«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАТАР МЕНӘН БАШҠОРТ (6-сы бүлек)
+  - 


Ишмырҙа дуҫының кәйефен төшөндө, башҡаса ныҡышманы. Бер аҙ тын торҙолар, тағы яртышар йотом йоттолар. Ишмырҙа, онотолоп киттеме, тағы һораны:
- Әй, мәрйәләр нисек була ул?
- Нигә, маржа күргәнең юкмы ни? Шул ук нәрсә инде!.. - Мәснәүи асыу менән әйтте. - Сүзеңә караганда, башкорттан артыкны күргәнең юк, ахырсы!
- Ниңә, минең бисә татар ул.
- Ә үзең миннән көлгән буласың!
- Сүтәки ҙә татар урыҫ түгел бит инде! - Ишмырҙа еңгән кеше ҡиәфәтендә әйтте.
- Анысы шулай... Ярар, болай да көйгән җанымны көйдереп торма әле. "Син марҗа" диеп, ун ел торған хатынны куып чыгарыйммы ни!
- Татар тип кәмһетмәйме һуң үҙеңде? Улар бит "вилок" тип мыҫҡыллай торған.
- Әйтеп карасын! Правда, башта бер абыйсы шул син әйткән сүзне ычкындырган иде. Җилкәсеннән эләктереп алдым да моны: "А ну-ка, повтори!" - дим. Урыс куркак бит ул, шыр жибәрде. "Прости, зятек, я так спьяну сглупил", - ди. Шуннан соң берсенең дә авызыннан сүз чыкканы булмады. Ә былай маржалар милләт аермый, аларға лишь ир булсын. Ир булсын да, акча китерсен! Шулай, брат, менә син дә татарға каршы йөргән буласың, ә үзеңнең хатының татар булып чыкты. - Кем ҡаршы йөрөй, үҙең килеп тотонғас, мин нәмә!..
- Каян килеп тотынсын! Син үзен башладың ла! Мин бит сиңа ул вакыт, болай, шаяртып кына әйткән идем, "башкорт" дип, син "татар" дидең, китте дә барды инде. Ярар, Ишморза дус, судьялар очына чыга алмаганны, без икәү чыга алмабыз... Ә син ул татар кызын каян таптың соң? Сезнең якта тик башкортлар гына яши, имеш, диләр бит?
- Һуң татарҙың таралмаган ере бармы ни! Ә былай мин үҙебеҙҙең яҡтыҡын түгел, ситтән барып алдым. Благовар районынан.
- Благовар? - Мәснәүиҙең күҙҙәре таҫрайҙы. - Кайсы авылдан?
- Белмәйһеңдер, Әрәмә тигән бер бәләкәй генә ауыл ул. Йылға буйында ултыра.
- Пәттәч, нигә белмәсен, ди! Ул бит безнең күрше генә авыл!
- Үҙең әле, мин Архирей жулигы, тип маҡтана инең?
- Соң без бит Уфага күчеп кенә килгәнбеҙ, мин кечкенә чакта. Әти-әниләр шунда яр башында ызба сатып алганнар да инде. Телецентр тирәсендә ярда ызбалар утыра бит, шунда инде. Ә син ул Әрәмәгә ничек барып чыктың? Кода да булып чыгарбыз әле, минем анда туганнар да бар!
- Бәлки, - тип йылмайҙы Ишмырҙа. - Беҙ ни, баяғы, ҡоролоҡ йылды Благовар яғына һалам әҙерләргә барғайныҡ, колхозға. Шунда бер әбей менән бабайҙарҙа торҙом. Матур ғына ҡыҙҙары бар ине, кәләш иттем дә алдым инде... - Ишмырҙаның йөҙҙәре яҡтырып, күҙҙәре нурланып китте, нисек итеп ҡыҙҙы йәрәшеп йөрөгән, кәләш итеп алып ҡайтҡан саҡтарын иҫенә төшөрҙө булһа кәрәк. Быны Мәснәүи ҙә тойҙо, тәрән генә һулап ҡуйҙы ла: - Да, брат, бар иде шәп чаклар... - тине. - Менә, Ишморза, земляк кына түгел, кода да булып чыктык. Ә ул синең хатының телен ташлаган, үзең кебек кара башкорт булып беткәндер бит инде? Син бит бик каты сөйләшәсең, телеңне аңлап бетеп тә булмый кай чакта.
- Ташлатырһың һеҙҙең татарҙан телен! Ауылда бер үҙе сутырлап йөрөгән була. Беҙҙең башҡорт ҡына ул араға бер татар килеп күрендеме, телен боҙоп ҡаңғыра. Күрерһең, минең Нәзифә үлгәнсе үҙ телендә һөйләшәсәк. - Ишмырҙаның күҙ алдында һаман ҡатыны торалыр, ауыҙҙары йырыҡ. - Шәп ул минең кәләш татар булһа ла!
- Нигә "татар булһа ла"? Татар чем хуже?
- Ай Алла, юҡҡа-барға ҡыйшайырға ғына тораһың! Былай ғына әйтәм инде, ғәҙәт буйынса. Татарҙың кеме юҡ та, башҡорттоң кеме юҡ! Һин үҙең дә ысын татар түгелһеңдер әле: йә керәшен, йә урыҫ тоҡомонанһыңдыр. Бисәң - урыҫ, фамилияң - урыҫ! - Каян урыс, ди! Кәлмәт дигән карт булган, без шуннан таралып киткәнбез. Белсәң, Кальметовлар барсы да дворяннар, дворян нәселеннән!
Ишмырҙа бәҙрәфте яңғыратып көлөп ебәрҙе:
- Дворяндар? Ниңә, ул Кәлмәт ҡарт Ленинградта йәшәгәнме ни?
- Нигә, именно Ленинград кына димәгән, безнең Благоварда ла булған ул дворяннар. Үзләре татарлар. Әле күпне белмисең икән!
- Ә дворян булғас, ниңә ун етенсе йылда атмағандар һеҙҙе? - Ишмырҙа тегенең һүҙҙәрен мәрәкәгә ала: йә, ғәҙәтенсә, шаштыра, йә үҙе наҙан. Ә Мәснәүи уның һайын ярһый:
- Во-первых, атар өчен мин ул вакыт булмаганмын, во-вторых, ул Кәлмәт картларның исеме генә дворян, ә үзләре бик ярлы булган. Шуңа аларны "чабаталы дворян" дип йөрөткәннәр. Шундый сүзне ишеткәнең юкмы ни бер дә? Менә, Ишморза дус, икебез дә зур кешеләр булып чыктык: син - Буранбай, ә мин - дворян токымыннан!..
"Ҡоҙалар" икеһе лә йылмайышты, шул туған -ырыулыҡты йыуыр өсөн тип, Мәснәүи салбар ҡайышында ҡыҫтырыулы йәшел шешәне алды. Ҡалған тамсыны теле менән генә яланы ла шешәне тегегә бирҙе. Араҡы бөткәйне инде, Ишмырҙа һелкетеп-һелкетеп һурып маташты ла, сыҡмағас, шешәне иҙәндәге ҙур ярыҡҡа ырғытты.
- Нәрсә эшлисең? - Мәснәүиҙең күҙҙәре тоҙҙай булды.
- Бөткән бит...
- Бетсә соң, монда посуданың ничек кадерле икәнен беләсең лә!
-Ҡуй әле, йә, шешәне ҡайҙан алдың, тип таптырырҙар... Эй, сәғәт нисә булып китте икән?
Мәснәүи сәғәтенә ҡараны:
- Анаңны! - Шулай тине лә ҡулын һелтәгән кеше булды. - Көтерләр...
- Ҡаңғырып кителде лә...
Былар әбрәкәйҙән сыҡты. Сыҡты ла икеһе бер юлы туҡтап ҡалды: цех алдында әллә күпме халыҡ йыйылған. Бер үк кейемдәге, шуғамылыр, барыһы бер төҫлө күренгән әҙәми заттар Ишмырҙа менән Мәснәүигә ҡараған да ауыҙҙарын йырған. Былар күренгәс, бер юлы ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр. Күрәһең, күптән күҙәтеп торғандар.
- Ресторан ябылды! - тине береһе.
- Вот артисты, сначала подрались, а сейчас песни поют! - Тегеләр тел сарларға тотондо.
"Иғтибар итмә!" - Мәснәүи шым ғына фарман бирҙе лә шәп-шәп атлап цех яғына китте. Ишмырҙа уның артынан эйәрҙе. Барып еткәс, береһе тағы төрттөрөп маташа ине лә, Мәснәүи: "А тебе завидно, да?" - тип екергәс, теге шымды. Ярай әле, Мәснәүи дуҫы бар. Ҡала кешеһе шул, кәрәк саҡта телгә аптырамай.
Тегеләр башҡаса өндәшмәне, "зэк"тың хәлен "зэк" аңлай.
Мәснәүи менән Ишмырҙаның эштәре көйләнде хәҙер. "Вор"ҙан ҡотолдолар, колонияла абруйҙары үҫте, кешеләр уларға ихтирам менән генә түгел, көнләшеп ҡараған кеүектәр. Яҡташтар буш ваҡыттарында гел бергә. Үҙ телеңдә һөйләшерлек бер генә кеше булғанда ла ул тиклем ят итеп тоймайһың бит үҙеңде. Һай, үҙ телең! Ошондай саҡтарҙа бигерәк ҡәҙерле бит ул үҙеңсә һөйләшеү!
Шулай ҙа төрмә - төрмә инде, бик эсендә генә тоталар, көнөнә әллә нисәмә тапҡыр һанайҙар - кеше бит малдың-малын айына һанаһа бер һанай. Үҙең кеүек әҙәмдәргә "гражданин начальник", "осужденный Буранбаев" тип торорға кәрәк. Шуныһы бигерәк йәнде кимерә. Ҡайһы саҡ ошо бәндәләрҙе тысҡылдатып бәргеләп ташлағы килә лә, ни ҡылаһың, ахырҙа, яҡташыңа барып зарланып алаһың. Ә тегенең иҫе китмәй!
- Төкер син шуларга! Мәңгегә кермәгән дә бу тишеккә! Иреккә чыгып кына алыйм әле, сөйләшә белермен!
Йәне көйөп йөрөй торғас, үҙ алдына әллә ниҙәр уйлап сығара. Бына, имештер, төрмәнән имен-аман ҡотолоп, ауылында һин дә мин йәшәп ята. Бөтәһе лә онотолған, тормош бығаса нисек булған, шулай бара. Ишмырҙа утынға тип Ирәндек яғына юл тотто. Көҙ, бысраҡ ваҡыт. Ҡарамалы соҡорон үтәм тигәндә, батып ултырған ҙур машинаны күреп ҡала. Янында әллә ниндәй хәрби кеше. Тракторға ҡаршы килә. "Машинаны сығарыш әле! Бер ярты бирербеҙ!" - ти. Ишмырҙа ни күҙе менән күрһен, алдында ошо колония начальнигы тора. Теге лә аптырап ҡала, хатта ҡаушап төшә. Ҡасандыр меҫкен генә ҡиәфәттә "осужденный Буранбаев" тип торған кеше ҡайһылай геүелдәтеп йөрөп ята! Ә был шуға йомошҡа килде. Бына бит донъялар! Тегеләр, баҡтиһәң, халыҡтан картуф йыйырға килгәндәр ҙә ҡайтырға тип ҡуҙғалғанда батҡан да ултырғандар. Икенсе юлдан китергә кәрәккән дә ни, белмәгәндәр инде. Ишмырҙа ни тросын таға ла тарттырып сығара быларҙы. Ауан кеше бит инде, теге ваҡыттағы асыуҙары онотолған. Хатта уларҙы үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра. Һуң бит ошондай ваҡытта кешене нисек итеп төнгә ҡарай сығарып ебәрәһең.
Былар ризалаша. Ишмырҙа әллә кем булып китә. Даны ни тора бит: Ишмырҙа үҙен төрмәлә бикләп торған әҙәмдәрҙе алып ҡайтҡан! Дыуамал кеше бит ул, ҡара эсле түгел.
Башта донъяһы менән таныштыра - ихатаһын, аҙбарын, келәтен, гаражын күрһәтә. Шунан ҡатынына мунса яғырға ҡуша ла тегеләрҙе йортона алып инә. Бер аҙ ял иткәндәй булғас, ҡунаҡтары алдында бер һарығын йығып һуя. Бишбармаҡ бешерәләр, күршеләрҙән үтескә алып булһа ла байтаҡ араҡы таба. Мунса инеп сыҡҡандан һуң төнө буйы ҡунаҡ булалар. Эсеп алғас, колония начальнигы быны маҡтап бөтә алмай: "Молодец, Буранбаев, һин тегендә лә өлгөлө булдың!" - ти. Иртән инде Буранбаев уларҙы оло юлға тиклем оҙата бара.
Бына шулай үс ала ул үҙен ике йыл биктә тотҡан кешеләрҙән.
Бер көн Ишмырҙа ошо хыялдарын Мәснәүигә һөйләне. Теге сәсрәп төштө:
- Эйе, шуларны сыйлап утырмага! Битләренә төкереп китәр идем! Аз издеваться иттеләрме!
Ишмырҙа бәхәсләшеп торманы, былар хыял ғына бит. Әле ҡотолоп сығыу өсөн ике ай ярым ваҡыт бар. Ғәҙәттә бит, өй яҡынайған һайын, юл оҙонораҡ күренә, ҡайтыр саҡ еткән һайын, ваҡыт аҡрыныраҡ үтә...

5

Ни тиклем генә хыялланмаһындар, дуҫтарҙы, ҡарышҡан шикелле, бер көндә сығарманылар. Хатта иҫкәртеп тә торманылар, Ишмырҙаны саҡырттылар ҙа: "Буранбаев, һин бөгөндән азат - тулы хоҡуҡлы гражданин! Ҡотлайбыҙ!" - тинеләр. Ҡарасы, һөйләшеүҙәре бөтөнләй икенсе, былар ҙа әҙәмсә була белә икән! Тейешле аҡсаһын бирҙеләр, башҡаса енәйәткә бармауын һәм матур тормош теләп, сығып китергә ҡуштылар.
- Гражданин начальник, ә Кальметов? - тине Ишмырҙа.
- Хәҙер инде "гражданин начальник" түгел, "иптәш начальник", - тине офицер.
- Беҙ бит Кальметов менән "подельниктар", бер үк эш буйынса бер үк срокка хөкөм ителдек, гражданин, әй... гражданин начальник...
- Беләһеңме, Буранбаев, ишек асыҡ саҡта шылып ҡал. Ҡалғаны... - "иптәш начальник" йылмайҙы, - һинең эш түгел.
Ишмырҙаның танау төштө, бөтә хыялдары емерелде. Ҡотолғас, шулай итербеҙ, былай итербеҙ, тип әллә ниндәй пландар ҡороп бөткәйнеләр, бына һиңә мә! Ни ҡылмаҡсы булалар икән, әллә Мәснәүи бер-бер эш боҙоп ташланымы? Ул-был булһа, ишетелер ине. Ни хәл итһен, теге "иптәш начальник" әйткәненсә, ишек асыҡ саҡта "шылып ҡалыуҙан" артығы юҡ ине.
Аптыраҡ, ҡасан ҡотолам ошонан, тип ниндәй генә хыялдарға бирелмәне, сыҡҡайны - етемһерәне лә китте. Төйөнсөгөн тотоп бер аҙ торған булды, тегеләй әйләнде, былай әйләнде, уға һүҙ ҡушыу түгел, иғтибар иткән кеше лә юҡ, теләһәң нишлә. Хатта ҡайтҡы ла килмәгән кеүек. Ҡайтҡы килеүен килә, тик әкиәттәге кеүек күҙеңде асып йом да ишек алдыңда ултыр ине. Ә яңғыҙы ғына оло юлға ҡуҙғалғыһы килмәй. Берҙән, шәп түгел, дуҫыңды ташлап ҡалдырған һымаҡ, икенсенән, бергә ҡайтыуы күңелле лә инде. Икәү ышаныслыраҡ та була, бараһы юл байтаҡ ҡына бит әле.
Ишмырҙа поезға ултырырға ашыҡманы, Мәснәүиҙе көтөп ҡарарға булды. Бәлки, "подельниктар" тип бер юлы сығармаҫҡа уйлағандарҙыр, тип төшкә тиклем ошо колония тирәһендә йөрөштөрҙө, ҡапҡанан күҙен алманы. Инде лә булмағас, колониянан ун биш саҡрым тирәһендәге поселокка юлланды. Бынан йөрөй торған автобус менән китте.
Башта ул ашханаға инеп туйғансы ашаны. Барынса иң затлы аҙыҡтарҙы алырға тырышты. Ашап туйғас, әллә кем булып, урам буйынса китте.
Бөтә халыҡ уға ҡарайҙыр, бына ирекле кеше китеп бара, тип һоҡланалыр һымаҡ күренде. Арыуыраҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы аяғынан алып башына тиклем тикшереп үтте, ҡайһы берҙәренә һүҙ ҙә ҡушты. Үҙе эстән генә аптырап та ҡуя: бер ҙә онотолмаған да, һүҙе табыла бит! Әммә тегеләр Ишмырҙаның һүҙенә яуап бирергә ашҡынып торманы, ерәнгән төҫ менән ситкә борола һалды. Ә Ишмырҙа ғәрләнмәне, кәрәгегеҙ бар ине, бына Баймаҡҡа килә ҡалһағыҙ, йылмайырһығыҙ ҙа, мин һеҙҙең кеүек үтеп китермен ул саҡта, тип ғорурланды.

(Дауамы. Башы 38-42-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.21 | Ҡаралған: 295

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru