«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛҠЫМА АСЫҠ ХАТ
+  - 

Мин, Фәйзрахман Усманов, Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәйем. 72 йәштәмен. Барса Башҡортостан халҡына интернет һәм гәзиттәр аша өндәшергә булдым.

Йылдан-йыл тәбиғәтебеҙ бөлөүгә табан бара. Йылғалар кибә, урмандар һирәгәйә, йәнлектәр ҡырыла. Әммә халыҡ уйланмай. Тәбиғәттә барған алама үҙгәрештәр - ул беҙҙең тәрбиәһеҙлеккә Юғары көстөң яуабы икәне тураһында ла ике ятып бер уйҙарына инмәй.
Бына, оло булһам да, нисә йыл инде йылға буйҙарын, урман ситтәрен таҙалау менән мәшғүлмен. Миңә дан да, шөһрәт тә кәрәкмәй. Саф һауа, таҙа йылға, таҙа урман кәрәк! 2017 йылда "Атайсал" гәзитенә яҙып, редакция ярҙамы менән "Таҙа Һаҡмар" акцияһы ойоштороуға өлгәштек. Әбйәлилдән, йәғни Һаҡмар башынан Ырымбурғаса Һаҡмар йылғаһы таҙартылды. Тик, үкенескә күрә, яҡшы башланғыс булыуға ҡарамаҫтан, мин хыялланғанса килеп сыҡманы. Кемдер был эште намыҫ менән башҡарҙы, кәмәләргә ултырып, Һаҡмар буйлап ҡый йыйҙы, кемдер арлы-бирле ауыл тирәһен таҙаланы ла, отчет өсөн фото төштө лә ҡайтып китте. Ә бит акцияның маҡсаты таҙа Һаҡмарҙы бер ауыл биләмәһенән икенсе ауыл биләмәһенә эстафета итеп тапшырыу ине. Әммә күптәр эште еренә еткереп үтәмәнеләр, ауыл эргәһендә генә йөрөнөләр, ҡый-һайҙы өйөп ҡуйҙылар ҙа, отчет бирелгәс, ул өйөм онотолдо, туҙып ятты. Кемде алдайбыҙ һуң беҙ? Ошо ерҙә үҙебеҙ йәшәйбеҙ бит һуң! Балаларыбыҙ йәшәр, ейәндәребеҙ тәүтөйәгенә килер. Уларға ҡыйлыҡ ҡалдырабыҙмы ни?
Нисәмә йылдар Урал аръяғында ҡоролоҡ хөкөм һөрә. Быйыл бәләкәй йылғалар ҡороно, балыҡтары үлде. Һаҡмар ҙа бер нисә көндән юҡҡа сығыр хәлдә, бик һай, төбө күренеп ята. Уҙған йылдарҙа, тәрән тип, уның төбөн таҙалай ҙа алмағанбыҙҙыр. Хәҙер иһә уны кисеп йөрөп таҙаларға була! Әйҙәгеҙ, ошо хәлдән ҡотҡарайыҡ йылғабыҙҙы. Ҡайҙа ауыл советы рәйестәре, ҡайҙа депутаттар, ҡайҙа старосталар? Берегеҙгә лә бер нәмә лә кәрәкмәйме ни? Йөрәгегеҙ һыҙламаймы? Был мөрәжәғәтем, ҡабатлап әйтәм, барса республика халҡына. Зинһар, урман-ҡырҙарҙы, йылға-күлдәрҙе ҡыйламайыҡ, таҙалайыҡ, балаларға, йәштәргә өлгө күрһәтәйек!
Йәнә, йыл да "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылып, ағастар ултыртҡан булабыҙ. Күпме үҫенте әрәм булды! Был ҡоролоҡта һыу ҡойоуҙы ойоштормағас, уны ултыртыуҙан ни фәтүә? Тирә-яҡта урман яна. Тимәк, йәшел ҡалҡаныбыҙ күпкә кәмене. Ағас ултыртыуҙы арттырыу зарур. Үҙебеҙҙең баҡсаға, картуфлыҡҡа булһа ла ағас ултыртайыҡ.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Морат Лоҡманов хәбәр итеүенсә, Учалы районы Ураҙ ауылы халҡы ошо көндәрҙә күмәкләп тотоноп, йәнә Яйыҡ йылғаһын сүп-сарҙан, ләмдән таҙартҡан.
"Был эште ауылдың хөрмәтле кешеһе Миңзәлә Нурмөхәмәт ҡыҙы Шөғәйепова ойоштороп ебәрҙе. Халыҡ шунда уҡ күтәреп алды. Беҙ, алыҫта йәшәүсе ауылдаштар, аҡсалата ярҙам менән ҡушылдыҡ. Эш бөткәс, балаларға, килгән кешегә байрам өҫтәле ҡоролһон, тинек. Элек Яйыҡта ат йөҙҙөрә инек, әле ҡаҙ йөҙҙөрөрлөк тә ҡалмаған, тотош ләм баҫҡан. Әле бер аҙ таҙарғас, һыуҙың сылтырап ағыуы ишетелә башланы, тиҙәр. Беҙ глобаль афәттәр тураһында һөйләргә яратабыҙ. Яйыҡ аръяғында алтын сығарыусыларҙың ер йыртыуҙарына зарланабыҙ. Эйе, был оло бәлә. Әммә үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләмәһәк, шишмәләребеҙҙе тәрбиәләмәһәк, ярһып ҡысҡырышыуҙарыбыҙҙы Аллаһ яуапһыҙ ҡалдырыр. Миңә ҡарай бер аҙым яһаһағыҙ, Мин һеҙгә йүгереп килермен, ти Ғаләмдәр Яралтыусыһы. Яҡшы үҙгәрештәрҙе үҙебеҙҙән башларға тейешбеҙ. Шишмәләребеҙҙе ҡәҙерләһәк, улар тереһыуға әйләнер, тирә-яҡты терелтер, янғындар ҙа баҫылыр, мәктәптәр ҙә асылыр. Бөтә нәмә шулай үҙ-ара бәйләнгән бит инде ул", - ти Морат Лоҡманов. Уның хәбәр итеүенсә, бер нисә йыл элек Учалы районы Ҡотой ауылында ҡойо төҙөкләндерелгән. Күптән түгел Яңы Байрамғол ауылында ла төҙөкләндерелгән Фәйез шишмәһен асыу байрамы үткән. Бындай өмәләр республиканың башҡа төбәктәрендә лә үтә. Мәҫәлән, Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылында Әселе йылғаһын таҙалау буйынса өмә ойошторолған. Бик күп ҡый сығарылды, тип хәбәр итәләр Баймаҡтан. Был өмәне ҡуянтауҙар тағы дауам итергә ниәтләй.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.21 | Ҡаралған: 771

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru