«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ "ЕТЕ АҘЫМЫ"
+  - 

Республикала 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы уҙғарыласаҡ бихисап ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар "Ете аҙым" концепцияһына берләштерелеп, бөйөк Аҡмулланың "Нәсихәттәр"ендә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә нигеҙләнә.

Марафонға старт 7 декабрҙә бирелде. Артабан ете көн дауамында ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыла барасаҡ һәм был Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итәсәк, тип планлаштырылды: мәҫәлән, 7 декабрҙә - "Башҡорт теле - иман теле", 8 декабрҙә - "Башҡорт теле - күңелем көҙгөһө", 9 декабрҙә - "Башҡорт теле - аҡыл теле", 10 декабрҙә - "Башҡорт теле - шөкөр теле", 11 декабрҙә - "Башҡорт теле - әҙәп теле", 12 декабрҙә - "Башҡорт теле - сабырлыҡ теле", 13 декабрҙә - "Башҡорт теле - ихласлыҡ теле".
Ошо ете көн эсендә бик күп мәғәнәле, матур саралар уҙҙы һәм уҙасаҡ. Мәҫәлән, "Без башкортлар" башҡорт рок-башҡарыусылары, "М. Аҡмулланың аҡ юлы" әҙәби кисәләре, йәштәр өсөн "Йомробаш" интеллектуаль уйыны, Башҡортостандың милли инновациялы мәктәптәре етәкселәре форумы, "Телгә бәйле..." старт-сессияһы.
Унан тыш, Ғафури районында Жәлил Кейекбаевҡа бюст асыласаҡ, "Дан юлдар үткән уҙамандар" темаһына түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ. Башҡортостан Башлығы грантына "Кубоктар лигаһы" КВН финалы, "Әсәм теле - сәсән теле" шиғри бәйгеһе үтәсәк. Тағы ла сағыу саралар иҫәбенә М. Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға бағышланған байрам концерты инә, унда мәғрифәтсе исемендәге премия лауреаттары билдәләнәсәк. 14 декабрҙә М. Аҡмулланың һәйкәленә сәскә һалынасаҡ, стипендиаттарға махсус премиялар тапшырыласаҡ. Уҡыусылар өсөн башҡорт теленән берҙәм онлайн-дәрес үтәсәк.
Шулай уҡ "Тамға" башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы, "Башҡорт теле - яңы ҡараш" башҡорт телен популярлаштырыу һәм үҫтереү проекттарын презентациялау, "Ритайым" йәштәр сараһы ойоштороласаҡ, һәр районда тематик саралар уҙасаҡ.
Белем биреү ойошмаларында ла бер йүнәлешле саралар үткәреү ҡаралған. Шулар иҫәбендә башҡорт телендә радио, телевидение көнө; Аҡмулла шиғырҙарын башҡортса һәм "AkmullaWorld Challenge" сит телдәрҙә уҡыу видеомарафоны; башҡорт теле буйынса этноквизы; "Бикбай уҡыуҙары" төбәк-ара конкурсы һәм башҡалар планлаштырылған.

"Киске Өфө" гәзите, №50, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.12.21 | Ҡаралған: 402

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Июнь аҙағына тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru