«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ - БАЛЫҠСЫ ЫРЫУЫ БАШҠОРТТАРЫ
+  - 

Һәр ваҡыт күтәренке рухлы, асыҡ йөҙлө булған Наил Ғаян улы Хәйруллин Асҡын районының өлкән педагогтарына ғына түгел, йәштәргә лә яҡшы таныш. Ул бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған. География уҡытыусыһы булып эшләгән, күп йылдар мәктәп директоры булған, шулай уҡ Башҡортостан мәҙәниәте, тарих фәндәренән дә уҡытҡан. Беренселәрҙән булып уҡыусылар менән шәжәрәләр ҙә төҙөй башлаған. "Балалар тамырҙарын, ата-бабалары хаҡында мәғлүмәт эҙләп, нәҫел ептәрен барлауға ҡыҙығып ылығып китә торғайны", - ти Наил ағай. Тора-бара үҙе лә шәжәрә төҙөү эшенә ныҡлап тотона ул. Архивтарҙа эҙләнеүҙәр, ололарҙан һорашып яҙып алыуҙар һөҙөмтәһендә ул атаһы яҡлап Атналы нәҫелен - 15-се быуынға, әсәһе яҡлап Төлкө нәҫелен 14-се быуынға тиклем өйрәнеп, шәжәрәләр төҙөй. Түбәндә ул ошо эҙләнеүҙәре тураһында һөйләй.

- 1960 йылда мин беренсе класҡа уҡырға барҙым. "Беҙ Балыҡсы ырыуына ҡарайбыҙ, беҙ - башҡорттар, ғорур халыҡ", - тип гел әйтә торғайны атайым, - ти Наил Ғаян улы. - Ул саҡтарҙа мәктәптә уҡығанда шәжәрә һүҙе ҡулланылмай ине. Дәрестәрҙә ғаилә, үҙ нәҫелең һәм тыуған ауыл тураһында инша яҙа торғайныҡ. 7-се класта уҡығанда уҡытыусыбыҙ Тәслимә Ғәлимйән ҡыҙы Нурмиеваның ата-бабаларыбыҙ - Балыҡсы ырыуы вәкилдәренең беҙҙең яҡтарға ҡайҙан килеп сығыуын һөйләгәне әле лә иҫемдә. Балыҡсы ырыуы беҙҙең төбәктәргә 12-се быуатта Алтай яғынан килгән. Ул ваҡытта татар-монголдар хакимлыҡ итеүе билдәле. Нәҡ улар балыҡсыларға Яйыҡ (Урал) йылғаһына тиклем ерҙәрҙең уңдырышлы булыуын әйткән. Балыҡ төрөк теленән тәржемә иткәндә "ҡала һаҡсыһы" тигәнде аңлата. Нәҡ Тәслимә апай нәҫел ептәрен өйрәнергә ҡыҙыҡһыныу уятты. Мин юғары белем алып, Ҡашҡа мәктәбенә эшкә ҡайтҡас та, нәҫелебеҙгә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе гел теркәй барҙым. Ауылдашым, Әхмәтзыя ағай Ғәлиәхмәтов, бик ныҡ ярҙам итте. Ул 14 йәшендә атаһы Ғәлиәхмәт ағай менән минең Хәйрулла олатайыма мөрәжәғәт итеп, үҙебеҙҙең Атналы нәҫеле тураһында бай мәғлүмәт яҙып алған булған. Шәжәрә төҙөй башлағас, мин Әхмәтзыя ағайға барып, нәҡ ошо мәғлүмәттәрҙе алып, уларға таянып, 15-се быуынға тиклем асыҡлап, архив материалдары менән дәлилләп, шәжәрә төҙөнөм. "Атналы - ҡырҡ ҡатналы", - тип атайым йыш әйтә торғайны. Хәҙер был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлайым, сөнки Атналы нәҫеле - бик ҡалын нәҫел. Ҡашҡа ауылының яртыһы нәҡ ошо нәҫелгә ҡарай булып сыҡты.
Әсәйем Миңлефрүз Ғәлләметдин ҡыҙы - Сөйөш ауылы ҡыҙы. Ул Төлкө нәҫеленә ҡарай. Бөгөн әсәйем яҡлап та шәжәрә төҙөнөк. Ғәлләметдин олатайымдың бер туған һеңлеһе Миңйыһан Латипова ошо нәҫелде яҡшы белә ине. Данис туғаным менән Төлкө нәҫеле шәжәрәһен төҙөй башлағас, уның ейәнсәре, бөгөн инде хаҡлы ялда булған Зәйнәп апай, бик күп мәғлүмәт бирҙе беҙгә. 1700 йылдан Илембәт тигән кешенән башланған Төлкө нәҫелен 14-се быуынға тиклем асыҡланыҡ. Ул ер эшкәртеүсе булған. Ерҙәре Болмозоға, ә Солтанбәк яғында Урман арты тигән ергә тиклем барып еткән.
Ҡатыным Вәрисә Хәмзә ҡыҙы яҡлап та шәжәрәбеҙ бар. Ул Ҡолсоҡай нәҫеленә ҡарай. Был шәжәрәне төҙөргә Солтанбәк ауылында тыуып үҫеп, артабан Бөгөлмә ҡалаһында йәшәгән ғалим, бөгөн инде мәрхүм, Мөхәмәтнур Ғәзимов ярҙам итте. Ул күп йылдар шәжәрә төҙөү менән шөғөлләнгән булған. Бына шулай, Балыҡсы ырыуының Атналы, Төлкө, Ҡолсоҡай нәҫелдәренең шәжәрәләрен барланыҡ. Алда бик күп эштәр көтә. Бөгөн йыйылған мәғлүмәттәрҙе тағы ла тулыландырып, китап яҙырға ла теләк бар. Һәр нәҫелдең күренекле шәхестәрен асыҡлап сыҡһаҡ, бик яҡшы булыр ине. Бына, мәҫәлән, Закирйән Ниғмәтйәнов нәҫелебеҙҙәге Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул Хәйрулла улы. Ә Ғата Хәйруллин "ҡара генерал" Даян Мурзин отрядында партизан булған. Беҙ уның менән ике тапҡыр осраштыҡ. Ҡыҫҡаһы, башҡараһы эштәр күп...
Шулай тип киләсәккә ҡорған пландары менән бүлеште Балыҡсы ырыуының ҡор башы, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе мәғариф ветераны Наил Ғаян улы.

Наилә ИМАЕВА.
Асҡын районы.

"Киске Өфө" гәзите, №46, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.21 | Ҡаралған: 298

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru