«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨНӘЖӘТ БӘЙГЕҺЕ
+  - 

Учалы районы Ҡунаҡбай ауылының Аҡ теләк ағинәйҙәре ''Иман нуры''ның маҡтаулы баһаһына лайыҡ булды.

Ошо көндәрҙә элек-электән мәғрифәт һәм мәҙәниәт үҙәге булып һаналған Стәрлебаш ауылы йыйҙы төбәк-ара мөнәжәт башҡарыусылар конкурсында ҡатнашыусыларҙы. Пандемия сәбәпле, быйыл ул онлайн-форматта үтте. Район мәҙәниәт йортонда сараны ойоштороусылар һәм баһалама ағзалары ғына йыйылды, әммә заманса техника ярҙамында был сараны бөтә райондар ҙа ҡарай алды.

"Мөнәжәт" һүҙе - ғәрәп теленән алынған, ул яңғыҙлыҡта үҙ-үҙең менән һөйләшеү, Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү тигәнде аңлата. Шуға ла сара райондың имам-мөхтәсибе Зөфәр хәҙрәттең фатихаһы менән башланды. Артабан ҡатнашыусыларҙы бәйгене ойоштороусыларҙың береһе - район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Флүр Шаһисолтанов сәләмләне. Ә филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы, райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Хәнә Баһауетдинова бәйгелә ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы. "Йылдан-йыл бәйгенең мәртәбәһе арта. Хәҙер ул төбәк-ара статусын алып, күберәк кешене йыя, - тине Хәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы. - Быйылғы бәйгелә республиканың 19 районы, өс ҡалаһынан һәм күрше Татарстандан төрлө йәштәге 120-нән артыҡ ағинәй, аҡһаҡал, урта йәштәгеләр, уҡыусы балалар ҡатнашып, нәсихәттәр, мөнәжәттәр рәүешендә илһамлы, иманлы һүҙҙәрен әйтте. Һәр сығыш ижади ҡараш менән айырылып торҙо, эҙләнеүҙәр, табыштар күренде, үҙенсәлекле импровизациялар булыуы ҡыуандырҙы. Мөнәжәт ижад итеп, иман нурын таратыусы авторҙарҙың күп булыуы ла һөйөндөрҙө. Быйыл жанрҙар төрлөлөгө лә һиҙелде. Оло йәштәге ағинәйҙәребеҙ бала саҡтан әсәй-өләсәйҙәре һөйләгән мөнәжәттәрҙе көйләп, уҡып кинәндерҙе".
Баһалама комиссияһы рәйесе, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева был бәйгенең дауамлы булыуын теләп, шулай тине: "Мөнәжәт әйтеү - иман нығытыу, рух нығытыу, тәбиғәтте, күңелде таҙартыу ул. Ошо мөнәжәт байрамында моң-көй сығарып, ихлас күңелдән һүҙ әйткәндәргә рәхмәт. Хоҙай Тәғәләнән беҙгә бирелгән ҡаты һынауҙар мәлендә: "Аллаһ Тәғәлә, беҙ һиңә зекер ҡылабыҙ, һынатмаҫҡа тырышабыҙ", - тип, төрлө сырхауға дауа таба торған сара ул. Бер нисә быуат дауамында мәсеттәре нурланып, иманды нығытҡан ошо изге Стәрлебаш ерендә ер ҡото көсәйеп, ошо байрам республика байрамына әүерелһен ине..."
Ысынлап та, тәрбиәләү, өгөтләү, аңлатыу ҡеүәһе бар мөнәжәттә. Шуға күрә лә ул халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында Ислам дине индерелгән дәүерҙән бирле ижад ителә, яратып башҡарыла торған жанр булып йәшәй. Бындай бәйгеләрҙә генә түгел, ә башҡа сараларҙа һәм байрамдарҙа мөнәжәт Аллаһ һүҙен халыҡҡа еткереү-аңлатыу сараһы булып тора. Хатта дин тыйылған һәм ҡыҫырыҡланған заманда ла өләсәйҙәребеҙ телендә мөнәжәт тирбәлгән, йәштәргә өгөт-нәсихәт биреү, иман тәрбиәләү сараһы булып торған. Халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға күсә килгән ауыҙ-тел ижадында яңғыраған йырлы-моңло мөнәжәттәрҙе тыңлағанда күңел яҡтырып, йөрәктең иң нескә еренә барып етеп, юғары аңға тоташҡандай була. Бындай аһәңле көйлө сихри һүҙҙәр яңғырағанда тирә-яҡ нурға күмелә, күңел тыныслана. Шуға ла был мөнәжәт бәйгеһе ысын мәғәнәһендә иман байрамына әйләнде лә инде.
Бәйге булғас, уның еңеүселәре, айырыуса айырылып торғандары ла була. Әммә баһалама комиссияһы ағзаһы Хәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы әйтеүенсә, ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, Дипломдар менән бүләкләнгән. Эйе, халҡыбыҙ күңелендә ошондай фәһемле хазиналар ята. Ихлас күңелле ағинәйҙәребеҙҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, Аллаһ ҡушҡанса, тыйылғандарҙан тыйылып йәшәгәндә генә донъяларыбыҙға бәрәкәт килер, үҙебеҙҙең күп һорауҙарыбыҙға яуап табырбыҙ, тип ышанғы килә.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.12.21 | Ҡаралған: 343

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru