«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ЮЛДАШ"ТАР ЙОЛА АТҠАРҘЫ
+  - 

Яңыһына аяҡ баҫыр алдынан бар өлкәләрҙә лә үтеп барған йылға йомғаҡ яһала. "Юлдаш" радиоһы ла тыңлаусылары алдында үҙенең эшмәкәрлеге буйынса һынау тотоп, "Юлдаш-хит" республика фестивален уҙғарҙы. Матур йолаға әүерелгән моңло-көлкөлө тамаша тураһында радионың алып барыусыһы, "Теге өсәү"ҙең береһе - Ғәзиз ӘбделмӘнов менән һөйләштек.

Сираттағы "Юлдаш-хит" республика фестиваленә йомғаҡ яһап, уның яңылыҡтары һәм һөҙөмтәләре тураһында һөйләп китегеҙ әле.

- "Юлдаш-хит" фестивален ун икенсе тапҡыр ойошторабыҙ һәм, ғәҙәттәгесә, тамашаның төп өлөшө радиола йыл дауамында барған "Хиттар парады"на ҡоролдо. Тыңлаусыларыбыҙ яңы сыҡҡандары араһынан ай һайын күңелдәренә яҡын иң шәп йырҙар өсөн тауыш биреп, һайлап барҙы. Иң күп тауыш йыйған йырсылар сәхнәгә күтәрелде һәм йылдың төп йырҙарын башҡарҙы. Бынан тыш, төрлө быуын кешеләрен берләштергән йырҙар менән әсир иткән талант эйәләре лә үҙ сығыштары менән һөйөндөрҙө. Был инде "Юлдаш-хит" концертының ҡаҡшамаҫ йолаһы.
Үҙенсәлектәргә килгәндә, быйыл тәүге тапҡыр тамашаның дүрт алып барыусыһы булды һәм быға тиклем бер ҡайҙа ла яңғырамаған йырҙарҙы тамашасы хөкөмөнә сығарҙыҡ. Мәҫәлән, йәш башҡарыусы Илнур Рамазанов Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтанова репертуарынан "Кил, иркәм" йырын башҡарҙы һәм юбилярҙы күркәм ғүмер байрамы менән тәбрикләнек. Беҙҙең тапшырыуҙарҙы моңло тауыштары менән биҙәгән күренекле артистарҙы йыл да шулай ҡотлап, халыҡ исеменән рәхмәтебеҙҙе еткереп торабыҙ. Йылына бер тапҡыр ғына ойошторолған һәм шуға ла оҙайлы, күләмле концертыбыҙҙы сабырлыҡ менән тамаша ҡылған тыңлаусыларыбыҙға ла, "Юлдаш-хит"та сығыш яһауҙы оло мәртәбә итеп ҡабул иткән артистарыбыҙға ла барлыҡ коллегаларым исеменән рәхмәтебеҙҙе еткерәм.
Яңы йыл етеп килә бит инде, мөғжизәләргә ышаныр мәл. "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы фойеһында барыһы ла хыял-теләктәрен яҙып, хат ҡалдыра алды. Йомғаҡ 29 декабрҙә радиола тура эфирҙа яһала, ошо хаттар араһынан осраҡлы рәүештә һайлап алып, ҡайһы бер тыңлаусыларҙың хыялдарын "Юлдаш" көсө менән тормошҡа ашырасаҡбыҙ.
Билдәле булыуынса, "Юлдаш-хит"та музыка өлкәһендә генә түгел, ә йәмғиәттең төрлө юҫыҡтарын иғтибарға алып, йомғаҡтар яһарға тырышабыҙ. Был йәһәттән номинацияларҙа шәхестәр билдәләнә. Мәҫәлән, быйыл "Йыл композиторы" тип Муса Смаков, "Йыл шағиры" тип юбиляр Радик Хәкимйәнов, "Иң яҡшы аранжировкалаусы" тип Марсель Ҡаһиров танылды, ә "Легенда" номинацияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтанова билдәләнде. Быйыл беренсе тапҡыр "Иң шәп ҡурайсы" - Юлай Ҡасимов, "Иң яҡшы музыкаль чат" - "Музыка һүнмә" төркөмө һәм "Йыл кешеһе" номинацияһына Өфөнөң Ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Фәнил Шәмиғолов лайыҡ булды.

Шулай уҡ "Радионың халыҡ артисы" миҙалына лайыҡ булыусы "беренселәр" ҙә тәбрикләнгән. Был награда кемдәргә тапшырыла?

- Эйе, быйыл тәүге тапҡыр "Радионың халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡлы шәхестәргә миҙалдар тапшырҙыҡ. Уларҙы тамашаға килгән тыңлаусылар һайланы. Бының өсөн махсус һайлау бите булдырылды, сәхнәлә экранға сығарылған QR-код аша үтеп тауыш бирҙеләр. Был замана ысулы менән барыһы ла эш итә белә һәм һис ҡыйынлыҡһыҙ ҡушылып киттеләр. "Радионың халыҡ артисы" миҙалын булдырыу тураһында фекер йырсыларыбыҙға халыҡ һөйөүен, ихтирамын еткереү маҡсатында тыуҙы. Сер түгел, моңдары менән әсир иткән бик күп башҡарыусыларыбыҙ бар һәм уларҙы халыҡ таный, шуны белдерергә теләй. Быйыл махсус наградаға Искәндәр Ғәзизов, Рөстәм Шаһыбалов һәм Рәдиф Зарипов лайыҡ булды. Киләсәктә "Радионың халыҡ артисы" миҙалы бөтә артистар ҙа ынтылырҙай, маҡсат итерҙәй йыл һайын тапшырыла торған мәртәбәле наградаға әүерелер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Яңы йылда - яңы үҙгәрештәр, тиҙәр. "Юлдаш"тарҙы ниҙәр көтә?

- Яңы ҡабул ителгән программаға ярашлы, "Юлдаш" радиоһының ижади миҙгеле хәҙер нәҡ ғинуар айынан алмашына башлай. Шуға күрә, 1 ғинуарҙан радио тыңлаусыларҙы тапшырыуҙар теҙмәһе, алып барыусылар сафындағы үҙгәрештәр менән ҡаршылайбыҙ. Яңылыҡтар "Теге өсәү" тапшырыуына ла ҡағыла, ниндәйерәк үҙгәрештәр булыр - көтөгөҙ һәм тыңлағыҙ. Ә инде Яңы йыл менән тәбрикләп, барыһына ла ныҡлы һаулыҡ теләйем. Юлбарыҫ йылында арыҫландай ҡыйыу булығыҙ, эштәрегеҙ уң булһын һәм беҙҙең менән бәйләнештәрегеҙ өҙөлмәһен.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.12.21 | Ҡаралған: 315

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru