этномир" фестивалендә сығыш яһап, диплом яуланылар. Бынан тыш, сәхнә телмәре, вокал буйынса конкурстарҙа ла һынатманылар. Әбйәлил Үтәбаев, Илүзә Мерәҫова, Елизавета Алексеева, Илнур Үтәбаевтар, У. Гаджибековтың "Аршин мал алан" музыкаль спектакленән өҙөк күрһәтеп, Рәсәйҙең театраль вуздары араһында ойошторолған вокал конкурсында беренсе дәрәжә дипломға эйә булдылар. Лилиә Сәғитова сәхнә телмәре буйынса студенттарҙың М.Н. Ермолова исемендәге конкурсында III урын яуланы.
Сығыштар араһында бөгөн-иртәгә артист булып китәһе студенттар менән күрешеп-һөйләшеп тә алдыҡ. Яңы ғына сәхнәлә онотолоп Мостай Кәримдең Аҡйондоҙо менән Мәрәһименең ураҡ урып ярышҡанын бәйән иткән Лилиә Сәғитова Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһе ҡыҙы булып сыҡты. Ул 102-се Башҡорт гимназияһын тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжында музыка уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштергән. Унан артабан белемен үҫтереү өсөн Щепкин училищеһына һынау тотоп ҡараған.
Сығарылыш курс студенттары булараҡ, "Ҡоштар осорам" тип исемләнгән класс-концерт һәм диплом спектаклдәре менән үҙебеҙҙең Өфөбөҙҙә сығыш яһаныҡ. Гастролдәр 12 майҙан 22 майға тиклем дауам итте, - тип һөйләй йәш актриса. - Сығыштарыбыҙҙы А.Н. Островскийҙың "Байрам төшө - төшкә тиклем" һәм "Эҙләгән - тапҡан" пьесалары буйынса ҡуйылған "Бәхет эҙләгәндә" спектакле менән башлап ебәрҙек. Спектаклдең режиссеры Тажикстандың атҡаҙанған артисы, профессор Л.Н. Новикова, тексты башҡортсаға тәржемә итеүсе - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, доцент Ф. Исҡужина. Башҡорт мөхитенә күсерелеп тәржемә ителгән был спектаклде тамашасылар йылы ҡабул итте...
Башҡорт труппаһы студенты Әбйәлил Үтәбаев та М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы булырға хыяллана. Ул сәнғәт юлын бик ентекләп уйлап һайлаған: Мин баш ҡаланың Ф.Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында уҡыным. Мәктәптән һуң Санкт-Петербург урман-техник университетын тамамлап, Белорет урмансылығында эшләп алһам да, сәнғәткә тартылдым. Был ихтыяжымды ҡәнәғәтләндереү өсөн урындағы "Ирәмәл" халыҡ театрында шөғөлләнә башланым, концерттарҙа ҡатнаштым, ансамблдә йөрөнөм. Унан атай-әсәй менән кәңәшләшеп, күңелем теләгән юлға фатиха алдым. Һәм, ысынлап та, был - минең донъя. Уҡыу ҙа еңел бирелә, илһамландыра, төрлө сәнғәт әһелдәре, уҡытыусылары менән осрашыуҙар, дәрестәр, театрҙар... рәхәтләнеп йөҙөп йөрөйөм.
"Мәскәү Мәскәү инде... унда аура башҡа төрлө", - ти Әбйәлил. Йәш актер һөйләүенсә, улар легендар профессорҙар Д.Д. Кознов, Л.Н. Новикова, В.Н. Афонин, доценттар Д.Н. Зеничев, Б.В. Домниндарҙың ҡулында һабаҡ алған, үҙҙәрен төрлө ролдәрҙә һынап ҡараған. Ғүмерен студенттарҙы сәхнә телмәренә өйрәтеүгә бағышлаған профессор Л.С. Максимова ярҙамында тауыш менән идара итергә, дикция өҫтөндә эшләргә, төрлө жанрҙағы текстарҙы уҡырға һәм уны тыңлаусыға еткерергә өйрәнгәндәр. Ҡыҫҡаһы, йәштәр уҡытыусыларынан да, уҡыуҙарынан да ҡәнәғәт.
Һынауҙарҙың артабанғы көндәрендә А.П. Чеховтың өс бер актлы пьесаларын ("Юбилей", "Айыу", "Тәҡдим") берләштергән "Шампан шарабы килтерегеҙ!" спектакле башҡорт һәм рус телдәрендә уйнала. Спектаклдең режиссеры - Удмуртияның атҡаҙанған артисы, профессор В.Н. Афонин. Америка яҙыусыһы Л. Герштың "Был ирекле күбәләктәр" спектакле режиссер доцент Д.Н. Зеничев тарафынан ҡуйылған. Был да Өфө тамашасыһы өсөн бер ҡыҙыҡлы күренеш. Унан һәләтле йәш артистар үҙҙәренең концертында Башҡортостандың Халыҡ шағиры М.Кәрим шиғырҙарынан төҙөлгән музыкаль-композиция, халыҡ уйындары, төрлө йырҙар, бейеүҙәр, заман хореографияһы һәм фехтование буйынса өҙөктәр күрһәтте. Класс-концерттың режиссеры - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, профессор Д.Д. Кознов һәм доцент Б.В. Домнин.
Һөйләшеүҙе тамамлап, Фирүзә Сәлихйән ҡыҙы теләктәрен дә еткерҙе: Йәштәрҙең киләсәген хәстәрләгән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, мәҙәниәт министры Әминә Ивнәй ҡыҙы Шафиҡоваға, дүрт йыл дауамында беҙҙең менән бергә янған-көйгән, хәстәрләгән М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Иршат Ишбулат улы Фәйзуллинға ата-әсәләр, студенттар һәм үҙебеҙҙең исемдән дә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Республикабыҙҙың маҡсатлы йүнәлеше буйынса белем алған башҡорт студияһының сығарылыш курсы студенттары мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә тырышып хеҙмәт итер, киләсәктә юғары үрҙәр яулар, тип ышанайыҡ.

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.21 | Ҡаралған: 607

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru