«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ - БАШҠОРТ БАЙЛАРЫ
+  - 


Байлар ырыуы башҡорт кландары араһында кеше иҫәбе яғынан да, биләгән аҫаба ерҙәренең дөйөм күләме буйынса ла иң эре этник берләшмәләрҙең береһе була. Уның аҫаба территорияһы тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында үтә ҙур ер майҙандарынан хасил була. Байлар биләмәләренең үҙәге - элекке Минзәлә өйәҙе. Хәҙерге заманда Минзәлә һәм Яр Саллы ҡалалары арауығында байлар ырыуы башҡорттары нигеҙләгән 20-гә яҡын ауыл бар (Татарстандың Туҡай һәм Минзәлә райондарында). Бынан башҡа, Минзәлә йылғаһы үҙәнендә, әүәл сарылы-мең башҡорттары ерҙәренә сиктәш булған ауылдарҙа щулай уҡ байлар вариҫтары йәшәй. Әлеге көндә Татарстандың Сарман районында уларҙың 15 ауылы бар. Шулай уҡ Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районында ла, гәрәй, бүләр һәм йәнәй башҡорттары ауылдары менән аралаш, бер нисә ауыл Минзәлә байларының тарихи тораҡ пункттары булып тора.
Байларҙың бергә тупланып йәшәгән икенсе бер төбәге - элекке Алабуға һәм Сарапул өйәҙҙәрендә, Кама йылғаһының уң яҡ яры буйындағы ерҙәрҙә. Хәҙерге ваҡытта ошо төбәк байларының 3 ауылы Татарстандың Менделеев районына һәм тағы ла бер нисәһе Агрыз районына ҡарай (бында уларҙың күршеләре - йәнәй ырыуына ҡараған башҡорт ауылдары).
Ыҡ йылғаһы үренең үҙәнендә, элекке Бөгөлмә һәм Бәләбәй өйәҙҙәре сигендә байлар йәшәгән өсөнсө ареал хасил булған. Әүәл улар йәшәгән ерҙәргә йылан ырыуы башҡорттарының аҫаба биләмәләре сиктәш булған, һуңынан байлар-йылан башҡорттары тығыҙ аралашып, ҡатнашып йәшәй башлай. Әлеге көндә был ауылдар Татарстандың Бавлы һәм Ютазы райондарына ҡарай. Ә элекке Бәләбәй өйәҙенә ҡараған байлар ауылдары Башҡортостандың Йәрмәкәй, Илеш һәм Туймазы райондары территорияһында урынлашҡан.
Ошо заманға ҡараған ҡайһы бер тарихи документтар билдәле. Мәҫәлән, Ҡаҙан даруғаһы Байлар олоҫоноң Турай ауылынан старшина Надыр Килеев командаһы башҡорттары Йәркәй Әсеинов, Хөсәйен Аҙнағолов, Имансар Яҡупов, Мумаҡ (Мәмет) Йоносов, Иҫәмбай Йосопов, Чапдар Сатыковтар Өфө һәм Ҡаҙан өйәҙҙәрендәге уртаҡ аҫаба ерҙәре иҫәбенән үҙ пайҙарын Ырымбур гарнизонының Ҡаҙан драгун полкы поручигы И.Л. Мильковичҡа 500 һумға һатҡанда 7205 (1696) йылдың 5 ноябрендә алынған грамотаға һылтана: "Оная вотчинная земля состоит в Байлярской волости по ниже писанным межам, а именно: рыбным ловлям - первая межа Большое озеро, а нижняя - на низ по Ику реке озера Урла, и сенным покосам - верхняя межа Большое озеро, нижняя - Бережное озеро до озера Теня и по Ику реке по обе стороны да по Шильке речке, вверх в одну сторону да по Кошале речке по одну сторону по Безкечене по обе стороны, с вершины до устья Ику реки, а бортные угодья на Каме реке от устья Ику реки, по обе стороны Камы реки, да за Камой реки, по Ику реки по обе стороны выморок (оставшийся после владельца без наследника), на которую землю отдал я, Мамет, ему поручику Мильковичу, жалованную деду и отцу в 7205 г. ноября в 4-й день из бывшаго в Москве Казанского дворца старинную грамоту, по которой с имеющихся в оной же вотчинной земле рыбных ловель мои паи иметь во владение поручику Мильковичу".
Икенсе бер сығанаҡта (шикәйәт ҡағыҙында) Байлар олоҫона ҡараған башҡа аҫаба ерҙәрҙең сиктәре билдәләнә: "Имеется у нас жалованная от царей предкам нашим земля со всеми угодьями, состоящая за Камою рекою, верхняя межа подле Камы реки Красный Яр, а нижняя межа гора Лоденка по Ижу, по Салагушу речки с вершины и до устья до Ижу по Уфимскую сторону от острова Каратова до Большого озера и по речке по Ижу, а Тыганского и Мензелинского устья по обе стороны реки Ижу и до Усалы-Тамаку и по Мензеле реке вверх по правую сторону до болота Бикасаз с мелкими речками до против того болота за Мензелей межи Калтамони межи Кавзияку речки до дубровы, до по другую сторону болота Бикасаз по речкам по Игине и по Дрюше по правую сторону, и то ниже владение состоит смежностию Булярской и Иректинской волостей и коронною землею дер. Сармашбашевой и Налимовой с прочими деревнями и между ними не было никакого спору и владели каждый своим повытьем и по своими правами особенно, не входя друг к другу в границы. Права наши в межевую кантору представлены. Землемер Добровольский обмежевал земли Салагушевой тюбы Байлярской волости не отдельно, особо, а вместе с Саралиминской волостью "в одну округу", которые владеют "по одну округу", которые владеют "по особому от нас праву", и обошел как их землю, так и нашу и всю соединил, не различа нас владельцев по правам порознь зделал формальную межу в одну округу". Ошо шикәйәт-ғаризаны биреүселәр үҙҙәренең ышаныслы кешеһенә "Обмежевать нашу землю особою округою" тигән талапты ер межалаусы чиновниктарға еткереүҙе һорай. Һуңынан байлар һәм сарылы-мең ырыуҙары башҡорттары араһындағы ер бәхәсе үҙ-ара килешеү менән тамамлана, ә берләштерелгән олоҫҡа Сарылы-Мең-Байлар исеме бирелә.
1797 йылдың 8 октябрендәге Сенат указында Байлар олоҫона ҡағылышлы тағы бер мәғлүмәт бар, ул шулай уҡ ике айырым ырыуҙың аҫаба ерҙәрен бергә ҡулланыу хаҡында: "...основанным на грамоте 7166 (1657) г. башкирам Байлярской волости всею землею велено владеть с жителями Кыр-Еланской волости вместе".
Татарстан Республикаһының Минзәлә районында байлар ырыуы тоҡомдарының генетик үҙенсәлектәрен асыҡлау маҡсатында махсус экспедициялар ойошторолдо. Байлар ир-аттарының генетик линияһы башҡа башҡорт ырыуҙары ирҙәренекенән байтаҡҡа айырылып тора. Тикшеренеүгә йәлеп ителгән ирҙәрҙең барыһы ла R1b гаплотөркөмөнә ҡарай, уның субклады - R1b-L2. Шул уҡ ваҡытта R1b гаплотөркөмөнә ҡараған ҡайһы бер башҡорт ырыуҙары вәкилдәренең субклады R1b-U152, ул байлар субкладынан боронғораҡ. Һуңғыһы башҡорттар араһында һирәк осрай. R1b-U152 субклады вәкилдәре Көнсығыш Европала ла күп түгел, Азия илдәрендә юҡҡа иҫәп, улар Италияла, Швейцарияла, Германияла һәм Британияла йышыраҡ осрай.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 22-24-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.06.21 | Ҡаралған: 317

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru