«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛ… АЯҠ АҪТЫНДА ҒЫНА
+  - 


Элегерәк, мин бала саҡта, халыҡта ошондай бер ырым йөрөгәне хәтеремдә. Сысҡан кимергән берәй аҙыҡты ашаһаң, тештәрең ныҡ була, имеш… Шундай-бындай юрауҙарға беҙ, ысынлап та, ышана торғайныҡ. Хәҙерге көн ана шуны иҫләһәм, тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып китә. Ни өсөн? Юҡ, сысҡандан ерәнгәндән түгел, ә ифрат ҡурҡыныс, хатта үлемесле сир йоҡтороу ихтималлығы булыуҙан! Боронғо замандарҙа аҙыҡ-түлек наҡыҫ булғанлыҡтан да килеп сыҡҡандыр инде был юрау…

Куйбышев хәрби медицина факультетында уҡыған осорҙа сығышы Әбйәлил районынан булған бер курсташым ана шул сир менән ауырып китте. Йәйге каникул мәлендә ауылында йоҡтороп алып килгән тинеләр. Бик ауыр хәлдә округ госпиталенең реанимация бүлегендә дауаланып (хатта "яһалма бөйөр" аппараты ҡулландылар уға), көскә төҙәлеп китте. Был инфекциянан үлем осрағы йышлығын белгән булараҡ, беҙ, курсанттар (буласаҡ хәрби табиптар), хатта был иптәшебеҙҙе юғалтып ҡуйыуҙан ныҡ ҡына ҡурҡҡайныҡ та…
Сысҡан биҙгәге тип аталған әлеге йоғошло сир иң тәүҙә 1913 йылда Алыҫ Көнсығышта табылған. Был ауырыу, әлбиттә, электән, башҡа ерҙәрҙә лә булған инде, тик шул осор табиптар тарафынан ул айырым сир тип билдәләнгән. Һуңынан был инфекцияны Төньяҡ Ҡытайҙа, Урал, Волга буйында ла тапҡандар. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда, айырыуса, Урал аръяғы райондарында киң таралған тип һанала (башта иҫкә алған дуҫым йәшәгән Әбйәлил районы ла тап ана шул зонаға тап килә). Сысҡан биҙгәге (мышиная лихорадка) медицинала "Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом" (ГЛПС) тип йөрөтөлә. Ҡан тамырҙары, бөйөр капиллярҙары стенкаһының күҙәнәктәренә зыян килтергән был сирҙең вирус этиологиялы (сәбәпле) булыуы 1940 йылдарҙа Совет ғалимдары тарафынан асылған. Ә 1976 йыл лаборатория шарттарында вирусты ҡыр сысҡанының үпкәһендә табалар. Был сир ҡыр сысҡанынан ғына түгел, башҡа төр кимереүселәр аша таралыуы ла мөмкин. Ауырыуҙы йоҡтороусылар ауыл ерендә күпкә күберәк (ни өсөндөр, ир кешеләр йышыраҡ ауырый). Инфекция йоҡтороу осраҡтарының иң көсәйгән сағы - йәй башында һәм көҙҙөң октябрь айҙарына тура килә, әммә өй шарттарында йыл әйләнәһенә лә булыуы мөмкин. Эпидемик миҙгелдең йәй башында кешеләр ҡырҙа эшләй башлауы һәм көҙ уңыш йыйыу осорона тап килгәнлеге аңлашылып тора. Шулай уҡ көндәр һыуына башлау менән, сысҡан-маҙар йылы урын эҙләп, кеше торлағына килеп оялаусан. Шуға күрәлер ҙә, көҙ урталарында бындай ауырыуҙың йышайыуы күҙәтелә. Сысҡандарҙың шайығы тейгән (әлеге кимерелгән аҙыҡ) ашамлыҡты ҡулланыу, уларҙың оло һәм кесе ярауы һеңгән туҙан менән һулау аша йоға был сир.
Кеше организмына вирус килеп эләккәс, инкубация осоро (йоҡторғандан алып, сирҙең беленә башлауына тиклем булған ваҡыт аралығы) бер аҙнанан 35 көнгә тиклем барыуы мөмкин. Кеше организмының иммун системаһы бында ҙур ғына роль уйнай. Иммунитеты көсһөҙ булғандар, әлбиттә, тиҙ генә бирешә һала. Ауырыу киҫкен рәүештә башлана (унан алда бер-ике көн тиҙ арыусанлыҡ, тән иттәре һыҙлауы, берәр градусҡа температура күтәрелеүе һымаҡ продромаль осор булыуы ла мөмкин). Тән температураһының кинәт кенә 38-40 градусҡа етеүе, шул уҡ ваҡытта өшөп ҡалтыраныу, баш, арҡа, бил ауыртыуҙар, күҙҙәрҙең күреүе насарайып көңгөртләнеүе, яҡтылыҡтан ҡурҡыу (светобоязнь), күҙ алдында "селтәр" булыуы һымаҡ симптомдар кешене ошо ҡурҡыныс сир хаҡында уйланыуға этәрергә тейеш. Уҡшытыу, йыш (хатта ҡан ҡатыш) ҡоҫтороуҙар, танау ҡанауы, эсәк буйына ҡан эләгеү сәбәпле оло ярауҙың дегет төҫөнә инеп ҡарайыуы лә күҙәтелә шул осорҙа. Сысҡан тейгән әйбер йә аҙыҡ менән контактта булған кешегә иң беренсе нәүбәттә бына ошо сир хаҡында иҫләү мотлаҡ. Ғәҙәттә, табиптар "Сысҡан-маҙар менән контактта булманығыҙмы?" йә иһә "Өйөгөҙҙә, баҡсағыҙҙа сысҡан бармы?" тигән һымағыраҡ һорауҙар биреүсән ул. Әммә, табипҡа ҡаралырға килгән ауырыу, шундай һорау бирелгәнен көтөп тә тормаҫтан, үҙенең бер-ике аҙна элек, әйтәйек, баҡса өйөн сысҡан ояһынан таҙартыуы йә иһә сысҡан тейгән аҙыҡты ашауы хаҡында әйтергә тартынмаҫҡа тейеш. Бит остары, муйын, күкрәк ситлегенең өҫкө өлөшө алһыуланып тороуы, күҙ алмалары ҡыҙарыуы ла бына ошо хаҡта уйланыуға этәрергә тейеш. Ә инде тәндә, айырыуса, ҡултыҡ аҫтарында ҡан һауған нөктәләрҙең күренә башлауы, бил ауыртыуҙар был сирҙең артабанғы көсәйә барыуына ишара. Башланғыс ошо осор бер нисә көнгә һуҙылыуы мөмкин. Шунан бер аҙ ғына ауырыуҙың хәле еңеләйеп ҡалған һымаҡ та булыуы ихтимал. Әммә, был сирҙең киләһе (олигурия) стадияһына күсеүе генә. Олигурия - һейҙек әҙәйеүе. Уның хатта бөтөнләйгә туҡталыуы (анурия) ла мөмкин. Бөйөр капиллярҙары стенкаһы зарарланыу сәбәпле һейҙек бүленеп сығыу процесы боҙолоуы - ифрат та етди симптом! Киләһе стадияһында (полиурия) һейҙектең күпләп бүленеп сыға башлауы күҙәтелә (тәүлегенә 5-8 литрға барып етеүе мөмкин). Күҙәнәктәрҙең эшмәкәрлеген сафта тотоусы һыу-электролит балансы боҙолоу, бөйөр капиллярҙарының емерелеүе сәбәпле, тәнгә кәрәкле матдәләр - аҡһымдар, азот, һәр төрлө микроэлементтар һейҙек менән сығарып ташлана. Шулай уҡ, ағзаларҙың ваҡ ҡан тамырҙары зарарланыуы йыш ҡына мейегә, йөрәккә, бөйөрҙәргә һәм башҡа органдарға ҡан һауыуға килтерә. Ошо стадияла сирленең хәле ифрат та ауырлаша. Ике-өс аҙнанан әкрен генә йүнәлеү процесы башлана. Әммә, башта иҫкәртеүебеҙсә, сирҙең һәр саҡ һауығыу менән тамамланмауы ла бар. Медицина теле менән әйткәндә, прогноз - ифрат та етди…
Грипп, КОВИДтар менән бер рәттән, телевидениеның "бегущая строка"һында ла йыш ҡына "быйыл фәләнсә кеше сысҡан биҙгәге менән сирләгән" тип юҡҡа ғына яҙмайҙар бит. Дауаханаға бармай, өй шарттарында ауырығандарҙың үлем осрағы кимәле - 15 процентҡа барып етеүе хаҡында статистик мәғлүмәттәр бар. Шунлыҡтан, сирләп китеү менән мөмкин тиклем иртәрәк табип ярҙамына мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Бәйғәмбәребеҙҙән Аллаһ Тәғәләнең бер ауырыуҙы ла дауаһыҙ барлыҡҡа килтермәгәне (үлемдән башҡа) хаҡында риүәйәт бар. Тик әҙәм балаһы әмәлләү серҙәренең күптәрен белеп етмәй. Раббыбыҙ ихтыяры менән был сирҙе дауалау йәһәтенән бөгөнгө медицина һәүетемсә алға киткән. Бөйөр эшмәкәрлеге насарайған (йә бөтөнләйгә туҡталған) осраҡта стационар шарттарында гемодиализ ("яһалма бөйөр" аппараты ярҙамында ҡанды таҙартыу), һәр төрлө инфузион терапия (вена тамырына кәрәкле матдәләр ҡойоу) ысулдары ҡулланып, кешене тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу мөмкинлеге бар.
Баҡсала, ауыл өйҙәрендә кимереүселәргә ҡаршы көрәш (дератизация), шәхси гигиена талаптарын үтәү (аҙыҡ-түлекте сысҡан инмәҫлек герметик һауыттарҙа һаҡлау, кимереүселәр йөрөгән урындарҙа дезинфекция үткәреү, улар тейгән ашамлыҡтарҙы ташлау йә иһә ҡайнар һыу менән сайыу һ.б.) бына ошо ҡурҡыныс ауырыуҙан ҡотолорға булышлыҡ итер. Был мәсьәләләр буйынса санитар-эпидемиология хеҙмәткәрҙәренә барып, консультация алыу хәйерле.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №3, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.01.22 | Ҡаралған: 584

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru