«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАҒЫ ЛА ЯҠШЫРАҠ БУЛҺЫН!
+  - 


Был көндәрҙә "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын байрам итте. Бөгөн уның составына Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан тыш, тағы ла "Тамыр", "Ҡурай-ТВ", "Сәләм" каналдары һәм "Юлдаш", "Спутник ФМ" һәм "Ашҡаҙар" радиолары инә. Тәүлек әйләнәһенә башҡорт һәм урыҫ телдәрендә барған телетапшырыуҙарҙы 40 миллиондан ашыу кеше ҡарай. Радио тыңлаусылар һаны ла байтаҡ. Юбилейын билдәләүсе компания тураһында тамашасыларҙың фекере менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Әлиә Әмирова, "Көнгәк" гәзите баш мөхәррире:
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналының йылдан-йыл төрлө тапшырыу менән тулылана, яңыра барыуы оҡшай. "Яңылыҡтар", "Автограф", "Сәләм"де, балалар өсөн тапшырыуҙарҙы, ретро йырҙарҙан торған концерттарҙы яратып ҡарайым. Кескәйҙәргә арналған эфирҙарға айырым иғтибар бүләм, сөнки үҙемдең Искәндәр исемле шуҡ ҡына, йор һүҙле улым үҫеп килә. Балаларға тәғәйенләнгән туған телдә сыҡҡан тапшырыуҙар бигерәк һөйөндөрә, улар фәһемле лә, тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә. Заманса йырҙарҙы өнәмәйем. Һүҙҙәре мәғәнәһеҙ, көйө күңелгә ятмағандары "экрандың йәмен" ебәрә. Тәнҡитҡә күсеп киткәс, бер ыңғайҙан әйтеп үткем килә: "урыҫ теленән тәржимә ителгән һүҙҙәргә күберәк иғтибар бирһендәр ине. Ғөмүмән, зәңгәр экрандарҙа үҙ телебеҙҙә кинәнеп, рәхәтләнеп тапшырыуҙар ҡарай алыуыбыҙ үҙе ҙур бәхет.

Лилиә Хәбибова, БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе: Мин, башлыса, беҙҙең эшмәкәрлекте яҡтыртҡан тапшырыуҙарҙы ҡарайым. Шулай уҡ "Республика лайф", "Дөрөҫөн әйткәндә" (Честно говоря), "Хәҡиҡәт министрлығы" кеүек мәғлүмәти-аналитик тапшырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүе һәм уңышлы эшләүе тамашасыға ошондай форматтағы сығыштарҙың кәрәклеге тураһында асыҡ һөйләй. Ғөмүмән, миңә тура эфирҙар, теге йәки был сараны сәғәте-минуты менән сағылдырып барыуҙары оҡшай һәм шуға күрә ошо форматтағы тапшырыуҙарҙың күберәк булыуын теләр инем.
Мин, ҡалала тыуып үҫкән кеше булараҡ, республиканың төрлө төбәгендә урынлашҡан ауылдар тураһындағы "Бер ауыл тарихы" тапшырыуын ҡыҙыҡһынып ҡарайым. Шулай уҡ Өфөнөң иҫтәлекле урындары, һәр районы, халыҡ телендә бүлеп йөрөтөлгән биләмәләр, баш ҡалала йәшәүселәрҙең яҙмышы тураһында ла ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар эшләп булыр ине, тигән уйым бар. Уҡыу йорттары тураһында мәғлүмәти тапшырыуҙар булһа, бөгөнгө мәктәп уҡыусыларына киләсәктә һөнәр һайлау еңелерәк булыр ине. Һәр уҡыу йортоноң тарихы, бөгөнгө йәшәйеше, студенттар тормошо һәм башҡа йүнәлештәре хаҡындағы тапшырыуҙар мотлаҡ үҙ тамашасыһын табасаҡ.

Сәлих Әминев, хаҡлы ялда, Бөрйән районы: Юбиляр дәүләт каналы тулҡындарында республика тормошон төрлө яҡтан сағылдырған тапшырыуҙар етерлек, шулай ҙа халыҡсанлыҡ күберәк булһа ине, тип теләге килә. Төбәк халҡы бөгөн нисек йәшәгәнен баш ҡала күҙлегенән түгел, ә урындарға сығып та белһен ине телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәре. Берәй төпкөл ауылға барып, урындағы халыҡты борсоған мәсьәләләр күрһәтелһә, ауыл аҡһаҡалдары һәм ағинәйҙәренең фекерҙәре ишетелһә, ауыл йәштәренең нимә менән шөғөлләнеүе һөйләнелһә, урындағы халыҡҡа ла файҙа булыр ине, шулай уҡ етәкселәр ҙә хәл ителәһе мәсьәләләр тураһында ишетеп-күрер ине.
Күңелде өйкәгән күренештәр тураһында ла әйтеп үтһәм, үпкәләмәҫтәр, сөнки мин бары тик каналдың тағы ла яҡшыраҡ булыуын теләйем. Мәҫәлән, алып барыусылар һауа торошон күрһәткән саҡта тик кенә тороп һөйләйҙәр. Башҡа каналдарҙағы алып барыусылар күтәренке рухлылар, хатта үҙеңде улар эргәһендә тораһың тип хис итә башлайһың. Ә беҙҙекеләр тик өҫ кейеме һәм дарыу рекламалай кеүек.
Быйыл республикала үткән фольклориаданы матур күрһәттеләр, хуплайым. Өфөнән алыҫ булһаҡ та, ҡатнашыусыларҙың һәр сығышын ҡарап ҡыуанып ултырҙыҡ. Олоғайғас, төндәрен йоҡо алмай ятыла ла, тороп телевизор тоҡандырам. Канал көнө-төнө күрһәтә, уныһы яҡшы, ләкин ни өсөн башҡортса спектаклдәр төнгө 3 тирәһенә ҡуйыла? Ғәҙәттә спектакль алдынан күрһәтелгән фильм менән урындарын алмаштырып булмаймы икән? Шулай ҙа иң яратып ҡараған тапшырыуым - "Бай" программаһы. Үҙ эшен булдырып, бер ниндәй ауырлыҡҡа ҡарамайынса алға барған кешеләрҙең күп булыуына ҡыуанып бөтә алмайым. Улар араһында ололары ла бар, йәштәр ҙә етерлек. Ниндәй генә эшмәкәрлек алып бармайҙар, әллә күпме кешегә эш урыны бирәләр, тик маҡтауға ғына лайыҡ улар. Алып барыусы Гөлдәр Ишҡыуатованың һәр бер теманы төплө өйрәнеп, бөтә нескәлегенә төшөнөп тапшырыу эшләүе "Бай"ҙы тамашасыға яҡынайта. Шулай уҡ уның камера алдында үҙен тәбиғи тотоуы, тәүге тапҡыр ишеткән мәғлүмәтте балалар һымаҡ ихлас аптырап ҡабул итеүе тапшырыуҙы ябай һәм тере итә.

Айгөл Хәкимова, Волгоград ҡалаһы: Тыуған ерҙән алыҫта булғас, үҙ телебеҙҙе ишетеүгә һыуһап, моңобоҙға сарсап йәшәйбеҙ. Шуға күрә өйҙә тәүлек әйләнәһенә тиерлек Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ҡабыҙылған була. Балалар ҙа ихлас ҡарай, үҙебеҙ иһә, күңелгә оҡшаған тапшырыуҙар башланһа, эштәрҙе ташлап, телевизор алдына килеп ултыра һалабыҙ. Мин "Байыҡ", "Алтын тирмә", "7 егет", "Күстәнәс", "Башҡорт йыры" кеүек тапшырыуҙарға өҫтөнлөк бирәм, ирем "Башҡорттар", "Теге өсәү"ҙе, "Яңылыҡтар"ҙы ҡарай. Иртәнге "Сәләм"де бөтә ғаиләбеҙ менән яратып ҡарайбыҙ. Алдағы көндәрҙә республикалағы экологик хәл тураһында һөйләүсе тапшырыуҙарҙы күберәк күрергә теләр инем. Шулай уҡ башҡорт телендә сәйәхәт темаһын да күтәрһәгеҙ ине, беҙ, алыҫта йәшәүселәр, үҙебеҙҙең телдә тыуған еребеҙҙең матурлығын тағы ла бер күреп ҡыуаныр инек.

Искәндәр Ғәлимов, 7-сы синыф уҡыусыһы, Өфө ҡалаһы: "Тамыр" иң яратҡан каналдарымдың береһе. Унда күрһәтелгән яңылыҡтарҙы ла күҙәтеп барам, сөнки минең йәштәштәрем тураһында, мәктәп уҡыусыларына ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышырға була унда. Шулай уҡ саҡырылған ҡунаҡтың портретын эшләп, шул уҡ ваҡытта унан төрлө һорауҙарға яуап алған тапшырыу оҡшай. Беҙ, ололар һымаҡ, һорауҙарҙы оҙаҡ итеп уйлап, яйлаштырып тормайбыҙ, нисек уйлайбыҙ, шулай һорайбыҙ һәм килгән ҡунаҡтарҙы асыҡтан-асыҡ яуап бирергә "этәрәбеҙ". Бәләкәйерәк саҡта концерттарҙы яратып ҡарай инем, хәҙер, үҫкәс, күберәк "Бирешмә. Профи", "Әлләсе", "Байтус"ты үҙ итәм. Уларҙың һәр береһе үҫмерҙәргә файҙалы мәғлүмәт бирә, алып барыусылар һәйбәттәр. Яратҡан каналыма тик уңыштар теләйем.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.21 | Ҡаралған: 318

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru