«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛ МЕНӘН ИЛ ДУҪЛЫҒЫНА ИҢ ТӘҮҘӘ МӘҘӘНИӘТ КҮПЕР ҺАЛА
+  - 


Күптән түгел Венгрияның баш ҡалаһы Будапештта CIOFF®-тың (Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм халыҡ сәнғәтен ойоштороу советы) 50-се Бөтә донъя конгресы һәм Генераль Ассамблеяһы үтте. Унда Башҡортостандан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова етәкселегендәге делегация ҡатнашты һәм бик емешле эшләп, матур яңылыҡтар менән әйләнеп ҡайтты. Ошо уңайҙан Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса комитет ағзаһы - Башҡортостан Халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур ӘЛИБӘКОВ һәм Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир ҒӘЙНУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Быйылғы еңел булмаған осорҙа беҙҙең республика Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итте. Унда 37 илдән килгән ижади коллективтар сығыш яһаны, тип беләбеҙ. Венгрияға, моғайын, ошо Башҡортостанда үткән Бөтә донъя фольклориадаһы һөҙөмтәләре менән таныштырыу һәм артабанғы хеҙмәттәшлекте үҫтереү кеүек ҙур маҡсаттар менән барғанһығыҙҙыр?

Артур Айҙар улы:
Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм халыҡ сәнғәтен ойоштороу советының Венгрияла үткән 50-се юбилей йыйынына 42 илдән вәкилдәр килгәйне. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова етәкләгән делегация составында Данир Ғәйнуллин һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеү бүлеге начальнигы Зарина Хәсәнова ла булды. Эш программаһы бик тығыҙға тура килде. Венгрияның мәҙәниәт министры Петер Фекете, CIOFF® президенты Филипп Боссан, Советтың Милли секцияһы президент урынбаҫары Йозеф Сзигетвари ҡатнашлығында уҙғарылған матбуғат конференцияһы онотолмаҫ тәьҫорат ҡалдырҙы. Кисен иһә Мираҫ йортонда 50-се Генераль Ассамблеяны асыу тантанаһында ҡатнаштыҡ. Унда VI Бөтөн донъя фольклориадаһы буйынса һығымталар яһалды, иң мөһиме, CIOFF® Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы ғына түгел, ә үҙ эшмәкәрлеге менән бәйле бөтөн сараларҙың да бик юғары кимәлдә үтеүен һыҙыҡ аҫтына алды. Мәҙәниәт министры Әминә Ивнәй ҡыҙының, Беренсе бөтә донъя балалар фольклориадаһын Өфөлә ҡабул итер инек, тигән тәҡдиме тауыш биреүгә ҡуйылды. Совет ағзалары, бер тауыштан тип әйтерлек, әле аталған фольклориаданың Башҡортостан Республикаһында үткәрелеүен хупланы. Был тарихи ваҡиға, сөнки Бөтә донъя балалар фольклориадаһы, ғөмүмән, беренсе тапҡыр уҙғарыла. Бының өсөн тап Башҡортостан күҙ уңында тотолоуы - беҙҙә үткән Бөтә донъя фольклориадаһының иң сағыу сара булыуын таныуҙан килә. Ошондай матур яңылыҡ менән әйләнеп ҡайттыҡ беҙ ватаныбыҙға. Барығыҙ ҙа күргәнһегеҙҙер, Радий Фәрит улы Хәбиров үҙенең рәсми сәхифәһендә был мәғлүмәтте еткерҙе. Беҙ матур, яҡты сараға әле үк әҙерләнә башланыҡ. Икенсе йыл, Алла бирһә, уның норматив яғы ҡараласаҡ.
Сәфәрҙең төп маҡсаты CIOFF® Ассамблеяһына бәйле булһа ла, үҙебеҙҙең милләткә, мәҙәниәткә ҡағылышлы ҡайһы бер эш-ғәмәлдәрҙе лә атҡарырға тигән ниәтебеҙ бар ине. Ҡуйған пландар барыһы ла тормошҡа ашты, тап беҙ теләгәнсә килеп сыҡты: хөкүмәт ағзалары менән дә күрештек, төрлө ижтимағи ойошмаларҙа ла булырға өлгөрҙөк. Консуллыҡҡа, шулай уҡ оҙатып йөрөгән дуҫтарыбыҙға рәхмәт, улар ярҙамында премьер-министр Петер Фекете менән осраштыҡ. Беҙҙе бик йылы ҡабул иттеләр, үҙебеҙҙең халыҡ ижады йәки археологияға бәйле һорауҙар ғына түгел, ә профессиональ мәҙәниәткә ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелде. Осрашыуҙар-һөйләшеүҙәр - барыһы ла Венгрия һәм Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлеккә яңы йүнәлеш бирәсәк. Эш һөҙөмтәләренә бәйле, алдағы йыл күп кенә килешеүҙәр төҙөләсәк.
Данир Әхмәҙи улының дуҫы, беҙҙе оҙатып йөрөгән Аттила Тюрк, тарихсы булараҡ, бик мәғлүмәтле. Венгриялағы берәй объект тураһында һөйләгәндә лә башҡорттар менән бәйле хәл-ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрә һала. Данир менән Аттила - ике тарихсы - бер-береһен яҡшы аңлайҙар, уларҙы тыңлауы ҡыҙыҡ. Аттила урыҫса фәнни телдә матур итеп һөйләшә. Ошо осрашыуҙа ғына ла үткән замандарға бәйле әллә күпме нәмәләр белеп ҡайттыҡ: беҙҙең тарихсыбыҙ Данир ниндәйҙер мәғлүмәттәр еткерһә, венгрҙар икенсе ваҡиғаларға бәйле мәғ-лүмәт бирә. Бына шулай, бер-береһен тулыландырған ике яҡлы бик файҙалы фекер алышыу булды.
Яңыраҡ ҡына Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығына Венгрияның мәҙәниәт министры Петер Фекетенан рәхмәт хаты килеп төштө: "Мин һеҙгә Венгрияның Мәҙәниәт министрлығы исеменән яҙам. Һеҙҙең менән күрешеү, шулай уҡ Башҡортостан делегацияһын Ференц Лист исемендәге музыкаль академияһына оҙатыу беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә булды", - тиелгән унда. Кеше ресурстары министрлығындағы һөйләшеүҙәр һәм һөҙөмтәле эштәр өсөн ул Башҡортостандың мәҙәниәт министрына һәм делегацияға рәхмәтен белдергән.

Венгрҙар менән башҡорттарҙы үткән дәүерҙәр бәйләй. Әлеге яуаплы сәфәргә тарихсыны алып барыуығыҙ ҙа юҡҡа түгелдер. Данир Әхмәҙи улы, был сәфәрҙәге һеҙҙең эштәр нимәнән ғибәрәт ине?

Данир Әхмәҙи улы:
Тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау фәнни үҙәгенең директоры булараҡ, беҙҙең Венгрия менән бәйләнеш күптән килә. Һуңғы биш-алты йыл эсендә һәр йәй Венгрия Фәндәр академияһы һәм Петер Пазмань исемендәге университеттың археологик экпедицияһын үҙебеҙҙә ҡабул итәбеҙ. Шул ваҡыттарҙан алып, венгр ғалимдары менән ныҡ дуҫлашып киттек һәм аралашыу өҙөлгәне юҡ. Ғәҙәттә, ул тарафтан ун-ун биш кеше - профессорҙар, ғалимдар, аспиранттар киләләр. Башҡорт-мадъяр уртаҡ проблематикаһына, уртаҡ тарихыбыҙға ҡағылған төбәктәрҙә булабыҙ. Айырып әйткәндә, Учалы, Борай, Бөрө райондарында ҡурғандарҙа, ҡәберлектәрҙә ҡаҙыу экспедицияһы булды.
Ә ғөмүмән алғанда, мадъярҙар Башҡортостан, башҡорттар менән электән үк ҡыҙыҡһыналар. Иң аҙаҡҡыларҙан булып, ҙур тикшеренеү эштәре менән, 1909 йылда Месарош Дъюла тигән венгр ғалимы килә. Ул сәфәрен Ырымбурҙан башлай, артабан Баймаҡ, Әбйәлил райондарында була, Йомаш, Тупаҡ ауылдарында бай ҡомартҡыларға юлыға. Барҙы яҡтарына барып етеп, ғәйнә башҡорттарын да күрә, башҡорттарҙан бик күп этнографик материал туплай. Ике йөҙҙән артыҡ экспонат, милли кейем, төрлө көнкүреш әйберҙәре йыя, 130-лап фото төшөрә. Улар барыһы ла - егерменсе быуат башындағы башҡорт тормош-көнкүрешен тасуирлаған, ауылдарҙы, мәсеттәрҙе, йорттарҙы күҙ алдына баҫтырырға ярҙам иткән шәп фотоһүрәттәр. Месарош Дъюла йыйған материал Венгрияның этнография музейы коллекцияһында һаҡлана. Был коллекцияның барлығын мин ғалимдар аша белә инем. Ҡаҙан ҡалаһында Венгрияның генераль консуллығы урынлашҡан, консул Адам Штифтер менән беҙ күптән танышбыҙ. Шуға күрә уға үҙебеҙҙең осрашыу ниәтебеҙҙе алдан белдергәйнек. Даими аралашып торғас, электән белгән үҙебеҙҙең туғандарға барып төшкәндәй булдыҡ. Дуҫтарыбыҙ ҡыуанып ҡаршы алды. Беренсе көндө профессор Аттила Тюрк беҙҙе Будапешт ҡалаһы буйлап йөрөттө, ҡыҙыҡһындырған музейҙарға алып барҙы. Икенсе көндө ҡала менән Агнеш Фуреди тигән ғалим таныштырҙы. Шуны ла әйтергә кәрәк, венгр ғалимдары бөтәһе лә урыҫса яҡшы һөйләшә. Беҙҙе бигерәк тә башҡорт коллекцияһы ҡыҙыҡһындырғанын әйткәс, үҙҙәренең данлы этнография музейына алып киттеләр.
Артур Айҙар улы: Музейҙың генераль директоры урынбаҫары Габор Вереш беҙҙең сәфәребеҙ маҡсаты менән бик ҡыҙыҡһынды. Әминә Ивнәй ҡыҙы музейҙағы башҡорт коллекцияһынан алдағы йыл Башҡортостанда фотокүргәҙмә эшләргә, тигән тәҡдим белдерҙе. Ә артабан ҡомартҡыларҙың иң яҡшыларын Башҡортостанға алып килеп, ҙур күргәҙмә ойошторорға һәм өс телдә - венгр башҡорт, урыҫ телдәрендә - коллекцияның каталогын эшләргә, тигән фекер әйтте. Унда беҙҙең этнографтар өсөн бик кәрәкле, әһәмиәтле материалдар һаҡлана. Хәҙер беҙҙең күп ғалимдарыбыҙ, ижад өлкәһендә эшләгән оҫталарыбыҙ реконструкция менән шөғөлләнә башланы. Онотолған, йәки онотолоп барған тормош-көнкүреш әйберҙәрен, кейем-һалым өлгөләрен тергеҙеү йәһәтенән уларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, тимәк, Месарош Дъюла йыйған байлыҡ улар өсөн өҫтәмә мәғлүмәт, асыш-табыш буласаҡ.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Будапештта ҙур яңы этнография музейы төҙөп яталар. Киләһе йылдың мартында инде унда күсенеп, яңы экспозиция ҡорорға йыйыналар, музейҙың бер мөйөшө тулыһынса башҡорт коллекцияһына ғына бағышлансаҡ. Тимәк, беҙҙең менән хеҙмәттәшлекте дауам итергә тағы ла ҙурыраҡ мөмкинлек тыуа. Тарихи музейға Башҡортостандан матур күргәҙмәләр алып барырға һөйләштек. Йәнә лә бик кәрәкле мәғлүмәт: беҙҙең ғалим, этнограф Ғәлимйән Таған 30-сы йылдарҙа этнографик музейҙың хеҙмәткәре булған һәм алда телгә алған коллекция менән эшләгән, уларға бик күп комментарийҙар, аңлатмалар яҙған. Венгрияла уның фәнни материалдары, хеҙмәттәре һаҡлана, башҡорттарҙың, төрки халыҡтарының этнографияһы буйынса китаптары сыҡҡан.

Венгрҙарҙы беҙ туғандаш халыҡ тип атайбыҙ ҙа ул, улар үҙҙәре быны таныймы?

Данир Әхмәҙи улы:
Венгрҙарҙың беҙгә туғандаш халыҡ икәнен археологик ҡаҙыныуҙар ҙа раҫлай - 8-9 быуаттарҙа ошо Көньяҡ Уралда башҡорттар һәм венгрҙар күрше булып йәшәгәндәр. Венгрҙар ҙур походҡа йыйынып, Европаға киткән саҡтарында, уларҙың бер өлөшө башҡорттар менән тороп ҡалған, башҡорттарҙың бер өлөшө иһә мадъярҙар менән сығып киткән. Хәҙерге көндә археологик ҡаҙылмалар Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендәге Уйылға тигән бер ҡәберлектә лә алып барыла. Шуныһы ҡыҙыҡ, боронғо башҡорт ҡәберлектәрендәге һөйәктәрҙән алынған ДНК һәм боронғо венгр ҡәберлектәрендәге һөйәктәрҙең ДНК-һы бер иш. Был башҡорттар менән боронғо венгрҙарҙың бик яҡын булыуы тураһында һөйләй. Тағы ла шуныһы иғтибарға лайыҡ, боронғо башҡорттар менән бөгөнгө башҡорттарҙың ДНК-һы бер үк, йәғни, беҙ ошонда йәшәгән боронғо ата-бабаларыбыҙҙың туранан-тура вариҫтары. Ә бөгөн йәшәгән венгрҙарҙың ДНК-һы боронғо бабаларыныҡынан айырыла. Европала йәшәп, инде ундағы халыҡтар менән буталышып бөткәндәр, ДНК-лары ла икенсе төрлө. Уларҙың ата-бабаларының ДНК-һы беҙгә, башҡорттарға, яҡыныраҡ. Шуға, туғандаш халыҡ, тип әйтеүҙә мәғәнә бар. Петер Фекете менән осрашҡанда: "Беҙ туғандаш халыҡ, оҙаҡ ваҡыт бергә йәшәгәнбеҙ, тик беҙ Уралда тороп ҡалғанбыҙ, ә һеҙ, нишләптер, Европаға сығып киткәнһегеҙ. Ни өсөн икән, шуның сәбәбен белә алмайбыҙ", - тигәйнем, ул: "Беҙ бит киләсәктә Венгрияла һеҙҙең туғандарығыҙ булһын тип, һеҙгә Европа ишектәрен асыр өсөн бында килдек һәм тороп ҡалдыҡ", - тип шаяртып яуап бирҙе. Һәм етди өҫтәне: "Хәҙер венгрҙар һеҙҙең өсөн - Европа асҡысы, берәй һорау тыуһа, ҡайҙалыр барырға кәрәк булһа, миңә мөрәжәғәт итегеҙ".

Башҡорттар менән мадъярҙарҙың туғанлығы тураһында һүҙ йөрөткәндә, улар башлыса юрматы ырыуына ҡарай бит инде. Оҡшашлыҡтар бармы?

Данир Әхмәҙи улы:
Эйе, юрматы ырыуының бер өлөшө мадъярҙар менән китеп, шул халыҡтың составына ингән. Дъярмат фамилиялы бик күп шәхестәре бар - спортсылары, сәйәсмәндәре, ғалимдары. Дъярмат - титуллы фамилия, аристократтар һанала. Венгрияла Дъярмат исемле өс ҡала бар: Фюзешдьярмат, Балашшадьярмат, Кеседъярмат. Венгрия ерендә Юрматы ырыуының нәҫелдәре ҡалған, венгрҙар был турала белә, фактты таныйҙар.
Венгр теле фин-уғыр тел ғаиләһенә инә. Шуға ҡарамаҫтан, уртаҡлыҡ юҡ түгел, беҙҙең халыҡҡа хас рух һәм ҡыйыулыҡ бар уларҙа. Шул рух булмаһа, мадъяр мең йыл элек ошонан сығып китеп, Европаның уртаһына барып инеп, уның иң матур өлөшөн яулап алып, шунда нығынып, үрсеп, ун биш миллионға етеп, бик ҙур мәҙәниәт ҡора алмаҫ ине. Алға әйҙәр эске көстәре бар. Башҡорттар кеүек үк, яугир халыҡ булғандар. Көньяҡ Уралдан сығып киткәндән алып, Паннонияға тиклем һуғышып барғандар, аҙаҡтан башҡорттар, ҡыпсаҡтар, ҡумандарҙың бер өлөшө уларға килеп ҡушылған. Тәүәккәл халыҡ, шул яҡтан оҡшаштар.

Тимәк, Венгрия менән төрлө бәйләнештәр ойоштороу мөмкинлеге бар?

Данир Әхмәҙи улы:
Эйе, Венгрия - беҙҙең өсөн асыҡ ил, һәм рухи бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн бер ниндәй ҙә кәртәләр юҡ. Әминә Ивнәй ҡыҙы уларҙы күп сараларға, шул иҫәптән, алдағы йыл үтәсәк "Берҙәмлек" фестиваленә саҡырҙы. Унда мәҙәниәт министры, ғилми даирәләр менән осрашыу бик һөҙөмтәле булды. Дөрөҫөн әйткәндә, бөтөн оло, мәртәбәле эштәр мәҙәниәт аша башлана. Ил менән ил, халыҡтар дуҫлығын иң беренсе мәҙәниәт башлаған, ул әле лә шулай һәм киләсәктә лә шулай буласаҡ. Беҙҙә үткән Бөтә донъя фольклориадаһы тарихи, рухи бәйләнештәрҙе артабан үҫтерер өсөн яңы мөмкинлектәр бирҙе, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу - халыҡтар араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу юлы икәнен тағы бер тапҡыр раҫланы.
Артур Айҙар улы: Венгрияның фольклор коллективы Башҡортостанға үткән Фольклориадаға ҡатнашыусы ғына булып килмәне, улар беҙҙең милләткә ҡарата ихлас мөнәсәбәттәрен күрһәтеүгә өлгәште. Башҡорт халыҡ йыры "Ҡарабай"ҙы йырлап йөрөүҙәре - шуның асыҡ сағылышы. Радий Фәрит улына һәм Бөтә донъя фольклориадаһын ойоштороу ағзаларына ҙур флаг формаһында эшләнгән башҡортса яҙылған хат яҙып алып килделәр. Үҙҙәренең менталитеты менән дә венгрҙар Европалағы халыҡтарҙан ныҡ айырыла. Алла бирһә, бергә атҡараһы пландары күп, үҙ тәртибе, үҙ яйы менән тормошҡа ашыра барасаҡбыҙ.
Данир Әхмәҙи улы: Тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса, ысынлап та, ҙур тәжрибә тупланды, шуға беҙҙең хеҙмәттәшлек ныҡ тип әйтә алабыҙ. Венгрияның археологтары йыл һайын бында килә, беҙ уларға бик матур итеп лагерь ойошторабыҙ. Венгрҙар бер көндө үҙҙәренең милли ризыҡтарын бешерһә, икенсе көндө беҙ үҙ милли ризығыбыҙ менән һыйлайбыҙ, мотлаҡ мәҙәни сараларҙы күрһәтәбеҙ. Һабантуй мәлдәренә тура килһә, венгр дуҫтарҙы һәр саҡ алып барабыҙ. Бер йылды Иглин районында үткән "Мәргән уҡсы"ға ла алып барҙыҡ. Тәү килгәндәрендә Шүлгәнташта, Темәстә булдылар. Хәйер, уларҙың бөтөн Башҡортостан менән танышырға мөмкинлеге бар. "Рәсәй киңлегендә иң йомарт, иң киң күңелле халыҡ - башҡорттар", - тип бер ҙә юҡҡа ғына һоҡланмайҙар.

Әле һеҙ һөйләгәндәрҙән сығып, Венгрия менән туристик йүнәлеште үҫтерергә кәрәк икән, тигән фекер нығый.

Артур Айҙар улы:
Эйе, ул - беҙҙең өсөн асыҡ илдәрҙең береһе. Хаҡтар ҙа ҡыйбат түгел. Мәҫәлән, Австрия менән сағыштырғанда, тормош кимәле бер иш булһа ла, Венгрияла хаҡтар түбәнерәк. Австрия менән ирекһеҙҙән сағыштырырға тура килә, бигерәк тә архитектурала оҡшашлыҡтар байтаҡ - Будапешттың да, Венаның да үҙәгендә урынлашҡан биналар бер иш, тиерлек.
Данир Әхмәҙи улы: Вена менән Будапешт биналарҙы ярышып төҙөгән, һәр береһе үҙенекен шәберәк, еллерәк итеп һалырға тырышҡан, шуға ла архитектура ныҡ үҫешкән. Венгрия парламентының бинаһы - Европала иң матур биналарҙың береһе.
Артур Айҙар улы: Австрияның баш ҡалаһы Венанан Будапешт ике йөҙ ҙә ҡырҡ километр самаһы ғына аралыҡта ята. Өфөнән Вена ҡалаһына тура самолет рейсы булдырылғайны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия арҡаһында әле ул кисектерелә. Ләкин бөтәһе лә ыңғай хәл ителер, шуға Венаға туристик сәйәхәт итеүселәр мотлаҡ Будапештҡа ла барып етеп ҡайтһындар ине. Тиҙ йөрөгән поезд менән сәғәт-сәғәт ярымлыҡ ҡына юл.

Боронғоно һәм бөгөнгөнө сағыштырыуығыҙ рухи бәйләнеште нығыраҡ тойорға ярҙам итә. Бына бит ниндәй бай тәьҫораттар менән уртаҡлаштығыҙ.

Данир Әхмәҙи улы: Венгрия әлеге мәлдә иҡтисад йәһәтенән ҡайһы бер ауырлыҡтар кисерә, пандемия ла йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Шуға ҡарамаҫтан, рухи тормошҡа иғтибар кәмемәгән. Будапештта күп яңы музейҙар төҙөлә. Ни өсөн тигәндә, туристар күп килә, уларҙы йәлеп итерлек мөмкинлектәр тыуҙыра беләләр. Ундағы тарих музейы, милли музей, хәрби-тарих музейы, террор музейы һ.б. музейҙар - һәр береһе бай экспозициялары менән иҫте китәрә. Венгрияла 1898 йылда төҙөлгән ике ҡатлы ҙур, матур Үҙәк баҙар ҙа - тарихи ҡомартҡы. Һәм иң ғәжәбе, уны үҙгәрешһеҙ һаҡлайҙар. Бөгөнгө көндә лә шул уҡ баҙар булып ҡалған, беренсе ҡатында аҙыҡ-түлек менән һатыу итһәләр, икенсе ҡатында сувенирҙар, милли туҡыма, милли кейем-һалым һатыла. Беҙ, ғәҙәттә, европалы, тигәс, ундағылар хәҙер инде бөтәһе лә үҙенең тарихын онотҡан, унификацияланған халыҡҡа әйләнгән, тип уйлайбыҙ. Юҡ шул. Был баҙарҙың да икенсе ҡатына күтәрелһәң, милләт байлығын кәүҙәләндергән сигелгән милли кейем, милли яулыҡтар, милли ҡурсаҡтар күҙҙең яуын ала, йәнең теләгән бөтә нәмәне һайлап алырға була. Венгрияның төрлө мөйөшөндә төрлөсә кейенәләр, һәм былар бөтәһе лә һатыуҙа бар. Бына ошо төрлөлөктө күреп, иҫебеҙ китте. Беҙҙең Өфөләге Үҙәк баҙарҙы, һорап та торманылыр, заманында сауҙа үҙәгенә әйләндерҙеләр ҙә, хәҙер унда миллилекте сағылдырған бер нәмә лә юҡ. Венгрҙарҙың Үҙәк баҙар бинаһын бер изге ҡомартҡы итеп һаҡлауында тарихтарына, хәтергә булған мөнәсәбәттәре күренә. 120 йыл эсендә ниндәй генә ғәрәсәттәр-сәйәсәттәр булмаған тиһең, ә уның функцияһын үҙгәртеү тураһында уйлап та ҡарамағандар.
Артур Айҙар улы: Тағы ла шуға иғтибар иттек, тарихи йорттарҙың эргәһендә заманса төҙөлгән биналар юҡ. Тарихилыҡты һаҡлау - улар өсөн өҫтөнлөклө. Беҙҙең илдә боронғо тарихы булған ҡайһы бер йорттар эргәһенә күп ҡатлыларын төҙөп ҡуялар. Ә Будапештта, ғөмүмән, күп ҡатлы йорттар юҡ.
Данир Әхмәҙи улы: Ғөмүмән, беҙ ҡыҙыҡ заманда йәшәйбеҙ. Беҙҙең тарихыбыҙ Башҡортостанда ғына түгел, ә тотош Европала ла һаҡлана. Уларҙы бары эҙләргә, табырға, өйрәнергә, сығанаҡтарҙы бында алып ҡайтырға ғына кәрәк. Үҙебеҙҙәге бай мираҫты ла башҡалар менән бүлешергә кәрәк. Туғандаш халыҡтар менән аралашыуҙы нығытыу ошо эштәрҙе йәнләндерер. Хәҙер технология заманы бит, сит континентта йәшәгәндәр менән шул уҡ секундта һөйләшергә, яҙышырға һәм мәғлүмәт менән бүлешергә була. Бына шундай киң даирәлә эшләргә, йәшәргә, асыштар яһарға кәрәк.
Артур Айҙар улы: Эш сәфәре тамамланып, аэропортҡа йүнәлгәндә, Данир Әхмәҙи улына: "Ошо заманда йәшәүемә һәм ошо эштәрҙе башҡарырға мөмкинлек булыуына шул тиклем ғорурланам", - тип әйттем. Эйе, беҙҙе ҙур, яуаплы эштәр көтә. Ҡайһы берәүҙәр беҙҙең алдыбыҙҙа милләтебеҙҙең тарихына, мәҙәниәтенә, матди мираҫына ҡағылышлы ниндәй юлдар асыла һәм нимәләр эшләнәсәген, бәлки, аңлап та бөтмәйҙер.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.12.21 | Ҡаралған: 299

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru