Күренекле музыка белгесе, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР һәм РФ-ның Композиторҙар берекмәһе ағзаһы Гөлназ Салауат ҡыҙы Галина - башҡорт милли музыка сәнғәте тураһында тәүге монографиялар һәм уҡыу әсбаптары яҙған берҙән-бер махсус белемле музыка белгесе. Ул - билдәле фольклорсы, профессор, филология фәндәре докторы Салауат Галиндың hөйөклө ҡыҙы, бөгөн атаһының эшен дауам итеүсе һәм алға әйҙәүсе вариҫы. Эшләгән эштәре менән халыҡ ихтирамын яулаған был гүзәл ҡатын быйыл сираттағы матур юбилейын билдәләне. Осрашып бер hөйләшеүгә сәбәп булды был...
- Мин үҙемде бик бәхетле hәм даланлы кешемендер, тим, - тип башлап китте Гөлназ Салауат ҡыҙы. - Әле мәктәп йылдарында уҡ уйлаған хыялдарым тормошҡа ашты, ҡорған пландарым үтәлде, хатта уйламағандары ла алдыма килде. Яҙмышҡа мин ныҡ ышанам. Ә музыка белгесе булыу - Аллаh Тәғәлә миңә бойорған эштер ул, тип уйлайым. Тормошомдоң факттарын теҙеп сыҡhаң, ғаиләмдән алып бөтәhе лә мине музыкаға этәрҙе кеүек. Музыка мәктәбенә яҙҙыртыуҙы мин үҙем hораным. 4-се класта атайым үҙенең "Заман һәм фольклор" китабының гонорарына фортепиано һатып алып бирҙе, фонотека туплай башланы. Шунан бирле мин инструмент алдында сәғәттәр буйы ултырып, ноталарҙа соҡоноп, музыкаль әҫәрҙәр өйрәндем. Һөҙөмтәлә мине Стәрлетамаҡтан Өфө сәнғәт институты эргәhендәге махсус музыка мәктәбенә ебәрҙеләр. Ә унда инде музыка уҡытыусыларым бер тауыштан: "Галина, теория бүлегенә күсегеҙ, һеҙ hәйбәт яҙаhығыҙ, hәйбәт hөйләйhегеҙ, һеҙҙән бик шәп музыковед сығасаҡ", - тип өгөтләне.
Шулай итеп, Гөлназ Салауат ҡыҙы, һеҙҙең музыкаға бәйле яҙмышығыҙҙы оло юлға бороусылар - атайығыҙ менән әсәйегеҙ, унан һуң музыка уҡытыусыларығыҙ булған...
- Донъяла рус hәм Европа музыкаhынан тыш, башҡорт музыкаhы ла булғанын миңә атайым менән әсәйем аңлатты. Иҫемдә, 8-се класта уҡығанда ғаиләбеҙ менән Ф.Ғәскәровтың бейеү ансамбле концертына барҙыҡ. Был концерт бала саҡтағы иң ҙур тәьҫораттарҙың береhе булды, ул мине ғүмерлеккә башҡорт сәнғәтенә йәлеп итте. Әммә hүҙем башҡа нәмә тураhында. Шул концертта Әнүәр Ишбирҙин ҡурайҙа "Ғилмияза" көйөн уйнағайны. Ул көйҙө мин аңламаным... Шул тиклем ят бер көй булып тойолдо ул шул заманда. Табындарҙа Хөсәйен олатай Әхмәтовтың йырлауҙары ла ят ине (улар атайым менән ярышып йырлаша торғайны). Күп йылдар үткәс, сәнғәт институтында миңә "Башҡорт музыкаhы фольклоры" дәресен уҡытырға биргәстәр, мин был музыкаль материалды үҙләштерергә булдым, өйҙәге пластинкаларҙы тыңларға тотондом (ярай әле, улар булған!), уларҙың айышына төшөнөр өсөн үҙемде был йырҙарҙы сығарған кешеләр урынына ҡуйҙым... Ныҡыша торғас, шулай итеп мин милли гендарымды уяттым, үҫтерҙем.
Уҡытыусыларығыҙҙан кемдәргә рәхмәт уҡыйһығыҙ, кемдәрҙе яратып иҫләйһегеҙ?
- Махсус музыка мәктәбенең фортепиано класы уҡытыусыһы Алла Фёдоровна Зуева менән институтта теоретик дисциплиналарҙы уҡытҡан профессор, сәнғәт фәндәре докторы Людмила Николаевна Шәймөхәмәтоваға ғүмер буйы рәхмәтлемен. Улар миңә донъя музыка сәнғәте ҡанундарын өйрәтте. Икеhе лә минең өсөн өлкән дуҫ, тормош hабаҡтары биреүсе, оло сәнғәткә юл күрhәткән остаздар. Был урында тағы ла бер исемде телгә алырға кәрәк. Ул минең аспирантуралағы ғилми етәксем, Гнесиндар исемендәге Музыкаль-педагогия институты профессоры (хәҙер Рәсәй музыка академияhы), совет музыка белеме әhеле Иосиф Яковлевич Рыжкин. Ул заманында Прокофьев, Шостаковичтың hәм башҡа бөйөк ижадсыларҙың дуҫы булған. Уның менән hөйләшеп ултырыу ғына ла фекер йөрөтөү даирәңде икенсе кимәлгә күтәрә ине, уның hәр дәресенән hуң мин икенсе кешегә әйләнеп ҡайта торғайным.
Үҙемдең һайлаған профессиям, буласаҡ эшем тураһында мин әле мәктәптә үк бик күп hәм бик етди уйландым. Беренсенән, "Музыка белгесе ниндәй булырға тейеш? Нимә белергә тейеш?" тигән һорауҙарҙы алға һөрҙөм. Быға яуаптарҙы теҙеп, хатта ҡағыҙға яҙып сыҡтым да, эште туған телемде hәм оло музыканы өйрәнеүҙән башларға булдым. Барыһын да бик яҡшы өйрәнергә һәм аңға, күңелгә һеңдерергә тигән маҡсатты һалдым иңемә. Өфөләге бөтә булған театр, концерт залдары минең өсөн иң яратҡан урынға әйләнде. Мин ҡарамаған бер генә концерт, бер генә спектакль дә ҡалмағандыр. Мәскәүгә аспирантураға барғас та ошо уҡ ниәт-маҡсат булды алдымда: иң атаҡлы музыканттарҙы һәм йырсыларҙы үҙ ҡолағым менән ишетеү, үҙ күҙем менән күреү. Бының өсөн ваҡытымды ла, аҡсамды ла йәлләмәнем. Мәскәү консерваторияhы сәхнәhендә генә түгел, Ҙур залында ла кемдәрҙе генә күрмәнем! Ундай саҡта Майя Плисецкая йәки Мөслим Магомаев менән hаулыҡ hорашыу ҙа рухи үҫештең бер баҫҡысына әйләнә ине. Улар - минең тормош һабаҡтарым, университеттарым.
Гөлназ Салауат ҡыҙының музыка донъяһына ингән тәүге аҙымдары хаҡында төпсөрләп белге килә. Был донъяның ҡапҡалары кемгәлер ғүмерлеккә асыла, кемдер бик тиҙ кире борола...
- Мин бит үҙемде телевидение өсөн әҙерләнем. Элек Үҙәк каналда "Музыкаль киоск" тигән тапшырыу була торғайны. Шуны алып барған Элеонора Беляева кеүек булырға, телетапшырыуҙар ойошторорға теләнем. Шуға ла башҡортса ныҡлап өйрәндем, музыкаль әҫәрҙәрҙе ятлап бөттөм. Ә Заhир Ғариф улы Исмәғилев мине институтта ҡалдырҙы ла ҡуйҙы. Уҡытырға тура килде. Ләкин педагогикала мин осраҡлы кеше түгел, мин - үҙ урынымда.
Бер ҡасан да мин бер ниндәй Европаға йә Америкаға китергә хыялланманым, 8-се кластан алып башҡорт музыка сәнғәтен үҫтерергә, тигән уй менән йәшәнем. 1-се курста әхирәтем Миләүшә Иҙрисова (ул саҡта Ғабдрахманова) менән бер-беребеҙгә шундай ант та биргәйнек. Һәм ғүмер буйы музыкаль тормош уртаhында ҡайнаныҡ, республикабыҙҙа уҙған бөтә эреле-ваҡлы сараларҙа ҡатнаштыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам итештек, кәңәш бирештек.
Мин, мәҫәлән, баштан уҡ башҡорт музыкаhы тураһында китаптар яҙыуға өҫтөнлөк бирҙем. Ул уй ҡайҙан килгәндер, үҙем дә әйтә алмайым. Бәлки, беҙҙең өйҙәге иң ҙур байлыҡ китап булғанғалыр. Иҫемдә, 9-сы класта китапханала Д.Россиниҙең "Севилья цирюльнигы" операhы хаҡында уҡып ултырам. Бер заман уҡыуҙан туҡтап, тотҡан брошюраны беренсегә күргәндәй ҡулымда әйләндерә башланым, уйға ҡалдым. "Үәт әй, бына бер ғиллә, - мин әйтәм, - Шундай йоп-йоҡаҡ нәмә, ә үҙендә күпме мәғлүмәт бирелә, күпме исем телгә алына, күпме миҫалдар килтерелә. Итальян операhының бөтә үҫеш юлы күрhәтелә. Ә ниңә hуң беҙҙә ундай китап юҡ? Беҙҙең дә бит операларыбыҙ бар!"
Әммә бындай китаптар яҙыу өсөн һин үтә ныҡ белемле булырға тейешһең икәнде мин һуңыраҡ аңланым. Институтта уҡый ғына башлаған заманда мин опера театрында ҡуйылған "Гөлнәзирә" балетына рецензия яҙып ҡарарға булдым. Репетицияларына йөрөнөм, уҡыштырҙым. Булдыра алманым. Белемем hай икәнен тойҙом. Етмәhә, шундай ҙур кешеләрҙе - композитор, балетмейстер, рәссам, башҡарыусыларҙы хөкөм итергә hин үҙең кем әле, тип уйланым. Был эште атҡарып сығыр өсөн улар менән бер рәткә баҫырға кәрәк икәнен аңланым. Һәм ныҡлап уҡырға тотондом.
Белеме бар меңде йығыр, ти башҡорт мәҡәле. Бары тик ғилем туплап ҡына алға китеш булыуы мөмкин. Ошоно аңлау бишектән үк нығына кешелә, быны мәктәп кенә эшләй алмай. Ә шулай ҙа музыка белемендә алға этәргес көс-ажарҙы ҡайҙан алдығыҙ?
- Яҙышыу эшен башлағанда мин үҙемдең ни тиклем кәрәкле булырымды яҡынса ла күҙ алдына килтермәгәйнем. Ә иң актив ижади мәлем суверенитет йылдарына тап килде. Ижади ҡомарҙы яулау менән, ижад тәмен тойоу менән милли сәнғәт өлкәhендә бөтөнләй яңы мөмкинлектәр асылды. Телгә, әҙәбиәткә, тарихҡа ла иғтибар көсәйҙе. Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев йәки Тамара Хоҙайбирҙина тураhындағы монографияларым Башҡортостан Министрҙар Кабинеты ҡарары буйынса нәшер ителде. Бер ҡасан да мин "өҫтәл өсөн" яҙманым. Яҙғандарым һуңғы нөктәне ҡуйыу менән ташҡа баҫылды һәм тиҙ арала таралып та бөттө. Быны мин үҙемдең әллә ниндәй иҫ киткес яҙыусы булыуым менән түгел, ә шундай әҙәбиәткә ҡырҡа ихтыяж артыуы менән аңлатам. Бирелгән был форсат-шанстарҙы башҡорт музыкаhын пропагандалау өсөн файҙаланырға ғына тырыштым.
Мәҡәлә, монография, уҡыу әсбабы... Кешенән-кешегә белемеңде күсереү, өйрәтеү өсөн иң ышаныслы һәм аңды-аңға тоташтырыусы боронғо алым былар. Бөгөн музыка белгесенә китаптар яҙыу нимә бирә?
- Китап яҙыу бик яуаплы, бик ҡыйын эш. Атайым әйтмешләй, "Китапты уҡыуы ғына еңел. Уны яҙыр өсөн көндәр, аҙналар түгел, айҙар, йылдар буйы ултырырға кәрәк". Ғөмүмән, hәр китап алдында ниндәйҙер ҡыйынлыҡ та, маҡсат та тора. Мәҫәлән, Хөсәйен Әхмәтов хаҡында яҙыр өсөн уның бик күп әҫәрҙәрен ҡулъяҙмалар буйынса анализлап сығырға тура килде, сөнки уның ижады ғилми яҡтан бик аҙ өйрәнелгәйне. Уға ҡарата яңыса баhалау критерийҙарын да булдырырға кәрәк ине, сөнки, иҫегеҙҙәлер, 90-сы йылдар башында совет иленең "партия, Ленин" кеүегерәк бөтә төшөнсәләре инҡар ителде, тәнҡитләнә башланы, ә был композиторҙың бөтә ижады совет илен данлауға ҡоролғайны. Заһир Исмәғилевтың ижады, киреhенсә, hәйбәт кенә өйрәнелгән ине, тимәк, булған ҡараштарҙы тәрәнәйтеп, уларға ҡарата яңы ғилми баhа булдырырға кәрәк ине. Тамара Шәhит ҡыҙы Хоҙайбирҙина хаҡында ла яҙыуы ифрат ҡыйын булды, сөнки мин уның сәхнәлә бейеүен күрмәнем. Ярҙам итерлек видеояҙмалар ҙа әллә ни hаҡланмаған ине, ике генә яҙма табылды, уныhы ла халыҡ бейеүҙәре, ә бит ул - балерина.
Бәйеттәр hәм мөнәжәттәр тураhындағы монографиям үҙемдең диссертация нигеҙендә эшләнде, уны мин "ҡаным менән яҙҙым", тиhәм дә була. Алты йәшлек улымды етәкләп, Баймаҡ ауылдары буйлап йөрөнөм, материал яҙҙырттым, нотаға hалдым, анализ яhаным... Йәнем сыға яҙҙы. Бөгөн мөнәжәтселәрҙең төрлө кимәлдәге бәйге-фестивалдәре үтә. Сибайҙа йыл һайын уҙа торған төбәк-ара бәйгелә йөҙәр мөнәжәтсе ҡатнаша, ә Стәрлебашта "Иман нуры" конкурсында миңә тотош биш йыл дауамында жюри рәйесе булырға тура килде. Тимәк, мөнәжәт жанры хәҙер китаптарҙан булhа ла кире терелә, ул халыҡ рухында һәм телендә йәшәй.
Һуңғы йылдарҙағы шөғөлөм - ул башҡорт милли операhы. Шундай уникаль материалды нисек бығаса бер кем дә тикшермәгәндер. Ә бит халыҡтың йыр-моң традициялары сағылышын төрлө йүнәлештә анализлау мөмкинлеге иң элек операла асыла. "Башҡорт милли операhы - дәүер документы" тигән китабым башҡорт операhы хаҡында егерме ғилми-популяр очерктан тора. "Башҡорт опера либреттоһы" тигән монография ла шул эштең дауамы. Ошо темаға тағы бер яңы китабым баҫмаға әҙер - башҡорт операhының тарихын hәм теорияhын яҡтыртҡан ғилми-тикшеренеү хеҙмәтем ул. Шуны ла донъяға сығара алhам, артабан тыныс ҡына йәшәр инем.
Ай-һай, тынысланырға иртәрәк һеҙгә, Гөлназ туған, тиәйем әле. Уҡталған офоҡтарығыҙ бик киң бит! Төрлө энциклопедиялар әҙерләүгә лә күп көс һалдығыҙ. Энциклопедик фекер - ныҡ төйнәлгән, сәпкә тура тоҫҡалған, иләктән иләнгән һүҙҙәр шәлкеме бит инде ул...
- Энциклопедик текстарҙың төп үҙенсәлеге - ул унификация, йәғни бер ҡалып буйынса ойошоу һәм hүҙҙәрҙең ҡыҫҡартылып бирелеүе. Шул уҡ ваҡытта уларҙың аналитик яғы бик көслө булырға тейеш, бының менән улар ябай белешмә йыйынтыҡтарынан айырыла. Совет заманында энциклопедияларҙы сығарыу хоҡуғы союздаш республикаларҙа ғына булған. Шуға ла 1993 йылда беҙҙә "Башкорт энциклопедияhы" нәшриәте ойошторолоу менән мин бындай стилде оҡшатып етмәhәм дә, шундай төр әҙәбиәттең дә кәрәклеген аңлағас, башҡалар менән бергә эшкә тотондом, республикала энциклопедистика булдырыуҙа ҡатнаштым. Был өлкәләге иң йылы тәьҫораттар "Салауат Юлаев" энциклопедияhы өҫтөндә эшләүгә бәйле. Беренсенән, темаhы ниндәй бит! Был материалдарҙы мин мәктәптә үк йыя башлағайным. Икенсенән, был баҫманы ижад итеүҙә ҙур ғалимдар эшләне. Инга Гвоздикова, Һөйөндөк Сәйетов, Виктор Сидоров, Мираҫ Иҙелбаев, Валентина Сорокина, Фәнүзә Нәҙершина. Улар бөтәhе лә - атайымдың коллегалары, ә мин араларында иң йәше инем. Шундай компанияла эшләүем менән ғорурланам мин.
Ете томлыҡ "Башҡорт энциклопедияhы"ның башҡорт телендә ғилми мөхәррирҙәр советы ағзаһы булараҡ, һеҙ сәнғәт буйынса мәҡәләләрҙең үҙ телебеҙгә нисек теүәл тәржемә ителеүен тикшереп, уңышлы варианттарын эҙләгәнһегеҙ. Ғилми текстарҙы тәржемә итеү - ул үҙе ҙур проблема...
- Калька алымы менән туранан-тура тәржемә итеү йыш ҡына матур фекерҙе бөтөнләй юҡҡа сығара, мәғәнәһеҙ hүҙҙәр буталсыҡлығына килтерә. Ҡыҙғаныс, беҙҙә бик күп фәнни хеҙмәттәр, фильмдар, урам буйындағы төрлө яҙыуҙар шулай икенсе тел үлсәме, башҡа лөғәт ҡалыбы менән "еңел генә" башҡортсаға әйләндерелә лә ҡуя, һәм бындай "ағас телле" телмәрҙәр һис ҡолаҡҡа ятмай. Музыка буйынса мәҡәләләр менән мин бик күп ултырҙым, фекерҙең мәғәнәhен еткерергә тырыштым, ғилми консультант булараҡ, бөтә томдарға ла рецензиялар яҙҙым.
Һеҙ ижад иткән хеҙмәттәр араһында айырым урын биләп торған сағыу махсус йүнәлештәр бар: йәшерәк быуын башҡорт композиторҙары ижадына арналған мәҡәләләр серияһы, төрлө йырҙар йыйынтыҡтарына һәм пластинкаларға, З.Ғ. Исмәғилевтең "Әҫәрҙәр" томдарына махсус яҙылған инеш һүҙ күҙәтнамәләре, 7 - 10-сы кластар өсөн "Башҡортостан мәҙәниәте" дәреслектәрендә һеҙҙең авторлыҡта музыка буйынса бүлектәр бирелә. Ижади эшмәкәрлегегеҙ емешле булған һайын, һеҙҙең борсолоу ҙа арта бара. Был уй-хәстәрҙәр башҡорт музыка фәне торошона бәйле, шулай бит?
- Беҙҙен республикала музыка белгестәре бик аҙ. Туғандаш Татарстан йәки Ҡаҙағстанда улар әллә күпме тапҡырға артығыраҡ. Шуға ла уларҙа нәшер ителгән хеҙмәттәр ҙә күберәк, яҡтыртылған темалар ҙа тәрәнерәк, офоҡтар киңерәк... Ун бер йыл элек, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бынамын тигән итеп эшләп килгән "Музыка" берекмәhен яптылар! Тотошлай тиерлек музыковедтарҙан торған әүҙем команданы тарҡаттылар. Заманалар болғанған мәлдәрҙә тап милли мәҙәниәт белгестәре аяҡ аҫтында ҡала. Бындай белгестәрҙе әҙерләү- ифрат оҙайлы ваҡыт талап итә, ә шәхси ынтылышы, таланты булғандарҙы табыу һәм өйрәтеү бик ҡыйын, нескә мәсьәлә.
Гөлназ Салауат ҡыҙы, һеҙ егерме өс йыл дауамында Башҡортостан мәғарифын үҫтереү институтында ла эшләнегеҙ, музыка, Башҡортостан hәм донъя мәҙәниәте буйынса уҡытыусыларға лекциялар уҡынығыҙ. Ике институттағы уҡытыусылыҡ эше теоретик белем нигеҙҙәрен нығытырға ярҙам иттеме икән? Ғилми эш менән булыу туған халҡыңдың моңон нығыраҡ аңларға ла булышлыҡ итә торғандыр?
- Үрҙә әйтеүемсә, мин фольклорсы булырға йыйынманым. Ә шулай ҙа тура килде. Сөнки бығаса баҫылған фәнни әҙәбиәттә хаталар бик күп, ә иң ҡәнәғәтләндермәгәне шул: күптәр башҡорт музыкаhын йә экзотикаға ҡараған кеүек, йә художестволы күренеш тип түгел, ә берәй техник организм (машина, hыуытҡыс) кеүек тасуирлай. Мәҫәлән, Л.Н. Лебединский "Ирәндек" йырының "Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө" тигән һүҙҙәренә һылтанып, уны "hунарсылар йыры", ти. Ул ниндәй hунарсы йыры булhын, ти! Бөркөт образы бында синтаксик йәнәшәлек планында ҡулланыла. Һәм был хата әйләнгән hайын, хатта "Башҡорт энциклопедияhы"нда ла ҡабатлана! Ул башҡорт телен генә түгел, халыҡтың рухи менталитетын, тәбиғәткә бик яҡын образлы күңелен, һығылмалы уй-хис байлығын белеп-төшөнөп бөтмәүҙән килә... Шулайтып, үҙемдең күҙәтеүҙәрем, фекерҙәрем, һығымталарым байтаҡ булып йыйылғас, мин фольклор тураhында яҙырға ултырҙым. "Башҡорт халыҡ музыкаhы" тигән уҡыу әсбабы - ул минең халыҡ музыкаhына булған шәхси ҡарашым, туплаған белемем.
Ә иң мөhиме: һәйбәт сәнғәт белгесе булам тиhәң, иң элек башҡорт музыкаhын яратырға кәрәк! Уны тотош йөрәгең аша үткәрергә кәрәк! Юҡhа, йыш ҡына беҙҙә был темаға йә аттестация үтер өсөн, йә диплом алыр өсөн, йәки фән кандидаты булыр өсөн генә мөрәжәғәт итәләр. Башҡорт халыҡ музыка сәнғәтенә ҡарата ошондай прагматик мөнәсәбәткә йәнем көйә, шундай эгоистик ҡараштар менән ғүмерҙә лә килешә алмайым.
Әлбиттә, яратҡан эшең өсөн сәм һәм ғәм менән ажарланып, яңы темаларға тотоноу, ғилми һәм ғәмәли яҡтан төплө һәм файҙалы эш ҡалдырырға ынтылыу - үҙе бер бәхетле осош. Ҡәнәғәтһеҙлек тә илһам ҡошо була аламы?
- Минең өсөн була алмай. Бары тик үҙ темаңды тәрән аңлау, йәнең-тәнең менән бирелеү генә илһам ҡошон тота ала. "Сәнғәт кешеһе бер ҡасан да ҡәнәғәт булырға тейеш түгел", тигән фекер менән һис тә килешмәйем. Ҡәнәғәт булмағас, ниңә эшләргә? Ҡәнәғәтлек тойғоhо үҙеңә шундай ышаныс бирә бит, йәшәргә көс бирә, аңлата алмаҫлыҡ дәрт-дарман өҫтәй! Эшләгән эштәремә эйләнеп ҡарайым да, мин үҙем менән бик тә ҡәнәғәтмен, тип әйтә алам. Бер hүҙем өсөн дә миңә оят түгел. Бик күптәргә ярҙам иткәнемде лә иҫәпкә алғанда, ғүмерем бушҡа үтмәгәндер, тим.
Ҡолас ташлап эшләгән кешеләр бер ҡасан да был хаҡта ҡоро ғына буш ғәп һатмай, әлбиттә. Шулай ҙа Гөлназ Салауат ҡыҙын бөгөнгө көндә борсоған нәмәләр хаҡында ла белге килә. Борсолоуҙар бармы?
- Әлбиттә, бар! Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, иң элек илебеҙ яҙмышы, шулай уҡ Башҡортостаныбыҙҙың хәле, hалҡын hуғыш ысулдарының мәкерләнеүе, интернеттың йәштәр башын томалауы, тәбиғәт торошо, институттағы оптимизация, ғөмүмән, төп рухи ҡиммәттәребеҙҙең күҙ алдында юҡҡа сығыуы, профессиональ өлкәлә музыкаль тәнҡиттең, фекер алышыуҙың бөтөүе борсой...
Ә шулай ҙа тормошҡа ашыра торған бер хыялым да бар әле: Өфөлә Актёрҙар йортонда үҙемдең ижад кисәмде үткәргем килә. 1991 йылда арҙаҡлы Л.П. Атанованың шунда үткән 70 йәшлек юбилей тантанаһын иҫләйем. "Музыка белгестәренең дә ижад кисәләре була икән дә", тип уйлағайным шунда. 50 йәшемде үткәрәм, тигәндә, унан алда ғына атайым вафат булып, күңелем ҡырылды. 55 йәштә - аяғыма операция эшләткәйнем, әле - пандемия. Хәҙер инде юбилей-фәләнде көтөп тормай, ижад кисәмде үткәрәсәкмен, тим. Әйткәндәй, "пандемия ҡамауы" күп эштәрҙе атҡарыу мөмкинлеге лә тыуҙырҙы ул. Байтаҡ онлайн конференцияларҙа ҡатнаштым, докладтарым баҫылып сыҡты, бығаса уҡырға ваҡыт булмаған әллә күпме китапҡа сират етте. Башҡорт опера һәм балет театрында ойошторолған "Заманса башҡорт операhы лабораторияhы" эшендә ҡатнаштым, лекциялар уҡыным, оҫтаханаларҙа сығыш яhаным. Мәскәүҙән, Питерҙан, элекке совет республикаларынан беҙҙең лаборатория менән бәйләнешкә ингән белгестәр алдында башҡорт операhын лайыҡлы күрhәтә алғаныма ҡыуандым.
Гөлназ туғанға йәнә бер һорауҙы бирмәй булмай: шул тиклем эшкә бирелеп тә, йәшәргә ваҡыт ҡаламы hуң?
- Ысынлап та, беренсе планға мин гел эшемде ҡуйҙым, минең яҙмышым шулай. Беҙҙең музыка сәнғәтебеҙ шул тиклем бай, ул материал әллә күпме кешегә лә етерлек! Әммә хәҙер мин пландарымды үҙгәрттем. Башҡаса тау аҡтарырға йыйынмайым. Ҡасандыр Заhир Ғариф улы билдәләгән үрҙе мин 25 йыл элек яуланым. Ижади пландарым бар, әлбиттә, тик уларҙы мин 5-се урынға күсерҙем. Инде тормоштоң башҡа яҡтарын барламаҡсымын.
"Тормоштоң башҡа яғы" тигән һүҙҙе эләктереп алып, мин әңгәмәне бер сетерекле һорауым менән ослап ҡуймаҡсымын: һеҙ бик зауыҡлы кейенә белгән ханымдарыбыҙҙың береһе. Һеҙҙең ҡупшылыҡтың серен белмәйенсә, хушлашырға ашыҡмайым, тим...
- Мин 3-сө кластан алып музыканттарҙың башҡа кешеләрҙән ныҡ айырылғанына инандым. Эске донъяларын әйтмәйем, уларҙың "болоттарҙан йөрөгәне" билдәле. Тышҡы ҡиәфәттәрен әйтәм. Әле Стәрлетамаҡта уҡығанда уҡ музыка мәктәбенең ҡәҙимге мәктәптән ер менән күк кеүек айырылғанын күрмәү мөмкин түгел ине. Көн дә йөрөй торған урта мәктәптә күҙгә салынырлыҡ итеп кейенгән бер генә уҡытыусыны ла иҫләмәйем. Ә төштән hуң музыка мәктәбенә барhаң, унда инде әкиәти донъя! Сағыу төҫтәр, ҡупшы кейемдәр! Иң мөһиме - асыҡ йөҙҙәр, илhамлы кәйеф... Махсус музыка мәктәбенә килгәс, был тәьҫир көсәйҙе генә. 70-се йылдарҙа мәктәптең үҙ бинаhы булмағанға күрә, беҙ институттың үҙендә уҡыныҡ. Музыка дәрестәрен беҙҙә институт уҡытыусылары уҡытты. Уларҙа "дөйөм мәҙәнилек" тигән сифат бик юғары ине, беҙгә, 10, 12 йәшлек балаларға улар "Һеҙ" тип кенә өндәште. Дәрестәрҙән hуң уҡытыусыларҙың да, студенттарҙың да кейеменә күҙ hалып, холлда уларҙы оҙаҡ ҡына күҙәтеп ултырырға ярата торғайным, уларға бөтә яҡтан да оҡшарға тырыштым. Уҡыған саҡта уҡ беҙгә дәрес hайын тиерлек "Сәнғәт кешеләре башҡа кешеләрҙән айырыла. Һеҙҙең атлауығыҙ ҙа, кейенеүегеҙ ҙә, hөйләшеүегеҙ ҙә, хатта тик кенә баҫып тороуығыҙ ҙа матур булырға тейеш. Сәнғәт - ул матурлыҡ донъяhы", - тип ҡабатлап килделәр. Бәлки, шуға ла мин музыканттарға ынтылғанмындыр.
Шулай итеп...
Гөлназ Салауат ҡыҙының күңел донъяһы тәрән һәм ҡыҙыҡлы, ә ғүмер юлы мауыҡтырғыс ваҡиғаларға, талантлы кешеләр менән осрашыуҙарға бай. Шуғалыр ҙа Гөлназ Галинаның фәнни хеҙмәттәренә теүәллек һәм тәүәкәллек хас, байтаҡ мәҙәни күренешкә һәм яңылыҡҡа ғилми объектив ҡараш, хөрмәт һәм өмөт, мөхәббәт һәм талапсан күрһәтмәләре менән улар айырылып тора. Ошо бәйәнде ҡағыҙға төшөргән саҡта ла ул һүҙ толпарының йүгәнен һис ысҡындырманы - һәр һөйләмде һәм фекерҙе үҙ йөрәге, ҡәләме аша үткәрҙе. Китаптар ижад иткән зыялы һәм белемле зат менән осрашыу - минең үҙем өсөн дә оло һабаҡ булды.
Сәрүәр СУРИНА әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА