«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛӘТТЕҢ БӨЙӨК ХӘТЕРЕ
+  - 

Туған телгә арнап ниндәй генә шиғыр, йыр, ҡобайыр ижад ителмәгән! Уның матурлығын, бөйөклөгөн төрлөсә асҡан бындай юлдар ҡат-ҡат уҡыла, ятланыла, быуындан-быуынға тапшырыла. Ләкин берәү ҙә, бер ҡасан да туған телдең бөйөклөгөн һәм матурлығын асып бөтә алмаясаҡ, сөнки ул мәңгелек төшөнсәләр иҫәбендә. Һәр быуын уны үҙенсә данлар, үҙенсә асыр. Халыҡ тере икән, тимәк, тел дә тере. Халыҡ булғанда тел йәшәйәсәк.

Меңәр йыллыҡ тарих эсендә халҡыбыҙға нимәләр генә кисерергә, ниндәй генә ғәрәсәттәр аша үтергә тура килмәгән. Тел һаҡланған. Донъяға тәү ауазын һалған сабыйҙы әсә менән ата үҙ телендә сәләмләгән. Никахҡа фатиханы үҙ телендә биргән. Ир-уҙаманды яуға туған телдә хушлашып оҙатҡандар, туған телдә сәләмләп, ҡаршы алғандар...
Башҡорт ауылында тыуып, туған телемдә һөйләшеп үҫеүем менән уғата бәхетле мин. Беҙҙең эргәлә булған Камила ҡәртәсәйемде боронғолоҡто, хәтерҙе үҙендә һаҡлаған башҡорт ҡатын-ҡыҙының һынланышы тип беләм. Талапсан да, уҫал да, ғәҙел дә ҡәртәсәйемдең милли кейемдә йөрөүе, башҡорт йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен теүәл үтәүе - бөтәһе лә беҙҙең өсөн ҙур милли тәрбиә ине. Минең өсөн тыуған ауылым ғына түгел, ә тотош донъя башҡорт телендә һөйләшә кеүек ине. "Әлифба"ла Ленин бабай һүрәте була торғайны. "Лилин бабай"ҙы ла мин башҡорт тип уйлай торғайным. Уның башҡорт түгеллеген аңлатҡастары, хатта риза була алмай, һүрәтенә оҙаҡ ҡарап баҫып торғаным хәтеремдә. Артабан туған телем миңә тотош донъяны асты. Донъя ни тиклем күп төрлө булмаһын, йәнем менән, тәнем менән туған телемә береккәнмен.
Йән һәм күңел сәләмәтлеге бит ул башҡорт телебеҙ! Беҙҙең заман өләсәй-ҡәртәсәйҙәре урыҫса белмәне. Шуға ла өләсәйҙәр бөтәһе лә шулай башҡорт телендә генә һөйләшкән, уны баһалаған һәм һаҡлаған кешеләр тип кенә аңлай инем. Заман шул тиклем тиҙ үҙгәрә һәм алмашына икән. Хәҙер иһә өләсәйҙәрҙең ейәндәре менән урыҫса гәп һатҡаны, атайың-әсәйең тип түгел, ә "папаң-мамаң" тип аңлатҡандары, "внуктарым" тип һөйләгәндәре ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Бындай тел, йәки аралашыу кәмһенеү комплексынан киләме? Әллә туған телгә, киләсәккә вайымһыҙ мөнәсәбәттәнме? Ә бит берәүгә лә дәрәжә бирмәй телде юғалтыу, ҡыҙғаныу хисенән тыш...
Телгә мөнәсәбәт мәҙәниәт кимәлен күрһәтә. Телгә хәүеф янай икән, тимәк, мәҙәниәткә, милләттең йәшәүенә лә хәүеф янай тигән һүҙ. Милли мәнфәғәтте һаҡлау, ә ул туған телдән айырылғыһыҙ - иң оло бурыстарҙың береһе булып ҡала. Эйе, глобалләшеү бөгөн күп милләттәргә янай. Тағы ла тиҫтә йылдан ер йөҙөндә ниндәй үҙгәрештәр булыр, күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ләкин иман ныҡлығы телде һаҡларға көс бирер, тигән ышаныс йәшәй миндә...
Туған телде йыш ҡына "әсә теле" тип һөйләйҙәр. Бындай алмаштырыуға риза булып бөтә алмайым. Сөнки әсәнең икенсе милләттән дә булыуы ихтимал. Һәм телдең функцияһы һөйләшеү, үҙ-ара аралашыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Туған телдең бурысы күпкә ҙурыраҡ. Ата-бабаларыбыҙҙың теле ул. Уның өсөн бихисап күп ҡан ҡойолған. Үтә лә ҡиммәт хаҡ түләнгән. Ул дәүләтте ойоштороусы тел, ватанын, тимәк, телен һаҡлап, ир-егет ҡулына ҡорал алыр булған. Сәйәси, иҡтисади мәсьәләләрҙе туған телһеҙ хәл итмәйҙәр. Бөтөн структурала ла беҙҙең тел камил эшләргә тейеш. Ил ҡеүәһе тел ҡеүәһе менән бәрәбәр.
Туған тел - милләттең бөйөк хәтере, ул беҙҙе үткәнебеҙ менән айырылғыһыҙ итеп бәйләгән. Кеше организмы төҙөк системаны хасил итә: тамырҙар буйлап ҡан йүгерә, һәм тәндең бөтөн ағзалары, һәр бер күҙәнәгенә тиклем, туҡландырыла. Ә ғәзиз телебеҙ милләт тигән оло организмды туҡландырыусы, нормаль эшкә көйләүсе тамыр түгелме ни? Ул камил йәшәү көсө бирһен, үҙ ҡеүәтен юғалтмаһын өсөн беҙ үҙебеҙ нимәләр эшләй алабыҙ? Айырыуса, бөгөн нимәгә иғтибар итергә кәрәк? Ошо һорауҙар һәр милләттәште борсорға тейеш бөгөн.
Данлы Урал. Күк Урал. Сал Урал. Тыуған ерен нисек кенә данламаған халҡыбыҙ! Тарих, ер-һыу атамалары, ауыҙ-тел әҙәбиәте, ижад ҡомартҡылары - улар менән танышыу, ниндәйҙер үҙең өсөн асыштар яһау - күңелдә ҡабатланмаҫ кисерештәр уята. Быуындарҙың күп быуатлыҡ аҡылы, ижады, тәжрибәһе тел аша тапшырыла килә. Шулай булғас, милләттең иң ҙур байлығы, хазинаһы - туған теле түгелме ни? Бары уның алдында үҙебеҙҙең яуаплылыҡты онотмаһаҡ ине. Халҡыбыҙҙың йәнен һәм йөрәген көйләгән, уның ихтыярын тәрбиәләгән, рух көсөн бар иткән туған телебеҙ бар, булған, буласаҡ!

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА,
яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

"Киске Өфө" гәзите, №7, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.02.22 | Ҡаралған: 314

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru