«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАРТТАР: УРТА АЗИЯ БАШҠОРТТАРЫБЫҘ
+  - 


Шул уҡ ваҡытта, Р.Ғ. Кузеев яҙғанса, "һарт" атамаһының мәғәнәһе, заманына һәм географик киңлеккә бәйле, үҙгәреп торған". Әммә һарттарҙың боронғо башҡорт халҡының айырылғыһыҙ бер өлөшө итеп ҡабул ителеүе, башҡорт шәжәрәләрендә һәм риүәйәттәрендә башҡа башҡорт бабалары менән бер рәткә ҡуйылып, уларҙың да төп башҡорт бабаһы Иштәк тоҡомдарынан булыуын раҫлау менән дәлилләнә. Күренекле башҡорт яҙыусыһы, арҙаҡлы дин әһеле Таджетдин Ялсығол (1768 - 1838) үҙенең "Тарих намә-и Болғар" әҫәрендә, барса башҡорт ырыуҙарының бер этник төптән сығыуын нигеҙ итеп алып, Әйлеләр шәжәрәһе миҫалында боронғо башҡорт ҡәрҙәшлеген иҫбатлау маҡсатын ғәмәлгә ашыра.
Заманында ҙур ғына күләмле булған ошо әҫәрҙең тулы варианты табылмаған, әммә ҡулдан күсерелеп алынған, билдәле кимәлдә ҡыҫҡартылған варианттары һаҡланып ҡалған. Әлбиттә, XIX быуат тарихи әҙәбиәтенә һәм унан алдағы осорҙарға хас традицияға ярашлы, башҡорт-болғар тарихы ла бик боронғо риүәйәттәргә нигеҙләнеп, мифологик шәхестәр тормошо менән бәйләп бирелгән. Шуға ҡарамаҫтан, башҡорт халҡының килеп сығышын өйрәнеүҙә, башҡорт ырыу берләшмәләре бәйләнештәренең тарихи тамырҙарын барлауҙа "Тарих намә-и Болғар" кеүек әҫәрҙәр оло әһәмиәткә эйә. Таджетдин Ялсығол әл Башҡорди үҙе лә ул заманда билдәле булған, ҡасандыр Төркиә тарафтарынан алып ҡайтҡан байтаҡ ҡына китаптарҙы ҡулланыуы хаҡында хәбәр итә. Ошоларҙы иҫтә тотоп, "Тарих намә-и Болғар" әҫәренән (боронғо төрки-башҡорт яҙма телендә) ҙур булмаған өҙөктө уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ. Текст күренекле башҡорт филологы Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдинов транскрипцияһында бирелә (Уның авторлығындағы "Тарих нама-и Булгар" Таджетдина Ялсыгулова" китабынан).
"27. Бу Тағланыш Төркистанны бина әйләде. Ҡәберләрә астанә ҡупармаҡ (ҡәбер төбөнөң бер ҡырыйынан соҡоп алына торған уйым, йәки ләхет. - Авт. иҫк.), уғланлара сабаҡ үгрәтмәк вә бадж (пошлина. - Авт. иҫк.) алмаҡ андан ҡалды. Йүздә үч йыл ғүмер сүрүб, Төркистанда вафат булды. Әммә дине Муса ғәм динендә йәһүди ирде. Әл-көллө мәнҡулун мин әт-тауарих әл-хамса әлләти вә ҡағна фи әүүәл әр-руб ләмма йәәти бәйәнуһу вә ҡала фил-Ҡасфарани әннә Әфләх ҡәд вулидә мин Тағланыш (Быларҙың барыһы ла "Тауарих-и әл-хамса"нан алынған, беҙ уларҙы беренсе сиреккә ҡуйған инек... Әл-Ҡасфараниҙә Әфлах Тағланыштан тыуҙы, тип әйтелгән. - Авт. тәржемәһе). Йәғни Тағланышдан Әфлах туғды.
28. Бу Әфлах ҡырғыз халҡының (ҡаҙаҡ. - Авт. иҫк.) аслы вә бәнйадылур (асылы һәм нигеҙен ҡороусылыр. - Авт. иҫк.). Мәрғыдан мәрғайа (бер көтөүлектән икенсеһенә. - Авт. иҫк.) күчүб йүрмәк андан ҡалды, йүз ун йыл ғүмер сүрде. Сыр-Дарйасында ғарыҡ улды (батып үлде. - Авт.иҫк.). Кафыры вә мосолманы мәғлүм дәгелдүр. Андан Мард (Марә) туғды.
29. Бу Мард төркмән халҡының атасыдыр. Аннан чуҡ уғыллар туғды. Олуғ уғлы Төркмән, андан кечесе Ҡуңғрат, андан кече Бөрджан, андан кече Манғыт, андан кече Кәрдже, андан кеше Ҡыпчаҡ, андан кече Йурматы, андан кече Ҡараҡалпаҡ. Бу заманларда хәлайыҡлардың әймәге (аймағы. - Авт. иҫк.) бунлардың нәселендәндүр. Мардның ғүмере вә милләте (бында: ниндәй дин тотоуы. - Авт. иҫк.) мәғлүм дәгелдүр.
30. Төркмәндән Кәнджә туғды. Әммә бу Кәнджә Ғайса динендә иде. Бохараны ул бина әйләде. Ғүмере туҡсан йылдур. Бохарада дәфен улынды (ерләнде. - Авт. иҫк.). Бу Кәнджәдән чуҡ уғыллар туғды. Олуғ уғлы Татардур, анда кечесе Мишардур, андан кече Иштәкдүр, андан кечесе Нуғайдур. Бунлар һәр бере шах улуб, атраф ғаләмдә (төрлө тарафтарҙа. - Авт. иҫк.) урдалар бина әйләделәр. Хәла (хәҙерге. - Авт. иҫк.) хәлайыҡларның әймәге анлардың нәселендән хәбәр бирмәкдүр (билдәлелер. - Авт.иҫк.). Бу Кәнджәнең уғланларындан безгә нәсел баба Иштәкдүр.
31. Әммә бу Иштәк камил ир ҡубды, ҡәғбәйә варды, чуҡ-чуҡ тәүәләр (дөйәләр. - Авт. иҫк.) ҡорбан әйләде. Тәүрат вә Инджилне камил белүр ирде. Ғилмлектә назиры (уға тиңе. - Авт. иҫк.) йуҡ ирде. Бу Иштәктән чуҡ уғландар улды. Түб йорты Аму-Дарйасында ирде. Олуғ улы Тамйан, андан кечесе Үсәргәндүр, андан кечесе Күбәләк, андан кече Бәкатун, андан кечесе Сарт, андан кечесе Тырнаҡлы, андан кечесе Түбәләс, андан кече Дувандур. Бу хәлайыҡларның хәбәр бирмәге (билдәле булғандары. - Авт. иҫк.) анларның нәселенәндүр. Әммә бу Иштәк уғланларындан безгә баба Бәкатундур.
32. Әммә бу Бәкатун ғайәт үфкәлү адәм ирде. Йерне ташлап бәләд шимал (төньяҡ иле. - Авт. иҫк.) тарафына баруб, Миач дарйасына килде. Анда мәҡам (урын. - Авт. иҫк.) әйләб, туҡсан йыл ғүмер әйләде. Ануң уғланлары чуҡ улды. Олуғ улы Әйледүр, андан кечесе Йурми, андан кечесе Байлар, андан кечесе Байҡы, андан кечесе Ирәктә, андан кечесе Салджут. Бунлар һәр бересе шаһ улуб, атраф ғаләмә йәйелделәр. Хәлайыҡларның хәбәр бирмәге анлар нәселенәндүр. Безгә түб баба олуғ уғлы Әйледүр. Әммә Бәкатун нәсрани динендә иде".
Таджетдин Ялсығолдың ошо әҫәрендәге Иштәктең (йәғни байтаҡ ҡына башҡорт ырыуҙарының төп бабаһының) үҙ заманында Урта Азия тарафтарында йәшәп, төп йортоноң Аму-Даръя буйында булыуына иғтибар итеү фарыз. Шуныһы ла ҡыҙыҡлы, Иштәктән таралып киткән яҡын, ҡәрҙәш ырыу-ҡәүемдәр араһында һуңынан Көньяҡ Уралдың төрлө тарафтарында яңы төйәктәрен тапҡан тамъян, үҫәргән, күбәләк, бәкәтун (мәкәтин), һарт, тырнаҡлы, түбәләҫ һәм дыуандар аталып үтелә. Әйлеләр бабаһы Бәкәтундың Һарт баба менән ҡәрҙәш булыуы ошо ике ырыуҙың Урта Азияла көн иткән замандарҙа уҡ тығыҙ этник бәйләнештә булыуына ишара ул. Ә әйле ҡәүеменә иң яҡындары - юрми, байлар, байҡы, ирәкте, салйоғот ырыуҙары булып сыға.
Һуңғы йылдарҙа уҙғарылған этногенетик тикшеренеүҙәр боронғо башҡорт ырыуҙары ҡәрҙәшлеген раҫланы. Шуныһы мөһим, ир-аттар (ата-бабалар) линияһы буйынса ғына быуындан-быуынға күсә килгән игрек-хромосома мутацияларын билдәләү аша боронғо ҡәрҙәшлекте объектив рәүештә асыҡлап була. Генетик тикшеренеүҙәр боронғо бер атанан таралып китеп, нәҫелдәшлектәрен күптән онотҡан кешеләрҙең уртаҡ генетик маркерҙарын - гаплотөркөмдәрен билдәләй. Әйле ырыуы башҡорттарының төп гаплотөркөмө генетик классификацияға ярашлы, R1a - M198, тип билдәләнә, уның төрлө тармаҡтары - субкладтары ла асыҡланған. Һарт-әйле һәм төп әйлеләрҙең гаплотиптары, субкладтары бик яҡын. R1a - M198 генетик маркерына ҡараған субкладтар шулай уҡ табын, унлар, балыҡсы, танып, ҡатай, ҡошсо, көҙәй, дыуан, һыҙғы, өпәй, күбәләк, ҡыуаҡан, тиләү ырыуҙары башҡорттарына ла хас. Ошо гаплотөркөм һинд-европа ҡәүемдәренең генетик линияһына ҡарай, улар беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡ аҙаҡтарында - б.э. тәүге быуаттарында Бөйөк Даланың, Урта Азияның ғәйәт киң территорияһына тарала бара. Шуныһы ҡыҙыҡлы, Тарихи Башҡортостан территорияһындағы археологик ҡаҙылма ҡомартҡылары (һынташты, андрон, бура мәҙәниәттәре) ерлегендә табылған боронғо кешеләрҙең һөйәктәренә генетик анализ эшләгәс, уларҙың ошо уҡ гаплотөркөмгә ҡарауы асыҡлана. Был хәҙерге заман этнологияһы өсөн үтә мөһим асыштыр, тип уйлайым. Бәғзе бер замандаштарыбыҙға ошо генетик тап килеш ғәжәп хәл булып тойолалыр. Һынташты, андрон, бура мәҙәниәттәрен хасил иткән кешеләр бронза быуатында - беҙҙең эраға тиклем 2 мең йылдан да алдараҡ йәшәгән бит. Ошо факттан бер генә һығымта эшләргә булалыр - Көньяҡ Урал һәм уға яҡын географик ареал тәү кешелек (цивилизация) барлыҡҡа килгән үҙәктәрҙең береһе булған. Быуаттар үтә килә ошо кешеләрҙең яңынан-яңы быуындары Евразия киңлектәренә күсә-тарала барған. Тимәк, хәҙерге Ҡытай - Монголия - Алтай - Урта Азия тарафтарында көн иткән боронғо ата-бабаларыбыҙҙың вариҫтары, күп быуаттар үтһә лә, төрлө сәбәптәр арҡаһында боронғо ватандарына кире ҡайтҡан.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 2-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №3, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.01.22 | Ҡаралған: 400

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru