«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАР ХИРУРГИЯҺЫ ҠАТЫН-ҠЫҘ ЭШЕМЕ?
+  - 


Билдәле булыуынса, Башҡортостандың балалар хирургияһы илдә новаторҙар иҫәбендә. Торакоскопик хирургия кеүек яңы алым да республикала барыһынан да алдараҡ барлыҡҡа килде. Башҡортостан табиптарының Рәсәйҙә генә түгел, ә донъяла тәүгеләрҙән булып балаларға ошо ысул менән операция яһауы ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй. Бөгөнгө медицинаның иң мөһим тармаҡтарының береһе булған балалар хирургияһын үҫтереүҙә Башҡорт дәүләт медицина университетының балалар хирургияһы кафедраһы профессоры Роза Хөрмәт ҡыҙы ШӘҢГӘРӘЕВАның да өлөшө ҙур. Балаларҙың хирургик сирҙәре үҙенсәлектәре, хирургтың һөнәри һәм фәнни эшмәкәрлеге хаҡында гәзит уҡыусыларыбыҙға медицина фәндәре докторы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Роза Хөрмәт ҡыҙы, һеҙ ҡатын-ҡыҙҙар араһында һирәк осрай торған хирург һөнәрен һайлағанһығыҙ. Етмәһә, балалар хирургыһығыҙ. Был һөнәрҙе һайлау юҡтан ғына булмағандыр?

- Баш ҡалабыҙҙа урынлашҡан абруйлы мәктәптәрҙең береһен, хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтының педиатрия факультетына уҡырға индем. Өсөнсө курсҡа күскәс, юғары уҡыу йортонда эшләгән хирургия буйынса фәнни түңәрәккә йөрөй башланым. Медицинаның был ҡатмарлы һәм, әйтергә кәрәк, бик мөһим өлкәһе менән ныҡлы ҡыҙыҡһынып китеүемдә, һис шикһеҙ, уҡытыусыларымдың роле ҙур булды. Уларҙың студенттарҙа булған һәләтте асыуға етди иғтибар биреүе ул замандың һаулыҡ һаҡлау тармағына күпләп көслө һәм белемле белгестәр йәлеп итте. Ғөмүмән, мине мәктәптә, институтта уҡығанда ла, эшләгән урынымда ла һәр ваҡыт үҙ һөнәренә, эшенә мөкиббән киткән белгестәр генә уратып алды. Улар минең һөнәри үҫешемдә иҫ киткес ҙур роль уйнаны.
Шулай, сираттағы имтихан тапшырған ваҡытта уҡытыусым Менәүәрә Ғабдрафиҡ ҡыҙы Мәүлетова: "Хирургия тураһында бик яратып һөйләйһең, үҙеңде ошо өлкәгә арнарға теләмәйһеңме?" - тип һаҡ ҡына һораны. Түңәрәктә шөғөлләнгәндә был тармаҡ мине, ысынлап та, үҙенә ныҡ йәлеп иткәйне. Хирургия йүнәлешен һайлауымда Шәрифйән Сәғиҙулла улы Ишемовтың да тос өлөшө бар. Ул бик күп белем һәм тәжрибә бирҙе миңә. Артабан балалар хирургияһы буйынса субординатураға алдылар. Алтынсы курста уҡығанда беренсе тапҡыр хирург ярҙамсыһы булып ҡулға скальпель алдым. Интернатура үткән 17-се дауаханала көслө хирург Эдуард Закир улы Саватеев күп тәжрибә бирҙе. Тап шул ваҡытта бик әүҙем рәүештә операциялар яһай башланым. Шулай уҡ медицина институты доценты Фатих Хисаметдин улы Ғайнанов ҡулы аҫтында эшләүем менән бик бәхетлемен. Ул ашығыс хирургия ярҙамы, дөрөҫ диагностика эшләргә өйрәтте. Ғөмүмән, һөнәри үҫеш юлымда күп осраны ундайҙар. Ваҡытында талапсан да була белделәр, күңелде үҫтерерлек һүҙҙәр ҙә таптылар. Тап ошо уҡытыусылар диагностикала хаталанған кешеләрҙе тәнҡитләмәҫкә, ә хаталарҙы анализлап, артабан яңылышыуҙарға юл ҡуймаҫҡа өйрәтте. "Хеҙмәттәшеңдең хатаһы арҡаһында үҙеңде күтәрмә, хирургия коллектив эш, анализ яһа, өйрән!" - тип әйтә торғайнылар.
1993 йылда клиник ординатураға уҡырға индем, шул уҡ ваҡытта әүҙем рәүештә операция ла эшләй башланым. Айытбай Әхмәт улы Ғүмәров етәкселегендә балаларҙың бауыр эхинококкозын лапароскопия ысулы менән дауалау темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертациямды яҡлағас, республика балалар дауаханаһы баш врачының хирургия буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Күп эшләнде ул йылдарҙа. Үҙ эшенә мөкиббән киткән ысын һөнәрмәндәр менән эшләргә насип булды. Көслө команда ине. Баш врач Ринат Шәймулла улы Хәсәнов инициативаһы менән неонатология, онкогемотология, нейрохирургия, травмотология бүлексәләре асылды. Сколиозға, шулай уҡ бөйөрҙө күсереп ултыртыу кеүек һәм башҡа ҡатмарлы операциялар бик юғары кимәлдә эшләнде.
2004 йылда шул уҡ бауыр һәм үпкә эхинококкын төрлө ысул менән дауалау темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡланым. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡытам, шулай уҡ 17-се дауаханала хирургия буйынса эшмәкәрлекте дауам итәм. Ауыр операцияларҙы бергә эшләйбеҙ, үҙ тәжрибәмде йәштәр менән йомарт уртаҡлашам, сөнки остаздарым хирургия һөнәре серҙәрен генә өйрәтеп ҡалманы, ә уны киләсәк быуынға еткереү бурысын да ҡуйҙы.

Үҙегеҙҙең ошо һөнәргә тиклемге тормош юлығыҙ, атай-әсәйегеҙ, уҡыған мәктәбегеҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине...

- Сығышым менән Иглин районы ҡыҙымын. Атайым Хөрмәт Кәшбит улы - Салауат районы башҡорто. Мәктәп директоры итеп ошо тарафҡа эшкә ебәрелә һәм әсәйем Сәғдиә Фәсхетдин ҡыҙын осратып, ғаилә ҡоралар. Ҡәҙерле кешеләребеҙҙең икеһенең дә донъяға ҡарашы киң ине, икеһе лә көслө рухлы булды. Дүрт бала үҫтек. Ғаиләбеҙҙә тик йылы һәм матур мөнәсәбәт кенә күрҙек. Беҙҙең ҡарарҙы, беҙҙең фекерҙе хөрмәт иттеләр, ышандылар, дәртләндерә белделәр. Хирург булырға теләүемде белгәс, атайым, бик ауыр һөнәр һайлайһың, әммә һинән яҡшы белгес килеп сығырына шигем юҡ, тине. Ҡәҙерле кешеләреңдең ышанысын тойоу бик мөһим бит ул. Бер ҡасан да, хирург ҡатын-ҡыҙ эше түгел, барма, тип әйтмәне. Тормош иптәшем Таһир Әҙип улы ла эшемдең ни тиклем яуаплы икәнлеген аңланы.
Уҡыған мәктәбемә килгәндә инде, ул минең тормошомда иҫ киткес ҙур роль уйнаны. Үрҙә уҡытыусыларҙан бәхетем булды тип әйткәйнем инде. Тағы ла ҡабатлап әйтәм: уҡытҡан педагогтарымдан уңдым! Тормош юлымда Ватанына, туған мөхитенә, туған теленә, эшенә, һөнәренә тоғро булған шәхестәрҙе осратыуым өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Мин уларҙы әле лә бик йылы хистәр менән иҫкә алам: Мәхтүмә Ислам ҡыҙы, Ильвира Федоровна, Луиза Баян ҡыҙы, Алма Сәлмән ҡыҙы төплө белем бирҙе. Тәрбиәселәр Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы, Фәүзәнә Ҡыям ҡыҙы беҙҙең икенсе әсәй булды, бик матур тормош һабаҡтары бирҙе.
Буласаҡ һөнәремде күҙаллағанда һәр ваҡыт тере кеше менән эшләүемде күҙ алдына килтерҙем. Биология дәресен яраттым. Ә медицина институтына инеүем үҙенән үҙе килеп сыҡты. Мин унда барыуымды күптән үк хәл итеп ҡуйған инем кеүек...

Балалар хирургияһы тураһында ентекләберәк һөйләгеҙ әле. Ысынында, балалар һау-сәләмәт булып тыуа, тип уйлайбыҙ. Уларҙы хирург бысағы аҫтына ятырға ниндәй сәбәптәр мәжбүр итә һуң? Балаларҙың хирургик сирҙәре киң таралғанмы?

- Балалар хирургияһына 18 йәшкә тиклемгеләр инә. Был - бик ҡатмарлы һәм яуаплы өлкә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кескәйҙәр араһында хирургия ысулы менән дауалай торған ауырыуҙар күп. Миҫалға, эсәк, бауыр, үпкә сирҙәрен килтерергә мөмкин. Уның сәбәптәре төрлө, әлбиттә, генетик, экологик йәһәттән, тыумыштан барлыҡҡа килгәндәре лә бар, шулай уҡ атай-әсәйҙәрҙең ҡарап еткермәүе арҡаһында сиргә дусар булғандар ҙа байтаҡ.
Ғөмүмән, һәр бер осорҙа балаларҙың үҙенә генә хас сирҙәре була. Мәҫәлән, шуҡ балалар йышыраҡ йәрәхәтләнә. Быйыл ғына күпме бала тәҙрәнән осоп төштө. Бында, әлбиттә, өлкәндәрҙең иғтибары етмәүе - төп сәбәп. Йыш ҡына ярамаған әйберҙе йотоп, дауаханаға эләгәләр. Һуңғы осорҙа бигерәк тә бәләкәй батарейкаларҙы йотҡан балалар күп. Улар бик хәүефле. Аш һеңдереү юлын яндырыуға өс сәғәт етә. Ваҡ әйберҙе танауына тығып, хирургҡа мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар. Һуҡыр эсәк елһенеүе лә балаларҙа йыш осрай хәҙер. Уны ла үҙ ваҡытында асыҡлап, мәлендә операция эшләү врачтың тәжрибәһенә, белеменә бәйле. Тән ағзаларының дөрөҫ урынлашмауы арҡаһында ла хирургия алымын ҡулланырға тура килә. Оло кешенән айырмалы, бала үҙенең ҡайһы ере ауыртҡанын әйтә, аңлата белмәй. Йәш организм да өлкәндәрҙекенән айырыла. Улар тиҙ үҫә, матдәләр алмашыныуы ла күпкә етеҙерәк. Ҡайһы саҡта уның сирен билдәләр өсөн төнө буйы сабый йоҡлаған ваҡытта күҙәтеп ултырырға ла тура килә. Шунһыҙ, дөрөҫ диагностикалау мөмкин түгел.
Бынан бер нисә йыл элек Башҡортостанда йәшәгән балаларҙа эхинококкоз сире ныҡ таралғайны. Бик күптәрен тик операция эшләү ысулы менән дауаларға тура килде. Был ауырыу бигерәк тә ауыл хужалығы, дөрөҫөрәге, малсылыҡ ныҡ үҫешкән райондарҙа таралғайны. Эпидемиология хеҙмәте менән берлектә ҙур эш алып барылды һәм, әйтергә кәрәк, уны тулыһынса еңеүгә өлгәшмәһәк тә, таралыуына юл яба алдыҡ.

Һеҙҙең фәнни эҙләнеүҙәрегеҙ ҙә ошо эхинококк темаһына арналған. Ул ниндәй сир?

- 1990 йылдарҙа Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла, Күгәрсен, Бишбүләк райондарында балалар ошо сиргә күпләп дусар булды. Эхинококкоз - таҫма кеүек паразит селәүсен барлыҡҡа килтергән оҙайлы хроник сир. Ул йышыраҡ кешенең бауырын, үпкәһен, баш мейеһен, һирәгерәк йөрәк һәм башҡа ағзаларын зарарлай. Дауаланмаған осраҡта ул үҫә, аҙаҡ туҡымаларҙы, ағзаны ҡыҫырыҡлай, үҙенең ҡалдығы менән организмды ағыулай. Үрҙә әйтеп китеүемсә, төрлө хеҙмәттәр менән эҙмә-эҙлекле иҫкәртеү эше алып барылыу, медицинала төрлө дауалау алымдары булдырылыу һөҙөмтәһендә был ҡурҡыныс ауырыуҙың артабан таралыуына кәртә ҡуйылды, тип әйтергә мөмкин бөгөн.

Балалары хирургик сирҙәргә юлыҡмаһын өсөн атай-әсәйҙәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

- Иң беренсе, әлбиттә, әсәй һәм атай булырға ниәт иткән һәр кем үҙенең балаһының һаулығы тураһында уйларға тейеш. Тыумыштан хирургик сире булмаһын өсөн сәләмәт тормош алып барыу, хроник йәки генетик сирҙәрҙең барлығын тикшереү, анализ биреү, тейешле дауа алыу мөһим. Тыуып, күҙгә күренгәс, атлай, уйынсыҡтар менән уйнай башлағас та сабыйҙы бер минутҡа ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Уларҙы һәр ерҙә хәүеф һағалай. Йыш ҡына ҡайһы бер атай-әсәй балаһы көйһөҙләнеүен уның ҡәҙимге тынғыһыҙлығы тип ҡабул итә һәм дауаханаға барыуҙы һуҙа. Баланың холҡо, ҡылығы үҙгәреүе, тәү сиратта, уның ниндәй ҙә булһа сиргә дусар булыуын аңлата. Шуға күрә врачҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙ белдегең менән дауалау йыш ҡына күңелһеҙ тамамланырға ла мөмкин...

Һеҙ медицина университеты уҡытыусыһы ла булып эшләйһегеҙ. Йәштәр тураһында ни әйтерһегеҙ? Улар һеҙҙең быуындағылар кеүек ошо һөнәрҙе яратып киләме? Әллә атай-әсәй ҡушыуы буйынсамы, йә аҡ халат абруйына ҡыҙығамы?

- Юғары уҡыу йортонда 2004 йылдан алып хирургия буйынса уҡытам. Медицинала талантлы йәштәр бар. Уҡырға, белергә, яҡшы врач булырға ынтылған студенттар күп. Хирургия менән ҡыҙыҡһынғандар ҙа юҡ түгел. Яуаплылыҡтан ҡурҡыңҡырағандар ҙа осрай. Әммә, әгәр ҙә белеме, теләге, эргәһендә уға ярҙам итергә әҙер торған остаздары булһа, бынамын тигән табиптар сығасаҡ уларҙан.
Хирургияны һайлағандарға үҙемдең тәжрибәмде тулыһынса тапшырырға тырышам. Миңә лә уҡытыусыларым шулай эшләне. Шуға күрә үҙем белгәнемде, һөнәри тәжрибәмде йәштәргә тапшырыуҙы ҙур бурысым тип һанайым. Уларҙың балалар хирургияһын тағы ла нығыраҡ үҫтереүен теләйем.
Һәр юғары уҡыу йортондағы кеүек, атай-әсәй теләген бойомға ашырыу ниәте менән генә килгән студенттар ҙа барҙыр инде. Хәҙер бит медицинаға күп ҡабул итәләр. Элек педиатрияға 250 кеше генә килә ине, хәҙер 500. Был ҡараш бик үк дөрөҫ түгелдер, тип уйлайым.
Имтихан ваҡытында, мин барыбер врач булмайым, билдә генә ҡуйығыҙ инде, тигән студенттар ҙа осрай. Медицина тармағына уҡырға ингәндә лә, эшкә алғанда ла ныҡлы һайлау булырға тейештер. Быға минең иманым камил.

Әле бөтә донъяны ҡурҡытҡан Covid-19 тураһында ни әйтерһегеҙ? Тәүҙә уның менән балалар ауырымай, тинеләр. Ә хәҙер инфекция үҫмерҙәргә лә йоға тип һөйләйҙәр. Ошо йәһәттән ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

- Инфекция башланғанда, ысынлап та, яңы коронавирус инфекцияһы башлыса оло быуын өсөн хәүефле, балаларға ҡурҡыныс янамай, тигәйнеләр. Бөгөн иһә йәш быуындың да уны күпләп йоҡтороуы билдәле. Шуға күрә ололарға шулай тип әйтер инем: үҙегеҙ ҙә һаҡланығыҙ, балаларығыҙҙы ла һаҡлағыҙ. Әлегә балалар өсөн вакцина юҡ, ғалимдар уның өҫтөндә эшләй. Һуңғы осорҙа Башҡортостанда вирустың ныҡ таралыуы билдәле. Уның сәбәбен санитар-эпидемиология эшенең эҙмә-эҙлекле булмауынан күрәм. Сирҙең иң аҙған ваҡытында ҙур-ҙур форумдар үткәреү кәрәкмәй ине, минеңсә. Был йоғошло сирҙе тик күмәк вакцинация һәм үҙҡурсаланыу режимы менән генә еңеп була.

Медицина фәндәре докторының ғаиләһе, дуҫтары, яратҡан шөғөлдәре өсөн ваҡыты ҡаламы?

- Йәштән ваҡытты дөрөҫ бүлергә өйрәндем. Әгәр ҙә уны белеп ҡулланмаһаң, бер нәмәгә лә өлгөрөп булмаясаҡ. Бигерәк тә бөгөнгө етеҙ үҙгәргән заманда. Мин бөтә эшемде системаға һалып башҡарам. Шуға күрә ғаиләм һәм дуҫтарым менән ял итергә лә ваҡыт ҡала. Башҡорт дәүләт академия драма театрында үткән бар премьераларҙы ҡарап барам, филармониялағы концерттарға йөрөйөм. Буш ваҡытымдың бер өлөшөн шулай уҡ йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыуға, башҡарылған эштәргә анализ яһауға арнайым. Эшмәкәрлекте камиллаштырыу өсөн анализлау, баһалау кәрәк бит. Шунһыҙ алға китеү, үҫеү мөмкин түгел. Фәнни публикациялар өҫтөндә эшләйем. Медицина һәр ваҡыт белемеңде, тәжрибәңде үҫтереүҙе талап итә. Уның буйынса күпме уҡыһаң да иге-сиге юҡтыр...

Лена АБДРАХМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.21 | Ҡаралған: 342

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru