«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУҢҒЫ БАШҠОРТ БУЛМАЙЫҠ!
+  - 


Башҡортостанда тыуып үҫеп, ҡасандыр "бәхет эҙләп" йә иһә башҡа сәбәптәр менән ситкә сығып киткән, сит ерҙәрҙә ғүмер иткән яҡташтарыбыҙҙың башҡорт йөҙлө, әммә үҙ телендә бер һүҙ ҙә белмәгән балалары - хәҙерге "этник башҡорттар" тип аталған милләттәштәребеҙҙең күплеге кемде борсомай? Күптәренең фамилия, исеменә, йөҙөнә ҡарап ҡына беҙҙең милләтебеҙ хаҡында фаразларға була. Ә сит яҡта ғаилә ҡорған ҡыҙҙарҙың хатта фамилиялары ла инде беҙҙекенә тап килмәй, исемдәр хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ.

Ситтә йәшәгән олораҡтарҙың бер-береһе менән башҡорт телендә һөйләшкеләгән бер аҙы әлегә бар барлыҡҡа. Тик… әлегә генә. Сөнки уларҙың инде үҫеп етеп, үҙҙәре лә олоғайып килгән бала-сағалары үҙ телендә һөйләшеү түгел, хатта уны аңламай ҙа. Шундай таныштарҙың үҫмер йәштәрҙәге бер улына уның башҡортлоғо хаҡында иҫенә төшөрә башлағас: "Я не хочу быть башкиром", - тигән яуабын ишетеп, шаҡ ҡатҡайным. Туған телен белмәүендә, йөрәгендә башҡортлоҡ рухы булмауында ла, әлбиттә, был йәштәр һис кенә лә үҙҙәре ғәйепле түгел. Ә кем? Ҡасандыр уларға әсә телен өйрәтмәгән, хәҙерге көндә хаҡлы ялға сығып, инде ейән-ейәнсәрҙәре менән дә урыҫсалап "һуҡа һөрөп" ултырған әлеге саф башҡорт телле ата-әсәләр!
Тик бөгөнгө һүҙем улар хаҡында түгел, ә хәҙерге мәлдә илебеҙҙә көн иткән милләттәштәребеҙгә ҡағыла. Ҡырҙағыларға был һүҙҙәрем барып та етмәйәсәк, тип уйлайым. Бәғзе бер зыялыларыбыҙҙың гәзитебеҙ һайын балаларҙы үҙ телендә һөйләшергә өйрәтеү хаҡында һүҙ ҡуҙғатыуҙары, йөрәк әрнетерлек мәҡәләләр яҙып сығарыуҙары тигенгә түгел. Башҡорттар ғына телен ҡайғыртып саң ҡаға тип уйлау ҙа дөрөҫ булмаҫ. Һәр халыҡ алдында торған көнүҙәк мәсьәлә бит был. Мәҫәлән, элекке Советтар Союзы составында булып, һуңынан айырылып киткән Европа дәүләттәрендәге урыҫ халҡының тел проблемаһы бөгөн һәүетемсә киҫкен тора. Урыҫ милләтле кешеләрҙең теленә урындағы хөкүмәттәр тарафынан төрлө кәртәләр ҡуйыла икән, тигән мәғлүмәттәр ишетелеп ҡала. Ошоға ризаһыҙлыҡ белдергән урыҫ халҡының хәлен һәммәбеҙ ҙә аңлап торабыҙ, хатта улар өсөн борсолабыҙ ҙа.
"Үҙ күлдәгем үҙемдең тәнемә яҡыныраҡ", тиҙәр урыҫтарҙа. Тап шуның һымаҡ уҡ, мине лә үҙ милләтем нығыраҡ борсой. Әлхәмдүлиллаһ, республикабыҙҙа тел мәсьәләһе әлеге Көнбайыш илдәрендәгенән күпкә башҡасараҡ хәлдә. Бөгөн телебеҙҙе үҫтереү, өйрәнеү өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Тик ни өсөн йылдан-йыл Башҡортостанда башҡортса һөйләшкән башҡорттарыбыҙ кәмей бара һуң? Бөгөн тап бына ошондай һорау үткер тора. Ошо мәсьәләгә ҡағылышлы фекеремдең "елеген" баштан уҡ әйтеп ҡуяйым: бының өсөн кемделер (башҡа халыҡтарҙы йә юғарылағыларҙы) ғәйепләргә ашыҡмайыҡ. Нисәмәлер йыл элек, ауылдағы өләсәһенә ҡаланан ҡунаҡҡа ҡайтып, русса һөйләшеп, уйнап йөрөгән малайҙы күргәс: "Был бала башҡортса һөйләшә беләме?" - тип һорап ҡуйҙым. "Минең улым башҡортса һөйләшеп тә тормай ул!" - тип (әллә кем булып!) ғорурланып яуап ҡайтарҙы өләсәй кеше. Бына шулай, беҙ - башҡорт милләтенең вәкилдәре, үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙы үҙебеҙ үк туған телебеҙҙән ситкә тайшандырабыҙ, бына ҡайҙа бәлә! Бәғзе бер милләттәштәребеҙҙең үҙ телен "икенсе сорт"ҡа төшөрөүен күреп, кемдер әйтмешләй, "йән көйә". Теле бар саҡта, һәр милләт йәшәй, ә телдән яҙа икән, хатта паспорттарға "башҡорт" тигән әллә күпме мисәт ҡуйһаң да, ул милләт юғалыуға дусар ителә.
Советтар Союзы мәлендә бар халыҡты ла берләштереп, "совет кешеһе" тип аталған дөйөм милләткә әйләндерергә теләүселәр ҙә юҡ түгел ине (нәҡ теге "американлы" милләте һымаҡ уҡ). Әммә, урыҫ - урыҫ булып, сыуаш - сыуаш, ә башҡорт - башҡорт булып ҡала килде. Был башлыса әлеге һәр милләттең теле һаҡланып килеүҙән, тигән инаныуҙамын мин. Ә бөгөн балаларыбыҙға тырыша-тырыша башҡа телде өйрәтәбеҙ, "кеше араһында берәй урыҫ һүҙен яңылыш әйтеп, оятҡа ҡалмаһын, уҡыу йортона ингәндә лә иркенләп һөйләшеп йөрөһөн", йәнәһе. Элегерәк, беҙ бала саҡта, балалар баҡсаһына, унан рус мәктәбенә йөрөгән уҡыусылар ғына үҙ-ара урыҫса аралашып, әммә, өйгә ҡайтҡас, ата-әсәһе менән башҡортса һөйләшә торғайны. Хәҙер, ғаилә эсендә лә туған телдә аралашыу бөткәндән-бөтә бара. Әлеге "һыйпафон"дар ҙа үҙ ролен уйнай буғай. Хатта ауыл ерҙәрендә лә хәҙер балаларҙы әсә телендә һөйләштереү проблемаһы килеп сыҡҡылай. Ошо хаҡта башлыса яҙыусы, журналист йә башҡорт теле уҡытыусылары күберәк борсола. Сөнки киләсәк быуындарыбыҙҙың, ғөмүмән, милләтебеҙҙең булмышы фәҡәт уның теле һаҡланып ҡалыуы менән туранан-тура бәйле булыуын яҡшы аңлай улар. Ҡаланан йәйге ялға ҡайтҡан ейәндәрен башҡортса өйрәтеү ниәте менән олатай-өләсәйҙәренең "мин урыҫса белмәйем", тип хәйләләүе ярҙам итә, тип яҙған ине гәзиттәребеҙҙең береһендә Зәки Әлибаев. Эйе, был - яҡшы, уңай ысул. Мин дә балаларымдың балаларын тап ана шулай итеп туған телгә ылыҡтырырға тырыша торғайным. Был һүҙҙәр уларға баштараҡ ысынлап та тәьҫир итә. Ейән-ейәнсәрҙәрең башҡорт һүҙҙәренән һөйләм төҙөп, үҙҙәренең әйтә торған фекерен матур ғына итеп әйтеп тә бирәләр. Әммә улар ҙа замана балалары бит, ауыҙыңа май булғыры, бер аҙҙан әлеге "номер" ҙа үтмәй башлай! "Мин урыҫса белмәйем" тигән һүҙеңә хәйләле ҡарап: "Беләһең, ҡартатай, алдашма!" - тип кенә ебәрәләр… Башҡорт мәктәбендә уҡып та, әммә урам буйында балаларҙың һәр саҡ үҙ-ара урыҫсалап сутылдашыуҙары менән бер ни ҙә эшләп булмаҫ һымаҡ. Шулай ҙа һәр ситуациянан сығыу юлдарын эҙләү кәрәк. Ошондайҙар өсөн минең тағы бер "иҫке" һыналған ысулым бар.
Ике улымдың да бала сағы, үҫмер йылдары хәрби ҡаласыҡта үтте. Һәр кемгә мәғлүм булыуынса, бөтә Рәсәйҙән (хатта СССР-ҙан да!) йыйылған хәрбиҙәр гарнизонында башҡорттар юҡ кимәлендә ине. Шуға күрә лә, ниндәйҙер башҡорт мәктәбе хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Бына шундай шарттарҙа,балаларымдың икеһе лә туған телен яҡшы белеп үҫте. Башҡорт грамматикаһы тураһында, әлбиттә, һүҙ бармай, әммә, "баймаҡсалап" булһа ла, иркенләп һөйләшә белеүҙәре хаҡында ышаныслы итеп әйтә алам. Өйҙә хәләл ефетем менән тик башҡортса ғына һөйләштек (был - иң беренсе һәм иң мөһим шарт!). Малайҙарҙы өйрәтеү бигүк еңелдән булманы. Ошо юҫыҡта һәр төрлө ысулдар ҡуллана торғас, башҡортса һөйләшкән өсөн улдарыма "премия"лар биреп ҡарарға булдым. Мәктәптән ҡайтҡас та, уларға шундай шарт ҡуям: "Кем дә кем кискә тиклем тик башҡотса ғына һөйләшәһә, шуға - 100 һум премия. Ә берәйегеҙ урыҫса ниҙер әйтеп ебәрһә, унан - ун һум штраф". Әлеге "жвачка" тип аталған һағыҙ-мағыҙҙар, балаларҙың күҙҙәрен ҡыҙҙырғыс һәр төрлө матур ҡағыҙлы кәнфиттәр киоскыларҙа әле генә күренгеләй башлаған мәл. Кискә ҡәҙәре малайҙар үҙҙәренә ана шул тәмлекәстәр һатып алырлыҡ "уба-туба" аҡса эшләп ала торғайны. Башҡортса шиғыр ятлап ала икән - тағы күпмелер "өҫтәмә премия" бирәм. Ниндәйҙер хәбәр һөйләргә ынтылған өлкән улымдың яңылыш ҡына: "Папа, пап", - тип әйтә генә башлап, минең ҡарашты һиҙеп ҡалғас, тиҙ генә үҙен төҙәтә һалыуы иҫемдә: "Атай, ат"... Үҙҙәре төҙәтеп әйткәс, әлбиттә, "штраф" һалмайым. Берәү өйгә килеп инһә, ишек төбөнә иң тәүҙә йүгереп барған 4-5 йәштәрҙәге бәләкәй улымдың: "Әсәй, беҙгә бер абышҡа ( йә "бисә") килгән!" - тигәндәрен дә хәҙер иҫкә төшөрөп, көлөшөп алабыҙ. Атай-әсәй менән башҡортса һөйләшһәләр ҙә, беҙ күрмәгәндә генә үҙ-ара урыҫса "бытылдашыуҙы" хуп күрә ине улар шулай ҙа. Ни хәл итәһең… (Аҡса биреп өйрәтеү малайҙарҙы боҙоп ҡуймаҫмы, тип бер аҙ "шөрләңкереп" тә йөрөгәйнем, әммә, әлхәмдүлиллаһ, ҡурҡыуым бушҡа булып сыҡты. Бөгөнгө көн улар береһе лә "еңел аҡса" эҙләп йөрөмәй, ә һәр тинен эшләп табып ғүмер итә).
Ә бына ялға ауылға ҡартатайҙарына ҡайтҡас, улар өсөн ысынлап та "ҙур практика" башлана. Отпуск ялын башынан аҙағына тиклем ауылда үткәрергә тырыша инек. Шул арала улдарым башҡа туғандар, ауыл балалары менән аралашып, тиҙ генә телдәрен шымартып ала торғайнылар. Башҡортостанға яҡын торған гарнизонға күсеп алғас, кесе улымды хатта ҡасандыр үҙем уҡыған Баймаҡ интернат-мәктәбенә туғыҙынсы синыфҡа уҡырға ла алып килдем. Туған телен яҡшы белһен, тигән ниәт менән генә, әлбиттә. Шунда уҡыған осорҙа башҡорт теле уҡытыусыһы улымдың ҡайһы бер "ҡыҙыҡ"тарын һөйләп көлдөрә торғайны. Инша яҙғанда "ғорурланам" тигән һүҙ урынына "ғәрләнәм", "полиэтилен пакет"ты "шыптыр мешок", тип яҙған икән… Тормош ҡороу өсөн үҙ милләтеңдән булған ҡыҙҙарҙы һайларға тырыш, тип өйрәтеү ҙә кәрәк малайҙарға. Ғаиләнең "хужабикәһе" башҡорт телле булһа, әлеге тел проблемаһының төп өлөшөн хәл иттем, тигән һүҙ. Башҡа телле килендәрҙең, әлбиттә, үҙ яғын ҡайырыуы - тәбиғи…
Ислам динендә булыуыбыҙ ҙа телебеҙҙе һаҡлауҙың гаранты булып тора, тигән инаныуҙамын үҙем. Бында әлеге "мосолман кешеһе мөслимә менән тормош ҡорорға тейеш" тигән шәриғәт ҡануны ҙур роль уйнай. Барыһы ла дин юлында булған боронғо ата-бабаларыбыҙ ошо хаҡта бик яҡшы белгән. Ҡатнаш никах тигән нәмә элек бөтөнләйгә булмаған, шунлыҡтан, туған тел темаһы көнүҙәк мәсьәлә булып та тормаған. Бөгөнгө көндә, хатта ҡасандыр ата-әсәһе арҡаһында урыҫ телле булып үҫкән булыуҙарына ла ҡарамаҫтан, ҡалала йәшәгән күп кенә дин юлындағы йәштәребеҙҙең балаларын башҡорт мәктәбендә уҡытырға тырышыуын күреп һөйөнәм.
Үҙҙәре "сеп-сей" башҡорт булыуына ҡарамаҫтан, ҡала еренә күсеп барған күп милләттәштәребеҙҙең балаларының башҡорт телһеҙ була барыуына эс боша. Бер ваҡыт, барыбыҙ ҙа әлеге "этник" башҡортҡа ғына әйләнеп, милләт булараҡ, бөтөнләйгә юйылып ҡуймайыҡ, тимәксемен. Кемдәргәлер, бәлки, бик сәйер (хатта ҡурҡыныс та) тойолор, әммә ҡасандыр (Аллаһ һаҡлаһын!) шундай бер замандың тыуыу ихтималлығын күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ әле. Әйтәйек, күпмелер йылдар үткәс, был тирәлә йәшәгән кешеләрҙең балаларына тарих уҡытыусыһы дәрестә ошо хаҡта бәйән итә икән ти: "Бик борон ошо ерҙәрҙә "башҡорт" тип аталған бер халыҡ йәшәгән. Ислам динен тотҡандар. Уларҙың биләгән ере, үҙенең хөкүмәте, айырым теле, яҙмаһы ла булған, тиҙәр. Фәлән-фәлән һүҙҙәр ана шул башҡорттарҙан һаҡланып ҡалған. Агидель, Сакмара йылғаларының, Урал тауының исеме лә шуларҙан килә икән. Үҙҙәренә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәре, кейемдәре, йырҙары, ашамлыҡ-эсемлек төрҙәре лә булған. Әле һеҙ магазиндарҙан алып эсеп йөрөгән шифалы "кумыс" та боронғо был кешеләрҙең милли эсемлеге тигән риүәйәттәр йөрөй. Хатта ул саҡтағы ҡорт балының да "башкирский" тип аталған бер төрөнөң бөтә Ер йөҙөндә тиңе булмаған имеш. Арабыҙҙағы ҡайһы берәүҙәрҙең ҡалын ҡара ҡашлы, ҡара күҙле булыуҙары ла ана шул халыҡтың гены менән киләлер, тип фаразлай ғалимдар. Хәҙергәсә һаҡланған, һирәк кенә осраған ҡайһы бер фамилиялар ҙа ошо ерҙәрҙә йәшәгән бик боронғо кешеләрҙән ҡала килә икән. Бер-береһенә яғымлы, башҡа милләттәр менән дә һәр саҡ татыу йәшәргә тырышҡан был кешеләргә ғәжәйеп ҡунаҡсыллыҡ, ябайлыҡ, башҡаларға тиҙ ышанып барыусанлыҡ, эскерһеҙлек хас булған. Бына шундай матур халыҡ ошо иркен далаларға, урман-тауҙарға, һыуҙарға хужа булып, күпләп мал үрсетеп, етеш ғүмер иткән. Әммә, ваҡыт үтеү менән, үҙҙәренә Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән ана шул ниғмәттәренең ҡәҙерен белмәүе, диненә, туған теленә бөтөнләйгә битараф булыуҙары арҡаһында был кешеләр, күп кенә башҡа ҡәүем кеүек, әкренләп бүтән халыҡтар эсендә эреп, милләт булараҡ юғалып та бөткән…"
Ысынлап та, йән өшөткөс әкиәт бит был! Элегерәк, үҙем бала саҡта, кемдер берәүҙең "һуңғы башҡорттоң ҡәбере янында һуңғы башҡорттоң һуңғы мәртәбә ҡурай уйнар мәле лә алыҫ түгел…" тип фаразлауы хаҡында ишетеп, хатта илағым килгәйне. Аллаһ һаҡлаһын, ысынлап та, әгәр үҙебеҙҙең милли булмышыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға тырышмаһаҡ, күпмелер ваҡыттан бына ошондай дәүер тыумаҫ, тигән гарантия бармы? Тиҫтәләгән быуаттарҙан һуң ошо тирәлә йәшәгән кешеләр тарих дәрестәрендә балаларына ана шундайыраҡ "йөрәк өшөтөрлөк" хикәйәттәр һөйләп ултырмағайы! Ул саҡтарҙа беҙҙең инде әллә ҡасан уҡ был донъяла булмаясағыбыҙға ла ҡарамаҫтан, был хаҡта уйлау ҙа ҡурҡыныс бит. Ошо "әкиәт"тең тормошҡа ашып китеүенән һаҡланайыҡ, ҡәҙерле милләттәштәрем. Динебеҙҙең, милләтебеҙҙең, телебеҙҙең именлеген һорап, Раббыбыҙға һәр саҡ доға ҡылып торайыҡ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.21 | Ҡаралған: 381

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru