«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕР ХӘТЕРЕН ЯҢЫРТЫП
+  - 


Шағир, ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит ШӘкҮрҙең "Ерҙең тере хәтере: топонимика серҙәре" тигән китабы былтыр донъя күргәйне. Был баҫма Башҡортостандың, йәғни Көньяҡ Урал, Урал алды һәм Урал аръяғының, өлөшләтә Урта Уралдың тау, йылға, күл, ҡала, ҡасаба, ауылдар һәм тарихи урындары, тәбиғәт ҡомартҡылары атамаларының килеп сығышын, мәғәнәләрен билдәләү, йәғни этимология мәсьәләләре менән шөғөлләнеү һөҙөмтәһе булып тора. Бөгөн, ер-һыу атамаларының башланғыс исемдәре урыҫсалашып, тарихи йөкмәткеләре юйылып һәм онотолоп бөтөп барған заманда, ер аҡтарып хазина эҙләгәндәй, халыҡ хәтерен яңыртырҙай, мүк баҫҡандарҙы аҡтарып урғытырҙай булған был баҫма баһалап бөткөһөҙ ҡиммәткә эйә. Һәм беҙ гәзит уҡыусыларыбыҙға китаптың дөйөм аңлайышта булған ҡыҙыҡлы урындары, топонимдар, тарихи ҡомартҡылар тураһында автор менән һөйләшеүҙе тәҡдим итәбеҙ.

Рәшит Зәкир улы, китапта һеҙ Башҡортостан эсендәге генә топонимика менән сикләнмәйһегеҙ. Башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә ер-һыуҙың боронғо атамаларын һаҡлап ҡала алыу мөмкин булған хәлме?

- Беҙгә, башҡорт топонимистарына, ғилми эҙләнеүҙәр һәм тикшеренеүҙәребеҙҙе хәҙерге Башҡортостан территорияһы менән генә сикләнмәйенсә, күптән инде Боронғо Башҡортостан биләмәләренә ныҡлап аяҡ баҫырға ваҡыт. Әгәр беҙ эшләмәһәк, Силәбе, Ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләрендәге, Татарстан Республикаһындағы, Пермь крайындағы башҡорт топонимия ҡатламдарын кем өйрәнер ҙә, ундағы хаталарҙы кем төртөп күрһәтер?
Ер-һыу атамаларын һаҡлап ҡала алыуҙың бер генә юлы - уны халыҡ телендә дөрөҫ һаҡлау һәм ҡағыҙға ла дөрөҫ теркәү. Әле үҙебеҙҙең ерлектәге, шыр башҡорттар көн иткән төбәктәрҙәге атамалар ҙа руссаға күсә һалып бара, һеҙ күпләп икенсе халыҡ йәшәгән һәм ят телдәргә эләккән топонимдарҙың хәлен күҙ алдына килтерегеҙ. Бына китапҡа индерелгән һәм төҙәтмәләр, аңлатмалар биреп кителгән миҫалдарҙы ғына алайыҡ. Силәбе өлкәһендәге Уййылға ҡушылдығы Коелга. Уны "Коелга" тип кенә атайҙар. Эткүл районында шул уҡ йылға исеме менән ауыл һәм бөтөн илгә киң билдәле мәрмәр ятҡылығы ла бар. Коелга гидронимын, уның урыҫ телендәге яҙылышынан сығып, топонимистар ғәҙәттә ҡуй - "овца" һәм йылға һүҙҙәренән яһалған, йәғни һарыҡ йылғаһы тип аңлаталар. Ләкин, әгәр был йылғаны башҡорттар Ҡуййылға түгел, ә Ҡая йылға тип йөрөткәнен белһәләр, ундай мәғәнәһеҙ топоним уйлап сығармаҫтар ине.
Силәбе өлкәһендәге тағы ла бер гидроним - Зюзельга - Зюзелка. Элегерәк был йылға урыҫ телендә бик үк боҙолмайынса Изюзелга, Узюилга формаһында ҡулланылған. Ырымбур губернаһының 1871 йылда баҫылып сыҡҡан торама пункттар белешмәһендә, мәҫәлән, ул ваҡыттағы Силәбе өйәҙендәге Өҙөйылға йылғаһы ун бер тапҡыр Изюзелга тип теркәлгән. Ә башҡортса дөрөҫ атамаһы иһә - Өҙәйылға. Йылғаның үҙенсәлеге шунда, ул тора-бара ҡайҙарҙалыр өҙөлөп ҡала һәм алдараҡ ҡабаттан йылға булып ағып китә. Был уның һыуҙары ер аҫты юлы менән дә барыуынан аңлатылыр ине, моғайын. Йылғаның был ҡыҙыҡлы ғәҙәтен белгән ерле башҡорттар уны шуға ла Өҙәйылға тип атаған да. Бына ошондай миҫалдар етәрлек.

Беҙҙең үҙебеҙҙә шул рәүешле һәм башҡа сәбәптәр менән боҙолған топонимдар күпме? Йәки атамалары бөгөнгө башҡорттар өсөн дә аңлашылып етмәгәндәр, мәҫәлән, нисектер асыҡланамы?

- Ваҡыт тигән нәмә аяуһыҙ, ул атамаларҙы ғына түгел, хәтерҙе лә юйып ҡуя. Атамаларға килгәндә инде, уларҙы ҡағыҙға теркәгәндә йомшаҡлыҡ күрһәтелгән һәм урыҫсалаштырып нисек еңелерәк әйтелә - шулай яҙылған да, унан киткән, кемдең теле нисек әйтә ала шулай һупалау.
Йүрүҙән йылғаһының уң ярында, асыҡ һоро эзбизташтарҙан торған осло ҡаялы тау күренеп тора. Дыуан районының элекке Сарапуловка ауылынан ике саҡрымда ятҡан был тауҙы урыҫтар "Сабакай", "Сабакайский камень" тип йөрөтә. Ләкин уның эткә бер оҡшашлығы ла юҡ. Йүрүҙән ошо тәңгәлдә шәп ағып килеп, тауҙың нигеҙ таштарына бәрелеп ҡаҡсый һәм тау эргәһендә йөрөгәндә ошо тулҡын сәрпегән тауыштар туҡтауһыҙ алҡышлап торған һымаҡ ишетелә. Йәғни, күмәк ҡулдар сәпәкәй иткән һымаҡ. Шуға ла урындағы халыҡ был тауҙы Сәпәкәйташ тип атаған.
Республикабыҙҙың Бөрө ҡалаһына яҡын Шәмшәҙе күле бар. Был гидронимдың мәғәнәһен аңламағандар уны Шамшадин да, хатта Шәмсетдин дә итеп бөткән. Бына, күҙ алдында күпме тарихи атамаларыбыҙҙың яҙмышында хаталар ебәрелә. Нимәне аңлата һуң ул - шәмшәҙе һүҙе? Шәмшәҙе ҡанлы ҡәбиләһе составындағы аҙ билдәле бәләкәй ырыу исеме. Әммә ул ырыу ҙа был атаманы гидронимдан алған. "Шәм" күп төрки телдәрҙә ҡарағай ағасы, ҡарағайлы урман ерҙәре ул. "Шәҙе" - йылға. Шулай итеп, Шәмшәҙе ул ҡарағайлы йылға-күл тигәнде аңлата. Ниндәй матур атама, шулай бит - Шәмшәҙе?
Әлшәй районының үҙәге Раевка ауылы хаҡында ла әйтеп үтәйек. 1938 йылға тиклемге Башҡортостандың географик карталарында Раевка тимер юл станцияһына яҡын ғына Әлшәй ауылы бар ине. Был ауылға XVIII быуат башында Нуғай даруғаһы Яйыҫ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары нигеҙ һалған. Ауылды башлап ебәреүселәрен ҡарттар оло хөрмәт менән Әлшәй Мәргән тип кенә атап йөрөткән. Әлшәй Мәргән үҙ заманының абруйлы кешеһе булған, халыҡ телендә ҡаһарман йөрәкле, ҡыйыу һәм тоғро тип нарыҡлағандар. Бөгөнгө көндә элекке Әлшәй Мәргән ауылы хәҙерге Раевканың бер өлөшө аҫтында ҡалған һәм хатта атамаһын да юғалтып ҡуйған, үкенесле, әлбиттә.
Бәләбәй районындағы Кутузинка йылғаһы хаҡында ла телгә алайыҡ әле. "Кутузинка" тигән атама һеҙгә берәй мәғлүмәт бирәме? Кутузов тип кенә уйларға мөмкин, шулай бит? Ә "ҡот" тигән һүҙ? Әлбиттә!
Боронғо башҡорттарҙа ҡот төшөнсәһе ҙур урын биләгән. Ҡот ҡойоу, ҡот килтереү, ҡот саҡырыу уларҙа айырым йолалар, ритуалдар менән килгән. Элек был йылғаның Ҡотоҙо ауылы ла, Ҡотоҙо урманы ла булған. Һәм аңлатмалар буйынса ла, ауыл ултыраһы ергә алдан уҡ йола буйынса өшкөрөлөп тоҙ күмелгән икән. Был урындар ошо атамала әле урыҫтар килеп ултырғанға тиклем үк билдәле булған. Ҡотоҙо атамаһы, тимәк, "ҡот тоҙо" тигәндән барлыҡҡа килгән. Күрәһегеҙ, ошондай үҙгәргән, боҙолған атамалар нигеҙендә аҙыраҡ ҡына соҡонорға һәм дөрөҫөн табып, уны ҡыйыу рәүештә кире ҡайтарыуҙы талап итергә, халыҡҡа аңлатырға кәрәк.

Ер-һыуҙың боронғо башҡортса исемдәрен ҡайтарыу өсөн нимәләр эшләргә була? Нисек итеп уларҙы халыҡ теленә кире индерергә?

- Бөгөн, әлбиттә, халыҡтың бик аҙы ғына китап алып уҡый һәм ер-һыу атамаһы аңлатмаһын ғилми яҙмаларҙан эҙләп ултыра. Әммә бөгөн һеҙҙең заманға икенсе юлдар ҙа бар. Мәҫәлән, был хаҡта күберәк яҙырға, интернет селтәрҙәре аша сығарырға, һөйләш теленә сығарырға.
Топонимияның ижадсыһы - халыҡ, ә уның сығанағы халыҡтың үҙ ерендәге тормошо, хеҙмәте, ижады, тәбиғәтте танып белеү һәм үҙләштереү ҡеүәһе, уй-фекер һәм хыял донъяһы, заманалар аша үткән көндәлек эшмәкәрлеге, тарихи яҙмыш юлдары. Был йәһәттән топонимика фольклорға яҡын тора.
Башҡортостан һәм, дөйөм алғанда, Көньяҡ Урал, Урал алды һәм Урал аръяғы топонимияһын өйрәнгәндә беҙ иң элек төбәктең иң мөһим ҡатламын билдәләүсе башҡортса атамалар менән эш итәбеҙ. Был ҡатлам башҡорт халҡының беҙгә билдәле һәм әлегә асыҡланып бөтмәгән алыҫ боронғолоғо менән бәйле. Атамаларҙың ҡайһы берҙәре меңәр йыллыҡ төпкөл дәүерҙәргә барып тоташа. Территория яғынан был ҡатлам Урта Уралдан башлап Ырымбур далаларына, Волга - Кама буйҙарынан алып Тубыл ярҙарына тиклем йәйелеп ята һәм ул, ошо көньяҡ Уралда иң характерлы ҡатлам булараҡ, үҙенсәлекле топонимик төбәк барлыҡҡа килтерә.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанға төрлө осорҙа төрлө халыҡтар ҙа килеп тула. Татар, мишәр, сыуаш, мордва, мари, удмурт ауылдары үрсей һәм килеүселәр ер-һыуҙы ла үҙләштереү эшмәкәрлегенә тотона. Был процеста ер менән бергә ошо халыҡтар урындағы топонимик системаны ла үҙләштерә, уларҙың теленә бик күп башҡорт географик атамалары һәм башҡорт телендә һаҡланған бүтән төрлө боронғо атамалар барып инә. Икенсе яҡтан, күсеп килгән халыҡ, әйтәйек, ауылдарға, ауыл тирәһендәге билдәһеҙерәк ерҙәргә үҙенең атамаларын да бирә. Бына, мәҫәлән, Йылайыр районында башҡортса Ҡартлар ыҙмаһы тигән урында урысса Ҡартлаҙма, Мәтеле кисеү янында Мяткися исемле урыҫ һәм Берҙәш, Урыҫ Берҙәше тигән сыуаш, урыҫ ауылдары барлыҡҡа килә. Әлшәй, Бәләбәй райондарында Ыҫлаҡ йылғаһының исеме Ыҫлаҡ, Ыҫлаҡбаш, Яңы Ыҫлаҡбаш тигән сыуаш ауылдарына ҡушыла.
Башҡортостанда Исҡуш һәм Исҡушты (Осҡошто) тигән ауылдар бар. Уларҙың икеһе Балаҡатай районында: Үрге һәм Түбәнге Исҡуш. Бында башҡорттар. Ә Дүртөйлө районында Исҡуш - мари ауылы. Белорет районында Исҡушты (Осҡошто) исемле башҡорт ауылы. Был атамалар барыһы ла башҡортса "өс ҡыуыш" (өс ҡыуышлы, өс ҡыуышты) тигәндән яһалған. Ҡасандыр, ауылдар хасил булғанға тиклем, беҙҙең ата-бабалар был ерҙәрҙә йәйләп, бесән сабып, мал ҡарап йәшәгән. Тимәк, ошо тирәләрҙә уларҙың ҡыуыш ҡороп торор ваҡытлыса торлағы булған. Шунан ҡалған да инде Өс ҡыуыш - Исҡуш-Исҡушты.
Боронғо иран телле ҡәбиләләрҙән ҡалған Рә, Рәз тигән исемдәрҙе, лабау, ман-мән тамырынан яһалған атамаларҙы ла күрһәтеп үтергә була. Бына күпме "лабау"ҙар беҙҙә: Ылабау күле (Дәүләкән районы, Яңы Япар ауылы), Иглин районында Лабау йылғаһы, Ҫарт-Лабау исемле башҡорт ауылы. Ә бүтән географик урындарҙа: Кубанда - Лаба йылғаһы, Үҙәк Азияла - Ланбор күле, Лоб тигән урын. Лоб ауылы һ.б. Был атамаларҙың төбөндә һинд-европа телдәрендәге лоб "аҡ" йәки иран телдәрендәге лаб "яр" тигән һүҙ ята.
Башҡортостанда боронғо башҡорт телендә "йылға" мәғәнәһендә -ғаҙы/-гәҙе термины менән яһалған гидронимдар киң таралған: Ауырғаҙы, Түрҫәгәҙе, Көйөргәҙе, Тиләгәҙе, Баҙы, Яубаҙы. Беҙҙең төп йылғаларыбыҙ Ағиҙел, Ҡариҙел, Димдең боронғо исеме Күгиҙел иһә иҙел "ҙур йылға" тигән боронғо төрки һүҙенән яһалған. Боронғо болғар һәм башҡорттар Каманы Сулман Иҙел тип йөрөткәндәр. Волганың элекке төрки исеме лә - Иҙел, Итил, Әтил.
Башҡортостанда боронғо төрки дәүеренән килгән топонимдар мәсьәләһен дә аныҡ миҫалдар менән нығытып үткем килә. Ҡариҙел районында Маға тигән йылға һәм Мағы леспромхозы бар. Орхон-Йәнәсәй яҙмаларында Мағы ҡорған тигән топонимды осратабыҙ. Учалы районы Өргөн күленең исемен, бер яҡтан, монгол телендәге өргөн "иркен" һүҙе менән аңлатып булһа, икенсе яҡтан, боронғо төрки телендә өргин "һарай" тигән һүҙ булғанлығын да иҫәпкә алырға кәрәк. Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Борай райондарындағы Үтәгән ауылдарының исеме лә тамырҙары менән боронғо төрки дәүеренә барып тоташа. Өтүкән - боронғо төркиҙәрҙең баш ҡалаһы, төрки ҡағандарының резиденцияһы, был исем яҙмаларҙа телгә алына. Был боронғо Өтүкән топонимы урыҫса Утуген формаһында Йәнәсәйҙең үрге ағымындағы бер тау һыртының исеме булараҡ һаҡланған. Атама боронғо төркиҙәрҙең дини ышаныуҙары менән бәйле рәүештә барлыҡҡа килгән: өтүкән һүҙен "божество земли" тигән мәғәнә менән аңлаталар.
Дөйөм алғанда, Көньяҡ Урал (Тарихи Башҡортостан) топонимик төбәгенең төп һәм иң ҡалын ҡатламы - башҡортса атамалар һәм ул ҡатлам, күреп үтеүебеҙсә, башҡорт халҡының алыҫ мең йыллыҡтарҙан килгән ҙур һәм бай, данлы һәм героик тарихы менән бергә үҫкән, байыҡҡан, ғәжәп үҙенсәлекле бер система булып формалашҡан. Ерҙең хәтер китабында беҙҙе яңынан-яңы асыштар һәм табыштар көтә.

Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА
һөйләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.21 | Ҡаралған: 364

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru