«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАН АУАЗЫ ЯҢҒЫРАНЫ
+  - 

Халыҡҡа кәрәк һүҙҙе трибунаға сығып яңғырата алыр шағирҙар араһында ярыш булараҡ башланғыс алған "Йөрәк һүҙе" шиғри бәйгеһе бөгөн шиғыр һөйләүселәр араһындағы ярышҡа ҡайтып ҡалһа ла, был юлы ла халыҡҡа заман ауазын ишеттерә алды.

Сара дүртенсе тапҡыр ойошторолдо һәм быйыл унда 87 кеше ҡатнашырға теләк белдерһә, уларҙың ун икеһенә генә иң яҡшы шиғыр һөйләүсе титулы өсөн көрәшеү хоҡуғы бирелгән. Тамашаның беренсе өлөшөн ойоштороусылар Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыуға арнағайны. Бар халыҡты зар илатҡан, мең михнәттәр килтергән һуғышты ҡәһәрләгән, вәхшиҙәрҙе фашлаған поэмалар һөйләне ҡатнашыусылар. Тәүге юлдар яңғырағас та, шиғри һүҙгә сарсап килгән тамашасыларҙың керпектәре йәшкә мансылды. Һәр кем үҙенең ғаилә тарихын хәтергә төшөрҙө, миллиондарса йәндәрҙе ҡыйған вәхшәт тураһында уйға сумды. Һәм тамашасылар биш сәғәт тирәһенә ирекһеҙҙән ошо ауыр уйҙар солғанышында ҡалды.
Эйе, биш сәғәт тирәһенә һуҙылды тамаша. Сөнки, нишләптер, һәр шиғыр ятлаусы поэма һөйләү мотлаҡ, тигән инаныста килгән ярышҡа. Ә бит шиғри һүҙҙең ҡиммәте лә, уны башҡарыусының оҫталығы ла куплеттар һаны менән үлсәнмәй. Унан һуң, Еңеү һәм һуғыш темаһына тап килһен өсөн мотлаҡ был ҡот осҡос күренештәрҙе бәйәнләргә лә тимәгән, ә ошо ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татыған яугир-шағирҙарыбыҙҙың ижадына мөрәжәғәт итеү ҙә етер ине. Яу ҡырынан иҫән әйләнеп ҡайтҡан әҙиптәребеҙ ҙә, йәнен аямай алышып, һәләк булғандары ла байтаҡ бит. Әйткәндәй, яугир-шағирҙарҙың ижады беҙгә илһөйәрлек, Ватан өсөн көрәш, рух ныҡлығы, кешелеклек тураһында яҡшыраҡ та төшөндөрөр ине.
Ҡатнашыусылар һайлаған шиғырҙарҙың йөкмәткеһен телгә алғас, тағы шуны ла әйтеп китмәй булмай: һәр тиерлек сығыш тамашасыла йәлләү тойғоһон уятыуға ҡоролдо. "Йөрәк һүҙе"н ысын шиғриәтте ишетергә теләгән интеллигент милләттәштәр (хатта алыҫ райондарҙан) тамаша ҡылырға килә бит, уларҙың ихтыяжына яуап бирерлек әҫәрҙәр яңғырарға тейеш ине. Тимәк, халыҡта әле исеме танылмаған йондоҙҙарҙы ҡабыҙыу изге ғәмәл булһа ла, башҡорт шиғриәтенең метрҙарына тиңләшерҙәй замандаш шағирҙар ижадына мөрәжәғәт итеү тәүге талап булырға тейештер.
"Был матур ярышты беренсе тапҡыр залда ултырып тамаша ҡылдым һәм шиғыр ятлаусыларҙың да, замандаш ижадсыларҙың да бөгөнгө йәмғиәт проблемаларына битараф булмауын тойҙом. Шулай ҙа ойоштороусыларҙың иғтибарын шуларға йүнәлтергә теләйем: беренсенән, был тамашаға урыҫ алып барыусыһы кәрәкмәй. Икенсенән, ололар менән йәштәрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйып ярыштырыу ҙа бик үк дөрөҫ түгелдер. Ә иң мөһиме, минеңсә, беҙҙең "Йөрәк һүҙе"ндә тик Башҡортостан шағирҙарының һүҙе яңғырарға тейеш. Дүртенсе тапҡыр ойошторолһа ла, башҡорт шағирҙарының әле сәхнәләрҙән һөйләнмәгән шиғырҙары етәрлек, ҡатнашыусылар эҙләнһен", - тип теләк-тәьҫораттары менән уртаҡлашты шағирә, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина.
Әҙибәнең һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ бар, сөнки "Башҡорт теле - еңеүсе", тибеҙ икән, быны аҡларға кәрәк. Ә шулай ҙа "Йөрәк һүҙе"нең ойоштороусылары һәм баһалама ағзалары үҙҙәренең ғәҙеллек принциптарына тоғролоҡ һаҡлауына тағы бер тапҡыр шаһит булыу ҙа башҡа бөтә ваҡ ҡытыршылыҡтарға күҙ йоморға мәжбүр итте.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһенең быйылғы еңеүсеһе тип Күмертау ҡалаһынан Инсаф Йәмилев танылды. Икенсе урынды Стәрлебаш районынан Гөлдәр Хәйбуллина алды, ә өсөнсө урынды Благовар районынан Гөлфирә Әхмәтшина менән Федоровка районынан Хәлисә Багаева бүлеште. "Тамашасы һөйөүе" номинацияһына Күгәрсен районынан Руслан Абдуллин, "Йыл авторы" номинацияһына Әбйәлилдән Әнисә Махийәнова лайыҡ булды.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.21 | Ҡаралған: 394

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru