«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАН ЮЛЫНЫҢ ТУҘАНЫ (1-се бүлек)
+  - 


АВТОР ТУРАҺЫНДА

Рәсүл Байгилдин ижад донъяһына күптәребеҙ һымаҡ юғары уҡыу йортоноң филология факультеты аша түгел, ә урау-урау юлдар аша килә. 1962 йылдың 17 ғинуарында Йылайыр районының Матрай ауылында тыуа. Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлағандан һуң әрме хеҙмәтен үтә, шунан һуң Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһындағы геология-разведкалау техникумында уҡый. Уҡыған осорҙа Якутияла практика үтһә, һуңынан алған һөнәре буйынса эшләргә Чукоткаға юллана. Артабан Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙағы төҙөлөштә ташсы, Баймаҡ районы гәзитендә хәбәрсе, Сибайҙа сыҡҡан "Атайсал" гәзитендә баш мөхәррир, Сибай ҡалаһы хакимиәтендә бүлек мөдире булып хеҙмәт итә. Бөгөн эшләгән урыны - "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррир урынбаҫары. Ике китап авторы, Башҡортостан, Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Күп һанлы хикәйәләре, повестары менән танышҡандан һуң Рәсүлдең тик үҙенә генә хас сифатын билдәләр инем: ул да булһа, яҙыр материалының, фараздарға ҡоролмайынса, аныҡ, үҙ тәжрибәһе аша һыналған булыуы, уйҙырмаларға ҡоролмауы, икенсеһе - тел-стиль маһирлығы. Күрәһең, донъялар ҙур үҙгәреш кисергән үткән быуаттың 80-се йылдарының аҙағынан алып бөгөнгә тиклем ижадсының йәшәйешебеҙҙең башҡа тармаҡтарында хеҙмәт итеп, асылда, халыҡ араһында булыуы, донъя гиҙеүе, тормоштоң үҙәгендә ҡайнауы ошо рәүешле ижадында сағылыш табалыр. Тап был йылдарҙа беҙ, мәҫәлән, баш ҡалала, матбуғат, яҙыусылар, журналистар мөхитендә үҙебеҙсә "ҡайнаныҡ". Яҙыусы әле яҙған, күп өлөштәре айырым повестар рәүешендә "Ағиҙел"дә донъя күргән "Ғаилә" романы менән танышҡандан һуң уның киләсәктә лә беҙҙе яңынан-яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырасағына өмөт-ышанысыбыҙ ҙур. Нимә генә тиһәк тә, Рәсүл тормошто эстән яҡшы белә.
Шәхси планға килгәндә, Рәсүл дуҫлыҡҡа үтә лә тоғро зат. Баймаҡ интернат-мәктәбендә ул Әбйәлил районының Ишҡол ауылында тыуып үҫкән мәшһүр егет, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мәүлит Мөхәмәҙиев менән бергә уҡыған, уның айырылмаҫ дуҫы булған. Яҙмыш мине лә Мәүлит менән дуҫлыҡ һуҡмағы буйлап бергә атлатты. Мәүлит үҙ-ара һөйләшкәндә ике һүҙҙең береһендә Рәсүлдең исемен телгә алыр булды. Үкенескә күрә, уның ғүмере бик иртә өҙөлөп ҡалды. Уның ҡарауы, Мәүлит менән дуҫлығыбыҙ эстафетаһын Рәсүл үҙ ҡулына алды һәм миңә дуҫлыҡ ҡулдарын һуҙҙы. Шундай тоғро дуҫым барлығына үтә лә шатмын. Рәсүл дуҫымды ғүмеренең 60 үренә артылыуы менән ҡотлап, оҙон ижади ғүмер, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы теләйем!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.




1

Хөбөтдинов Идеал Салют улын коллегалары үҙ-ара Хис тип йөрөттө. Ҡушаматҡа бер ниндәй ҙә хилаф мәғәнә һалмайҙар ине - уның ҡарауы ул, есеменә тап килгән кеүек, ғүмерлеккә йәбеште лә ҡуйҙы кешегә. Ҡайҙа эшләһә лә, ниндәй генә юғары вазифаларға үрләһә лә, артынан ҡалманы. Әйтерһең, барыһына ла күренерлек итеп маңлайына яҙылған. Быға тиклем күреп-белмәгән кешеләр араһына инеп эшләй башлауына күп тә үтмәй, Хөбөтдиновтың тапҡыр был ҡушаматы, аяҡланғандай, хеҙмәткәрҙән хеҙмәткәргә, кабинеттан кабинетҡа йөрөй башлай, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә барыһына ла үҙен танытып өлгөрә.
Ғәжәп хәл.
Идеал Салют улы үҙен утыҙ йәшенән һуң ғына ярата башланы. Ғүмеренең тәүге өлөшөн иҫләгеһе лә килмәй, кемдеңдер иҫенә төшөрөүен дә теләмәй. Үткән эшкә - салауат, биғәйбә. Ул - министр урынбаҫары! Өлкән синыф малайҙары дөрөп алып барып, шкафҡа бикләп ҡуйған рәсем һәм һыҙма фәне уҡытыусыһы түгел.
Һәр кемдең карьера үҫеше, кем әйтмешләй, үтә лә шәхсән һәм башҡалар миҫалында һирәк ҡабатлана. Хөбөтдинов, үҙе лә аңғармай, уға - карьераһына - нигеҙҙе уңыштары һәм ҡаҙаныштарынан торған тос ҡына тупланма ярҙамында һалды. Ташты ташҡа теҙеп диуар күтәргән, өҫкә - ҡояшҡа - яҡыныраҡ үрләгән ише. Маҡталып һыуһыны ҡанманы, саманы белмәй баһаламанамә йыйҙы, дан-ҡөҙрәткә туя белмәүе ауырыуға тартым төҫ алды хатта. Хәйер, был зәхмәт геройыбыҙға һуңыраҡ ҡағыласаҡ. Әле эскерһеҙ бала сағы, торомошоноң башы ғына…
- Һин - Идеал, улым! Идеал! Аңлайһыңмы? Гел беренсе булырға тейешһең! - Әсәһе улына иҫ белгәндән шулай нотоҡ уҡыны.
Тик Идеалға идеал булыу ауыр бирелде. Бәләкәй буйлы сибек малайға бер генә лә шөғөл уңыш алып килмәне. Күпме генә тырышмаһын, уҡыуҙан да алдыра алманы - өслөгә өлгәшмәһә лә, синыфтан-синыфҡа һуҙып-тартып "ударник"ка саҡ сыға килде. Урамда тиҫтерҙәре араһында ла алдан йөрөү бәхете теймәне уға. Беләктәре бушағыраҡ ине шул.
Тәүге маҡтау ҡағыҙын беренсе синыфта алды. Егерме өсөнсө февралгә атайҙарға бағышлап эшләгән һүрәттәр конкурсында Идеалдың танкыһы башҡаларҙың килбәтһеҙ һалдат һындары, танк-самолеттары араһында ҡупшылығы һәм ҡеүәтле пушкаһы көбәге менән айырылып торҙо. Шунан ул мәктәп ярышында үҙ тиҫтерҙәре араһында йүгереүҙән өсөнсө урынға сыҡты. Директор, ҡулын ҡыҫып тороп, үҙе тапшырҙы сираттағы ҡиммәтле ҡағыҙҙы. Былар тәүге мая булды.
Йүгереүҙән башҡаса уңыштарға өлгәшеү бәхете теймәне Идеалға. Уның ҡарауы, һүрәт төшөрөүгә һәләте асылып, был тәңгәлдә ярайһы үрҙәр яуланы. Мәктәп йылдарына ҡағылышлы ҡаҙаныштарының туҡһан проценты йәш рәссамдың ҡул оҫталығын дәлилләй ине.
Дүртенсе синыфтан алып, уҡыуҙы тамамлағансы, ул стена гәзите сығарҙы. Тәүҙә үҙҙәренең класында, аҙаҡ - мәктәп кимәлендә. Мөхәррире, әлбиттә, иң әүҙем, иң алдынғы уҡыусылар араһынан ҡуйылды. Ә биҙәүсе гел Идеал булды. Оҫтараҡ һүрәт төшөрөүселәр күренгеләһә лә, ул йәмәғәт эшен ҡаршылашмай ғына иңенә артмаҡлауы менән алдырҙы. Мәктәп тормошонда Идеал шулай үҙ урынын тапты. Күҙгә-башҡа салынып бармаһа ла, уны һәр уҡыусы, һәр уҡытыусы белеп торҙо. Һуң, берен-бере алмаштырып, йыл әйләнәһенә иң түрҙә эленеп торған стена гәзитендә уның исем-шәрифе фәҡәт яҙыла килде лә баһа: "Гәзитте биҙәүсе, һүрәттәрҙе төшөрөүсе - рәссам Хөбөтдинов Идеал".
Рәссам Идеал!
Гәзиттең яңы һанын, ғәҙәттә, дәрестәрҙән һуң, мәктәп коридорҙары һилләнә биргәс элә торғайнылар. Иртәгеһенә Идеал алдараҡ килә лә төшөргән карикатураһын башҡалар нисек ҡабул итеүен ситтән күҙәтеп тора. Тәүҙә берәү килеп баҫа, шунан тамашасылар икәү-өсәү булып китә. Ә бер мәл: "Кемде яҙғандар? Кемде төшөргәндәр, тием?" - тип этеш-төртөш, стенд эргәһендә урын өсөн талаш ҡуба. Идеал кинәнес кисерә шул мәлдә.
Гәзит сығарыуға бәйле йәмәғәт эшенән оҫта файҙаланырға ла өйрәнеп алды ул. Дәрескә әҙерлекһеҙ килһә: "Кисә һуңға тиклем гәзит сығарҙыҡ", - тип, "икеле"нән ҡотолоп ҡала. Мәктәп тирәһен һепереү, сәскә түтәлдәре ҡаҙыу, дөйөм өмәләрҙән дә шул сәбәп менән ситләшә килде.
Был шөғөлөнөң зыянын күргән осраҡтары ла булды, әлбиттә. Бер-ике тапҡыр уны хулиган малайҙар мөйөшкә ҡыҫты:
- Ә-һә, художник, ҡаптыңмы ҡармаҡҡа, - тине мәктәптәге иң уҫал, боҙоҡ һәм көслө Мирсәйет-Мишка. - Хәҙер үҙеңдең һүрәтең стенала мәңгегә ҡаласаҡ. Минең йоҙроҡто ҙур итеп төшөргәнһең, татып ҡарарға тура килер уны, ысын тослоғон белер өсөн. Әйт һүҙеңде!
- Мин, ней, нимә, ҡушҡандарын эшләйем… Әлфиә әйтеп тора, шулай кәрәк, ошолайтып эшлә, тип… Мин эшләйем, үҙенән һора, - Идеал шыр ебәргәйне. Бәләне үҙенән ситкә борор өсөн барыһына ла әҙер ине.
- Иҫкәртәм, тағы миңә ҡағылһаң бынан ары, мейеңде күсерә һуғам, - йоҙроғон ғына еҫкәтте хулиган, ҡыйнаманы.
Ә уңыштары шөһрәтнамәләре тупламаһы мәнфәғәтен уҡырға ингәндә тәүге тапҡыр күрҙе Идеал. Бер фәндән дә алдыра алмағас, оҙаҡ уйлап торманы - документтарын сәнғәт училищеһына тапшырҙы. Аттестатында "өслө"һө булмағанға күрә, тик рәсем төшөрөү оҫталығы буйынса ғына һынау тотто. Элекке эштәрен алып килде, маҡтау ҡағыҙҙарын да комиссия алдына теҙеп һалды.
- Конкурс эшең ҡайтышыраҡ килеп сыҡҡан, абитуриент иптәш. Әллә ҡаушаныңмы? Улай ҙа булғылай. Тырышлығың күренә былай. Коллегалар менән кәңәшләштек тә, һуҙып "дүртле" ҡуябыҙ. Мәктәптәге ҡаҙаныштарыңды иҫәпкә алып, бер балл өҫтәйбеҙ. Конкурстан үтһәң, уҡырға рәхим ит, - тине комиссия рәйесе.
Уҡырға инде ул. "Мәктәптәге ҡаҙаныштарыңды иҫәпкә алып", тиеүе рәйестең, стена гәзитен биҙәүҙә уңыштарын дәлилләгән маҡтау ҡағыҙҙары ине.
Юҡҡа ғына "сәнғәт училищеһы" тип атамағандар икән уҡыу йортон. Бында һыҙмаҡлай белеү генә аҙ, ижади фекерләү ҡеүәһе лә талап ителә, имеш. Идеал өс йыл буйы килештереп һүрәт төшөрөүҙән тыш, унан тағы нимә талап итеүҙәрен аңлай алманы: "Оҡшатып кеше һынын эшләйем, натюрморт та, пейзаж да башҡаларҙыҡынан кәм сыҡмай, тик һүрәттәрең тере түгел, йән өрә белмәйһең, тиҙәр ҙә ләүкелдәйҙәр, быуынға төшөп. Умниктар", - тип йәне көйҙө.
Ҡаҙаныштары коллекцияһы училищела уҡыу дәүерендә тик өс данаға ғына артты. Баш ҡала күләмендә күргәҙмәлә ҡатнашҡаны өсөн ике тапҡыр диплом алды, ә өсөнсөһө - уҡыуҙы тамамлағанда, ғәҙәттә, һәммәһенә бирелә торған маҡтау ҡағыҙы ине. "Уҡыуҙа күрһәткән яуаплылығы өсөн", тип яҙылғайны унда. Күрәһең, оҙаҡ баш ватҡандарҙыр лайыҡлы сифатын эҙләп. Тапҡандар бит барыбер. Яҙғандар кеше ышандырырлыҡ итеп. Ярай, шуныһына ла рәхмәт.

* * *

Ҡулына диплом алып, яңы ғына эш башлаған йәш белгесте армияға саҡырҙылар. Идеал теләп, ашҡынып китте әрме сафына.
Күрше өлкәнең район үҙәге мәктәптәренең береһенә эшкә йүнәлтмә биргәйнеләр уға. Беренсе сентябрҙе тулҡынланып ҡаршы алды, тиһәк, артыҡ яңылышлыҡ булмаҫ. Тик шуны аныҡларға кәрәк: тулҡынланыуы ҡурҡыуҙан ине. Эске һиҙемләүе был юлы ла уны алдаманы. Тәүге дәрестән алып ике айға һуҙылған мөғәллимлек буйынса тәүге тәжрибәһе тамуҡҡа тиң булды. Идеал үҙе шулай уйланы, тамуҡтың ни икәнен бәлмәгән башы менән.
- Мин һыҙма фәне буйынса һеҙҙең уҡытыусығыҙ булам - Хөбөтдинов Идеал Салютович исем-шәрифем, - парта рәттәре буйлап хихилдашҡан, "пырх" итеп көлгән тауыштар йүгереп үтте. - Тәүҙә танышып үтәйек. Акимов. Әллә юҡмы ул? Аксенов. Ул да юҡмы ни? Борисова... Басырова… Сапарбаев… Ярбулов… Якименко… - класс журналындағы исемлекте баштан аҙағынаса уҡып сыҡты, тик бер кем дә тауыш бирмәне, "мин" тип аяғүрә лә баҫманы.
Исемлектең урта тошона еткәндә тамағы ҡарлығып, тауышы сыйнанҡырап сыға башлағайны, аҙаҡҡы фамилияларҙы саҡ әйтеп ҡуйҙы. "Якименко", - тине лә журналдан йөҙөн күтәрмәй, берауыҡ тын торҙо. Ҡылт иткән дә тауыш ишетмәне. "Бәлки, класта бер кем дә юҡтыр. Әллә һаташам инде… Нишләп тын алған да тауыш килмәй? Хәҙер күтәрелеп ҡарайым. Ысынлап та, булмаһа ине алдымда бер генә лә тере йән эйәһе… Эй, Раббым, ҡылсы изгелегеңде…" - Идеал мөғжизә көттө. Тик ул ғына ҡотҡара ала йәш уҡытыусыны сетерекле был хәлдән.
Мөғжизәне насип ҡылыусы булманы. Уға егерме йән күҙҙәрен тултырып текләп ултыра ине. Ҡыҙҙар һәм малайҙар. Унынсы синыф уҡыусылары.
- Эһ-һ-һем, - тамағын ҡырҙы уҡытыусы. - Әллә мин башҡа класҡа яңылыш ингәнменме, дуҫтар?
Яуап булманы.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №3, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.01.22 | Ҡаралған: 518

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru