«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘРМЕЛӘ БУЛМАҒАНДАРҘЫ ҠЫҘҘАР ЯРАТМАЙ ИНЕ
+  - 


"Ә һин армияла булдыңмы?" тип һорағайны минән педагогия институтының өсөнсө курсында уҡып йөрөгән бер һылыу ҡыҙ уның менән таныша башлағас та. Үҙем мединститутта тәүге йыл ғына уҡый инем. Әлеге ҡыҙҙан ике йәшкә йәшерәк булғанғамылыр, һис кенә лә бирешкем килмәй бит әле. Үҙемде бер аҙ олораҡ, донъя гиҙгән итеп күрһәтергә тырышам: "А как же, - тигән булдым, - шуның өсөн дә институтҡа һуңлап ҡына индем…" Өҫкө төймәләре ысҡынған күлдәгем аша күренеп торған тельняшканы "Ағайым әрменән алып ҡайтып бүләк итте" тип әйтә алмайым бит инде… Ни булһа ла, әлеге "буйлы майка" был һылыуҡай менән танышыуыма ярҙам ғына итте. "Кем булып хеҙмәт иттең, - тип, артабан төпсөшә был етди ҡыҙ (тельняшкамды байҡап алды, күрәһең), - морякмы әллә?.." "Юҡ, - тигән булдым. - Диңгеҙ менән таныш түгелмен. Десантник мин…"

Кәүҙәгә лә әллә ни олпатлығым булмауына ҡарамаҫтан, йәшлек менән ана шулай бер аҙ шыттырғылаған, шаштырғылаған ваҡыттар ҙа булманы түгел инде. Ә бит беҙҙең дәүерҙә, ысынлап та, ҡыҙҙарҙың әрмелә булмаған егеттәргә "икенсе сорт" әйбергә булған һымағыраҡ ҡарашы һиҙелә ине. Бәғзе бер турараҡ һүҙле ҡыҙҙар хатта: "Әй, армияла служить итмәгән егет - егетме ни.." тип тә ебәрә торғайны. Бер апай тормошҡа сыҡҡас, оҙаҡламай уларҙың ғаилә мөнәсәбәттәре боҙола башлағаны иҫемдә. Йәш кейәү эскелек менән мауығып, йыш ҡына бола сығара. Ҡыҙҙың ата-әсәһе үҙ-ара ошолайыраҡ итеп һөйләшкеләгәнен ишеттем: "Аңын-тоңон белмәйенсә, нишләп уға тормошҡа сығырға риза булды икән? Кейәү хатта әрмелә лә булмаған бит, ҡыҙыбыҙ, моғайын, шул хаҡта белгәндер. Армияға бармауы ла тигенгә түгелдер инде…" Бөгөнгө ҡыҙҙарҙың ошо мәсьәләлә егеттәргә ҡарата улай уҡ ҡәтғи, талапсан булмауы хаҡында ишеткеләйем. Әрме хеҙмәтен, әлбиттә, һәр кем хәленән килгәнсе үтәй. Унда бармағандарға ла шулай уҡ яҡшы ҡараштамын. Тик әлеге сирек быуат ғүмеремде хәрби хеҙмәткә бағышлаған кеше булараҡ, ошо хаҡта үҙемдең фекерем менән бер аҙ бүлешергә ниәтем.
Беҙ бала саҡта һалдат булырға хыялланмаған бер малай ҙа булманы, тиһәм, хаталанмаҫмын. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуына бары ун биш-егерме йылдар ғына уҙған булғанғамылыр, һәр кеше һуғыш мәлен йыш иҫкә ала, беҙҙең урамда уйнаған уйындарыбыҙ ҙа, башлыса, һалдат уйыны булды. Әрмегә барыуҙы, ил һаҡлап ҡайтыуҙы һәммәбеҙ ҙә үҙебеҙҙең изге бурысыбыҙ тип һананыҡ. Берәй ауылдашыбыҙ хеҙмәтен бөтөрөп ҡайтһа, малайҙар йыйылышып, уларҙың өйөнә һалдат күрергә инә торғайныҡ. Тәмле одеколон еҫе сығып торған хәрби формаһын әле сисмәгән ағайҙан күҙемде ала алмай торғаным хәтеремдә. Түшендәге теҙелешкән йылтыр значоктарын тотоп, ҡыҙыл йондоҙло фуражкаһын кейеп ҡарағы килә... Үҙенә текләп, аңҡайып, мырш-мырш танау тартып торған малайҙы танып: "Әй, был Төхфәт ағайҙың улы Хәлил бит, ҡалай ҙурайып киткән!" - тип, һиңә иғтибар итте икән, инде әллә кем булып китәһең. Настоящный һалдат ағай һине таныны бит! Балалар өсөн әҙерләп ҡуйған моҡсайҙан һалдаттың әсәһе бер-ике кәнфит-монпаси алып тоттора. Ә ағай сумаҙанынан берәй значок йә хәрби эмблема алып бирһә, шатлығыңдан күккә күтәрелгән һымаҡ тояһың үҙеңде. Әрмистәрҙең кейеп ҡайтҡан формаһы донъяла иң матур кейем булып тойола. Нишләп уны ҡайтҡас та кейеп йөрөмәй, сисеп ташлайҙар икән, тип тә уйланыла ине. Һалдаттың әйткән һәр һүҙенә иғтибар итәбеҙ. "Конечно", "потому что", тигән һымағыраҡ бер аҙ урыҫса һүҙҙәр ҡатнаштыра биреп, әрмелә булған берәй хәлде һөйләй башлаһа, йотлоғоп тыңлайбыҙ, хатта шул һалдаттың өйөнән сыҡҡы ла килмәй. Бер аҙҙан "Ҡасан ғына ошо ағай һымаҡ һалдат булып, өйгә ҡайтырмын икән?" тип хыяллана-хыяллана урамға сығып китәһең… Ә һалдаттың оҙаҡ ваҡыт (ул саҡта әрме хеҙмәте өс йыл ине) "нужа һурпаһын һемереп" йөрөүе хаҡында, әлбиттә, бер ни ҙә белмәйбеҙ. Уларҙы тик ана шул матур кейемдәрен кейеп, теҙелешеп, "һайт-два" тип кенә йөрөгән һымағыраҡ итеп күрәбеҙ. Хеҙмәт ауырлығы, ундағы һәр төрлө проблемалар тураһында был ағайҙарҙың үҙҙәренән дә, башҡа сығанаҡтарҙан да бер ниндәй мәғлүмәт ишетелмәй торғайны. "Йәш саҡта мине ҡарт һалдаттар ҡыйырһытты", тигәндәрен, йәғни "дедовщина" тигән нәмә хаҡында бер генә һалдаттан йә башҡа кешеләрҙән дә ишеткәнем булманы. Әлбиттә, "ирмен" тигән ир-егет был хаҡта бер кемгә һәм бер ҡасан да һөйләмәйәсәк. Бик һирәк кенә осраҡта үҙҙәренең "дембель" сағы - "старик" дәүерен, хеҙмәттәштәрен һағынып иҫкә алғандары хәтеремдә…
Башта әйтмешләй, медицина институтына инеп киткәс тә хәрби форма кейеп йөрөү теләге һүрелмәне. Драмтеатрҙа артистарыбыҙ ҡуйған спектаклдәрҙең бер премьераһын да ҡалдырмай ҡарай торғайным. Ә "Тиле йәшлек"кә әллә күпме мәртәбә барғанмындыр. Ауылға агроном булып килгән Һандуғас исемле сибәр ҡыҙҙы үҙенә бер нисек тә ҡарата алмаған Зөлҡәрнәй атлы егеттең (ул ролде Фидан Ғафаров уйнаны) хәрби кеше булырға хыялланып, әҫәрләнеп һөйләгән һүҙҙәре һаман иҫемдә: "…Их, егеттәр, ауылыбыҙ ҡыҙҙарының күҙен ҡыҙҙырып, офицер булып, ауылға ҡайтып төшөргә ине! Шығырҙап торған хром итек, шығырҙап торған портупея, ә яныңда - шығырҙап торған мәрйә!.." Спектакль аҙағында Зөлҡәрнәйҙең инде олоғайып, полковник дәрәжәһенә еткән етди кеше булып, тыуған ауылына ҡайтҡанын күреп кинәнә инем…
"Шығырҙап", тигәндәй, мәрйәләр хаҡында бер ҡасан да башыма уйҙар килмәне, әлбиттә. Үҙебеҙҙең "ҡараҡас" башҡорт ҡыҙҙарын, айырыуса, ауылдыҡыларҙы яҡын күрҙем. Әммә "портупея, хром итектәр", ысынлап та, үҙенә ныҡ тартты. Куйбышев хәрби медицина факультетында (ул саҡта уны барыһы ла "академия" тип атай ине) уҡып йөрөгән бәғзе бер егеттәребеҙ, әле әйтмешләй, иңдәренә көмөш ялатылған курсант погондары тағып, һоро шинель кейеп, билдәрен йылтырап торған пряжкалы ҡайыш менән быуып каникулға ҡайтҡан арала институтыбыҙға килеп күренгеләй торғайны. Ана шул буласаҡ хәрби врачтарға күҙем ҡыҙып, ҡасан дүртенсе курсты тамамлармын икән, тип түҙемһеҙлек менән көткәнем хәтеремдә. Ә инде 1979 йылда хәрби комиссариат медицина комиссияһында "Годен к строевой службе" тигән заключение алып, академияға күсеп киткәс, үҙемде иң бәхетле кеше итеп тойоуымды иҫләйем.
Хеҙмәт иткән дәүерҙә лә хәрби кейемдә йөрөргә яраттым. Ҡайһы бер һалдаттар, хеҙмәтен бөтөрөп, өйҙәренә "гражданка" кейеп ҡайтыр булһа, һәр саҡ уларға иҫкәрмә яһай торғайным: "Нишләп форма кеймәй ҡайтырға йыйындың? Һин бит ҡайҙалыр "калымда" йөрөмәнең! Ике йыл буйы нужа күреп, ил һаҡланың!" Хатта мөмкинлектәремдән файҙаланып, бәғзе яҡташтарыма һәр төрлө һалдат значоктары табып биргеләй торғайным. "Дуҫтарың, таныш ҡыҙҙарың ҡаршыһына балҡып ҡайтып ин! Һин - ил һаҡсыһыһың, ана шуның менән ғорурлан!" - тип ялҡынлы һүҙҙәр әйтергә лә йәлләмәнем. Район гәзиттәренә яҡташ егеттәрҙең нисек тырыш, яҡшы һалдат булыуҙары хаҡында мәҡәләләр ҙә йыш ҡына яҙып ебәргеләгәнем булды. Һаулығы самалы булыу йә башҡа сәбәптәр менән әрме хеҙмәтенән ҡалғыһы килмәгән әллә күпме яҡташты ла беләм. Сираттағы бер ялым яҙғы саҡырылыш осорона тап килгәйне. Шунда бер ҡоҙа тейеш егетте Баймаҡта осраттым. Кәйефһеҙ күренә. "Нишләп балтаң һыуға төшкән һымаҡ йөрөп ятаһың, Булат ҡоҙа?" - тип һорайым. "Военкоматҡа китеп барам. Үткән көҙ ҡолаҡ буйынса "отсрочка" биргәндәр ине. Тағы кире бороп, өйгә ҡайтарып ебәрерҙәр тип ҡурҡам…" Бер нисә көндән уны тағы күреп, хәлдәрен һораштым. "Бында үткәрҙеләр ҙә ул, тик Өфөнән кире бороп ҡайтарып ебәрмәһәләр генә ярар ине…" - ти Булат. Ҡасан "отправка" булыуын һораштым. Минең отпуск бөтөп барған мәлгә тап килә икән. Шул ваҡытта үҙем баш ҡалала буласағымды, шунда йыйылыу пунктына инеп сығырға ниәтләүемде әйттем. Һөйләшелгән ваҡытта, Өфөләге йыйылыу пунктына барҙым. Иңбашына рюкзагын аҫып алған Булаттың кәйефе бөтөнләй төшкән. "Әпәт ярты йылға кире ҡайтарып ебәрәләр, - тине ул мине күргәс, - хәҙер ни күҙем менән өйгә ҡайтып инергә?.." Ул саҡта мин өлкән лейтенант дәрәжәһендә инем. Егетте эйәртеп, әлеге пункттың начальнигына индем. "Ниндәй генә ғәскәргә булһа ла барырға риза ул. Тик кире ҡайтҡыһы ғына килмәй", - тип әйттем. Халҡыбыҙҙа "Энә артынан еп үтә" тип тә әйтәләр бит әле. "Товарищ старший лейтенант, ә һеҙ үҙегеҙ ҡайҙа хеҙмәт итәһегеҙ?" "Фәлән гарнизонда". "Как раз шунда бер команда йыйып ятабыҙ, иртәгә китергә тейештәр. Табип комиссияһы менән килешербеҙ, туғаныңды үҙеңә ебәрербеҙ, улай булғас…" Ошо турала ишетеп торған Булат ҡоҙамдың түбәһе күккә тейҙе, әйтерһең дә уға "һине институтҡа уҡырға алдылар" тип һөйөнсөләнеләр… Һис проблемаһыҙ, ике йылын намыҫ менән үтәп (ҡолағына ла бер мәртәбә лә зарланманы), имен-аман өйөнә ҡайтып та китте.
Ә хеҙмәт итеп йөрөгән бәғзе яҡташтарыбыҙҙың, ваҡытынан алда һаулыҡ буйынса "комиссовать" ителеп ҡайтыу мәсьәләһе торһа, уныһы ла бер бәлә була торғайны (табип булараҡ, шундай осраҡтарҙы ла күрергә тура килә ине). Медицина статьяһы буйынса демобилизацияланып, шатлана-шатлана тыуған яғына ҡайтып китәһе урынға, егеттәребеҙ, киреһенсә, ана шундай хәлде бик ауыр кисерә. Хеҙмәт срогы тулмай тороп, мөмкин тиклем ҡайтмаҫҡа тырышҡан яҡташтарыбыҙҙы "Нисек итеп иптәштәрем күҙенә күренергә, хатлашып торған ҡыҙыма нимә тип әйтергә?.." тигән һорау ныҡ борсой торғайны.
Тағы ла шуны әйтер инем: ир-егеттәребеҙ ил һаҡлауға яуаплы эш тип ҡараған һымаҡ уҡ, ҡыҙҙарыбыҙҙың да күпселеге өс йыл буйы әрменән һалдат көтөп алыуҙы үҙҙәренең почетлы бурысы тип һананы. "…Вы - солдаты, мы - ваши солдатки. Вы служите, мы вас подождем…" тип йырларға ла ярата торғайны улар. Өфөләге вуздарҙың береһендә уҡып йөрөгән ике туған һеңлемә күҙе төшөп, уның менән дуҫлашырға теләгән бер шәп егетте хәтерләйем. Буласаҡ табип, әрмелә лә булған. Һылыуым хатта үҙе лә уға битараф түгел ине. Әммә: "Фәлән синыфташымды армиянан көтөргә биргән вәғәҙәмде боҙа алмайым", - тип, был егеткә ризалыҡ биреүҙән баш тартты. Бына шундай дәүер булды беҙҙең ваҡытта. Ир-егеттәребеҙгә булған ышаныс, уларҙы потенциаль тышҡы дошмандан һаҡлаусы тип һанау тойғоһо халҡыбыҙҙың ҡанына ла һеңгәндер, тигән уйҙар ҙа килә биреп ҡуя ҡай саҡ. Туҡһанынсы йылдары төрлө мәғлүмәт сараларында бәғзе берәүҙәр әрмебеҙҙең ек-йоғон күрергә тырышып, уны хатта "нәжескә буярға" маташҡан осорҙарҙа яҡташтарымдың бына шундай аҙымға бармауын күреп шатлана торғайным. Үҙебеҙҙең яҙыусы, журналистарыбыҙҙың һәр саҡ ил һаҡсылыры яғында булыуы күңелде тынысландыра ине. Үҙҙәре әрме һурпаһын эскән күп кенә әҙиптәребеҙҙең дә хәрби хеҙмәт хаҡында насар хәтирәләрен, кире фекерҙәрен бер ҡасан да ишеткәнем юҡ. Бөгөнгө йәштәребеҙ араһында ла әрмебеҙгә йылы ҡараш һаҡлаусылар күптер тип ышанғы килә. Тыныс шарттарҙа рухи һәм физик яҡтан сынығыуға сәбәп булырҙай әрме хеҙмәтенә барыуҙан егеттәребеҙ һис кенә лә ҡурҡмаһын, тимәксемен. Ә ҡыҙҙарыбыҙ ир-егеттәргә тормошта һәр саҡ терәк булырға әҙер булһын.
Һуңғы осорҙар илебеҙҙең көнбайыш сиктәрендә НАТО дәүләттәренең әүҙемлеге, ҡасандыр хатта беҙҙең менән союздаш булған бәғзеләрҙең алып барған сәйәсәте, беҙгә ҡорал төҙәп тороуҙары борсолдора. Халыҡ-ара хәлдәр уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарының аҙағын бер аҙ хәтерләтеп, күңелдәргә шом һала. Шундай уйҙарға төшөп китә башлаһаң, Әкрәм Дауытовтың ошо шиғыр юлдары һәр саҡ иҫкә төшә:

Шинелем, шинелем,
тынғыһыҙ күңелем,
Берүк саң бөртөгө теймәһен!
Эленеп шул көйгә һаҡланһын һәр өйҙә,
Тик бөтә ил шинель кеймәһен!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.

"Киске Өфө" гәзите, №7, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.02.22 | Ҡаралған: 876

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru