«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕРЛӘШӘЙЕК, БАР ЫРЫУҘАР БАШҠОРТТАРЫ!
+  - 


Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына йомғаҡ яһарға иртәрәк булһа ла, уның һөҙөмтәле булыуын әле үк билдәләргә мөмкин. Йыл дауамында тормошҡа ашырылған әһәмиәтле эштәрҙең барыһын да һанап үтеү кәрәк тә түгел, уларҙы киң мәғлүмәт саралары даими яҡтыртып барҙы. Ә бына тарихта беренсе тапҡыр уҙғарылған Ырыуҙар съезына ентекләберәк туҡталырға ла мөмкин.

Мәғлүм булыуынса, бер нисә йыл дауамында республика тарихсылары башҡорт ырыуҙарына бағышланған китаптар сығарыу менән шөғөлләнде, уның һөҙөмтәһендә күптәр үҙенең тамырҙарын асыҡланы, асылына ҡайтты. Был хеҙмәттең дауамы булып заманында суверенитеттар парады менән бер рәттән башҡорт зыялыларының, атап әйткәндә, яҙыусы Булат Рафиҡов инициативаһы менән башланып, бер ни тиклем һүнеп ҡалған ырыуҙар хәрәкәтенең эше йәнләндерелеүе торҙо. Йыл башынан алып 20 ырыу үҙенең съезын үткәрҙе. Һәм әлегә тупланып өлгөрмәгән башҡа 3 тиҫтә самаһы ырыу вәкилдәре, ниһайәт, бер ҡорға йыйылды.
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, был көндө һәр кем көтөп алды. "Сара көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү өсөн күптән кәрәк ине. Беҙ - башҡорттар, республика булдырыусы халыҡ, Башҡортостандағы хәл-торош, тыныслыҡ, татыулыҡ, республикалағы барлыҡ халыҡтарҙың үҫеше өсөн яуаплы. Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтен үҫтереп, әлбиттә, тәү сиратта уның берләштереү роленә таянабыҙ. Бөгөн кешелек алдында төрлө һынауҙар ҡуйған глобаль донъяла тарихын, тамырҙарын белгән, халҡының рухи ҡиммәттәренә таянған кеше мәғлүмәт һөжүменә дусар булмаясаҡ, үҙенең кем булыуын уйлап баш ватмаясаҡ. Ырыуҙар хәрәкәте - милләтебеҙҙе берләштереүсе көс. Беҙ күп төрлөлөк, шул иҫәптән диалекттарыбыҙ менән көслө", - тине ул үҙенең фекерен белдереп.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев башҡорт тарихының яңы биттәре асылыуын һәм барлыҡ ырыу вәкилдәренең бер ҡорға йыйылыуын ҙур ҡаҙаныш тип баһаланы.
Был мөһим сараға йомғаҡ яһап, "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында киң мәғлүмәт саралары өсөн матбуғат конференцияһы ойошторолдо.
"Донъя глобалләшеү процестарын кисерә, унификация, экспансия башҡорт халҡына ғына түгел, башҡа этностарға ла кире йоғонто яһай, тәү сиратта дөйөм Рәсәй берҙәйлеге юйыла. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы кемделер һан буйынса еңергә тырышмай, беҙ съездарҙы башҡорт халҡының сифаты түбәнәймәһен өсөн, улар үҙҙәренең тарихын, шәжәрәһен белһен, шуға бәйле төрлө саралар үткәрһен өсөн ойошторабыҙ һәм киләсәктә уның һөҙөмтәһен күрербеҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Әгәр тарихыбыҙҙы, ғилемебеҙҙе таратһаҡ, халыҡ кем мин, ҡайҙан мин, тип уйлана, тамырҙарын барлай башлаясаҡ. Ә глобалистарға үҙенең кемлеген белгәндәр түгел, тарихһыҙ, зат-ырыуһыҙ биологик организм кәрәк", - тип белдерҙе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов.
Алға китеп әйткәндә, сифатлы башҡорт ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш, тигән һорауға яуап итеп, Ғәлим Миңлеғәли улы тәү сиратта уның үҙаңы булырға тейешлеген билдәләне. Кешенең ниндәй диалектта йәки телдә һөйләшеүе мөһим түгел, сөнки бөгөнгө заманда башҡорттар донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәй һәм сит телдәрҙе лә туған телендәй яҡшы белә. Шуға күрә, уның үҙаңы башҡорт булырға һәм башҡортлоҡтоң бер сағылышы булған дүрт тағанын: ырыуын, тамғаһын, ҡошон, ағасын, дөйөмләштереп әйткәндә, тарихын һәм мәҙәниәтен белергә, рухлы булырға тейеш. Ҡоштар һайрашып табышҡан кеүек, бөгөн беҙҙе быуындан-быуынға ҡан хәтере һаҡлаған ырыуҙарыбыҙ берҙәм милләт итеп берләштерә ала. Тиҙ үҫешкән һәм символдар заманында ырыу атрибуттары башҡалар асып инә алмаған ысын сифатлы башҡортлоҡтоң асҡысы - коды булып тора, тип әйтергә мөмкин. Был мәсьәләне асыҡлап, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин бөгөн үҙаңдың әҙәби тел менән бер рәттә тороуын шотландтар миҫалында күрһәтте. Уларҙа әҙәби шотланд теле менән тағы ике тел ҡулланыла, шулай уҡ йәһүдтәрҙә был һан бишкә етә, әммә үҙаң уларҙы үҙҙәрен шотланд йәки йәһүд тип танырға мәжбүр итә. Әгәр беҙгә ырыуҙар бүленеше кеүек ҡиммәт бирелгән икән, беҙ уны үҙ мәнфәғәтебеҙҙә һәм милләт файҙаһына ҡулланырға тейешбеҙ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды тарихсы.
Әлбиттә, республикала ырыуҙар тураһында китаптар нәшер ителә, ырыуҙар йыйындары уҙғарыла, ырыу биләмәләре ерҙәренә ырыу таштары ҡуйыла башлағас, быға ҡаршы сығыусы көстәр ҙә булманы түгел. Шуға ла Салауат Ишмөхәмәт улы был мәлгә тағы бер тапҡыр туҡталып, ырыуҙарҙың тарихта Сыңғыҙхан осоронан билдәле булыуы һәм тап уның бейҙәргә ырыу символикаһын биреүе тураһында һөйләп үтте. Шулай уҡ революцияға тиклем Башҡортостан территорияһында булған улыстарҙың башҡорт ырыуҙары атамаһы менән йөрөүен белдерҙе. Хатта ырыу территорияларындағы топонимика ла ошо хаҡта һөйләй. Ул ғына ла түгел, башҡорт ырыуҙары атамаларын геологик ҡатламдарҙа ла осратырға мөмкин. Шулай уҡ башҡорт тарихы ысын мәғәнәһендә ташҡа ла соҡоп яҙылған. Башҡорт ырыуҙарының беренсе съезы үткән Туймазы районындағы Ырыуҙар тамғаһы ташы ла быға бер дәлил. "Ҡасандыр бында ике таш торған, - тип хәтерләй урындағы халыҡ. - Әммә икенсеһен, бәләкәйерәген, бер нисә тиҫтә йыл элек хужалыҡ ихтыяжы өсөн алып китәләр. Ә был, ата-олатайҙарыбыҙҙы иҫләгәне, тороп ҡала". Ҡандракүлдең борон-борондан башҡорт ырыуҙары съездары урыны булыуын тарихсылар ҙа раҫлай - ҡая таштарының береһендә башҡорттарҙың тамғалары һалынған. Ни өсөн тап беренсе съезға Туймазы районы биләмәһе һайланыуы ла хәҙер аңлашыла. Хәйер, был төбәк башҡорттарының 1812 йылда Парижға инеүе лә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафын күпләп тулыландырыуы ла сер түгел. Тарих биттәрен ентекләберәк аҡтарырға ғына кәрәк...
Ғалим, БДБҠ Башҡарма комитетының тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Юлдаш Йосопов тарихи йылда Ҡоролтайҙың эшмәкәрлеге төрлө йүнәлештә алып барылыуын билдәләп, уларҙың бер нисәһен атап үтте. Әйткәндәй, ырыу гербтарын эшләү инициаторҙарының береһе булараҡ, ул гербтарҙы юридик йәһәттән нығытыу буйынса алып барылған эш тураһындағы һорауға ла асыҡлыҡ индерҙе. Әле тамғаһы, ҡошо, ағасы, ораны, һауыты нигеҙендә 15 ырыуҙың гербтары эшләнгән, улар 20-гә тулһа, республиканың Геральдика комиссияһына тапшырылып, юридик йәһәттән нығытыласаҡ һәм улар ошо ырыуҙың милке булып торасаҡ. Шулай уҡ Юлдаш Мөхәмәт улы "2030 йылға тиклем Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы" авторҙарының береһе булараҡ, милләтебеҙҙе үҫтереүҙең программа документында ҡаралған барлыҡ йүнәлештәр буйынса эштәрҙең нисек тормошҡа ашырылыуы 14 декабрҙә - Башҡорт теле көнөндә Башҡорт тарихы йылына йомғаҡ яһау сиктәрендә ойоштороласаҡ сарала секция ултырыштарында ҡараласағын, ҡайҙа уның уңышлы тормошҡа ашырылғаны, ниндәй урында иғтибар етмәгәнлеге асыҡланасағын белдерҙе. Йәғни был документ эшләнде лә онотолоуға дусар ителде түгел, ә йыл һайын йомғаҡ яһалып, аныҡ тормошҡа ашырыласаҡ.
Тарихсы Нурислам Ҡалмантаев Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә тормошҡа ашырылған мөһим проекттар менән бер рәттән, халыҡтың тамырҙарын барлауға, шәжәрәләрен төҙөүгә ҙур иғтибар бирә башлауына туҡталды һәм миҫал итеп Рудольф Нурыевтың шәжәрәһен, профессор Миләүшә Мортазинаның архив документтары буйынса ата-олаталарының милләтен күреп аптырау кисереүе тураһында һөйләне. Онотолған исемдәрҙе кире ҡайтарыу, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итеүсе шайморатовсыларҙың исемдәрен тергеҙеү һәм мәңгеләштереү буйынса алып барылған һәм башҡа эштәр менән таныштырҙы.
Ырыуҙар съезы сиктәрендә ойошторолған саралар араһында яңылыҡ булып башҡорт ырыуҙары араһында көс күпалышы буйынса үткән "Бәйге" беренсе чемпионаты торғандыр, моғайын. Был Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ырыуҙарҙы ғына түгел, уларҙың уйындарын да тергеҙеүгә бер аҙым яһауына дәлил. Әлбиттә, тарихи уйындарға заманса элементтар ҙа өҫтәлгән, ҡайһы берҙәре уйлап сығарылған. Матбуғат конференцияһында белдереүҙәренсә, ярышта һигеҙ: "Табын" (Силәбе өлкәһе), "Юрматы" (Өфө ҡала округы), "Ғәйнә" (Пермь крайы), "Балыҡсы" (Асҡын районы), "Уран" (Яңауыл районы), "Ҡаңлы" (Туймазы районы), "Йылан" (Дүртөйлө районы), "Ҡырғыҙ" (Илеш районы) командалары ҡатнашҡан. Бәйге тураһында уның ойоштороусыһы Раил Бикмаев һәм еңеүсе "Юрматы" командаһы капитаны Альберт Мостафин менән "Йылан" командаһы капитаны Денис Ваһапов үҙ тәьҫораттары менән бүлеште. Ярыш программаһында һабантуйҙарҙың спорт программаһына индерелгән арҡан тартыу, һуңғы ваҡытта популярлыҡ яулай барған суҡмар ташлау, "тарт-эт", уҡ атыу менән бер рәттән бүрәнә ташыу, бысыу, ярыу һәм унан ырыу тамғаһын эшләү, башҡорт биатлоны, ҡымыҙ миле кеүек яңы төрҙәр ҙә индерелгән. Командалар составында көс талап ителгән спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара спорт мастерҙары, донъя чемпиондары, Рәсәй һәм донъя рекордсылары булһа, Асҡын районының "Балыҡсы" командаһы вахта ысулы менән ситтә эшләп йөрөгән ир-аттан тороуы менән үҙенсәлекле була. Шулай ҙа улар тәжрибәле спортсыларҙан һис тә ҡалышмай - өсөнсө урын яулай.
Юҡҡа ғына Башҡортостандың спорт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамурзина был ярыштарҙың Һаулыҡ һәм әүҙем ғүмер оҙайлығы йылында беренсе тапҡыр старт алыуын билдәләп, уның маҡсаты сәләмәт тормошто пропагандалау һәм йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыуҙың бер ысулы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алмай. Ысынлап та, хәҙер донъяла халыҡтарҙы күп нәмә менән аптыратып булмай, ә бына милли үҙенсәлек, этноспорт һәр ерҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ә инде башҡорт күпалышын ойоштороп үткәреүсе Раил Бикмаев белдереүенсә, "Бәйге" - ул ярыш ҡына түгел, уның үҙенең тәрән философияһы бар. Шулай уҡ ул - рух сығанағы ла тип әйтергә мөмкиндер, сөнки еңеүсе команда тарихта беренсе тапҡыр күсмә кубок булараҡ батыр торҡаһына (шлем) эйә булған һәм матбуғат конференцияһында уны бәйге батырҙарының иң ҙур бүләк итеп ҡабул итеүен тоймау мөмкин түгел ине. Эйе, ул ҡиммәтле таштар менән дә биҙәлмәгән, алтын-көмөш тә ялатылмаған, әммә асылы бер - батыр рухы өҫтәгән еңеүсе торҡаһы. Ярыш еңеүселәре урындарына ҡарап 150, 100 һәм 50 мең һум аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. Уны ниндәй маҡсатта тотонорға ниәтләүҙәре хаҡында һорау бирелгәс, Денис Ваһапов һис икеләнеүһеҙ: "Ярыштарҙа алған барлыҡ аҡсалата приздарҙы буласаҡ спортсы тәрбиәләү маҡсатында улыма инвестициялайым", - тип белдерҙе.
Матбуғат конференцияһында онлайн форматта ҡатнашыусы "Без -башҡортлар" хәрәкәте активистары Радик Бәхтиев менән Туймазы ҡалаһы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаилдың сығышы ла иғтибарға лайыҡ булды. Радик Бәхтиев сығышында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының диалектына, ниһайәт, тейешле иғтибар бирелеүе, уның яҙма тел итеп ҡулланыла башлауы, ошо телдә нәшер ителгән баҫмаларҙы күреп, халыҡтың сикһеҙ ҡыуаныуын, хатта был ваҡиғаға тыныс ҡына ҡала алмай, күҙҙәре йәшләнеүен белдерҙе. Шулай уҡ ул 22 октябрҙә Краснокама районында үтәсәк сара менән дә таныштырып китте: былтыр октябрҙә Аҡтанышбаш ауылы клубына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байраҡсыһы Әхмәтхужа Әхмәҙуллин исеме бирелә һәм был аҙнала уға легендар атлы дивизия байрағының күсермәһен тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Әйткәндәй, быйыл республиканың тарихи шәхестәре исемен мәңгеләштереү маҡсатында Краснокама районында Ә. Әхмәҙуллин менән бер рәттән, Хәнәфи Нурғәлиевҡа ла иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
Альберт Исмаил төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында саф башҡортса сығыш яһаны. Ул Башҡорт ырыуҙары съезындағы фекерҙәрен тағы бер тапҡыр ҡабатланы: башҡорт әҙәби теле нигеҙендә төньяҡ-көнбайыш диалектының (иҫке башҡорт теленең) алфавитын төҙөү, орфографияһын булдырыу һәм диалектта уҡытыу буйынса тәжрибә класы ойоштороу, Туймазы ҡалаһының 1-се Башҡорт гимназияһына генерал Шайморатов исемен биреү.
Матбуғат конференцияһы ике дәүләт: башҡорт һәм рус телендә барҙы һәм конференцияға ҡарағанда ихлас һөйләшеүгә яҡын булды. Әллә башҡорт теле лә яңғырағанға шулай тойолдо... Хатта сығыш яһаусылар төп бер мәлде лә әйтеп китергә онотто: Туймазыла үткән ҙур сараның резолюцияһына 15 октябрҙе Башҡорт ырыуҙары көнө тип иғлан итеү тураһында Башҡортостан Хөкүмәтенә тәҡдим индереү пункты ла керетелгән. Был көн календарҙа ҡыҙыл төҫ менән билдәләнмәһә лә, ул сифатлы башҡорт тәрбиәләүҙең һөҙөмтәләрен барлау көнө булырына өмөтләнәйек.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.21 | Ҡаралған: 283

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru