«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДӨРӨҪ ҺӨЙЛӘШҺЕН, ТИҺӘГЕҘ...
+  - 


Йәй балаларҙың баҡсаларҙан сығып, мәктәптәргә таралып китеү осоро. Һәм был мәл балалар өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә бик яуаплы ваҡыт. Тап мәктәпкә барып, мәктәп программаһы менән етди уҡый башлағас, балаларҙың күп кенә проблемалары асыла. Шуларҙың иң беренсеһе, ғәҙәттә, балаларҙың телмәр үҫеше. Асылда, был хәл мәктәптә генә асыҡланмай, ә баҡсаларҙа уҡ аңғарылып, тейешле алымдар ҡулланыла башлай. Тап бына шул хәлде асыҡлау һәм төҙәтеү хеҙмәтен алып бара ла инде Сибай ҡалаһының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы уҡытыусы-логопеды Гөлдәр Йылҡыбаева. Һәм беҙ уның менән был мәшәҡәттең нескәлектәре хаҡында һөйләштек.

Гөлдәр Рәхимйән ҡыҙы, баланың телмәре ни өсөн үҫешмәй? Был хәлдең сәбәптәре ниндәй булырға мөмкин?

- Мәктәпкәсә йәштәге ҡайһы бер балаларҙың телмәрендә төрлө телмәр етешһеҙлектәре була. Ҡайһы бер бала өс йәшендә лә һөйләшмәй, предметты, хәрәкәтте ым-ишара менән генә аңғарта. Хәҙерге ваҡытта иң ныҡ таралған етешһеҙлек - күп кенә балалар өндәрҙе боҙоп әйтә, өндө төшөрөп ҡалдыра, йә булмаһа, бер өндө икенсе өнгә алмаштыра, өндәрҙе ишетеп айыра белмәй. Баланың бик һуң һөйләшә башлауы дөйөм телмәрҙең үҫешеп етмәүенең беренсе билдәһе булып тора. Ә дөйөм телмәре үҫешеп етмәгән баланың психикаһы ла формалашып етмәй: ул иғтибарһыҙ, йәки иғтибарын кәрәкле объектҡа йүнәлтә алмай, ишетеү һәләте лә тотҡарлана, бала өлкәндәр артынан 3-4 ижекле һүҙҙәрҙе ҡабатлап әйтә алмай һәм хәтерләмәй. Баланың ваҡ моторикаһы үҫешеп һәм формалашып етмәү арҡаһында уға һүрәт төшөрөү, йәки пластилин менән эш итеүе ауыр бирелә.
Ҡайҙан килеп сыға һуң бала телмәрендә ошондай етешһеҙлектәр? Бының сәбәптәре бик күп булыуы мөмкин: әсәнең ауырлы саҡта ауырыуы, баланы ауыр табыу эҙемтәһе, сабыйҙың төрлө сирҙәре, ата-әсәнең эскелеге, наркотиктар ҡулланыуы һәм генетик тайпылыштар. Йыш ҡына баланың телмәр үҫеше уның ҡул суҡтарының һәм бармаҡтарының етеҙ хәрәкәттәр башҡара алыуына бәйле була. Бармаҡ хәрәкәттәре яҡшы үҫһә, баланың телмәре лә үҫешә.
Баланың моторикаһы ниндәй кимәлдә булыуын өй шарттарында ла билдәләргә мөмкин. Бының өсөн уға иҙәнгә "яңылыш һибелеп киткән" иҫәп таяҡсаларын йыйып алырға ҡушығыҙ. Бала таяҡсаларҙы ике бармағы менән тота алмаһа, уларҙы усына йомарлап тотһа - моторикаһы үҫешеп етмәгән була. Шулай уҡ балағыҙҙың бер бармағын ситкә шылдырыуын һорағыҙ. Моторикаһы үҫешмәгән кескәйҙең бар бармаҡтары ла ҡуша шыласаҡ. Төрлө төҫтәге түңәрәктәр һүрәтен эшләгеҙ һәм балаға был "шарҙарға" уларҙың ептәрен төшөрөргә ҡушығыҙ. Ептәр урынына һыныҡ кәкерсәктәр килеп сыҡһа, баланың моторикаһы яғынан проблемалар барлығы аңлашыла. Алты йәштәге балалар был күнекмәләрҙең барыһын да уңышлы үтәргә тейеш.

Мәктәпкә тиклем үк, хатта бик бәләкәй сағында ла баланың телмәр кимәлен аңғарырға буламы икән? Йәки уны яҡшыраҡ үҫештереү өсөн нимәләр эшләргә?

- Телде үҙләштереү һәләте балаға тыумыштан бирелә. Әсә ҡарынында уҡ бала әсәһенең тауышын ишетеп, киләсәктә үҙе һөйләшәсәк телдең үҙенсәлектәре менән таныша. Донъяға килгәс, бала ғаиләлә үҙ телен үҙләштерә. Әгәр ата-әсә үҙҙәре матур итеп туған телдә һөйләшә икән, уларҙың телмәре бала өсөн үрнәк тә, киләсәктә донъяны танып белеүгә, кешеләр менән аралашыуға асҡыс та булып тора, сөнки телмәр - төп аралашыу сараһы һәм фекерләү формаһы. Дөрөҫ телмәр төҙөй белеү - мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төрлө яҡлы үҫеше өсөн мөһим шарт. Ошо осорҙа баланың аң кимәле үҫешә, тәүге күҙаллауы барлыҡҡа килә, тирә-йүндәге ябай бәйләнештәр тураһында белеме формалаша. Баланы тирә-йүн менән таныштырыу телмәр үҫтереү менән бергә алып барыла.
Бала дөрөҫ итеп һөйләшһен, бөтә өндәрҙе лә асыҡ, таҙа итеп әйтә белһен өсөн бәләкәй саҡтан уҡ уның менән шөғөлләнергә кәрәк. Сабый саҡтан балаға төрлө шалтырауыҡтар бирергә, уларҙың тауыштарын тыңлатырға кәрәк. Бер йәше тулып килгәндә төрлө тауыштар сығарған музыкаль уйынсыҡтар бирергә була. Бала бесәй, эт, әтәс тауыштарын, машина геүләүен тыңлап, улар сығарған тауыштарҙы айырырға өйрәнә, үҙе лә ошо ауаздарҙы ҡабатлай башлай. Был уйын-күнегеүҙәр баланың ишетеүен, иғтибарын үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Күп кенә ата-әсәләр баланың ҡасан һөйләшә башларға тейешлеге хаҡында белмәй. Теле һуң асылалыр, һөйләшер әле, тип ҡул һелтәй ҙә ҡуялар. Ҡағиҙә булараҡ, бала 1 йәше тулғансы 10-12 һүҙ әйтә белергә тейеш, ә 2 йәше тулыуға ҡыҫҡа ғына шиғырҙар, әкиәттәр өйрәнә, әйткәнде асыҡ итеп ҡабатлай башлай. Ике йәштән өс йәшкә тиклемге балалар өлкәндәрҙең һорауын аңлап яуап бирә алырға тейеш. Ошо йәштәге балаларға "Был нимә?", "Был кем?", "Нимә эшләй?" кеүек һорауҙар биреп, уның һүҙлеген байытырға кәрәк. Әкиәтте ҡабатлатып һөйләтеү, шиғырҙар ятлатыу, йомаҡтар сисеү баланың аҡыл-зиһенен генә үҫтереп ҡалмай, ә уның үҙаллы һөйләй белеү һәләтен дә күтәрә. Баланың үҙ уй-фекерен эҙмә-эҙлекле итеп һөйләп бирә белеүе бәйләнешле телмәрҙең үҫешенә булышлыҡ итә.
Бала телмәре үҫешһен өсөн уйындар ҡулланыу бик отошло, ул уйнай һәм үҫешә. Ишетеүен, иғтибарын үҫтереү өсөн - "Ҡайҙа шалтыраттылар?", "Кем нимә ишетә?", "Тынлыҡты тыңлайыҡ", ә телмәрҙе ишетеүҙе үҫтереү өсөн - "Әйт, кемдең тауышы?", "Һүҙҙе иҫеңдә ҡалдыр, ҡабатла", фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү өсөн "Кем иғтибарлы?", "Кем күберәк һүҙ уйлай?" исемле уйындарҙы ҡулланырға була. Телмәр кәмселектәрен төҙәтеү эше ни тиклем иртәрәк башланһа, һөҙөмтәһе шул тиклем яҡшыраҡ була, шуға күрә, әгәр ҙә бала телмәрендә етешһеҙлектәр бар икән, уҡытыусы-логопедтарға, белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Бөгөн күп ата-әсәләр балаларын компьютерға, телефонға тапшырып ҡуйҙы. Ундағы уйындар, мультфильмдар, төрлө балалар тапшырыуҙары сабыйҙарҙы үҫтерә, русса һәм хатта икенсе телдәрҙе лә өйрәнеүгә булышлыҡ итә, тигән фекерҙә улар...

- Хәҙерге заманда беҙҙең тормошобоҙҙа бик күп урынды компьютер, телефон, интернет, телевидение биләй. Ҡайһы бер ата-әсә лә бәләкәй генә баланың телевизор, компьютер экранына ҡарап оҙаҡ ултырыуына артыҡ иғтибар бирмәй. Әммә улар компьютер уйындарының ыңғай яҡтарынан башҡа, уның кире яҡтары булыуын да иҫтә тотһон ине. Ата-әсәләр китап уҡып, әкиәттең йөкмәткеһе буйынса бала менән әңгәмәләшһә, кескәйҙәрҙә һөйләм төҙөү күнекмәләре камиллаша. Бала һорауҙарға тулы дөрөҫ яуап бирергә өйрәнә, һүҙлеге байый, ата-әсәһе менән күберәк аралаша башлай. Һуңынан, үҫә бара, ғаиләлә ата-әсә һәм бала проблемалары ла аҙыраҡ буласаҡ. Сөнки бала ата-әсәһе менән һөйләшеп өйрәнә. Кесе йәштән балаға йәш үҙенсәлегенә тап килгән ҡыҙыҡлы әкиәттәр уҡыу, һуңынан шуның буйынса фекер алышыу - былар бөтәһе лә балала китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй һәм китап менән эш итә белеү күнекмәләрен формалаштыра. Мәктәпкә барғас, бала үҙенең уй-фекерен эҙмә-эҙлекле һәм дөрөҫ итеп әйтә белһен, телмәре үҫешкән булһын, тиһәгеҙ, уның менән телмәр уйындары уйнағыҙ. Өйҙә бергәләп йомаҡтар, ребустар, башватҡыстар сисеү, ҡысҡырып әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу отошло, ә һуңынан балаға текстың йөкмәткеһен тулы итеп һөйләп бирергә тәҡдим итергә була. 5-6 йәшлектәргә ошондай уйын уйнатыу нәтижәле: алдан ҡаралған, йәки алдан уҡылған әкиәттең аҙағын бала үҙе уйлап бөтөрһөн. Был уйынды йыш ҡулланғанда баланың фекерләүе үҫешә, һүҙлеге байый, һөйләү ҡеүәһе арта, бәйләнешле телмәре үҫешә, шулай уҡ баланың ата-әсәһе менән мөнәсәбәттәре лә йылы буласаҡ.

Иртә һөйләшкән балалар ҙа була. Был да бала өсөн артыҡ файҙалы түгел, тиҙәр. Белгестәр фекере ниндәй?

- Эйе, баланың телмәре үтә тиҙ үҫешеү осраҡтары ла була. Сабый бер йәше тулыу менән тулы һөйләмдәр менән, асыҡ итеп, өлкәндәрҙең һүҙҙәрен ҡулланып һөйләшә башлай. Был ата-әсәләрҙең ғорурлығына әүерелә. Баланы күп өйрәтәләр, уға күп һөйләйҙәр, уҡыйҙар, видеофильмдар күрһәтәләр. Бала барыһын да ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итә. Тәү ҡарамаҡҡа, барыһы ла яҡшы кеүек, тик бындай бала насар йоҡлай, төшөндә илай, хәрәкәттәре лә һүлпәнәйә башлай. Был баланың нығынып етмәгән психикаһы үтә күп мәғлүмәткә ҡаршы тора алмауын күрһәтә. Кескәйҙәрҙә ошондай нервы ауырыуҙары булмаһын өсөн ул күберәк тышта, саф һауала уйнарға, тиҫтерҙәре менән аралашырға тейеш. Һәм уны яҡшы һөйләшә, ҡыҙыҡ һөйләшә тип, ололар донъяһында йөрөтмәү ҙә яҡшыраҡ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА һөйләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.21 | Ҡаралған: 371

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru