Төплө фекерле, үҙе һәм эше генә түгел, ә ысынбарлыҡтың, тормоштоң бөтә өлкәһендә лә "үҙ кеше" булған, киң мәғлүмәтле, төрлө темаға асыҡтан-асыҡ һөйләшә алған әңгәмәсе - хәбәрсе өсөн оло табыш. Шундай геройҙарҙың береһе Наил Радик улы ӘМИНЕВ менән әңгәмәбеҙ ул етәкләгән, ҡыҫҡа ғына ваҡытта үҙен алдынғы эшмәкәрлек алып барған белем усағы итеп танытып өлгөргән Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 162-се "Смарт" полилингваль мәктәбе, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында ғына булырға тейеш һымаҡ ине. Ә фекерҙәр күберәк йәш быуынды тәрбиәләү, педагогтарҙың йоғонтоһо, ғаилә мөхите, хеҙмәт тәрбиәһе тирәһендә төйөнләнде.
Мең саҡрымлыҡ сәйәхәттәр ҙә бер аҙымдан башлана... "Бәйләнештә" социаль селтәрендә бөгөн һеҙҙең статусығыҙҙа шундай һүҙҙәр яҙылған. Һеҙ бөгөн баш ҡалала ғына түгел, ә тотош республикалағы иң заманса, иң алдынғы мәктәптәрҙең береһен етәкләйһегеҙ. Ә шулай ҙа тормош юлығыҙ башы ҡайһы тарафтарға барып тоташа?
- Эйе, ҙур сәфәрҙәр бәләкәй генә аҙымдан башлана. Дөрөҫөрәге, был аҙымды ни өсөн эшләргә теләүеңде белеүҙән, дөрөҫөрәге, башыңдағы уйыңдан, ниәтеңдән, асыҡлабыраҡ әйткәндә, һәр уңыш, һәр үр, бейеклек маҡсатты, юлды, аҙымыңды дөрөҫ билдәләүҙән баш ала.
Мин сығышым менән Сибай ҡалаһынан. 1993 йылда ҡаланың 13-сө башҡорт мәктәбенә 1-се класҡа уҡырға барҙым. Бөгөн ул Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге гимназия тип атала. Ошо абруйлы мәктәптең беренсе сығарылыш уҡыусыһы тигән маҡтаулы исемде йөрөтөүем менән бәхетлемен. Мәктәп директоры Миҙхәт Шәкүр улы Рәжәпов күренекле тарихсы Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың һабаҡташы ине. Тап ул беҙҙә башҡорт халҡының данлы тарихына ҡыҙыҡһыныу, ғорурлыҡ хисе уятты. Уның йоғонтоһонда 5-се класта уҡығанда уҡ тарихсы-археолог булыуымды белә инем инде. Ошо хыялым, теләгем мине Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалына тарих һәм филология факультетына уҡырға алып килде. Уҡыу миңә бик оҡшай ине. Унан да бигерәк, археологик экспедициялар мауыҡтырҙы. Беренсе курстан уҡ экпедицияларға сыға торғайныҡ.
Институтты тамамлағас, аспирантураға уҡырға индем һәм Баймаҡ районы Аҡморон ауылынан Рәфис исемле егет менән Өфөгә килеп эш эҙләй башланыҡ. Баш ҡалала мөмкинлектәр күберәк, офоҡтар киңерәк тип уйлағанбыҙҙыр инде. Директорыбыҙ Миҙхәт Шәкүр улы мәктәптә уҡығанда: "Һеҙ буласаҡ президенттар, буласаҡ министрҙар", - тип тылҡығас ни, бер ай буйы эште республика етәксеһе хакимиәте, министрлыҡ тирәһенән генә эҙләнек. Бер көндө Мәғариф министрлығына ла инеп сығырға булдыҡ, ул ваҡыттта министр булып Баймаҡтан Зиннәт Абдулла улы Аллаяров эшләй ине. Беҙҙе, әлбиттә, уға бер кем дә индермәне. Уның сыҡҡанын урамда көтөп торҙоҡ та: "Зиннәт Абдулла улы, беҙ - Баймаҡтан, эш эҙләйбеҙ, һеҙҙең министрлыҡта эшләргә теләйбеҙ", - тип барып өндәштек. Ул беҙгә ҡарап торҙо ла: "Эй, уландар, министрлыҡта эшләү өсөн тәүҙә бер нисә йыл мәктәптә уҡытып алырға кәрәк бит", - тине.
Резюмеларыбыҙҙы тотоп, киттек мәктәптәр буйлап эш эҙләп. Шулай итеп, баш ҡалалағы карьерам урта махсус музыка мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып башланды. Артабан, 2010 йылдан 2017 йылға тиклем, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһында эшләнем. Уҡытыу эшем менән бер үк ваҡытта аспирантурала белем эстәнем. Фәнни етәксем Айтуған Ирек улы Аҡманов ине, "19-сы быуаттың икенсе яртыһында башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәле" темаһына диссертация яҡланым. 2017 йылда, 30 йәшемдә, Өфөнөң 23-сө мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнеләр.
Һеҙ етәкләгән урта дөйөм белем биреү учреждениеһы Өфөнөң 162-се "Смарт" полилингваль күп профилле мәктәбе тип атала бит инде. Был йүнәлеш мәғариф системаһында яңылыҡмы? Унда етәксе итеп тәғәйенләр алдынан был система тураһында ни белә инегеҙ?
- Полилингваль белем биреү тураһында мин, әлбиттә, таныш инем. Ул - заман талабы, урыҫ телле булмаған теге йәки был милләт вәкиле ярҙамында телде өйрәнеү, белем алыу тигәнде аңлата. Билдәле булыуынса, бөгөнгө заманда күп тел белеү үҙ мөмкинлектәреңде яҡшыраҡ, киңерәк бойомға ашырырға булышлыҡ итә. Төрлө тел белеү, улар ярҙамында иркен аралашыу бөгөнгө конкурентлыҡ шарттарында ла бик мөһим. Шуға күрә полилингваль мәктәпкә барған уҡыусылар өсөн был - сифатлы һәм тейешле белем алыуҙың ҙур мөмкинлеге. Республикала юҡҡа ғына полилингваль мәктәптәр асыуға ҙур иғтибар бүленмәй. Баш ҡаланан тыш, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта эшләй башланы ундай мәктәптәр. Шулай уҡ башҡа райондарҙа ла асылыуы көтөлә.
Беҙҙең мәктәптә урыҫ, башҡорт һәм бер нисә сит ил теле өйрәнелә, уҡытыу бер нисә телдә алып барыла, ҡайһы бер предметтар билингваль нигеҙҙә уҡытыла. Бынан тыш, Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя халыҡтарының мәҙәниәте киң өйрәнелә. Был тәңгәлдә беҙ "Халыҡтар дуҫлығы йорто" менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. 5-се кластан профилле белем биреү башлана. Математика, информатика, химия, биология кеүек фәндәр тәрән өйрәнелә.
Өлкән кластарҙа социаль-иҡтисади, химия-биология, шул иҫәптән медицина профилдәре бойомға ашырыла. Был йүнәлеш буйынса мәктәп Башҡорт дәүләт медицина университеты менән хеҙмәттәшлек булдырҙы.
Мәктәп "тулы көн" тәртибендә эшләй, балаларға шәхси үҫеш өсөн киң мөмкинлектәр бирелә, улар төрлө түңәрәктәр, студиялар, секцияларҙа шөғөлләнә.
Күп телдәр өйрәнелгән был мәктәптә башҡорт теленә ниндәй урын бирелә?
- Уҡыусының ихтыяжынан, мөмкинлегенән сығып, программаны үҙебеҙ төҙөйбөҙ, тип әйткәйнем инде. Башҡорт теле мәктәптә туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Уҡыусыларҙың барыһы ла тиерлек мәктәпкә республикаға исем биргән халыҡтың телен өйрәнеүе хаҡында белеп килә, сөнки документ тапшырған ваҡытта уҡ уның ата-әсәһе был хаҡта ғариза яҙа. Кластан тыш саралар өс телдә, йәғни башҡорт, инглиз, урыҫ телдәрендә алып барыла.
Хәҙер мәғариф системаһында инновацион майҙансыҡ тигән термин бик популяр. Был йәһәттән һеҙҙең мәктәптә ниндәй майҙансыҡтар эшләй?
- "IT-куб" балаларға һанлы белем биреү үҙәгенең эше уңышлы алып барыла. Ул Рәсәй күләмендә тормошҡа ашырылған "Мәғариф" милли проектының "Һанлы белем биреү мөхите" федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырылды. Уҡыусыларҙа мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә күнекмәләрҙе һәм компетенцияларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. "IT-куб" үҙәге заман талап иткән көнүҙәк белемдәрҙе, мәғлүмәти һәм телекоммуникациялар өлкәһендәге мөмкинлектәрҙе тиҙләтелгән алымда өйрәтеүҙе, IT-өлкәлә ғәмәли эшмәкәрлеккә ылыҡтырыуҙы, техник һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуҙы, уҡыусыларҙы IT-технологиялар һәм IT-инжиниринг менән ҡыҙыҡһындырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя.
Үҙәк түбәндәге йүнәлештәр буйынса уҡыуҙар алып бара: Python телендә программалау, мобиль ҡулланмалар, VR/AR-ҡушымталар эшләү, Java телендә программалау, кибергигиена һәм күләмле мәғлүмәттәр менән эшләү, алгоритмика һәм логика нигеҙҙәре, роботтар программалау. Унда сифатлы яңы инфраструктура һәм матди-техник йыһазландырыуҙың юғары кимәле булдырылған тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ.
"Уңышҡа юл" проектының уңышлы ғәмәлгә ашырылыуын да билдәләп үткем килә. Унда уҡыусылар үҙенең тырышлығы менән уңышҡа өлгәшкән кешеләр менән осраша, тормош һабаҡтары, кәңәштәр ала. Беҙҙә республиканың төрлө йәмәғәт ойошмалары, хөкүмәт, министрлыҡ вәкилдәре ҡунаҡта булды. Шулай уҡ йәш быуын араһында абруй ҡаҙанған сит ил кешеләрен дә саҡырабыҙ. Мәҫәлән, джиу-джитсу буйынса донъя чемпионы Джефф Монсон оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. 1-11 кластың уҡыусылары легендар спортсы менән осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалды. Спортсы үҙе лә беҙҙең мәктәпте оҡшатты, хатта бушлай күнекмә үткәрергә теләк белдерҙе. Билдәле шәхестәр, алдынғы ҡарашлы кешеләре менән күрешеп, аралашыу уҡыусыларҙың артабанғы уңышы, еңеүе өсөн этәргес-мотивация буласағына ышанам. БДУ менән Предуниверсарий төҙөү тураһында килешеү төҙөнөк. Был яңы структура уҡыусыларға һөнәри һәм дөйөм мәҙәни әҙерлекте гарантиялаған социаль-педагогия системаһы булыр һәм, әлбиттә, мәктәпте тамамлағас, университетта уҡыуҙы дауам итеү өсөн һөнәри йүнәлеш бирер, тип ышанам.
Ғөмүмән, перспективалы йүнәлешме был системалағы белем биреү? Сит илдәрҙә, киреһенсә, беҙҙәге совет заманының уҡытыу алымдарына күсәләр түгелме?
- Сит илдәрҙә уҡытыу нисек ойошторолғаны хаҡында бер нәмә лә әйтә алмайым, әммә полилингваль мәктәптәрҙе баланың һәләтен төрлө яҡлап асҡан, үҫтергән киләсәк белем биреү учреждениеһы тип күҙ алдына килтерә алам. Полилингваль мәктәптәр - киң белем алыу мөмкинлеге. Бала ни тиклем күберәк тел белһә, уға бөгөнгө заманда шул тиклем күп юл асыҡ һәм шулай уҡ донъяның теләгән юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге лә ул.
Мәктәптә балалар менән эшләү һеҙгә ни яғы менән оҡшай? Нисек уйлайһығыҙ, теге заман балалары менән был заман балалары араһында айырма бармы?
- Һәр быуын балалары араһында айырма бар, әлбиттә. Заман башҡа - заң башҡа, хәҙергеләргә мотлаҡ икенсе төрлө тәрбиә, белем биреү алымдары кәрәк. Бөгөнгө педагогтарға бик күп белеү мөһим. Үҙең уҡытҡан фән буйынса ғына түгел, бөгөнгө ысынбарлыҡ, сәйәсәт, ваҡиғалар, ғөмүмән, бөтә яҡлап балаларҙан күберәк белеүҙе, бар йәһәттән өлгөрөрәк, мәғлүмәтлерәк булыуҙы ваҡыт үҙе талап итә. Гаджеттар, смартфондарҙың мөмкинлеген уҡыусыларҙан да яҡшыраҡ аңлау зарур уҡытыусыға.
Йыш ҡына хеҙмәт тәрбиәһенең артҡы планға күсеүенә борсолоу белдерелә. Ысынлап та, ҡаҙау ҡаға ла белмәгәндәр ишәйә хәҙер. Физик эште белеүселәр бөтөп бара...
- Беҙҙең мәктәптә тәрбиә эше төрлө яҡлап алып барыла. Хеҙмәт тәрбиәһенә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Үҫмерҙәр өсөн слесарь, столяр оҫтаханалары, ҡыҙҙар өсөн йорт эштәрен алып барыу, кулинария, кейем бесеү-тегеү кабинеттары бар. Мәктәптә шулай уҡ робототехника лабораторияһы булған инженер-технология профиле, 3Д моделләштереү кабинеттары йыһазландырылған. Телестудия, нәшриәт үҙәге, дизайнерҙар студияһы, тренажер залы эшләй. Быларҙың барыһы ла йәш быуындың төрлө яҡлап һәләтен асыу менән бергә ижади эшләү мөмкинлеген дә бирә. Уҡыусылар мәктәп биләмәһендә ниндәй эш бар, бөтәһен дә эшләй: ҡар ҙа көрәй, өмәләрҙә лә ҡатнаша. Булдыҡлылыҡ, яуаплылыҡ, егәрлелек кеүек эшлекле сифаттар тәрбиәләүгә өҫтөнлөк бирелә. Киләсәктә был белем биреү учреждениеһы ил мәғарифының күркәм традицияларын һаҡлаған иң яҡшы мәктәптәрҙең береһе булыр тип ышанам.
Беҙҙең мәктәптә шулай уҡ илһөйәрлек тәрбиәһенә етди иғтибар бүленә. Быйыл Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге класс ойошторолдо. Был кластарға иң өлгөлө, уҡыуҙа һәм тәртип йәһәтенән алдынғы уҡыусылар ғына һайлап алына. Унда уҡығандар телде, тәбиғи фәндәрҙе өйрәнә, хәрби һәм спорт йүнәлештәре буйынса шөғөлләнә.
Күп тел белгән, шул телдәрҙә иркен аралашҡан һеҙҙең сығарылыш уҡыусылары иң яҡшы балаларыбыҙҙың йәки кадрҙарҙың сит илгә китеүен тиҙләтер тип уйламайһығыҙмы? Әгәр ҙә шулай икән, был шауҡымды нисек туҡтатырға?
- Беҙ ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе күп тел белергә, әммә үҙебеҙҙең республикала файҙалы кеше булырға кәрәк тип тәрбиәләйбеҙ. Үрҙә әйтеп китеүемсә, үҙенең Ватанына һөйөү, ғорурлыҡ хисе күндерергә тырышабыҙ. Күңелендә патриотик рух йөрөткәндәр сит тарафтарға китмәй ул, тип иҫәпләйем. Шулай уҡ юғары квалификациялы кадрҙарҙы ҡулдан ысҡындырмайым тиһәң, эш хаҡын арттырыу мөһим. 15-18 мең һумға нисек йәшәргә? Нисек ғаиләне аҫрарға? Нисек балалар уҡытырға? Кешесә матур итеп йәшәргә теләгән кеше, әлбиттә, был эш хаҡына риза түгел. Мәктәптәрҙә, белем биреү учреждениеларында ир-егеттәр бик кәрәк. Уларҙы мәғариф өлкәһенә йәлеп итеү өсөн тик эш хаҡын күтәреп кенә өлгәшергә мөмкин, минеңсә.
Етәксе кешенең ҡулы аҫтында эшләгәндәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу, учреждениеның матди-техник базаһын яңыртыу, уҡыусыларға белем алыуҙың яңы төрҙәрен, алымдарын, мөмкинлектәрен эҙләү, табыуҙан тыш, яратҡан ғаиләһенә, шөғөлдәренә ваҡыты ҡаламы?
- Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, үҙ мәле бар. Әммә нимәгәлер өлгәшергә уйлаһаң, тормошоңдо түңәрәк иткән, бәхетле-ҡотло иткән бөтә нәмә лә һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға, әйләнеп торорға тейештер, тип уйлайым. Ни өсөн тигәндә, был донъяла бөтә нәмә бер-береһенә бәйле. Уларҙың барыһы ла, йәғни ғаиләң ғаилә урынында, эшең эш урынында булып, бер тигеҙ, йәнәшә булғанда ғына бөтә өлкәлә лә уңышҡа, ниәтеңә өлгәшергә мөмкин. Ҡатыным Әлфиә - Әхмәт Дәүләтов исемендәге Өфө кәсепселек һәм сервис колледжы педагогы. Мәрйәм исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Ул полилингваль балалар баҡсаһына йөрөй, өйҙә беҙҙең менән тик башҡортса ғына һөйләшә, шул уҡ ваҡытта урыҫсаһы ла бик яҡшы. Дөйөм үҫеш өсөн 3 йәше тулғас, бейеүгә бирергә ниәтләйбеҙ.
Шулай итеп...
Мең саҡрымлыҡ сәйәхәт бер аҙымдан башлана... Һәм был юл һәр кем өсөн асыҡ. Иң мөһиме - ниндәй маҡсат билдәләйһең, ти Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 162-се "Смарт" полилингваль мәктәбе директоры Наил Радик улы Әминев. Бик дөрөҫ һүҙҙәр.
Лена АБДРАХМАНОВА
әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА