«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАҠЛАНЫҒЫҘ: "ОМИКРОН" КИЛӘ
+  - 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, һуңыраҡ ваҡытҡа һәм махсус күрһәтмәгә тиклем күмәк физкультура һәм мәҙәни саралар (фестивалдәр, смотрҙар, конкурстар) уҙғарыу күсерелә. 30-ҙан ашыу хеҙмәткәр эшләгән йәки саҡырылған хеҙмәткәрҙәр ҡатнашлығында хеҙмәт коллективтары йыйылыштарын һәм башҡа күмәк саралар уҙғарыу тыйыла. Дәүләт һәм муниципаль власть органдары етәкселәре граждандарҙы шәхси ҡабул итеү ойоштороуҙан һәм үткәреүҙән тыйылырға тейеш (уларҙың ризалығы буйынса). Шулай уҡ кәңәшмәләр ҙә онлайн үткәрелергә тейеш. 17 ғинуарҙа Башҡортостан уҡыусылары ҡышҡы каникулдан сыҡты. Республика етәксеһе Радий Хәбиров шулай уҡ белем биреү учреждениеларында коронавирусҡа ҡаршы сараларҙы үтәүҙе көсәйтергә ҡушты. "Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшкә сыҡты, шулай уҡ методик тәҡдимдәрҙе яңырттыҡ, ата-әсәләргә температураһы булған баланы уҡырға ебәреү тыйыла", - тип аңлатты республиканың Мәғариф министрлығы вәкиле. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, сир сығанаҡтары теркәлгән мәктәптәр ябылырға тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин федераль Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау системаһының "омикрон" штамы менән көрәшкә әҙерлеген тәьмин итергә ҡушҡайны. Ошо көндәрҙә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко тажзәхмәттең яңы штамының билдәләрен атаны. Сирҙең башҡаларҙан айырмаһы бар: баш ауырта, сөскөртә, хәлһеҙлек һәм тымау күҙәтелә. Һирәк кенә еңел сирләү билдәләре лә булыуы мөмкин, йәғни аныҡ билдәләр юҡ, әммә кеше үҙен сирле кеүек тоя. Был бигерәк тә иммунитеты булған пациенттарҙа йыш күҙәтелә. Диагностиканың өҫтәмә ысулы булып температура үлсәү, тестар тора. "Диагнозды медицина хеҙмәткәре ҡуйырға тейеш", - ти Мурашко. Уның һүҙҙәренсә, сирҙең йәшерен үтеү осоро ҡыҫҡарған. Ул ике-биш көн тәшкил итә. Һуңынан 3-4 көн эҙемтәләр барлыҡҡа килеүе, сирҙең киҫкен ваҡытында тын алыуы ауырлашыуы ихтимал. "Ғәҙәттә, организмыбыҙ минутына 21-22 тапҡыр тын алыу хәрәкәте яһай, унан күберәк булһа, тын быуылыу тип атала. Был хәүефле, сирҙең көсәйеүен, хәл-тороштоң насарланыуын күрһәткән симптом. Температураның оҙаҡ ваҡыт булыуы ла насар билдә. Шуға күрә, хәл насарайғанда өҫтәмә медицина консультацияһы мотлаҡ", - ти Мурашко.
Әлеге ваҡыттағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республикала төбәктән ситкә сыҡмаһалар ҙа тажзәхмәттең яңы "омикрон" штамын эләктергән бер нисә кеше асыҡланған. "Омикрон штамы быға тиклем булғандарынан ҡурҡынысыраҡмы?" тигән һорауға Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Нәүфәл Заһиҙуллин яуап бирә: "Яңы штамдың йоғошлолоғо 7-10 тапҡырға юғарыраҡ, шуға күрә был сир менән күптәр ауырыясаҡ. Сирләүселәрҙә мускулдар көсһөҙләнеүе, йүткереү (шул иҫәптән еүеш йүтәл), тымау, хәлһеҙлек күҙәтелә. Омикрон менән балалар ҙа сирләүе ихтимал. Бик йыш тын юлдары зарарлана, ҡурылдай һәм трахея зыян күрә. Яңы штамм тажзәхмәткә ҡарағанда ла тиҙерәк тарала. Шуға күрә ябай битлектәр һәр саҡ ҡотҡарып ҡала алмай. Бигерәк тә ул йөрәк, үпкә, бөйөрҙәре сирлеләр өсөн хәүефле. Ә вакцинация, һис шикһеҙ, битлек кейеү һәм социаль дистанция һаҡлау кеүек үк, сирҙең ауыр үтеүенән һәм үлем осраҡтарынан ҡотҡарып ҡала. Кеше күп йыйылған урындар, бигерәк тә битлекһеҙ, хәүеф тыуҙыра. Әгәр 10 кеше бергә йыйылып, шуларҙың береһе генә сирле булһа, ул башҡаларға йоҡтора. Шуға күрә ни тиклем бәйләнештәр әҙерәк, шул тиклем яҡшыраҡ. Сирләүселәр һаны ике-өс аҙнанан арта башлаясаҡ, тип көтөлә".
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эпидемиологы, Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, "омикрон" менән сирләгәндә хәлһеҙлек, баш ауыртыу, һирәгерәк осраҡта еҫ һәм тәм һиҙеү һәләтен юғалтыу кеүек билдәләр күҙәтелә. "Коронавирустың яңы штамы киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләренә оҡшаш: температура 38 градусҡаса күтәрелә, тән һыҙлай, тымау башлана, тамаҡ ҡысыта, аппетит юғала. Балаларҙың тәненә тимгелдәр сығыуы ихтимал. Күптәр ауырыуҙы еңел формала үткәрә, әммә "омикрон" тиҙ тарала, ҡурылдайҙы, үпкәне тиҙ зарарлай. Халыҡ күп йыйылған урындарҙа сир йоҡтороу ихтималлығы арта, сөнки омикрон биш тапҡырға тиҙерәк тарала", - тип белдерҙе Азат Мөхәмәтйәнов.

"Киске Өфө" гәзите, №3, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.01.22 | Ҡаралған: 343

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru