«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЙЫРМАБЫҘ БАРМЫ?
+  - 

Билдәле булыуынса, теге йәки был халыҡтың мәҙәниәтендә, телендә, әхлаҡи-этик нормаларында, йәшәү тәртибендә, ышаныуҙарында тик уға ғына хас үҙенсәлекле билдәләр бар. Оҡшашлыҡтың сәбәптәре иһә бер осраҡта - халыҡтар араһындағы тарихи-генетик, икенсе осраҡта ижтимағи үҫештәге оҡшаш шарттар нигеҙендә яралған тарихи-типологик уртаҡлыҡ менән аңлатыла.

Шул уҡ ваҡытта кешеләрҙең поэтик, логик фекерләүендәге дөйөм кешелек донъяһына хас яҙылмаған ҡанундарҙың булыуын да иҫтән сығарырға ярамай. Поэтик ижадтағы оҡшашлыҡтың йәнә бер сәбәбе - алынмасылыҡ. Был күренеште фольклорҙың төрлө жанрҙары миҫалында күрһәтергә була. Мәҫәлән, мәҡәл, әйтемдәрҙең бер халыҡтан икенсеһенә күсеү осраҡтары. Башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре араһында ла башҡа телдәрҙән ингән берәмектәр осрай, ләкин улар һан яғынан күп түгел. Бәғзеләре, нигеҙҙә, матбуғат биттәрендә осрағандары, урыҫ теленән тәржемә булараҡ ҡабул ителә. Башҡорт һәм инглиз телдәрендәге һүҙмә-һүҙ тура килгән мәҡәлдәрҙең ҡайһылары башҡорт теленә инглиздәрҙән урыҫ теле аша килеп ингән булыуы ихтимал. Тик шуныһы, теге йәки был мәҡәлде фәҡәт инглиздеке тип ҡәтғи рәүештә раҫлау ҙа ауыр. Ни өсөн тигәндә, инглиздәрҙә грек, латин, француз, немец телдәренән алынған мәҡәл-әйтем, фразеологизмдар байтаҡ. Донъя халыҡтарының фольклорында, дөйөм алғанда, бер үк жанрҙар. Ни өсөн тигәндә, халыҡ ижады жанрҙарының һәр береһе кеше тормошо менән бәйле, үҙенең тәғәйенләнеше һәм функцияһы бар. Бына ошо дөйөмлөк, оҡшашлыҡ эсендә беҙ башҡорт фольклорын үҙ асылы, үҙенсәлеге, беҙгә генә хас һыҙаттары менән тулы ғына килеш һаҡлап ҡалырға, үҫтерергә һәм күрһәтә белергә тейеш.

Фәнүзә НӘҘЕРШИНА,
филология фәндәре докторы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.21 | Ҡаралған: 446

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru