«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФРАНЦУЗ ЯУЫ (4-се бүлек)
+  - 


Француздарҙың еңеүе Бонапарттың аҡылы, хәрби оҫталығы, һалдат һәм офицерҙарының оҫта һуғышсы булыуы менән генә аңлатылмай. Аустерлиц яуы ике ғәскәрҙең генә түгел, ике тормош ҡоролошоның да һуғышы була. Республика төҙөгән революцион Франция быуаттар буйы һөрһөгән король һәм батша ҡулы аҫтында сереп, тарҡалып бөтөп барған ҡоролош менән дә һуғыша ине. Аустерлицты өс император һуғышы тип тә атанылар. Быныһы ла дөрөҫ ине. Нәҫелендә йүнле тәрбиә лә күрмәгән, тамағы асҡа туймаған, бары тик үҙ тырышлығы менән император булып киткән Бонапарт йөҙәр йылдар буйына балда-майҙа йөҙгән, ниндәй теләйһең, шундай белем алған, донъяның һөҙөгөн генә һемереп йәшәгән король менән батша балаларын - императорҙарҙы ҡыйрата һуҡты.
Аустерлицтағы еңеүҙе Наполеон үҙенсә файҙаланды. Пруссияла өс республика барлыҡҡа килде, уларҙың башына германдар ҡуйыла. Яңы барлыҡҡа килгән королдәргә ҡатын менән ир итеп Наполеондың ҡатынының балалары бирелә. Италия тағы ла киңәйтелә. Неаполь яғы айырым короллеккә әүерелә. Король итеп Бонапарттың өлкәне Жозеф ултыртыла, уға полиция башлығы итеп Наполеон үҙенең йәшлек дуҫы Саличеттиҙы ҡуя. Башҡа вазифаларға шулай уҡ Бонапарттың яҡындары ултыра. Ошо рәүешле Бонапарт төрлө яҡлап Францияның бөйөклөгөн нығыта, ул-был була ҡалһа тип, ҡулы еткән һәммә урынға туғандарын, дуҫ-ишен ҡуя. Былар ауыр мәлдә Наполеонға ҡаршы сыҡмаясаҡ бит инде.
Аустерлиц яуында еңелгән союздаштар менән ни эшләргә һуң? Англия менән бер ваҡытта ла, бер ниндәй шартта ла яҡынайыу булмаясаҡ, ти Бонапарт. Австрияны ул төрлөсә тураҡлай. Ҙур дәүләттән арлы-бирле ярсыҡтар ғына тороп ҡала. Пруссияны ла бүлгеләп бөтөрә Бонапарт. Киләсәктә Францияға ҡаршы төшмәҫлек итергә самалай. Рәсәйгә ҡаршы ла сара күрә ул. Ләкин башҡалар менән сағыштырғанда, сүп кенә. Диңгеҙҙә Рәсәйҙең бер нисә карабын ҡулға алалар, бер аҙ хәрби хеҙмәткәр әсир рәүешендә ҡала. Рәсәйҙең императоры Александр Франция-Рәсәй һөйләшеүҙәрендә Франция менән солох килешеүе төҙөгәндә яҡшы булыр ине, тигән теләк белдерә. Наполеон да шул уҡ теләктә. Ул Рәсәй менән ныҡ һәм оҙаҡҡа китерлек солох төҙөү яҡлы. Аустерлицтан һуң Франция-Пруссия Рәсәй килешеүенән ул күберәк Рәсәй менән кәрәк булыр, тип уйлай. Александр 1806 йылдың башында Парижға Петр Яковлевич Убри етәкселегендә делегация килешеү хаҡында һөйләшергә килә. Француз яғы был башланғысты яҡшы билдә, тип ҡаршылай һәм һөйләшеүҙәр башлана. Оҙаҡ һөйләшәләр улар, бик күп бәхәсле мәсьәләләрҙе сисәләр һәм 20 июлдә килешеүгә ҡул ҡуялар. Хәҙер уны илдәр башлығы тәстиҡларға тейеш.
Әммә был хәлгә тиклем император Александр 1 Пруссия менән йәшерен һөйләшеүҙәр алып барған була. 1 һәм 24 июлдә ҡул ҡуйылған йәшерен килешеү буйынса Пруссия менән Рәсәй Францияға ҡаршы һуғышҡа инергә булалар. Август айында Александр 1 Дәүләт советының ябыҡ ултырышын үткәрә һәм унда тикшереүгә 20 июлдә Убри ҡул ҡуйған килешеүҙе тикшереү була. Кутузов, Куракин, Румянцев килешеүҙе раҫларға кәрәк, бының менән беҙ Рәсәйҙе бүтән һуғыштан ҡотҡарабыҙ, тиҙәр. Әммә Будберг һәм башҡа министрҙар ҡаршы сыға. Был кәңәшмә үҙе лә исем өсөн генә уҙғарыла. Пруссия менән төҙөлгән килешеү уның кәрәген ҡалдырмай. Наполеон Рәсәй менән ҡул ҡуйылған килешеүгә ҙур әһәмиәт бирә һәм Александр 1 уны раҫлар тип көтә. Әммә 3 сентябрҙә Александрҙың раҫлауҙан баш тартыуын ишетә һәм шунда уҡ Пруссияла ҡалдырылған ғәскәрҙе ҡайтарыу тураһындағы фарманды туҡтата. Шул уҡ ваҡытта Франция менән солох тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған Пруссия унан баш тарта һәм Пруссия, Англия, Рәсәй һәм Швеция Францияға ҡаршы яңы килешеү төҙөй. 2 октябрҙә Пруссия Францияға ғәскәрен Рейндың теге яғына сығарыуҙы һәм үҙенең ерен француздарҙан таҙартыуҙы талап итә. Юҡһа, ғәскәрҙең юҡ ителәсәге менән янай.
Наполеон быларҙың янауҙан эшкә күсерен көтөп тормай, үҙе тегеләргә ҡаршы китә. Француз ғәскәре сафтарында уның һөжүм башлау тураһындағы фарман иғлан ителгән мәлдә, ул үҙе Бамбергта ҡораллы көстөң башында тора. Бер сәғәт тә ваҡытты һуҙмайынса, ғәскәрҙе дошманға ҡаршы алып та китә.
Прус әрмеһе йөҙ илле мең тирәһе кешенән тороп, ике өлөшкә бүленгән була. Төп көстө король Фридрих үҙе етәкләй, икенсеһен кенәз. 10 октябрҙән башлап ғәскәрҙәр арлы- бирле бәрелешә, ләкин оло яу 14-дә була. Иена ҡалаһы янына Зале йылғаһы буйына Наполеондың ғәскәре томанлы төндә килеп урынлаша. Үҙенең ҡаршыһында прустарҙың төп көсө тупланған икән, тип уйлай Бонапарт. Төнө буйына сафтарҙы ҙур һуғышҡа әҙерләй ул. Ә ҡаршы яҡта прусс кенәзе француздарҙың бәләкәй генә көсө тупланған, тип белә һәм йүнләп һуғышҡа әҙерләнеп тә тормай, аҙ ғына французды еңел генә еңеренә ышана. Иртәнсәк томан таралғас, ҡараһа, ҡаршыһында бик ҙур әрме һөжүмгә килә. Француздар прустарҙы армы-тормо итә. Был Иена яуы була.
Ауэрштедт тигән ерҙә прустарҙың төп көсө француз әрмеһенең икенсе өлөшө менән осраша. Француздарҙың яуҙы оҫта ойоштороуы һәм батырлығы арҡаһында үҙҙәренән ике тапҡырға күберәк булған прусс ғәскәрен туҙҙыралар. Шулай итеп, Наполеон бер көндә ике майҙанда прустарҙың маҡталған армияһын юҡ итә, уларҙың ҡырҡ биш мең кешеһе үлеп, йәрәхәтләнеп, әсиргә төшөп ҡала. Ҡалғаны ҡасып, таралып бөтә.
Француз ғәскәре Веймар ҡалаһына инә. Ундағы герцог, үҙенең һанаттары менән ҡаланан сығып ҡаса. Берҙән-бер министр Иоганн Вольфганг Гете ғына өйөндә ҡала. Уның бөйөк шағир икәнен белгән француздар Гетеға һәр төрлө хөрмәт һәм ихтирам билдәһе күрһәтә. Күңеле тулған Гете яугирҙарға рәхмәт әйтә һәм 19 октябрҙә кәләше менән сиркәүгә барып никах үткәрә. Бығаса 20 йыл буйына Веймар герцогы уға ошо никахты теркәргә рөхсәт бирмәй килгән була.
Наполеон ғәскәре Веймарҙан һуң тура Берлинға китә. Оло Пруссия ерендә бер генә тапҡыр ҙа йүнле ҡаршылыҡ күрһәтеүсе булмай. Берлин урамдарын да ғәскәр "Марсельеза"ны йырлап, еңеүсе булып уҙа.
Бонапарт Пруссияны тамам тубыҡландырыр өсөн бик ҙур - йөҙ миллион франк күләмендә контрибуция һала. Пруссияның союздаштары алтмыш миллион түләргә тейеш булалар. Берлинда ҡул ҡуйылған Бонапарт декреттары буйынса, Пруссияның союздаштары Англия караптары өсөн бөтөн диңгеҙ порттарын да ябырға тейеш була. Ошо рәүешле ул Англияны бар донънан ситләтмәксе итә.
Тағы бер мөһим аҙымдарының береһе итеп Наполеон Рәсәй менән килешеү төҙөүҙе һанай. Әммә Александр 1 бындай аҙым яһамай. Пруссияға ярҙамға сыҡҡан йөҙ илле меңлек урыҫ әрмеһе Польша ерендә тора. Наполеон был көстө уның юлында ҡаршылар өсөн Польшаға китә. Һыуыҡ ҡышҡы көн ҡапыл йылынып китә, аҙ ғына булған ҡар иреп бөтә, аяҡ аҫты һаҙға, һауа ҡалтыратыр ыжғырға әйләнә. Шундай көндө Пултуск тигән ерҙә Нарев һыуы буйында урыҫ ғәскәре менән беренсе бәрелеш була. Аяҡ аҫты баҫып торғоһоҙ тайғаҡ, өҫтән ямғыр ҡатыш ҡар яуа. Шул шарттарҙа ике яҡ та бер-береһен аямай һуғыша.

Төньяҡ амурҙары

- Егеттәр, минең арттан! - тип һөрәнләне лә Буранғол һыбайлыларҙың иң алдында барған көйө, атын ҡапыл борҙо һәм кире сабырға тотондо. Ул нимә эшләй - шуны ҡабатлап өйрәнгән яугирҙар ҙа аттарын бора һалдылар һәм түрә артынан ҡалмаҫҡа тырыштылар. Бер аҙ юрттырып барғас, Буранғол ҡолап китте, һул аяғы өҙәңгенән ысҡынды һәм ат аша һәленеп төштө. Артынан килгән һуғышсылар "аһ" итте: түрә әллә үлде, әллә яраланды инде. Буранғолдың аты теҙгендең бушағанын тойғас, яйланы. Ике яугир килә һалып, Буранғолдо күтәреп алмаҡсы булғайны ла, был ҡысҡырҙы:
- Теймәгеҙ миңә! Ҡыуығыҙ аттарығыҙҙы, дошман һеҙҙе ҡаса икән тип белһен!
Башҡорт яугирҙарының һәр хәрәкәтен күҙәтеп торған француздарҙың етәксеһе ҡысҡырып әмер бирҙе:
- Арттарынан! Минән ҡалмағыҙ! Дошман беҙҙән ҡурҡып ҡасты, баҫтырып барып кәрәген бирәбеҙ!
Туғайҙа йәшенеп торған француз һыбайлылары быларҙың артынан төштө һәм шарт та шорт мылтыҡтан ата-ата башҡорттарҙы эҙәрлекләргә тотондо. Француз һыбайлылары күп ине, ҡыуып етһәләр,Буранғолдоң егеттәренән һыуын һыҡҡан еп кеүек кенә итеп ҡалдыра инеләр инде. Әммә тиҙ генә тотторманы тегеләр ҙә. Буранғол бер аҙҙан кире турайып эйәргә ултырҙы һәм атын нығыраҡ ҡыуҙы. Бының нимә эшләгәнен ҡыуа килеүселәр аңлап бөтмәне, тик баҫтыра ғына бирҙеләр. Бер нисә саҡрымдай ер киткәс, ҡасып барыусылар ағаслыҡҡа инде лә китте. Урман аралы булһа ла, күмәк һыбайлыны һыйҙырырлыҡ түгел. Алдағылар үҫентеләр араһына ҡасты ла ул, уларҙы эҙәрлекләгән күмәк французға ни эшләргә һуң? Быларҙың аттары үрәпсеп кешнәшә, өҫтөндәгеләр ҡысҡырыша, һүгенә башланы, ҡайһы береһе аттан йығылып төштө. Был ғына ла аҙ, ағас араһынан йәйәү кешеләр килеп сыҡты ла, француздарға терәп тигәндәй, йәйәләрен киреп уҡ атырға тотондо. Уҡтан йығылған кешеләр менән аттар шарылдашырға, кемдәрелер мылтыҡтан, пистолеттан атырға тотондо. Китте мәшхәр, китте үле, яралы әҙәм менән ат бутҡаһы. Арттан килгән һыбайлы француздар үҙҙәренең ҡапҡанға ҡапҡанын аңлағас, аттарын һәйһәт кенә кире бороп, килгән яғына кире сабырға тотондо. Эштең шулай булырын белгән Буранғол Ҡыуатов менән Айсыуаҡ Үҙебайыв полктары йәшеренеп торған урындарынан атылып килеп сыҡты ла ҡасыусыларҙы эҙәрлекләргә тотондо. Атта сабып барған көйө былар йәйәләрен киреп, ҡасыусыларға уҡ сойорғоторға тотондо. Тәпәшәк кенә аттарға менгән кешеләр бейек тороҡло, яҡшы тәрбиәләнгән аттарҙы һис ҡыуып етерлек түгел ине. Әммә арттағыларға быларҙы баҫтырып тороуҙың хәжәте лә булмай сыҡты. Арттан атылған уҡтар әле француз яугирын, әле улар менгән атты тәгәрәтә барҙы. Бая башҡорттарҙы ҡыуа башлаған ергә кире барып еткәнсе, мылтыҡлы һыбайлыларҙың бик аҙы ғына ҡалғайны.
Наполеон Бонапарт был юлы үҙенең күҙәтеү урынын тап шул Һыбайлылар полкының артына ғына ҡорҙорғайны. Башҡорттарҙың үҙ ғәскәренә табан һөжүмгә килеп тә, бер генә мәртәбә лә атмайынса, боролоп ҡасҡанын, уларҙы француздарҙың ҡыуа төшкәне һәм бына әле аҙ ғына ҡалған француздарҙың бая ҡасып киткән һыбайлыларҙың баҫтырыуында кире килгәнен ҡарап торҙо. Әммә бер ни ҙә аңламаны. Аптырағас, янындағы бер һанатынан һораны: - Кемдәр былар?
- Белмәйем, тәҡсир. Амурҙарға оҡшаған уҡ менән ян тотҡандар, үҙҙәре кеше үлтерә...
- Амур тиһең инде. Беҙгә тик амурҙар менән генә һуғышырға ҡалғайны! Туҡтатығыҙ ҡан ҡойошто! Тәүҙә белешегеҙ: ул амур тигәнегеҙ Хоҙай Тәғәләнең беҙгә ебәрелгән берәр эше түгелме икән?
- Хәҙер белешермен, тәҡсир!
Наполеондың ҡушҡанын ярты көн самаһы уҙғас ҡына үтәй алдылар. Теге һанаты килеп:
- Тәҡсир, амурҙарҙың кем икәнлеген асыҡланыҡ,- тине.
- Кем инде ул?
- Башҡорттар.
- Кем-кем?

(Дауамы. Башы 31-33-сө һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.21 | Ҡаралған: 333

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru