«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАН ЮЛЫНЫҢ ТУҘАНЫ (2-се бүлек)
+  - 


-Хәҙер, улайһа, - йәһәтләп сығып китте лә, күп тә тормай, директорға эйәреп, кире килеп инде.
- Акимов! - директорҙың тимер сыңлағандай тауышы күрше бүлмәлә лә ишетелгәндер, моғайын.
- Мин.
- Аксенов!
- Бында.
- Борисова!
- Урынында.
- Басырова!
- Эйе.
- Сапарбаев!
- Бар гой.
- Ярбулов!
- Һәр ваҡыт әҙер.
- Бәйһеҙләнмә, Ярбулов. Ҡара уны!.. Якименко!
- Ҡайҙа китәйем, әйкәйем.
- Һине лә киҫәтәм, Якименко!.. Барыһы ла урынында, Идеал Салютович. Сәйер. Тимәк, яңы уҡытыусыны һынап ҡарарға булдығыҙ. Хуп, бик хуп. Ҡарағыҙ уны, тағы ҡабатланһа, мине беләһегеҙ, - мәктәп хужаһы бармаҡ янаны ла сығып китте. - Уҡыусылар, тәүге темабыҙ деталде өс проекцияла ҡағыҙға төшөрөү, - Идеал теманы яҙа була таҡтаға боролғайны, ҡайҙандыр килгән тоноҡ тауыш ишетте. "Ябеда, ябеда, ябеда…", - ти ине күмәк шыбырҙау. Ҡапыл класҡа әйләнеп баҫты. Тынлыҡ. Уҡыусылар, бер ни булмағандай, китап-дәфтәрҙәренә эйелгән.
Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Аптырағас, Идеал йөҙөн дәрес бөткәнсе уҡыусыларҙан алманы.
Түбән синыф балаларының этлеге башҡараҡ булып сыҡты. Улар, дәрес үткәрергә ирек бирмәй, бөтмәҫ һорауҙары, фәлсәфәләре менән йөҙҙәтте. Күрәһең, был мәктәптә йәш уҡытыусыны һынау йолаһының башы тарих төпкөлөнә барып терәлә һәм ул быуындан-быуынға ҡәҙерләп тапшырыла. Юғиһә, был тиклем дә берҙәм һәм эҙмә-эҙлекле атҡарылмаҫ ине ул.
- Һыҙма фәне белгесе булараҡ, әйтегеҙ әле, Идеал Салютович, идеаль шар буламы? Алдан белеп торам, һеҙ ыңғай яуап бирәсәкһегеҙ. Ә мин әйтәм: булмай! Геометрия фәне күҙлегенән сығып фекер йөрөткәндә, түңәрәктең, йәғни шарҙың һыҙма образының һәр нөктәһенән бер генә һыҙыҡ үткәреү мөмкинлеге бар. Шул рәүешле биллион тапҡыр биллион һыҙыҡ һыҙа алабыҙ уны әйләнеп сыҡҡансы. Һәр һыҙыҡ күпмелер миҡдарға алдағыныһынан ауыша, тимәк, мөйөш барлыҡҡа килтерә, әйтәйек, микрон үлсәмендә. Ни миҡдарҙа бәләкәс булмаһын, ул - мөйөш, һикәлтә. Һикәлтә булғас, түңәрәк идеаль түгел, - лупалы күҙлек кейгән "ботаник" оҙон фәлсәфәгә төшөп китте.
Юҡ-бар хәбәр һөйләһә, Идеал уны бүлдерер, урынына ултыртыр ине. Был белемсе иһә фән тураһында аҡыллы һүҙ әйтә шул тороуында. Тыйып, йә бәхәскә инеп, үҙенең наҙанлығын күрһәтһенме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Әгәр риза булмаһағыҙ, иҫбатлағыҙ киреһен, тип төпсөнә башлаһасы? Түҙҙе, тыңланы. Тынысланып, дәресте башлағайнылар, икенсе уҡыусы деталдәрҙе һынландырған һыҙыҡтарҙың рациональ булмауы тураһында хәбәр күтәрҙе. Бәхәскә башҡалар ҡушылып китте. Ярты дәресте алды ике күпбеләр. Башҡа көндәрҙә лә шул хәл ҡабатланды. Уҡыусылар алмашлап махсус рәүештә әҙерләнеп киләләр һымаҡ тойолдо Идеалға.
Уның ҡарауы, бәләкәстәр менән ял итте. Сатай-ботай һүрәттәрен маҡтап ебәрһә, мөкиббән китеп уҡытыусыға бағалар, тағы ла тырышып ҡәләмгә тотоналар.
Сентябрь үтеп, октябрҙың урталары етеүгә юғары синыфтар менән уның араһы тамам боҙолдо. "Ябеда" ғына булһа, бәлки, түҙер ҙә ине. Дәрестә бөтөнләй яуап бирмәйҙәр, әҙерләнеп килмәйҙәр, юғары билдә талап итәләр, битенән алып: - Бөгөн миңә "бишле" ҡуяһың, ә киләһе дәрестә - Якимға, - тине "һинән" һалдырып Ярбулов көндәрҙең береһендә.
- Нимә-ә-ә? - Идеал был тиклем хурлауҙы күтәрер хәлдә түгел ине.
- Бер нимә лә түгел - тик "бишле" генә! - Уҡытыусы бер башҡа түбән булыуын онотоп, уҡыусыһының иҙеүенән бороп тотоп алғайны. - Быныһын артыҡлап ебәрҙең, Идеал Салютович, - Ярбулов, ҡураныс уҡытыусыһын биленән тотоп күтәрҙе лә, тирә яғына күҙ ташланы.
Ситтән ҡарап тороусылар өсөн был үтә лә мәҙәк, ә Идеалға ғәрлекле күренеш ине. Уҡытыусы уҡыусыһының иҙеүенә сытырман йәбешкән дә уның күҙҙәренә текләгән. Ә уҡыусы, уҡытыусыһын билбау ҡайышынан күтәреп, артыҡ көсәнмәй яйлап ҡына атлай. Ҡорбанының аяҡтары, йәнһеҙ бауланып, улай-былай болғана. Әгәр мөмөкин булһа, Идеал ер тишегенә инеп китер ине шул мәлдә.
- Яким, ас шкафтың ишеген, - Ярбуловтың ҡиәфәте үҙгәрешһеҙ ҡалды, тик ирендәре генә ҡыбырланы.
Якименко дуҫының әмерен үтәргә ашыҡты.
Ярбулов Идеал Салют улын һаҡлауға ҡуйылған төрлө плакаттар эргәһенә ипле генә төшөрҙө лә, ҡулдарын иҙеүенән һыпыра тартып ысҡындырып, ишекте япты, элмәген ҡаптырҙы:
- Дәрес бөттө, иптәштәр, - тип ҡысҡырҙы шунан әйләнеп.
Бөтәһе лә шаҡ ҡатты. Был тиклем хаяһыҙлыҡ шаһиты булғандары юҡ уларҙың. Эйе, уҡытыусылары менән төрлөсә булышалар. Йә журналды йәшерәләр, йә борос һибәләр уның биттәре араһына, хатта ултырғыстарына кнопка һалған саҡтары ла булды. Тик мөғәллимдәренә ҡарата көс ҡулланыуға, уларҙы тупаҫ йәберләүгә барып еткәндәре юҡ әле.
- Һин нимә, танауың бөтөнләй еҫ һиҙмәй башланымы әллә? Сығар уны! Аттестатһыҙ ҡалғың киләме, туң баш? - Айгөл Басырова уҡытыусыһын яҡлай була синыфташын орошторорға кереште.
- Йәлләһәң, үҙең сығар, - ултырғыстар, парталар шатыр-шотор ҡуҙғалды. Күрәһең, барыһы ла кластан сығыуға ыңғайланы.
Идеал ҡараңғы шкафта йә тере, йә үле түгел тора бирҙе. Ул фекерләү ҡеүәһен юғалтҡайны шикелле. Шаңҡып тик торҙо. Ваҡыттың иҫәбен юғалтты. Уҡыусылары менән уның йәш араһы - ни бары өс-дүрт йыл. Тиҫтерҙәр, тип тә әйтергә мөмкин шуға. Тәпәш буйын, сибек кәүҙәһен иҫәпкә алғанда, уларҙан бер ни менән дә айырылмай. Көс-ғәйрәтен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән үҫмерҙәрҙең уны тиң күреп ҡыланыуы шунан килде, буғай.
- Сығығыҙ, Идеал Салютович, - яҡтыға күҙҙәре сағылған егеттең ҡаршыһында Айгөл, тағы ла бер нисә ҡыҙ тора ине баштарын эйә биреп. Йөҙҙәрендә - ғәйепле сырай. Тотҡондан гүзәлкәйҙәрҙең сығарып алыуы тағы ла түбәнһетте Идеалды. Бер ни өндәшмәй, йәһәтләп портфеленә китап-дәфтәрҙәрен йыйып һалды ла атылып тышҡа ташланды. Башҡа был мәктәпкә аяғымды баҫмайым, тип һамаҡлап барҙы юл буйы фатирына ҡайтып еткәнсе. Аллаһы Тәғәләнең "Амин" тигән мәленә тап килгәндер был теләге. Өйҙә уны армияға саҡырыу ҡағыҙы көтә ине.

* * *

Ҡорал тотоп, дәртләнеп, бик теләп Ватан һағына сафҡа баҫҡайны егет. Тик армияла, иҙән йыуғысындай күреп, уның менән бысраҡ һөрттөләр, намыҫын ергә һалып тапанылар, әсир төшкән тотҡондай ирекһеҙләнеләр. Дүрт ай ҙа хеҙмәт итеп өлгөрмәне - сараһыҙлыҡтың сигенә етте, битен юғалтты Идеал Хөбөтдинов. Дәүләткә хеҙмәт итә алманы, сөнки дәүләт үҙе уны яҡламаны.
Бер ай карантинда тотҡас, иптәштәре менән йәмғеһе егерме биш йәш һалдатты ротаға тәғәйенләнеләр. Ятып-торор урындары билдәле булғас, әйберҙәрен каптеркаға тапшырҙылар ҙа, бына, исмаһам, ысын һалдат тормошо башланды, тип эске бер ғорурлыҡ менән әле танышып өлгөрмәгән хеҙмәттәштәре янына ашыҡтылар.
Казармала уның ҡайһы тарафтарҙан булыуын, ырыу-ҡәүеме тураһында белештеләр. Яуабын алғас, Башҡортостанда һылыу ҡыҙыҡастар бармы, клеш салбары балағын шулай уҡ киң йөрөтәләрме, еткән сәс әле лә модаламы, тип һоранылар. - Көтөп ҡалған ҡыҙың ташлаһа, йәшермә, әйт. Хөкөмдө үҙебеҙ сығарабыҙ ундайҙарға. Тәүҙә суд үткәрәбеҙ, шунан "палач"тар хыянатсының фотоһүрәтен крем менән ялтыратып таҙартылған һинең итегеңдең йөҙөнән ҡараға буялғансы йөрөтөп, дағаһы менән бите төшкән урындан йырта баҫалар һәм тантаналы рәүештә яндыралар. Беҙҙең часть тарихында шундай "суд" арҡаһында ташлаған ҡыҙ өсөн муйынына элмәк һалыусы йә атылыусы булғаны юҡ. Ҡара уны, йоланы боҙа күрмә, - тип нотоҡ уҡып алдылар.
Бер аҙҙан:
- Ҡайҙа минең яҡташ? Күрен әле, - тип яр һалған тауыш ишетелде.
Көттөрмәй тауыш хужаһы ла күренде. Ул пилотканы ҡырын һалған, һалдат ҡайышын кәрәгенән күпкә бушатып таҡҡан, яғаһы аҡлығы менән күҙҙең яуын алып торған ҡупшы гимнастерка, ялтыратып таҙартылған хром итек кейгән һалдат ине. - Ошо хөрәсәнме ни минең зема? Ҡымыҙ эсеп, ҡаҙы ашаған башҡорт араһында һинең кеүектәрҙе күргәнем юҡсы. Городскоймы әллә?
- Эйе, - тине Идеал аҡланғандай.
- Саша, Силәбенән мин. Бинахаҡҡа йәберләһәләр, әйтерһең. Тик салага бурыстарын иңеңдән алып булмаҫ. Әрме ҡанундары ҡаты, "дед" әйтһә - закон. Үлһәң үл, әммә ләкин ҡушҡанын эшлә. Үҙем ваҡытында шайтан кеүек осоп йөрөнөм төн йоҡоларын онотоп. Уның ҡарауы - үҙеңә лә тәтер, әгәр түҙһәң, "бабай"лыҡ ләззәттәре. Лайыҡлы хеҙмәт ит, минең битемә ҡыҙыллыҡ килтермә. Земаң былай, земаң тегеләй, тип хәбәр ишетерлек булмаһын, - Идеалдың яурынына ҡаты ғына итеп һуҡты ла, үҙ йомоштары менән китеп барҙы "бабай". Идеал күрше өлкәнән алынғайны армияға, Силәбе Сашаһының, зема, тиеүе шунан ғибәрәт.
Кис етте. Дневальный отбой ҡысҡырҙы. Башы мендәргә терәлеүе булды, әүен баҙарына китте Идеал.
- Подъем, салага, - ике ҡатлы карауаттың аҫҡы урынын биләгән "бабай" йәнасыҡҡа аҫтан типте.
Идеал бер ни ҙа аңламаны. Ҡайҙа, нишләп ятҡанын да, ниндәй мәхшәр ҡупҡанын да, ни эшләргә тейешлеген дә. Иҙәнгә осопмо, әллә үҙ аяҡ-ҡулдары ярҙамында төштөмө - быны ла аңғарманы. Ни булһа ла, күҙ асып йомған арала, иҙәндә, карауатының тимеренә тотоноп, ҡайҙа атларға, ни ҡылырға белмәй миңрәүләнеп тора ине.
- Салаги, строиться! - команда ла барып етмәне Идеалға. Йоҡлап ятҡан ерҙән йолҡоп алып торғоҙған йәш кеше ысынбарлыҡҡа ҡайтырлыҡ хәлдә түгел, йоҡоһона илереп тик тора.
- Команданы ишетмәйһең мәллә, салабон? Йүгер! Марш стройға! - артына ҡаты ғына типтеләр.
Иҫе ҡайтҡандай булды. Дневальный тумбочкаһы янындағы тоноҡ электр яҡтыһын, аҡ ыштан-күлдәктән сыуалышҡан иптәштәрен абайланы, команданың мәғәнәһе зиһененә барып етте.
- Йәш һалдат курсы башлана, салабондар. Тигеҙләнергә!.. Сми-и-ирна!.. - йоҡоларынан арына алмай ыҙаланған йәш һалдаттарҙы сержант, этеп-төртөп, шунһыҙ булмағандай урында - тос ҡына арт яҡтарына тибеп, бер һыҙыҡҡа теҙҙе. Уға ярҙам итеп, тағы икәү-өсәү йөрөнө.
- Уставты өйрәндегеҙ, белемегеҙҙе практикала әфисерҙар алдында күрһәтерһегеҙ... Ә хәҙер ысын һалдат хеҙмәте тураһында занятие. Иң тәүге һабаҡ шул: казарманың үҙ ҡанундары! Икенсеһе - уставты боҙорға мөмкин, ә казарма закондарын юҡ! Шуны онотмаһағыҙ, дембелгә имен-аман барып етергә насип булыр үҙегеҙгә. "Бабай" - закон да, атайығыҙ ҙа! Быны мейегеҙгә сүкеп ҡуйығыҙ! Ә хәҙер һеҙҙең һәр берегеҙгә "шеф" беркетәбеҙ. Әйҙә, "бабай"ҙар, "ҡолдарҙы" бүлешеп алығыҙ, - сержант ситкәрәк китеп баҫты.
Идеал үҙен төш күргәндәй хис итте. Ул ҡайҙа килеп эләкте, нишләп тора бында башын эйеп, һүҙ әйтергә ҡурҡып? Ихтыярын тулыһынса үҙҙәренә буйһондорған был әҙәмдәр кемдәр, кем биргән уларға кеше өҫтөнән был тиклем хоҡуҡты? Беләктәрен ҡапшап ҡарайҙар, төрлө күнекмәләр эшләргә ҡушалар, хатта, ауыҙҙарын астырып, тештәрен байҡайҙар - әйтерһең боронғо ҡолдар менән сауҙа итеү баҙары. Идеалды алыусы булманы.
- Быныһынсы? - тине сержант.
- Бигерәк хөрәсән, ауыр эшкә ярамай. Унан ни файҙа, - тиештеләр "ҡолбиләүсе"ләр битараф ҡиәфәттә.
- "Бабай"ҙар, тәртипте боҙаһығыҙ. Ҡараусыһыҙ йәш һалдат булырға тейеш түгел ротала. Сафронов, һиңә беркетәм!.. Тейешенсә тәрбиәлә...
- Ярай, һуң, - тине уныһы ризаһыҙ ғына.
Көсләп таҡҡанға әллә, ҡанығып-ҡаныҡты Сафронов. Казармала үткәргән тәүге төндә Идеалға ике-өс сәғәт кенә йоҡо тейҙе. Иртәгеһенә "шеф"ы ҡарауылға тәғәйенләнде. Төндә эш менән йонсотоусы булманы.
- Йыуып эл, иртәнсәккә кипкән, үтекләнгән булһын, - тине икенсе көн кис нарядтан ҡайтҡан Сафронов үҙенең һалдат формаһын Идеалға ташлап.

(Дауамы. Башы 3-сө һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.01.22 | Ҡаралған: 479

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru