«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИ ӨСӨН ВАКЦИНА ЭШЛӘТТЕМ?
+  - 

Мин дә күпселектең фекеренә ҡушылып, вакцина эшләтеүгә ҡырҡа ҡаршы булдым. Шул уҡ ваҡытҡа бер һорауға яуап таба алманым: "Әгәр ҙә донъяның ниндәйҙер көстәре коронавирусты уйлап табып, уның ярҙамында Ер шарының күпселек халҡын ҡырырға теләй икән, ниңә улар үҙҙәрен яҡлай, һаҡлай торған хеҙмәткәрҙәргә вакцина эшләтә?" Һорауҙарҙың башҡалары ла булды, әлбиттә.
Өсөнсө тулҡын башланыр алдынан, туғандарымдың, дуҫтарымдың, таныштарымдың өгөтләүҙәренә ҡаршы төшөп, прививка яһатырға булдым. Ни өсөн был аҙымға барыуым тураһында өс дәлил килтереп үтәм. Тик был дәлилдәрем менән мин кемделер прививка яһатырға өндәмәйем, саҡырмайым, фәҡәт үҙемдең күҙәтеүҙәремде генә тәҡдим итәм.

А

Хәйбулланан Аҡҫәнә Сынбулатованың "Бәйләнештә" селтәрендәге яҙмаһы уйға һалды. Ул да оҙаҡ икеләнеүҙәрҙән, ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙарынан һуң вакцина эшләтергә булған һәм һүҙен шулай тамамлаған: "Вирус таралыуға бәйле һәр бер эпидемиянан кешелек тик вакцина ярҙамында ғына ҡотола алған. Был йәһәттән тик тәбиғи иммунитетҡа ғына таяныу - ахмаҡлыҡ..."
Кешелек тигәндән, француз яҙыусыһы Альбер Камюның "Чума" романын уҡыуым эпидемияға ҡарата ҡарашымды байытты. Францияның колонияһы һаналған Алжирҙың Оран ҡалаһында үткән быуаттың 40-сы йылдарындағы эпидемия хаҡында был роман. Шуныһы: әле беҙҙәге ковид пандемияһынан бер яғы менән дә айырылмай бер быуаттан ашыу элек булып үткән афәтле ваҡиғалар. Чумаға ҡаршы вакцина уйлап сығарған доктор Риэ үҙенең ҡатынын ҡотҡара алмай. Романды уҡығас, шундай фекер төйнәнем: эпидемия бер кемде лә аямай, ул кешеләрҙән элеккесә фекер йөрөтөүҙе инҡар итеп, яңыса йәшәй башлауҙы талап итә. Һәр төрлө тәртипһеҙлектәрҙән, сыуалыштарҙан ил граждандарын тәртип һаҡсылары, полиция, армия ҡотҡарырға бурыслы булған кеүек, чума, ковид һымаҡ афәттәрҙән беҙҙе тик медицина ғына һаҡлай алалыр. Ә беҙҙә нисек килеп сыҡты: социаль селтәрҙәр, ватсап аша таралған мәғлүмәткә таянып, һәр кемебеҙ табипҡа, күрәҙәсегә, "минбеләм"гә әүерелде. Фәҡәт тик үпкәләребеҙ шунсама процентҡа зарарланып, тын ала алмай башлағас ҡына беҙ табиптарҙы иҫкә төшөрәбеҙ ҙә, әммә һуңлайбыҙ. Ковид бөтөнләй юҡ, тигән уйҙырма ла халҡыбыҙҙың күренекле ул-ҡыҙҙарының күҙ менән ҡаш араһында вафат булыуы менән юҡҡа сыҡты. Тағы ла бер генә һулыш алһам ине, тип йән бирә алмай ятыусыларҙың тик шул саҡта ғына вакцинаны иҫтәренә төшөрөүе тетрәндерҙе.

Б

Төрлө темаларға ирекле фекер йөрөтөү ҡеүәһенә эйә Артур атлы медик дуҫым бар. Ни өсөн вакцина эшләтергә кәрәк икәнлеген ул миңә үҙенсә аңлатты. Бер тапҡыр ҙа ҡулына бокс бирсәткәләре кейеп, рингта күнекмә үтмәгән кеше спорт мастерына ҡаршы һуғышырға сыҡһа, мастер уға бер генә һуғасаҡ һәм ул, тын да ала алмайынса, һуҙылып ятасаҡ. Йә булмаһа, бер тапҡыр ҙа йүгереп күнекмә үтмәгән кеше марафонға сыҡһа, шундуҡ тыны ҡыҫылып һуйҙайып ятасаҡ. Иғтибар итегеҙ: ике осраҡта ла тын ҡыҫыла. Тап шуның кеүек, вакцина - ул кеше организмына алда көтөләсәк сир өсөн күнекмә үткәреү генә. Был осраҡта һиңә рингта күнекмә үткәреүсе тренерың - вакцина, ә инде спорт мастеры - сир. Йәғни сир һине аяп тормаясаҡ. Дуҫым вакцинаны шулай уҡ ураҙа менән дә сағыштырҙы. Нәҡ ураҙа ваҡытында организм һыуҙан һәм ризыҡтан, башҡаларҙан тыйылып, стресс хәленә инә һәм алда көтөлгән унан да хәтәр хәлдәргә күнекмә үтә, әҙерләнә. Уның уйынса, ураҙа тотоусылар вакцинаны еңел үткәрә.

В

Күренекле яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаевтың "Ысыҡтан эйелә ҡылған" романында үткән быуаттың 20-се йылдарында вабаға, сәсәккә ҡаршы башҡорт ауылдарында вакцина яһау ваҡиғалары һүрәтләнә. Прививка үткәреүгә ҡаршы халыҡты дин әһелдәре ҡоторта. Заһретдин тигән берәү: "Изге мосолмандар! Был совет власының беҙҙе үлтереү өсөн уйлап сығарған бер мәкере. Ышанмағыҙ! Заман ахыры етһә, иблес төкөрөгөнә тығылған энә осо менән кеше сәнсеп, мосолман ғәләмен һәләк итерҙәр, тип яҙылған китапта..." - тип, медпунктҡа барыусыларға ҡаршы сыға. Әҫәрҙә дин әһелдәре халыҡты шулай кире дүндерергә тырышһа ла, үҙҙәре ғаиләләре менән бергә тәүгеләрҙән йүгереп барып вакцина яһата.
Бында, әлбиттә, соцреализм дәүерендәге сарказм да бар, әммә ХХ быуат башы ваҡиғаларын ныҡлы өйрәнгән, халыҡ тормошон яҡшы белгән Рамаҙан Өмөтбаев үҙе уйлап сығарған тарихи уйҙырма түгелдер был. Шулай ҙа романдың дини-идеологик өлөшөн алып ташлаһаҡ, ваба, сәсәк һәм вакцина ғына тороп ҡала. Прививка үткәреүгә һәр заманда ла күпселек халыҡ ҡаршы булған, тимәксемен.
Әле лә шундай уҡ хәл ҡабатлана. Билдәле дин белгесе, тележурналист Морат Лоҡмановҡа вакцина тураһында һорау биргәс, ул шулай тине: "Хатта ки вакцина, күптәр яҙғанса, ысынлап та зарарлы булған хәлдә лә, күпселек халыҡ ошо афәттән ҡотолоу юлы тик вакцинала тип инанһа, Аллаһы Тәғәлә уны шифалы итәсәк..."
Изге шишмәләрҙән алған һыуҙың, шул иҫәптән зәмзәм һыуының да шифаһы хаҡында аңлатып тороу артыҡтыр. Шул уҡ ваҡытта ул һыуҙарҙың оҙаҡ ваҡыт боҙолмай һаҡланыу сифатын да беләбеҙ. Был өлкәлә тикшереү үткәреүсе ғалимдар был һыуҙарҙың составында ауыр металдарҙың, башҡа химик элементтарҙың булыуы уларҙың оҙаҡ ваҡыт боҙолмай һаҡланыуына булышлыҡ итә, ти. Үҙем тикшермәгәс, быны раҫлай алмайым. Шулай ҙа ул һыуҙарҙың шифаһын тойғаным бар...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.21 | Ҡаралған: 297

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru