«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАБАНТУЙҘАР ХАЛЫҠСАН АСЫЛДА БУЛҺЫН!
+  - 

Һабантуйҙарҙы ҡабаттан халыҡ байрамы итеп ҡайтарыу хаҡында һүҙ күптән йөрөй, әммә был һаман һүҙҙә генә ҡала әле.

Иң беренсе күңелде ҡырған нәмә - байрамдың русса алып барылыуы. Элегерәк театрлаштырылған тамашалар башҡортса булған булһа, хәҙер инде ситтән килер ҡунаҡтарға көйләнеп, сәхнәләге "боронғо" башҡорттарҙы ла русса һөйләштерәбеҙ. Үҙебеҙҙекеләр былай ҙа русса аңлай, йәнәһе, ә Өфөнән, Мәскәү йә Питерҙан киләсәк ҡунаҡтарға аңлайышлы булһын. Йәғни, был саралар әҙерләнгәндә үк ерле халыҡ өсөн түгел, ә ошонда ярты сәғәткә һуғылып китеүселәрҙең күңелен күреү өсөн башҡарыла булып сыға. Ә бит шул өс кешегә тәржемәсе лә беркетеп ҡуйырға була...
Һабантуйҙарҙа ауыл биләмәләренең тирмәләре ҡуйылыу матур йола. Матур, әммә шул биләмәләр өсөн мәшәҡәтле һәм уңайһыҙ. Ундағы ауыл кешеләре тәүлек буйына ҡаҙан-усағын һаҡларға мәжбүр. Шундай уҡ ун минутлыҡ күренеш, ниндәйҙер бәләкәй генә баһа өсөн ауыл уҡытыусылары, ағинәйҙәре өйөндәге иң тәмле ризыҡтарын тейәп килеп, табын тултырып һый теҙеп ҡуйып, йырлап-бейеп ҡаршы алып тора. Шундай ихласлыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ күрһәтелә күрһәтелеүгә, әммә шул ҡатын-ҡыҙҙар бит майҙандағы төп сараларҙы тамаша ҡыла алмай. Уларға бының өсөн аҡса түләнмәй, ниндәйҙер ташламалар яһалмай. Ошо фиҙаҡәр ҡатын-ҡыҙҙарҙан мотлаҡ булмағанды эшләтеп, уларҙы ирекһеҙләп байрам яһау кеүегерәк килеп сыға. Закон теле менән әйткәндә, уларҙың хоҡуғын боҙоу була инде. Бигерәк тә ағинәйҙәрҙең шундай сараларҙа ялпылдатып йөрөтөлә торған бушлай әртистәргә әйләндерелеүе эсте бошора. Уларҙың башҡорт йәмғиәтендәге тәғәйенләнеше икенсе бит...
Бәйгеләрҙә һуңғы йылдарҙа сабыш аттары күбәйгәндән-күбәйә. Был шәхси хужалыҡтарҙа аттарҙың ишәйә барыуына бәйлелер. Хатта сабышҡа тип махсус тоҡомло мал һатып алып аҫрағандар ҙа бар икән. Сабыш аттары иһә әллә ҡайҙан айырылып тора, һонолоп, еңел елеп, толпар булып осоп киләләр. Ҡарап тороп күҙҙәр һөйөнә. Ауылдарҙағы ир-егеттәрҙең ат спортына йөҙ бороуы ла, боронғо ата-бабалар йолаһын ҡайтара барыуҙары ла итеп ҡабул итергә була быны. Һәр хәлдә, был һөйөндөрә. Тик егеттәрҙең аттарын һәм үҙҙәрен сабышҡа, йәғни йөҙәрләгән кеше мажара ҡылыр сараға әҙерләй белмәүҙәре генә шелтә яһарға мәжбүр итә. Ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа менгеләрҙең, һыбайлыларҙың ҡупшылығын күрһәтергә ине үҙебеҙҙекеләргә. Ул аттарҙың ялдары таҫмалап үрелгән, бәкәлдәрендә - төҫлө ойоҡтар, ҡойроҡтар биҙәлгән, эйәрҙәр семәрләнгән. Һыбайлылары милли кейемдә. Ә беҙҙең һыбайлы төркөм ситтән ҡарауға уҡ күңелһеҙ, ир-егеттәр бер төрлө - эш кейемендә.
Ашау-туҡланыу урындары ла үҙгәрмәй әле. Байрамға килгән халыҡ һаман сауҙа урындарында баҫып тороп ашарға мәжбүр. Тирмәләр күргәҙмә өсөн генә, милли мөхиттә ял итеү, ашап сығыу мөмкинлеге юҡ.
Шулай ҙа хәҙерге һабантуйҙарҙы онотола барған уйындарҙың тергеҙелеүе биҙәй. Мәҫәлән, күп урындарҙа таш атыу, таяҡ тартышыу, һуйыл ташлау, айран эсеү, һарыҡ йөкмәп йүгереү, уҡ атыу, ылаҡ һымаҡ ярыштарҙың булыуы халыҡты ҡыҙыҡһындыра. Ғөмүмән, бөгөн һабантуйҙарға ысын халыҡ байрамы асылын ҡайтарыу тураһында һүҙ күтәрелә икән, ул тиҙерәк тормошҡа ашһын, тип теләргә генә ҡала.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.06.21 | Ҡаралған: 413

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru