«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛЕҢДЕ ӨЙРӘН!
+  - 


Өфөлә республика педагогтарының мәғариф буйынса август кәңәшмәһе булып үтте, тип хәбәр иткәйнек инде. Быйылғы сара "Мәғлүмәти дәүерҙә балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләү һәм социалләштереү" темаһы аҫтында үтте.

Башҡа проблемалар менән бер рәттән, бөгөнгө мәғариф киңлегендә ата-әсәләр һәм уҡыусылар өсөн туған телде өйрәнеү йәһәтенән дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү мәсьәләһе лә көнүҙәк булып ҡала. Һис шикһеҙ, туған телде өйрәнеүҙе һайлау фәҡәт ирекле нигеҙҙә башҡарыла. Бында күп нәмә ата-әсәләр менән дөрөҫ эшләй белеүҙән, кешеләрҙең мәғлүмәтлелегенән тора. Нисек кенә булмаһын, һәр туған телде өйрәнеүҙең төп маҡсаты - ошо бөйөк мираҫты ғаиләлә һаҡлап ҡалыу, йәш быуынға тапшырыу, ҡәҙимге һөйләште онотмау.
Әйткәндәй, күптән түгел Өфөлә тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы үткәйне. Унда Рәсәй Фәндәр академияһының Телдәрҙе өйрәнеү институты белгесе, лингвист, филология фәндәре докторы Юлия Норманская сығыш яһаны. Ул башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын Lingvodoc платформаһында цифрлаштырыу йәһәтенән масштаблы эш башларға тәҡдим итте. Республика етәкселеге Мәскәү ғалимдарының был башланғысын хупланы һәм әлеге ваҡытта проектты тормошҡа ашырыу буйынса эштәр башланды ла: әүҙемселәр, телһөйәрҙәр телмәр өлгөләрен, әкиәттәрҙе, риүәйәттәрҙе, ҡобайырҙарҙы, мөнәжәттәрҙе ебәрә, программа белгестәре уларҙы эшкәртә һәм киләсәктә электрон уҡытыу программаһы булдырыласаҡ. Ул саҡта ғәмәлдәге әҙәби нормаларҙы ғына өйрәнеү түгел, ә нәҫелең, яҡындарың, ырыуҙаштарың һөйләшкән телде өйрәнеү мөмкинлеге лә барлыҡҡа киләсәк.
Һис шикһеҙ, был эште урындағы халыҡтың һәм тел уҡытыусыларының ярҙамынан башҡа атҡарып булмаясаҡ. Был тәңгәлдә эшләгән, телде һанлаштырыу, уҡытыу программаларын төҙөгән ғалимдарға ла яҡлау кәрәк, сөнки һүҙ, ғөмүмән, туған телдәрҙе һаҡлау һәм яҡлау, үҫтереү хаҡында бара, шул иҫәптән башҡорт телен һәм уның диалекттарын да.
Ошо йәһәттән уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе, Гәрәй ырыуы башҡорто Әҙеһәм Фәрүәзетдинов түбәндәге фекерен белдерҙе: Мин Тәтешле районының Иҫке Аҡбулат ауылында тыуып үҫтем, Гәрәй ырыуы башҡортомон. Ғүмер буйы мәғариф өлкәһендә эшләнем. Беҙҙең Тәтешле районы халҡы төньяҡ-көнбайыш башҡорттары төркөмөнә ҡарай. Һуңғы йылдарҙа тарихыбыҙға, диалектыбыҙға иғтибар бермә-бер артты, быны беҙ бик шатланып ҡабул иттек. Был өлкәлә алып барылған сараларҙа ла теләп ҡатнашабыҙ.
Райондың Гәрәй ырыуы башҡорттары берләшмәһенә лә етәкселек итәм. Күптән түгел Ҡалтасы районында ҙур йыйын уҙғарылды. Ғөмүмән, ошондай саралар күп милләттәштәребеҙгә уларҙың төньяҡ-көнбайыш башҡорттары төркөмөнә ҡарауын, урындағы диалектта һөйләшеүен аңлата, кешеләр тарихи ысынбарлыҡты асыҡлап, нәҫел ептәре менән ҡыҙыҡһына башлай. Халыҡ араһында ҡыҙыҡһыныу бар, улар һөйләшебеҙҙең башҡорт теленең бер диалекты икәнлеген асыҡ аңлай. Өфөнән килгән күренекле ғалимдарҙың да аңлатыу эштәре алып барыуы, шәжәрәләребеҙҙе төҙөргә ярҙам итеүе - ыңғай күренеш. Кешеләрҙә милләтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде - был бик шәп. Мәктәптәрҙә башҡорт теленә өҫтәмә рәүештә урындағы диалект буйынса махсус әсбаптарҙан дәрестәр алып барыла. Былтыр бишенсе класс өсөн булһа, быйыл алтынсылар ҙа ошондай әсбаптар менән ҡуллана аласаҡ. Әйтергә кәрәк, балаларға был дәрестәр бик оҡшай, улар теләп өйрәнә, сөнки үҙҙәре аралашҡан әсә телен өйрәнәләр.
Мин үҙем дә шатланам, сөнки телебеҙҙең, һөйләшебеҙҙең баһаһы бермә-бер күтәрелде. Мәктәптәрҙә балалар шәжәрәләр төҙөй, был да күптәргә кем һәм ҡайҙан, ниндәй нәҫелдән икәнлеген аңларға ярҙам итте. Мәҫәлән, беҙҙең район биләмәһендә Иван Грозный заманында ситтән күсеп килгән халыҡ та бар, әммә беҙ тарихи дөрөҫлөктө билдәләнек: ата-бабаларыбыҙ был ерҙәрҙе күпкә алдараҡ үҙләштергән, улар аҫаба ерҙәрендә йәшәгән ерле башҡорт ырыуҙары вәкилдәре булған. Данлыҡлы Иҫән хан, "Беҙ урман башҡорттары" тигән Ғәли Соҡоройобоҙ - ғорурлығыбыҙ... - тине Әҙеһәм Фәрүәзетдинов.

ҺӨҘӨМТӘЛӘР ҠЫУАНДЫРАМЫ?

Бөгөн ата-әсәләр генә түгел, барыһы ла уҡыу йылының иң төп һөҙөмтәләре - мәктәпте тамамлаусыларҙың артабанғы яҙмышы, уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итеүе тураһында ҡыҙыҡһына. Ошо темаға БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин мәғлүмәт бирҙе.

Министр билдәләүенсә, 2021 йылдың 31 майынан Башҡортостан Республикаһында Берҙәм дәүләт имтихандарының төп осоро булып үтте һәм унда 17 170 кеше (2020 йылда - 17 902) ҡатнашты, шуларҙың 16 104-е - мәктәпте быйыл тамамлаусылар. 2021 йылда иң юғары 100 балға 104 уҡыусы эйә булды, барлығы 109 йөҙ баллы һөҙөмтә алынды. Шуларҙың бишәүһе БДИ-ны ике фәндән дә 100 балға тапшырыуға өлгәште. Ағымдағы уҡыу йылында Башҡортостанда БДИ-ны 81 һәм унан юғарыраҡ балға тапшырыусылар иҫәбе лә артты.
Быйыл республика колледждарында 22 662 бюджет урыны булдырылды, был былтырғынан 368-гә күберәк. 2021-2022 уҡыу йылына абитуриенттар 68 һөнәр һәм 121 урта һөнәри белгес төрҙәре буйынса ҡабул ителә.13 августағы мәғлүмәттәр буйынса бөтәһе 57 мең ғариза бирелгән. Абитуриенттар былтырғы кеүек үк, күберәк нефть һәм газ сәнәғәте өсөн техник белгестәр, шулай уҡ мәғлүмәт, хоҡуҡ һәм медицина йүнәлешендәге колледждарҙы һайлаған. Был уҡыу йорттарына иң ҙур конкурс күҙәтелгән: белгестәр йүнәлешенә бер урынға - 28,5 кеше, һөнәрҙәр һайлау буйынса 16 кеше дәғүәләшкән.
Башҡортостан Республикаһында юғары белем биреүсе 9 дәүләт вузы, Рәсәй дәүләт вуздарының 6 филиалы, дәүләттеке булмаған 2-шәр вуз һәм филиал эшләй. 2020-2021 уҡыу йылында уҡыусы студенттар һаны 97,2 мең кеше тәшкил итте, шул иҫәптән 49,4 меңе - көндөҙгө бүлектә. Дәүләт юғары уҡыу йорттарында 86,8 мең кеше уҡыны. 2020 йылда Башҡортостан вуздарының бюджет урындарына ҡабул ителгән абитуриенттарҙың уртаса БДИ һөҙөмтәһе - 70,6 балл булды. Башҡортостан 2020 йылда бюджет урындарына ҡабул итеү сифаты буйынса ТОП-15 төбәк араһында - 11-се, түләүле ҡабул итеү сифаты буйынса 9-сы урында.
Бөгөнгө көнгә республика юғары уҡыу йорттарына 145 688 ғариза бирелгән, конкурс - бер урынға 11 кеше булды. Абитуриенттар айырыуса дауалау эшмәкәрлеге, педиатрия, нефть-газ өлкәһе, ғәмәли информатика, мәғлүмәти хәүефһеҙлек, химия технологияһы, төҙөлөш йүнәлештәрен күберәк һайланы. Республика вуздарына бөтәһе 2009 студент ҡабул ителде. Бирелгән ғаризалар буйынса был былтырғынан 16 процентҡа күберәк.
Республикала былтырҙан Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларына премия булдырылды. Премияның күләме - 50 мең һум. Был юлы был премия 90 уҡытыусыға бирелә. Бынан тыш, быйыл Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарында йөҙ балл туплап, республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндәргә республика Башлығының 150 мең һумлыҡ премияһы булдырылды. Бөгөнгә ошондай 36 уҡыусы Башҡортостан вуздарына уҡырға инеү өсөн ғариза биргән. Әйткәндәй, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаған Гөлназ Ишемғужина Мәскәү вуздары урынына Башҡорт дәүләт медицина университетына өҫтөнлөк биргән.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.21 | Ҡаралған: 349

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru