«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ХӘБӘРҺЕҘ ЮҒАЛМАНЫМ
+  - 


* * *

Хәтәр осоноп ҡалған булһа ла шартлатҡыстарҙы урынлаштырғанда Хәйривараның йөрәге әрнене: шулай уҡ ошо хәтлем дәүләт тиктомалға күккә осормо икән ни? Быға юл ҡуймаҫҡа ине лә, нисек килеп сығыр. Булдыра алырмы? Тырышырға, снарядтар менән аҙыҡ-түлекте һаҡлап ҡалыу хаҡына мөмкин булғандың барыһын эшләү лазым. Ә бәлки, мөмкин булмағанын да. Ҡоралы ла, аҙығы ла алыҫ түгел киләсәктә кәрәк буласаҡ. Ныҡ кәрәгер. Бына контрһөжүм башланһын әле...
Һиллек хөкөм һөргән урман эсендәге тейелмәгән ҡар өҫтөндә батальон үткән юл ярылып ята. Ошоноһо әлеге мәлдә иң кәрәкмәгәне һәм эсте бошорғаны. Бына ҡасан ул, ирекһеҙҙән, тиҙерәк күҙ асҡыһыҙ буран күтәрелеүен теләйһең. Уныһы ла бит кисә генә борхолдата ине, бөгөн килеп баҫылды ла ҡуйҙы. Һепертеп кенә эҙҙәрҙе күмеп киткәндәме. Немецтар был урынға тығылып та тормаҫтар ине.
- Һеҙ инде батальон артынан китһәгеҙ ҙә була. - Миналарҙы урынлаштырып бөткәс тә старшина һалдаттарҙы ошо һүҙҙәре менән шаҡ ҡатырҙы.
- Нисек инде, китһәгеҙ ҙә була? - Ғәләмәт һонтор Солтан ҡуңыр күҙҙәрен селт-селт йомғослап алды, - ә һеҙ? Беҙҙе бында, иң һуңғы ҡурҡаҡ ише, посты ташлап ҡасыр өсөн ҡалдырҙылармы?
- Юҡ инде, рас ышаныс белдергәндәр икән, ахырғаса һинең менән булырға тейешбеҙ, Хәйривара ағай. - Лоҡман һалдаттың саф башҡортсалап өндәшеүе сәйер генә тойолдо. Шул арала урыҫ телмәренә күнегеп тә барыла, ә. - Беҙ бит хәрби ант биргән.
- Эй-йе, антҡа хыянат - енәйәттәрҙең иң ауыры. Шулай ҙа... Һеҙ бит әле йәштәр. Һеҙгә йәшәргә лә йәшәргә. - Утыҙ етенсе йәшен ҡыуған Хәйривараға әле егермеләре лә тулмаған егеттәр ихлас күңелдән йәл ине.
- Юҡ, тинек бит инде. - Был юлы Лоҡман руссалап әйтте.
Солтан, нисек инде иптәшеңден яңғыҙын ҡалдырып ҡасырға мөмкин, етмәһә, командирҙы, тигән кеүек аңшайып торҙо. Ахырҙа:
- Старшина, өгөтләп маташма, беҙ һеҙҙе ташлап бер ҡайҙа ла китмәйбеҙ, - тип ҡырт киҫте.
Өсөһөнөң дә күңелендә ауыр тойғолар ҡалдырған йәпһеҙерәк һөйләшеү ошо рәүешле осланып бөтмәйенсә тамам булды.
Яҡын-тирәне әйләнеп сығып, урынға разведка яһанылар. Алдарында асылған хәл-күренештәр ҡыуанырлыҡ түгел ине. Шыйыҡ, шуның өсөн ышанысһыҙ, ағаслыҡ эсендәге бәләкәй генә, ҡыҫыңҡы аҡлан уртаһында ҡатып ҡалған машиналар әллә ҡайҙан: "Беҙ бында!" - тип ҡысҡырышып торалар. Уларҙың дошман күҙенә салынмай ҡалыуҙары хаҡында хыялланаһы ла түгел. Ошо арҡырыһы-буйы бер нисә тиҫтә метр асыҡлыҡта үлемесле алышҡа инергә тура киләсәк. Үлемесле алышҡа. Немецтар уларҙы шәйләгән хәлдә, нисек кенә теләмәһәң дә, башҡаса сиселештең булыуы мөмкин түгел. Ярҙам көткәндәй урын юҡ. Барыһы Мәскәүҙе һаҡларға йәлеп ителгән. Бөтә ил баш ҡаланы ҡурсығанда өс һалдат менән биш машина йөк нимә ул! Сүп! Диңгеҙ эсендәге тамсы! Шулай ҙа диңгеҙ әлеге тамсыларҙан йыйыла. Белеп эш иткәндә өс кеше лә көс. Ҙур еңеү тураһында хыялланмағанда ла үҙ ғүмереңде ҡиммәтерәк хаҡҡа...
Ана, дошман әле күренмәй ҙә, ә Хәйривара әллә нимәләр уйлай башланы.
Арыраҡ, тәрән йыраҡа ашаһында ҡыйралған танкылар тулып тора. Беҙҙекеләр менән немецтарҙыҡы буталып бөткән. Уларға күҙҙәрен ҡыҫа биреп ҡарап торған старшина Нөғәмәнов ҡәнәғәт ҡалды: шунда ла тимер дәжжәлдәрҙең аҡ тәрелеләре күберәк. Байтаҡҡа күп. Танкыларҙың ҡай берҙәре һаман булһа быҫҡый. Күңел болғандырғыс көйөк еҫенә ҡарағанда, уларҙың эсендәге кешеләр яна.
Һай ғына окоптар янына барып сыҡҡан өсәүҙең иҫ-аҡылы китте: үлектәрҙән бында баҫыр урын юҡ ине. Был урында, бәләкәй генә ҡалҡыулыҡ өҫтөндә, сит-ят ерҙәргә ымһынып килгән фашист ҡалдығы менән тыуған иле хаҡына таш ҡая булып торған совет һалдаттары боғаҙ сәйнәшкән. Бында ҡан йылға булып аҡҡан. Ошо рәүешле күпме дауам итер? Кем - кемде? Хәйер, кем-кемде тигән һорауҙың булыуы ла мөмкин түгел. Ана, Сталин: "Беҙҙең эш - тоғро, беҙ еңәсәкбеҙ!" - тине бит. Ул булмаҫтайҙы һөйләп тормаҫ. Дошман Мәскәүҙең үҙенә килеп етһә лә, илебеҙ бөйөк. Бөйөк илдең бөйөк халҡы ниндәйҙер бер фашист этенә бирешеп тә тормаҫ.
Үҙ уйҙарынан рухланып киткән старшина Нөғәмәнов "подразделениеһы" менән обоздар янына әйләнеп килде. Оборона тоторға әҙерләнделәр. Сөнки, разведка мәғлүмәттәре буйынса, йәшеренеп ҡалып булмаясағы инде теүәл асыҡ ине. Беҙҙекеләрҙе эҙәрлекләй барған дошман ғәскәре тик ошо урындан ғына үтә ала. Башҡаса юлы юҡ.
Шомло тынлыҡты боҙорға баҙнат итмәгәндәй, шым ғына ҡар-окоп ҡаҙырға тотондолар. Күп тә үтмәҫтән, ҡолаҡтарына күмәк кеше лауылдашҡан тауыштар салынып ҡалыуға, ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, һәр ҡайһыһының: "Ә, бәлки, урап үтерҙәр әле" - тигән өмөттәре шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Саҡырылмаған ҡәһәрле ҡунаҡтар машина эҙҙәрен юллап киләләр ине. Хәҙер инде күренеп тора, уларҙан боҫоп ҡалып булмаясаҡ. Боҫорға йыйынмайҙар ҙа.
- Иптәш старшина, тегеләрҙең обоздар янына йыйылғанын көтәйек тә, көлдәрен күккә осорайыҡ, - Лоҡман руссаны вата-емерә Хәйривараның ҡолағына шыбырланы.
- Мин дә шулай уйлайым. - Солтан, йәһәтләп, уны йөпләй һалды.
- Ә үҙебеҙ? - Нөғәмәновтың һорауы риторик яңғыраны.
- Шаяртып маташаһыңмы, Хәйривара ағай? - Был юлы туған телендә өндәшкән Лоҡмандың йөҙө ҡараңғыланды, - мәле ул түгел дәһа. Үҙебеҙҙең яҙмыш инде хәл ителгән, билдәле. Әжәлде лайыҡлы ҡаршылағанда... Ә, бәлки, урап та үтер әле әжәл тигәнең.
Һәр саҡ көлөп кенә торған Солтандың сырайынан шәүлә үтте.
- Ана, күпме улар. Ас ҡарға көтөүеме ни! - ул бошоноп ҡуйҙы.
- Ҡарғалар ҙа был хәтлем булмаҫ, - тине Лоҡман нәфрәтен йәшермәйенсә, - эх, көсөбөҙ әҙерәк, күрмәгәнегеҙҙе күрһәтергә ине лә.
- Һан менән түгел, оҫталыҡ менән, тип әйткән бер сардар...- Старшина Нөғәмәнов тегеләргә ҡарамайынса ғына ошолай һөйләнде.
Күпмелер ваҡыт үтеүгә, яҫы уба артынан ҡар йырып килгән тәреле бронетранспортёр күренде. Хәрәкәтһеҙ торған обоздарҙы шәйләп, ут асырғамы, юҡмы, тигәндәй, туҡтала бирҙе, ҡабат ҡуҙғалды, тағы туҡталды. Уның эсендәгеләр алдарын ныҡлап күҙәтә ине, буғай. Шул арала эйәреп килгән йәйәүлеләре өймәкләшә башланы. Өҙлөкһөҙ ағылған пехота колоннаһының иҫәбе-һаны юҡ: ҡалҡыулыҡ ашаһынан сығалар ҙа сығалар...
"Райсоветтағы теге әҙәм уңайы тап килгән һайын, йә пан, йә пропал, тип ҡабатларға яратыр ине, бына шул осраҡ килде түгелме һуң? - Хәйривараның башынан мәҙәк кенә уй үтеп китте. - Шулай ҙа әле панға ҡарағанда пропал булыу ихтималлығы күпкә артығыраҡ. Артығыраҡ ҡынамы, нулгә тиң". Ошо уйынан уның етди йөҙөндә, ни сәбәптәндер, йылмайыу ғәләмәте хасил булды. Командирының сәйер тотошон күргән Лоҡман ғәжәпһенде:
- Нимә, берәй ҡыҙыҡ күрҙеңме әллә, ағый? Йылмаяһың түгелме...
- Бүтәнсә ни ҡылмаҡ? Илау менән фашист барыбер йәлләп тормаҫ. Һуңғы тапҡыр булһа ла йылмайып ҡалайыҡ, ҡустым. - Ҡустым, тип ул Лоҡманға, үҙенең ҡулы аҫтындағы һалдатҡа, беренсе тапҡыр өндәшә ине. Әжәл күҙеңә инеп килгәндә устав тигәнең онотолоп тора икән. - Ҡара, ана, донъя ниндәй матур...
Ошо һүҙҙәрҙән бер ҡатлы Лоҡман саҡ ҡысҡырып илап ебәрмәне. Егеттең күрәләтә үлгеһе килмәй ине. Уның ошо хәлен күреп торған Хәйривара дауам итте:
- Эйе, ҡустылар, йәшәгән һайын йәшәйһе килә лә бит... Мин, ярай, кем әйтмешләй, йәшәрен йәшәгәнмен: ни тиһәң дә, утыҙ ете йыл ғүмер кисереп ҡалдым, бына һеҙ ул... Һеҙ бит бөтөнләй малай ғына. Балалар! Аһ, ҡәһәр һуҡҡыр һуғыш! - ул йоҙроғон төйнәп, уртын сәйнәне. - Ҡанға туймаған оңҡот фашист!
Ә донъя ысынлап та һәләк матур ине: салт аяҙ күк йөҙө, ихлас йылмайған ҡояш, ағастарға ҡунған бәҫ. Тик былар һәммәһе лә фашисҡа ят нәмәләр. Фашисҡа быларҙың береһенең дә хәжәте юҡ, уға икһеҙ-сикһеҙ ерҙәр генә кәрәк. Йәшәйеш киңлектәре кәрәк. Фашист ергә һыймай, ҡанға туймай!
Күп көттөрмәй, ауыр гөрһөлдәп, танкылар күренә башланы. Былар бит бөтөнләй иркенләп киләләр. Әйтерһең дә, үҙ ерҙәрендә йөрөп яталар. Үәт һөмһөҙҙәр.
Әҙерләнергә! Ҡар окоп эсенән старшинаның талапсан тауышы ишетелде.
- Минең командаһыҙ ут асмаҫҡа! Яҡыныраҡ килһендәр.
Хәйривара үҙенә үҙе аптырап ҡуя. Ул хәҙер элекке йыуаш ҡына ауыл кешеһе түгел. Хәҙер ул бөтөнләй икенсе. Ул - хәрби командир. Старшина. Башҡа кесе командирҙар ыңғайына кешегә ҡысҡырырға, фарман бирергә өйрәнеп алды. Тауышы ла, нисектер, үҙгәреп киткән кеүек. Көрөрәк сыға. Һәр хәлдә, үҙенә шулай тойола. Әүәле, кеше күңелен уйлап, ауыр һүҙ әйтергә лә ҡыймаған Хәйриварала хәҙер, миллионлаған ватандаштары кеүек, күңел ҡайғыһы юҡ. Ватанын һаҡлаған һалдаттың командир һүҙенә хәтере ҡалырға тейеш түгел. Командир һүҙе - закон. Ул һүҙҙең ғәҙел түгеллеген белгән хәлдә лә үтәргә тейешлеһең. Шулай булмағанда, армия - армия булмаҫ ине. Һуғыш кешенән бүре яһай икән. Хәйер, шунһыҙ фашисты еңеп тә булмайҙыр. Ҡан көҫәгән фашист бүренән былайыраҡ. Шуға күрә һиңә икеләтә, хатта өсләтә бүре булыу зарур...

* * *

Дошман, күрәһең, әлегә бер ни һиҙмәй. Немец обоздарҙы ташлап кителгән тип уйланы, буғай, тыныс ҡына алға хәрәкәт итеүен белде.
- Их, пушка булғанда! - тип әсенде Лоҡман.
- Былай ҙа бирешмәбеҙ. Йәшник-йәшник гранатабыҙ бар. Өсөбөҙҙә өс ПТР, патрондар тулып ята...
Үҙе шулай тиһә лә, Хәйривара эстән бошоноп ҡуйҙы: припастары артығы менән дә ул, бына кешеләре, ысынлап та, күберәк булғанда...
Иҫ киткес оҙаҡ тойолған көсөргәнешле көтөү башланды.
Йәшнигенән әле генә алынғанлыҡтан, майы ла һөртөлмәгән ПТР-ға һырыҡҡан Хәйривара нәфрәт менән алға, йыбырлашып яҡынайғандан-яҡынлаша килгән үтә еңел кейемле немец һалдаттарына ҡараған көйө уйға ҡалды (Ергә һыймай йөрөгәндәр менән йөҙгә-йөҙ тәү тапҡыр осрашыуы ине. Ҡарап тормаға ҡәҙимге кешеләр икән дә, тик эстәре тулы боҙоҡ. Башҡа әҙәми заттан уларҙы шул ғына айыра).
Мәғәнәһеҙ үлем көтәме уны бөгөн? Бая башҡалар менән бергә китеп кенә барһа... Юҡ, был аҙымға йөрьәт итә алмаҫ ине ул. Сөнки күпме трофей дошман ҡулына эләгәсәк. Ә аҙаҡ шул уҡ снарядтарҙың үҙебеҙгә ҡаршы ҡулланылыуы бар. Үҙебеҙҙең ҡоралдан күпме кеше ҡырылыуы мөмкин. Үлемдең ошонан да мәғәнәһеҙерәге бармы? Ярай, ҡамауҙы йырып сыға алдылар һәм старшина үҙ йәнен аяп ҡалды, ти. Ҡайҙа һуң, иптәш Нөғәмәнов, һиңә ышанып тапшырылған ҡорал, тиһәләр командирҙарының, яуҙаштарының күҙенә нисек ҡарар? Әле бит үлемесле һуғыш бара. Һуғышта бурысыңды аҙағынаса үтәп еткермәгән өсөн, ысынлап та, баштан һыйпамайҙар. Кем-кем, ә батальон старшинаһы быны яҡшы белә. Комбат ташлап китергә рөхсәт итте, тип тормаҫтар, башыңдан аша киндер тоҡ кейҙерерҙәр ҙә: "Һалдаттар һәм офицерҙар, ҡарағыҙ, фәһем алығыҙ, ҡурҡаҡтар менән һәр ваҡыт бына ошолай буласаҡ!" - тип, бөтә саф алдында... Бына быныһы, исмаһам, үлемдең иңдән-иң мәғәнәһеҙе һәм хурлыҡлыһы. Һуңынан ошоно ғаиләңә яҙып ебәрә торған булһалар. Уларға бит ауылдаштар менән артабан йәшәргә. Ояты ни тора! Йо-оҡ, тиңһеҙ алышта баш һалыуың мең артыҡ. Киләсәктә, исмаһам, аталары өсөн балаларымдың йөҙө ҡыҙармаҫ. Бер ошоноң хаҡына ғына ла йәнеңде аямаҫҡа була.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.21 | Ҡаралған: 442

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru