«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАБИПҠА БАҪЫМ ЯҺАУ УНЫҢ ДӘРӘЖӘҺЕН КӘМҺЕТЕҮ УЛ
+  - 


Хәрби табип булып хеҙмәт иткән осор. Бер мәл миңә госпиталь начальнигы шылтыратып, үҙенең бүлмәһенә килергә ҡушты. Командир һынлы командир ерле-юҡҡа саҡыртмаҫ, берәй мөһим нәмә әйтергә самалайҙыр, моғайын, тип, барса эшемде ҡалдырып, кабинетҡа инәм. Уставса доклад яһайым: "Подполковник Суюндуков по вашему приказанию прибыл!" Начальниктан тыш, ҡабул итеү булмәһендә бер прапорщик та ултыра.
- Товариш подполковник, ошо кешене таныйһығыҙмы? - тип һорай начальнигым уға күрһәтеп.
- Никак нет! Погондарына ҡарап, прапорщик икәнен генә күрәм…
- Наталья Ивановнаның ире ул!
- Наталья Ивановнаны ла белмәйем.
- Нисек инде белмәйһең? Магазин директоры бит ул!
- Барыбер белмәйем. Ә эш ниҙә?
- Бына ошо прапорщикты яҡшы ғына итеп ҡарап, дауаларға кәрәк…
- Тура минең үҙемә килһә лә, уны яҡшы итеп ҡарар һәм кәрәгенсә дауалар инем. Ҡатыны кем генә булыуына ҡарамаҫтан. Ярар, ҡарармын һуң…

Ошо диалогты уҡыған һәр кемгә, бынан утыҙ йылдар элек, магазиндарҙа аҙыҡ-түлек кенә түгел, һәр төрлө сәнәғәт тауарҙары ла наҡыҫ ваҡытта булған хәл тураһында һүҙ барғанын төшөнөү ауыр түгелдер. Һатыусы, товаровед һымаҡтар "иң кәрәкле кешеләр" булып һаналған был дәүерҙе олораҡ йәштәгеләр бик яҡшы хәтерләй. Әммә ниәтем шул осорҙағы илебеҙ тормошон тәнҡитләү түгел. Дауалаусы табипҡа "баҫым яһарға" яратыусылар хаҡында һүҙем.
Начальнигымдың "Бына ошо кешене яҡшы итеп дауала", тигән талабынан, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, "оло ҡәнәғәтлек" кисермәнем. Киреһенсә, бындай һүҙ ишетеү үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған һәр докторҙы ла пациент алдында тик кәмһетә генә, тимәксемен. Дауалаусы табиптың бәҫен төшөрөү, хатта уны ҡыйырһытыу, тип тә һанайым мин быны. "Важный ҡатын"дың иренә - әлеге прапорщикка ныҡ ҡына үпкәләүемә ҡарамаҫтан, был хаҡта уға белгертмәнем, нәҡ башҡаларҙы ҡараған һымаҡ уҡ ҡарап (бер бәләкәй генә операцияға мохтаж ине ул), стационарға һалып, тейешенсә әмәлләп тә ебәрҙем. Үҙемдең "башым аша һикергән" был пациентым, айырыуса, уның алдында ялағайланған начальнигым хаҡында күңелдә тик насар тәьҫораттар ғына тороп ҡалды. Госпиталдән сығарып ебәрер алдынан: "Башҡа ваҡытта берәй докторға барырға кәрәк булһа, уның начальнигы аша мөрәжәғәт итеү ғәҙәтегеҙҙе ҡуйығыҙ, иптәш прапорщик! Табипты ихтирам итмәү була был!" - тип, пациентымды шулай ҙа бер аҙ ҡыҙҙырып алдым. Уның "әллә кем" булған ҡатынына - Наталья Ивановнаға ла "артҡы ишектән" һоранып барырға выжданым юл ҡуйманы.
Ошо уҡ начальнигымдың тағы бер мәртәбә минең эшемә ҡыҫылғаны хәтеремдә. Бер мәл уның мәктәптә уҡып йөрөгән улына ла ябай ғына операция яһаған инем. Операция уңышлы үтте. Малайҙы бүлектә ятҡан һалдаттар менән бер палатаға урынлаштырҙым. Әммә шул уҡ кисте, мин эштән ҡайтып киткәс, улының хәлен белешергә килгән баш табипҡа ғәзизенең һалдаттар араһында ятыуы оҡшамаған. Минең рөхсәтһеҙ поста торған шәфҡәт туташына әлеге үҫмерҙе "генеральская палата"ға күсерергә бойорған (Госпиталдең һәр бүлегендә "ҙур начальник"тар өсөн төрлө уңайлыҡтары - телефон, бәҙрәф һәм ваннаһы булған бер урынлыҡ айырым палата шулай тип атала ине). Ярай, ни тиһәң дә - начальник балаһы бит!.. Минең бүлектәге был палатала бығаса бер ҡасан да ҙур начальник ятҡаны юҡ ине, һәр саҡ бикле тора торғайны. Шуғамылыр, әллә ни уға иғтибар ҙа итмәгәнмен. Төн яҡҡа ҡараған тәҙрәһе лә йылытылмаған, айҙар буйы буш торған был бүлмә һалдаттарҙыҡына ҡарағанда күпкә һалҡыныраҡ та булған. Бер-ике көндән әлеге малайҙың тән температураһы күтәрелеп китте: һалҡын алдырған. Бының сәбәпсеһе - әлеге "хәстәрлекле атай" икәнен яҡшы белгән булараҡ, ошо хаҡта (үҙенә тура әйтергә уңайһыҙландым) уның хәләл ефетенә: "Ирегеҙ мин күрмәгәндә бүлеккә килеп, командовать итеп йөрөгән… - тип һуҡыранып алдым. Ә иртәгеһен эшкә килеүемә әлеге егет элекке урынында - ябай һалдаттар менән бергә йылы палатала ята ине. Өҫтәмә дауалау саралары үткәргәндән һуң, күпмелер ваҡыттан һауығып сығып та китте...
Уны-быны уйлап тормаҫтан, дауаханала ятҡан яҡындары хаҡында бөтөнләйгә башҡа ерҙә эшләгән берәй таныш докторынан "ситтән тороп" консультация алырға яратыусылар ҙа осрай. Ана шул юл менән дауалау процесына ауырыуҙың туғандарының килеп ҡыҫтырылыуы уғата яҡшы нәмә түгел. Хәрби хеҙмәт дәүерендәге тағы бер күңелһеҙ хәл иҫемдә ҡалған. Казармала һуғышып киткән ике һалдаттың береһе, танауы ауыртып, миңә мөрәжәғәт итте. Рентген аша үткәргәс, уның танау һөйәге сатнағаны асыҡланды. Һул күҙенең төбө лә бер аҙ күгәргән. Ә бынан алдараҡ, тап ошо егет үҙе икенсе бер һалдаттың ҡолаҡ пәрҙәһен һуғып йыртҡаны хаҡында ла белә инем (уны ла мин дауалағайным). Тормош бер алдын, бер артын күрһәтә, тигәндәй, йоҙроғон уйнатырға яратҡан был һалдат үҙенең дә бер заман "сдача" алыры тураһында уйламаған, күрәһең... Тейешенсә процедуралар курсы үткәргәндән һуң, танауы йүнәлеп, күҙ төбөндәге күге лә бөтөп, егетебеҙ һин дә мин һауығып, казармаға ҡайтып китте. Оҙаҡламай, был һалдаттың алыҫта йәшәгән ата-әсәһе часҡа килеп еткән. Улы өйөнә "Лежу в госпитале. У меня "очки" под глазами…" тигәнерәк мәғәнәле хат яҙған булған икән. Ата-әсә үҙҙәре йәшәгән ҡалалағы ниндәйҙер бер "ҙур табип"ҡа барып, ошо хаҡта һөйләп, унан "ситтән тороп" консультация алған. Ә теге табип "очки" тигән һүҙҙе ишетеп ҡалғас та шунда уҡ: "Улығыҙҙың - "симптом очков"! Бик ҡурҡыныс хәлгә тарыған бит улығыҙ!.."- тигән һымағыраҡ итеп саң ҡаға башлаған… (Ысынлап та, медицинаның нейрохирургия өлкәһендә "симптом очков" тигән бер термин бар. Ауыр һәләкәткә осрап, баш һөйәгенең нигеҙе һынған осраҡҡа (перелом основания черепа) хас булған бик етди симптом ул. Күҙ тирәләре сөм-ҡара тиерлек төҫкә инеп, ысынлап та, күҙлекле кешегә оҡшаған бындай пациент, ғәҙәттә, аңын юғалтҡан була һәм бик һирәк осраҡтарҙа ғына иҫән ҡала). Һәр кемгә бала ғәзиз бит инде. Һалдат лөғәтендә йөрөгән "очки"ны ана шул симптом тип һанаған был ата-әсә госпиталгә килеп, миңә ҡаршы һөжүмгә күсте. Йәнәһе лә, уның шундай хәлдәге улына табиптар иғтибарһыҙ булған, казармаға ҡайтарып ебәргәндәр… "Үҙе хулиганлыҡ менән булышып йөрөгән улығыҙҙың ғәҙәттәге "синягы" ғына бит ул. Ә әлеге һеҙҙең "доктор дуҫығыҙ күҙ уңында тотҡан "симптом очков" - бөтөнләй башҡа нәмә…" тип, хәлемдән килгәнсә уларға аңлатма бирҙем. Бер-ике ай самаһы элек уларҙың ҡәҙерле улы икенсе бер йәш һалдаттың ҡолаҡ пәрҙәһен яра һуғыуы хаҡында ла әйттем. Был турала улар хатта белмәй ҙә ине…
Бәғзе берәүҙәрҙең: "Фәлән баш табип һинең танышың бит. Минең туғаным шул-шул бүлектә ята. Баш табип менән һөйләшеп, дауалаусы докторға "берәй сәләм" еткер әле, яҡшыраҡ ҡараһындар…"- тигән һымағыраҡ үтенес менән минең үҙемә лә килгеләгәндәре бар ул. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, әммә бына шундай мәлдәрҙә үҙемде һәр саҡ ғәйәт насар тоям, хатта манма тиргә батам. Баштараҡ әйткәндәй, начальник ярҙамында докторҙың "артынан этергә" йә иһә уның "ҡулына һуғырға" яратыусыларҙы һис кенә лә өнәп етмәйем…
Дауалаусы докторҙың рөхсәтенән тыш бөтөнләйгә ят булған дауахана бүлегенә инеп, ундағы ауырыуҙы ҡарап, дауалау процесына тәьҫир итеүемде лә үтенеп һораусылар булды. Бер мәл, сираттағы ялыма ҡайтҡанда, райондарыбыҙҙың береһендә йәшәгән яҡташтарым мине эҙләп килеп тапҡан. "Һеҙ - үәйәнный врач, отпускыла йөрөй тип ишеткәйнек. Кейәүебеҙ балниста ята. Яман сир менән. Урындағы табиптар "эш үткән" тип тә әйтәләр. Барып ҡарап китегеҙсәле. Бәлки, дауалаусы табиптарға берәй кәңәш, күрһәтмә бирерһегеҙ..." - тип миңә мөрәжәғәт иттеләр. Хәрби табип башҡаларға ҡарағанда белемлерәк, йәнәһе. Сирленең туғандарының хәлен яҡшы аңлайым, әммә, үтенестәрен үтәүҙән баш тарттым, уларға яҡынса ошолай тип төшөндөрөп бирҙем: "Хәрби врачтар башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай, бер үк программа буйынса уҡыйҙар. Икенсенән, коллегаларымдың эшенә ҡыҫылыу килешмәйәсәк. Көн дә үҙенең пациенттарына төрлө тикшереүҙәр үткәреп, анализдарын өйрәнеп, һәр саҡ уларҙың янында булған табип (хатта йәш булһа ла), теге йәки был ауырыуының хәлен ниндәйҙер булһа ситтән килгәндәргә ҡарағанда яҡшыраҡ белә. Ә башҡа, юғарыраҡ кимәлдәге коллегаларының берәй ярҙамы кәрәк була икән, был доктор уларға үҙе лә мөрәжәғәт итә ул. Кәрәк икән, хатта "табип консилиумы" йыйып та ала…"
Үҙемдең балаларым да бәләкәй саҡтарында сирләп киткеләй торғайны. Әммә "шулайтығыҙ" йә "былайтығыҙ", тип, дауалаусы табип-педиатрҙың эшенә бер ҡасан да тығылып йөрөгәнем булманы. Урыҫтар әйтмешләй, "сит монастырға үҙеңдең уставың менән" ҡыҫтырылып, табиптың "ҡулын бәйләп" йөрөүҙе ҙур әҙәпһеҙлек тип һанайым. Үҙем дә дауаханаларҙа ятҡылағаным бар. Коллегаларыма үҙемде дауаларға ла ҡамасауламайым. Минең врач икәнемде белгән бәғзе табиптар: "Ағай, һеҙгә бына шундай-шундай дарыуҙар тәғәйенләргә уйлайбыҙ…" - тип әйтә башлайҙар. Әммә мин: "Егеттәр (йә ҡыҙҙар), һеҙ - докторҙар, һеҙгә яҡшыраҡ күренә. Нисек кенә дауалаһағыҙ ҙа ризамын", - тип уларҙы тынысландырырға тырышам. Сөнки пациенттың күндәм булыуы, табип тәғәйенләгәндәрҙе һис һүҙһеҙ үтәүе дауалау процесына ифрат та ыңғай тәьҫир итеүен беләм. Эш дәүерендә ана шундай "ыңғай" пациенттарҙы үҙем күҙәткеләй торғайным. Ундайҙарҙы дауалауы ла еңел, һәм улар тиҙ арала йүнәлеп, рәхмәт әйтеп, дауахананан сығып та китә. Дауалаусы докторға үҙеңдең һаулығыңды ышанып тапшырыу ҙур роль уйнай, тимәксемен..
Медицина институтында уҡыған студенттарға ауырыуҙың биләгән вазифаһына, дәрәжәһенә ҡарап түгел, ә уның сиренә, хәленә ҡарап ҡына мөнәсәбәт ҡылырға өйрәтәләр, "табип этикаһы" тигән төшөнсәне лә һеңдерәләр. Диплом алыр алдынан һәр йәш табип "Гиппократ анты" биреп (беҙҙең дәүерҙә ул "Присяга врача Советского Союза" тип атала ине), үҙенең ҡултамғаһын да ҡуя. Әлбиттә, табиптың да мөмкинлектәре сикләнгән. Дүрт аяҡлы аттар ҙа абына, тигәндәй, уның эше лә һәр саҡ шыма ғына бармауы мөмкин. Бөтә тирә-яҡҡа һөйләп йөрөмәһәләр ҙә, бәғзе ваҡыт, төрлө күңелһеҙ хәлдәргә лә юлыҡҡылай бындай һөнәр эйәләре… Бер нисә йыл элек табип хатаһы өсөн докторҙарға язаны ҡәтғиләштереү хаҡында ла һүҙ йөрөгәйне. Пациенты йүнәлеп сыҡҡанға ҡәҙәр уның хаҡында көн-төн уйланыуҙан бушамаған, сәстәре иртә ағарған коллегаларымды барыбер ҡыҙғанам. Тыштан ҡарағанда шат йылмайып йөрөгән (улар бүтәндәргә йылмайырға ла бурыслы) аҡ халаттағы ошо кешеләрҙең йөҙөнә иғтибар менән баҡһаң, уларҙың ҡарашында һәр саҡ кемделер йәлләгән, ифрат етди һыҙаттарҙы ла һиҙемләргә була. Һәр кемеһенең үҙ ғаиләһе, яратҡан бала-сағаһы ла булған был һөнәр эйәләре башҡаларҙың һаулығы, ғүмере өсөн хатта нығыраҡ та борсолалыр ул. Шуның өсөн дә табиптарыбыҙға һәр яҡлап, төрлө ысулдар менән "баҫым яһарға" тырышмайыҡ, тимәксе инем…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.21 | Ҡаралған: 682

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru