«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИКАХ ҠОРОУСЫЛАРҒА НӘСИХӘТ
+  - 


Шулай бер мәл алтмыш йыл бергә йәшәгән ир һәм ҡатындан: "Нисек итеп оҙаҡ йылдар буйы бергә йәшәп, ғаиләгеҙҙе матур итеп һаҡлап киләһегеҙ?" - тип һорайҙар икән. "Беҙҙең заманда нимәлер боҙолһа, уны шунда уҡ сығарып ташламанылар, йүнәтә торғайнылар..." - тип яуап биргән ҡатын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер улай түгел шул. Йәштәр ата-әсәләренән ҡиммәтҡә төшөрөп туй яһата. Һуңынан, ғаиләлә саҡ ҡына берәй ыҙғыш сыҡһа, ташлашыуға ла күп һорап тормайҙар. Әлеге ҡатындың яуабынан һабаҡ алып, һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, ғаилә кәмәһен йүнәтеү юлын һайларға кәрәк тә бит... Әйткәндәй, яңы ғаилә ҡороусыларға бер нисә кәңәш биреп үтке килә.

Сабырлыҡ кәрәк

Ғаилә именлеге өсөн кәләш тә, кейәү ҙә, икеһе лә берҙәй яуаплылыҡ алырға тейеш. Яуаплылыҡ алыу, тигәндә, шуны әйтергә теләйем: әгәр ҙә ғаиләлә ниндәйҙер ҡытыршылыҡтар тыуа ҡалһа, һинең арҡала шулай килеп сыҡты, тип ғәйепләүҙәр ташлашырға ашыҡмағыҙ. "Бәлки, ғәйеп миндә лә барҙыр, үҙем дә яңылышманым микән, ҡайһы ерҙә хаталандым, аңлашылмаусылыҡты бөтөрөү өсөн нимә эшләргә була?" тигәнерәк уйҙар һәр икегеҙҙең башына инеп сығырға тейеш. Хатта ки, ғәйеп үҙендә түгел икәнен белгәндә лә сабырлыҡ менән ҡоралланыу дөрөҫ буласаҡ. Бер аҡыл эйәһе, ғаилә ҡороу өсөн ғашиҡ булыу ҙа етә, уны һаҡлау өсөн сабырлыҡ һәм ғәфү итә белеү кәрәк, тигән. Ләкин сабырлыҡты түҙеү менән бутарға ярамай. Ниндәйҙер күңелһеҙерәк хәл тыуғанда, "мин түҙәм", тип, үпкәле, күңел ҡырған, хәтер ҡалдырған һүҙҙәрҙе йотоп, өндәшмәйенсә, эстән янып тик йөрөһә, кешенең ауырыуға һабышыуы ла ихтимал. Насар хәтирәләрҙе үҙегеҙ менән алып йөрөтмәгеҙ, тиҙерәк онотоғоҙ, үпкәләтеүсене ғәфү итегеҙ. Ошолай итһәгеҙ, һаулығығыҙ ҙа, ғаиләгеҙ ҙә имен булыр.

Минең ирем иң яҡшыһы!

Дин әһеленә йәш бер ҡатын килә лә ике йыл элек уларға никах уҡыуын иҫләтә, хәҙер айырылышырға теләүен әйтә. Сәбәбен иренең эштән һуң ҡайтыуында һәм шул арҡала көн һайын иреш-талаш сығыуында тип аңлата. Дин әһеле: "Айырылырға ризалыҡ бирермен, тик бер шарт ҡуям: бөгөн бешерергә йыйынған икмәгең өсөн ондо, һыуҙы һәм тоҙҙо күрше ҡатындарҙан үтескә алып тор. Миңә һөйләгән зарыңды уларға ла һөйлә", - ти. Ҡатын беренсе күршеһенә инә лә бер ижау һыу һорай. Тегеһе: "Һеҙҙә һыу бөттөмө әллә, үҙегеҙҙең ҡотоғоғоҙ бар ҙа инде", - тип ғәжәпләнә. "Бар ҙа ул. Дин әһеленә иремде ошаҡларға барып, айырылырға рөхсәт итеүен һорағайным, ул тәүҙә бына ошо шартты үтәп, һинән һыу алып торорға ҡушты", - тип яуаплай ҡатын. Шунда күрше ҡатындың теле сиселеп, үҙенең иренең насарлыҡтарын, етешһеҙлектәрен теҙеп алып китә. Артабан ҡатын тоҙ һорарға икенсе күршеһенә килә. "Бер ҡалаҡ ҡына ла тоҙоң ҡалманымы ни?" - тип аптырай уныһы ла. "Бар ҙа ул... Иман йортона барып, ирем менән айырыуҙарын һорағайным..." тип әйтә башлау менән икенсе ҡатын да: "Ә минең ирҙе белһәң ине..." - тип, үҙ иренең яманатын теҙеп алып китә. Йәш ҡатындың иренән айырылырға йыйыныуы тураһындағы хәбәр өсөнсө күршегә лә үҙ иренең яман ҡылыҡтарын һөйләргә сәбәп була. Өс күршеһендә лә йөрөп сыҡҡас, йәш ҡатын икмәк бешерә лә, бер түтәрәмен тотоп, иман йортона алып бара һәм: "Рәхмәт һеҙгә. Мин кире уйланым, айырылышмайым", - ти. "Ниңә ундай ҡарарға килдең, ҡыҙым?" - тип ҡыҙыҡһына имам. "Минең ирем иң яҡшыһы икәнен аңланым", - тип яуаплай йәш ҡатын.

Һәйбәт ирҙәргә - һәйбәт ҡатындар

Ҡөрьән-Кәримдә былай тиелә: "Насар ҡатындарға - насар ирҙәр, насар ирҙәргә - насар ҡатындар, һәйбәт ирҙәргә - һәйбәт ҡатындар, һәйбәт ҡатындарға - һәйбәт ирҙәр" (24-се сүрә, 26-сы аят). Яҙмыш тигәнебеҙ ир менән ҡатынды осраҡлы ғына табыштырмай. Меңдәр араһында осрашҡан икәнһегеҙ, был бушҡа түгел. Тимәк, һеҙҙең бер-берегеҙгә оҡшаш яҡтарығыҙ күп, бер-берегеҙгә лайыҡһығыҙ. Шулай уҡ, Изге китапта шулай тиелә: "Һеҙ уларҙа күңел тыныслығы тапһын өсөн үҙегеҙҙән үк һеҙгә ҡатындарығыҙҙы яралтты, һеҙҙең арала мөхәббәт һәм мәрхәмәт-шәфҡәтлелек булдырҙы, ошолар, һис шикһеҙ, Аллаһтың ҡөҙрәтенә асыҡ дәлилдәрҙер. Хаҡтыр, фекерләй белеүселәр өсөн бында ғибрәттәр бар" (30-сы сүрә, 21-се аят). Аҡыл эйәһеләренең береһе әйткән: "Ир бер ниндәй кәмселеге булмаған ҡатын алырға хыяллана. Ҡатын үҙенә бөтә яҡлап оҡшаған кейәү эҙләй. Әммә улар Аллаһы Тәғәлә тарафынан бер-береһен тулыландырыу өсөн яратылғанын аңларға тейеш. Идеаль мөнәсәбәттәр юҡтыр. Аҡыллы ҡатын иренең яңылышыуҙарын аңғармаҫҡа тырышыр. Ирмен тигән ир кеше ҡатын хаталарын кисерергә көс табыр".
Аллаһ рәсүле: "Мосолманға ҡатынында нимәлер оҡшамаһа ла, үҙе яратҡан икенсе төрлө сифаттары булыр, шуның өсөн ул уны күрә алмауҙан тыйылырға тейеш", - тине ("Әхмәт", "Мөслим"). "Хәҡиҡәттә, ҡатын ҡабырғанан яралтылды, уны төҙәтәм тиһәң - һынасаҡ, уны ошо көйө ҡалдыр, унан ҡәнәғәт булып йәшәү өсөн һиңә шул етә", - тиелә хәҙистә ("Әл-Бохари").

Ниндәй ҡатын ожмахҡа эләгә?

Бәхетле ғаиләлә ир кеше ябай хеҙмәтсе кеүек тыйнаҡ, баҫалҡы булһа, ҡатыны уға батшаға мөрәжәғәт иткән һымаҡ мөғәмәлә итер, ти аҡыл эйәләре. Хәҙистәрҙең береһендә: "Әгәр ире ҡатынынан риза, ҡәнәғәт икән, ҡатыны мотлаҡ ожмахҡа эләгә", - тиелә ("Тирмизи"). Ләкин ир кеше ҡатынының эскерһеҙ ихласлығын уҫал ниәттә файҙаланырға тейеш түгел, һин мине риза итергә бурыслыһың, тип, үтә шашырға түгел, кәләшенең ҡәҙерен белергә, ихтирам итергә тейеш. Ҡатындарҙың да шул уҡ бурыс һәм хоҡуҡтары бар, уларға яҡшы мөғәмәлә итеү талап ителә, ләкин ирҙәр дәрәжәһе буйынса өҫтөнөрәк тора, тиелә Ҡөрьән-Кәримдә (2-се сүрә, 228 аят).

Кәңәшле эш тарҡалмай

Ир һәм ҡатын, ышаныслы, ныҡ мөнәсәбәттәр төҙөргә теләһә, ошо хәҡиҡәтте аңларға тейеш. Ғаилә ҡороусы йәштәр үҙе өсөн генә булған "Мин" төшөнсәһен артҡараҡ күсереп, "Беҙ" тигән ғаилә мәнфәғәттәрен алға ҡуйһын ине. Кәләш йәки кейәү нимәлер эшләр, ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер алдынан, был беҙҙең мөнәсәбәттәргә нисек тәьҫир итер, тип уйланһын, мотлаҡ бер-береһе менән кәңәш итһен. Кәңәшле эш тарҡалмай. Юрған улай-былай тартҡыланһа, бер кем дә йылына алмай. Шуның өсөн ғаилә юрғанын тигеҙ итеп ябыныу зарур.

Туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлағыҙ

Яңы ғаилә ҡорғандан һуң һеҙгә кейәү, килен, еҙнәй, еңгәй тип һәм башҡа шундай ҡәрҙәшлек һүҙҙәре менән өндәшә башларҙар. Туғандарығыҙ артты, тимәк. Ҡайным, ҡәйнәм, ҡәйнеш, балдыҙ, бикәс, ҡайынбикә, ҡайнаға, тип әйтерлек туғандарығыҙ барлыҡҡа килде. Һинеке, минеке, тип зат айырмайынса, ике яҡ туғандарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, ҡәҙерләгеҙ. "Ата-әсәң һинән ҡәнәғәт икән, Алла ла һинән риза буласаҡ. Ата-әсәңде асыуландыраһың икән, Алла ла һиңә асыулы буласаҡ" ("Тирмизи"). Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.), мөьминдәргә мөрәжәғәт итеп, ошолай тине: "Мосолмандар, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлағыҙ, сөнки был ғүмерҙе оҙайта һәм ризыҡты мул итә" ("Әл-Бохари", "Мөслим").
Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре - изге, шулай ҙа был мәсьәләлә лә сама белергә кәрәк. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндең "Әл-Бәҡара" сүрәһенең 143-сө аятында: "Һеҙҙе урталыҡта тороусы өммәт иттек", - тине. Ислам дине, ғөмүмән, һәр бер мәсьәләлә урталыҡта булырға өндәй, сиктән уҙмаҫҡа өйрәтә. Кейәү кеше балдыҙҙарын шаяртыуҙа, ҡатынының башҡа ҡыҙ туғандары менән һөйләшеүҙә артыҡ ҡыланмаһын, кәләшен көнләштереүгә юл ҡуймаһын. Килен кеше лә ҡәйнештәре менән мәрәкәләшеүҙе, ҡайнағалары менән аралашыуҙарҙы дөрөҫ алып барһын, ирен ҡыҙғандыра күрмәһен. Бәлки, ҡыҙғанырлыҡ ҙур эш тә ҡылынмаҫ, шулай ҙа саҡ-саҡ ҡына эләгерлек сәбәп сыҡһа, шайтан бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, ирҙе ҡатынына, ҡатынды иренә ҡаршы ҡоторта башлай.
Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) үҙенең хәҙисендә: "Иблес (шайтандар башлығы) тәхетен һыуға урынлаштыра һәм үҙенең ғәскәрен төрлө яҡҡа ебәрә. Ҙур фетнә, бола сығарыусы шайтандар иң яҡшылар рәтендә икән, улар Иблескә иң яҡын һанала. Бер шайтан Иблескә килеп, мин шундай-шундай ҡаңғырыш тыуҙырҙым, тип еткерһә, ул: "Һин бер нәмә лә эшләмәнең", - ти. Шунан икенсе шайтан бара ла: "Мин ир менән ҡатынды талаштырмайынса, уларҙан китмәнем",- тип һөйләй. Иблес уны үҙенә яҡынайта ла, "Һин хәтәр шәпһең", тип маҡтай икән" ("Мөслим"). Ир үә ҡатындың саф мөнәсәбәттәре - мосолман ғаиләһенең ныҡлы терәге. Шайтан бөтә көсөн ошо изге мөнәсәбәттәрҙе емереүгә йүнәлтә. Шайтан ҡан кеүек кешенең бөтә тәне буйлап йөрөй ала ("Әл-Бохари"). Ул насар уйҙар уйлатып, нисек тә булһа ирле-ҡатынлыны бер-береһенә ҡаршы ҡоторторға тырыша. Шайтан тигән дошман бар икәнен белегеҙ, Алланан уға ҡаршы ярҙам һорағыҙ, бер-берегеҙҙе аңлашып йәшәгеҙ, йорттарығыҙҙа Ҡөрьән уҡығыҙ һәм Иблес һеҙгә зарар итә алмаҫ.

Матур теләктәр

"Өс кешенең теләге: рәнйетелгәндең, мосафирҙың һәм дә ата-әсәнең балаһы өсөн әйтелгән теләге, һис шикһеҙ, ҡабул булыр", - тип әйтелә хәҙистә ("Тирмизи", "Ибн Мәджә"). Күптәр ошо хәҡиҡәтте аңлап етмәй, Алланан һорап була икәнен белмәй, йәки, киреһенсә, аңғармаҫтан яңылыш нәмә теләүе ихтимал. Ҡайһы бер оло кешеләрҙең, балама бәхет һорай белмәгәнмен, тип үкенгәнен ишеткәнем бар. Ошо хәҙискә таянып, йәш ғаилә сабыйҙары өсөн даими рәүештә доға ҡылып, Аллаһы Тәғәләнән балаларына бәхет, тәүфиғын, байлығын һорап һәм башҡа матур теләктәр теләргә онотмаҫҡа тейеш. Ислам дине шулай уҡ балалары күп булған ғаиләлә уларҙың һәр береһенә ғәҙел булыуҙы талап итә. Береһенә бүләк алһаң, башҡаларын мәхрүм итергә ярамай. Бындай ғәҙелһеҙлектәр ҡабатлана килһә, уларҙың араһында татыулыҡ булмай, Аллам һаҡлаһын, дошманлыҡ булыуы ла ихтимал.

Балалар тәрбиәһе

Бер мәл әсә кеше остазға бара һәм ҡыҙын ҡасандан тәрбиәләй башларға тип һораша. Остаз әлеге мәлдә балаға нисә йәш икәнен белешә. "Алты ай" тигән яуап алғас, "Һин алты айға һуңланың", тип яуап бирә.
Эстер Селдсон тигән кеше: "Әгәр ҙә һәйбәт балалар үҫтергегеҙ килһә, уларға аҡсаны ике тапҡыр әҙерәк тотоноғоҙ, ә ваҡытты ике тапҡыр күберәк бүлегеҙ", - тигән. Эйе, был фекер менән ризалашырға мөмкин. Ҡайһы бер атайҙар, мин бәләкәй саҡта етешһеҙ тормошта үҫтем, тип, ярты йыллап ҡырҙа эштә йөрөй, ҡайтып, бәләкәй генә балаһына күпләп аҡса тотоноп туҙҙыра ла, тағы ситкә китеп олаға. Был тәңгәлдә лә алтын урталыҡҡа ҡоролған Ислам принцибына таяныу мөһим. Балаларға сама менән аҡса сарыф итеү ҙә кәрәк, ләкин улар аҡсаның нисек эшләнә икәнен дә аңларға һәм уларҙы һаҡ тотоноп өйрәнергә лә тейеш. Эш-эш тип сабып йөрөп, балаларығыҙға иң кәрәк мәлдә уларҙың янында булыуҙан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ. Иң мөһим нәмәләрҙе бәләкәй саҡтарында аңлатығыҙ, ҙурайғас тәрбиәләүҙән файҙа булмай.

Азат КӨМӨШБАЕВ,
БДУ-ның "Ислам теологияһы" бүлеген тамамлаусы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.06.21 | Ҡаралған: 862

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru