«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ ДА ҠУРҠЫНЫС АФӘТ
+  - 

Ошо көндәрҙә Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнде. Был шулай уҡ ҡурҡыныс сирҙәрҙең береһе тураһында хәҙер барыһын да беләбеҙ кеүек. Уның күсеү юлдары, организмға хәүефе, кире эҙемтәләре хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, донъяла минут һайын тиерлек 15-тән 24 йәшкә тиклемге биш кеше уны йоҡтороуы билдәләнгән. Кешелеккә хәүеф янаған сиргә нисек ҡаршы торорға? Унан нисек һаҡланырға? ВИЧ-инфекцияһы хаҡында мәғлүмәтле булыу ғына уны йоҡтороу ҡурҡынысынан аралаймы? Врач Маргарита УТИЦКАЯ менән ошо һорауҙарға яуап эҙләнек.

Иң беренсе, нимә ул ВИЧ һәм СПИД? ВИЧ - ул кешенең иммун дефициты вирусы, уны йоҡторған осраҡта организм төрлө инфекцияларға һәм шештәргә ҡаршы көрәшеү һәләтен юғалта. Ә СПИД, йәғни йоҡторолған иммун дефициты синдромы - ВИЧ фонында сирҙәрҙең үҫеше. Инфекцияның һуңғы стадияһында организмдың һаҡланыу көсө юғала һәм төрлө ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләте бөтә. Ҡәҙимге тормошта еңел үтә торған ауырыуҙар, мәҫәлән, үпкә елһенеүе СПИД менән ауырыған кеше өсөн фажиғә менән тамамланырға мөмкин. Ҡайһы саҡта ауырыу үҙен һиҙҙерә башлағансы оҙаҡ ваҡыт, хатта тиҫтәләп йылдар үтеүе ихтимал. Сәләмәтлеге насар кешеләрҙә, шулай уҡ тәмәке тартҡандарҙа, алкоголле эсемлек менән мауыҡҡандарҙа, наркотик ҡулланғандарҙа, насар туҡланғандарҙа, даими күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндәрҙә уның тиҙерәк үҫешеүе мәғлүм.
ВИЧ-инфекция тулыһынса дауаланамы, тигән һорау күптәрҙе борсой. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгә ул дауалап булмай торған ауырыуҙар иҫәбендә. Әммә уның киҫкенләшеүен һәм СПИД стадияһына күсеүен кисектергән дарыуҙар бар. Инфекцияны йоҡтороуҙан һаҡлаған вакцина ла әлегә юҡ.
Вирустың кешенән кешегә йоғоуының өс юлы билдәле: ҡан аша - наркомандар бер шприц менән ҡулланғанда, стерилләнмәгән инструмент менән татуировка эшләгәндә, донор ҡаны һалғанда, сит кешенең теш щеткаһы, ҡырынғысы һәм башҡа шәхси гигиена әйберҙәре менән файҙаланғанда; енси юл: һаҡланыу сараһын ҡулланмайынса осраҡлы енси бәйләнешкә ингәндә; ауырыу әсәнән балаға: ауырлы ваҡытта, бала тапҡанда, имеҙгәндә.
Бөгөнгә иң таралғаны - енси юл. Осраҡлы кеше менән енси бәйләнеш аша сифилис, гонорея, трихомониаз, герпес, хламидоз, В, С гепатиттары һәм башҡа сирҙәр ҙә йоға. Ҡиәфәтенә ҡарап кешенең ВИЧ-инфекцияһы йөрөтөүен белеп булмай. Күп осраҡта был хаҡта ул үҙе лә белмәҫкә мөмкин.
Йөклө саҡта һәм бушанғанда әсә махсус препарат ҡабул итһә, һуңынан баланы имеҙмәһә, инфекция күсеү хәүефе 2 процентҡа тиклем кәмей. Шуға күрә ауырға ҡалғас та буласаҡ әсә врачҡа мөрәжәғәт итергә тейеш.
ВИЧ-инфекцияһы ишек тотҡаһы, йәмәғәт транспортындағы тотонғостар аша ла йоға, тип уйлаусылар бар. Сир көнкүреш әйберҙәре, йәш, төкөрөк, тир, һауыт-һаба, китап, кейем, ҡан һурыусы бөжәктәр (серәкәй, себен, талпан) тешләүе аша, үбешкәндә, ҡосаҡлашҡанда, күрешкәндә, йүткергәндә, сөскөргәндә, спорт һәм һыу процедуралары менән шөғөлләнгәндә йоҡмай.
Ауырыуҙы билдәләү өсөн махсус лабораторияла тикшереү, тест үтергә кәрәк. Инфекция ҡанға эләкһә, иммун системаһы антитәнсәләр эшкәртеп сығара башлай. Организмда вирус була тороп та ВИЧ-ты билдәләү өсөн эшләнгән тест, антиматдәләрҙең аҙ булыуы сәбәпле кире һөҙөмтә бирергә мөмкин. Шуға күрә шикле осраҡтарҙа 3-6 айҙан һуң ҡабаттан тикшереү уҙғарыла.
ВИЧ-инфекциянан нисек һаҡланырға? Осраҡлы енси бәйләнештәрҙән һаҡланығыҙ. Яратҡан кешегеҙгә тоғро булығыҙ. Әлбиттә, уның да һеҙгә тоғро булыуы мөһим. Наркотик ҡулланмағыҙ, дауаханала, тату-салондарҙа стериль инструменттар талап итегеҙ. Теш щеткаһы, ҡырынғыс һәм маникюр кәрәк-яраҡтарын кешегә бирмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә сит кешенекен ҡулланмағыҙ.

Лена БАРЫЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.12.21 | Ҡаралған: 269

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru