«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӨЙӘЛ ҮЛӘНЕ
+  - 

Сөйәл үләненең (чистотел) бер бик ҡыҙыҡлы үҙенсәлеге бар. Ул шунда уҡ ауырыуҙың сығанағын таба. Әгәр ҙә үләндең һутын йәки онтағын биологик актив нөктәгә урынлаштырһаң, ул үҙгәреп, сир сығанағына күсә.

Беҙҙә йыш ҡына сөйәл үләнен "урыҫ женьшене" тип тә йөрөтәләр. Уны һут, төнәтмә, сәй, экстракт рәүешендә лә ҡулланып була. Халыҡ сөйәл үләненең шифаһы тураһында борондан белә.
Күҙ ауырыуҙарын дауалау өсөн сөйәл үләне һутын бал менән 1:1 нисбәтендә ҡушып, талғын утта күбеге бөтөп, үҙе лә бал кеүек булғансы талғын утта ҡайнатырға кәрәк. Был шыйыҡсаны бысый күҙ (трахома) һәм күҙгә төшкән аҡтан арыныу өсөн күҙҙәргә һөртөргә кәрәк.
Кәзә майына сөйәл үләне ҡушылған мазь ярҙамында ғәрәптәр тышҡы яраларҙы дауалай. Сөйәл үләне онтағы, ланолин һәм вазелиндан торған мазь "Плантазан Б" тип атала. Ул тире туберкулезының башланғыс төрөн, псориаз, тире яман шеше, ҡыҙыл сөсө (красная волчанка) ауырыуҙарын, сөйәлде дауалай. Майҙағы сөйәл үләне, ланолин һәм вазелин 10-ар грамм, 0,25 процент - 10 тамсы карбол кислотаһы. Урыҫ ауылдарында сөйәл үләне бешкән һыуҙа ҡылауырлы балаларҙы йыуындыралар, шулай уҡ тире туберкулезы, ҡорсаңғыны дауалайҙар, сөйәл һәм һипкелдәрҙе бөтөрәләр.
Сөйәл үләне шештәргә ҡаршы яҡшы сара, ул инфаркт һәм инсульттан һуң ҡалған яраларҙы яҡшы уңалта. Был осраҡта 1 ҡалаҡ сөйәл үләненә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут термоста тоторға. Көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан алда 2-шәр ҡалаҡ эсергә. Сөйәл үләне төнәтмәһе кесерткән һәм календула менән бергә шеш күҙәнәктәренең таралыуын тотҡарлай. Үләндәрҙе үлсәп, бер тигеҙ миҡдарҙа алырға һәм ваҡлап, бергә ҡушырға. Әҙерләмәнең 1 ҡалағына 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, термоста төнәтергә. Иртәнсәк ас ҡарынға яртыһын эсергә, ҡалған ярты стаканды киске аштан алда эсеп бөтөрөргә.
Сөйәл үләненең һутын һығып, сөйәл, кандилома, полип, парадонтоз урындарын яндыралар. Бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыуҙары булғанда ла ҡулланалар, күҙгә аҡ төшкәндә, күҙ бысыйланғанда тамыҙалар, һыҙлаған тешкә һалалар. Йыуан эсәк полипы булғанда 50-60 грамм һыуға 5-7 тамсы сөйәл үләне һутын тамыҙып, төнгөлөккә клизма ҡуялар.
Сөйәл һутын ҡышҡыға ла әҙерләп ҡуйырға була. Бының өсөн 12-15 сантиметрлыҡ һабаҡтарын ипләп кенә ҡырҡып алып, ит турағыс аша үткәрергә һәм һутын һығып алырға кәрәк. 1 литр һутҡа 500 грамм араҡы йәки 250 грамм спирт ҡушырға. Ашҡаҙан ауырыуҙары менән яфаланғанда һутты түбәндәге кәңәш буйынса эсергә кәрәк: беренсе көндә 3 тапҡыр ашарҙан алда 1-әр балғалаҡ, икенсе унан һуңғы көндәрҙә 3 тапҡыр ашарҙан алда 1-әр ҡалаҡ эсергә. Сөйәл үләненең ағыулы икәнен дә онотмағыҙ һәм бик һаҡ ҡулланығыҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.06.21 | Ҡаралған: 855

Киске Өфө
 
Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru