«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛ АФҒАН ЯУЫН ҮТКӘН
+  - 


Атаһының, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәләхетдин Хөснөтдин улының, еңеү хәтирәләрен тыңлап, тыныс тормошта тиҫтерҙәре менән ағас мылтыҡтан атыш уйнап, ағайҙары менән ысын ир-егет тәрбиәһе үткән Вәлит Теләүбаев әрме хеҙмәтенә әҙер үҫә. Тыныс тормошта изге бурысты үтәп ҡайтыуҙың бер ҡыйынлығын да күрмәй ул. Ләкин 18 йәшлек егетте яҙмыш үҙ һынауҙары менән көтә. Быны ул өҫтән эҫе ҡояшы ҡыҙҙырған, аҫта саңдары борҡоп ятҡан, туҡтауһыҙ ямғыр кеүек пулялар яуып торған бейек тауҙар араһында урынлашҡан Афған еренә барып төшкәс кенә аңлай... Ана шул ваҡыттан нисек бормалы-бормалы тар тау юлынан тимер атын ауыҙлыҡлап юл алһа, бөгөнгәсә дүрт тәгәрмәстәрҙә елә шофер. Тормош юлында ниндәй тауҙарҙы артылған да, ниндәй ҡаршылыҡтар яулаған, үҙ-үҙен таба алғанмы икән яугир-интернационалист? Нисек кенә ауыр булмаһын, үтә һаҡлыҡ менән генә уның хәтер йомғағын тағатыуын һораныҡ. Һүҙ - Бөрйән районы Нәби ауылы ир-уҙаманы Вәлит Сәләхетдин улы ТЕЛӘҮБАЕВҡа.

Атайым оҙатып ҡала ине

Мин Нәби ауылында 1965 йылдың 25 авгусында Ғәрифә һәм Сәләхетдин Теләүбаевтар ғаиләһендә алтынсы бала булып тыуғанмын. Күмәк ғаиләлә биш малай һәм ике ҡыҙ үҫтек. Атайым Сәләхетдин Хөснөтдин улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул 1942 йыл һуғышҡа алынып, 1947 йылда ғына тыуған яғына ҡайта. Шунан алып ғүмер буйы ферма мөдире булып эшләп, Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы исеменә лайыҡ була. Әсәйем дә колхозда эшләй. Бишебеҙ ҙә армияла хеҙмәт иттек. Беребеҙ китеүгә икенсебеҙ ҡайтып өлгөрмәй, күрешмәй ҙә ҡала инек. Кемебеҙҙе генә оҙатмаһын, атайым һәр ваҡыт йәшереп кенә илап тороп ҡалыр ине лә, әрменән ҡыуана-ҡыуана ҡаршы алыр ине. Беҙҙең алда армияға барыу-бармау һорауы тыуманы, беҙ мотлаҡ һалдат мәктәбен үтергә тейешлегебеҙҙе аңлап үҫтек. Йәш тулыу менән әрме саҡырыуына бөтә яҡлап та әҙер инек.

Батырмын тип кем әйтмәҫ

Мин армия сафына ҡапыл ғына алындым. 1983 йылдың 28 сентябрендә военкоматҡа саҡырып, повестка тотторҙолар ҙа, иртәгәһенә райондан биш егет Өфөгә юлландыҡ. Беҙҙе, Башҡортостандан 150 егетте, вагондарға ултыртып, Куйбышевҡа оҙаттылар. Унан Ростов өлкәһе Яңы Черкасск ҡалаһына хәрби әҙерлек курсына ебәрҙеләр. Полигонда беҙгә атырға, йөк машиналарында ҡатмарлы юлдарҙан руль менән оҫта идара итергә өйрәттеләр. Беҙ, башта әйтеүҙәренсә, Германияға китергә тейеш инек, әммә 2 ай үтеүгә, Афғанға әҙерләнеүебеҙ тураһында хәбәр тарала башланы. Шулай булды ла, машиналарҙа йөрөргә өйрәнеп, имтиханды тапшырыу менән, декабрь башында һуғышҡа ебәрә башланылар. Йәшермәйем: ныҡ ҡурҡытты. Әммә һайлау юҡ, теләһәң-теләмәһәң дә, ҡушылғанды үтәргә кәрәк. Сираттағы политдәрестә Машков фамилиялы майор: "Һеҙҙең берегеҙ ҙә бынан ҡасып ҡала алмай, һеҙ алдан уҡ һуғышҡа инеү өсөн әҙерләндегеҙ. Үҙегеҙ теләгән иптәштәрегеҙ менән хеҙмәт итергә рапорт яҙып сығығыҙ - иң яҡшыһы шул булыр", - тине. Беҙ шулай эшләнек тә. Бөрйәндән: мин, Булат Сәғитов, Ришат Алтынбаев (мәрхүм инде), ДОСАФФ-та бергә уҡыған Әбйәлил егеттәре, бөтәһе нисәү булғанбыҙҙыр, тик башҡорттар ғына бергә йыйылып, Афғанға юлландыҡ. Төнгө сәғәт 1-ҙә тревога менән шым ғына торғоҙҙолар ҙа, рюкзактарға әйберҙәребеҙҙе тултыртып, бер УАЗикка тыңҡыслап тултырып, Дондағы Ростовҡа алып барҙылар. Унан самолет менән Сәмәрҡәндкә, артабан Афғанстанға остоҡ. Беҙ барып төшөүгә, ҡаршыға дембелдәр тап булды. Уларҙы күреп, эй, ҡайтҡы килә, ҡасан ғына 2 йылым үтә инде, тигән уйҙар баштан сыҡмай. Кабулда беҙҙе палаткаларға урынлаштырҙылар. Артыҡ тауыш-тын юҡ, ҡурҡыныс тойолмай. Күңел бер аҙ тыныслана төштө. Әммә беҙҙе вертолеттар менән Бағрам аэропортына алып килеп төшөрҙөләр ҙә, унан машиналарға тейәп, полевой часҡа алып барып, йүнәлеш буйынса тәғәйенләнеләр. Райондаштарым Сәғитов Булат сапер төркөмөнә эләкһә, беҙ Алтынбаев Ришат һәм Хәйбулланан Байғужин Әхмәҙи - өсәүебеҙ авторотаға билдәләндек. Әхмәҙи - 1-се, мин - 2-се, Ришат 3-сө взводта "Урал" машинаһында яғыулыҡ ташыныҡ.

Саланг перевалы - "ғүмер юлы"

Афғанстандың 400 километрға һуҙылған төп магистрален шулай атайҙар. Был тау юлы СССР сигендәге Хайратон базаһынан Кабулға илтә ине. Саланг перевалы диңгеҙ ярынан 3878 метр бейеклектә урынлашҡан. Саланг туннеле, ниндәй миҙгел булыуға ҡарамаҫтан, Гиндукуш тауы аша юл хәрәкәтен хеҙмәтләндерә. Был артылыш аша 40-сы армия, шулай уҡ бөтә Афғанстан аҙыҡ-түлек, һуғыш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителә ине. Был туҡтауһыҙ яу барған урын. Бына шул бормалы-бормалы тау юлынан колонна составында Әбйәлил егете Хәкимов Нәсим менән тәүге рейсҡа сығып киттек. Машинала йөрөү беҙгә ҡыҙыҡ, аҙым һайын хәүеф-хәтәр һағалап тороуын да, үләбеҙ тигән уй ҙа башыбыҙға инеп тә сыҡмай. Кире ҡайтҡанда 177-се полк туҡталышына туҡтарға тейеш булғанбыҙ, әммә төн булғанлыҡтан, күрмәй, колоннанан айырылғанбыҙ. Беҙҙе дошмандар күҙәтеп ултырғандыр инде, теттеләр генә, нисек тере ҡалғанбыҙҙыр, әле булһа Нәсим менән ғәжәпләнәбеҙ. Ул саҡта беҙгә барыһы ла баш сайҡап аптыраны. Күрәһең, ризығыбыҙ бөтмәгән. Тәүге сирҡаныу шул булды. Был "ғүмер юлы" аша әллә күпме үтергә тура килде. Ҡайтҡанда аҙыҡ-түлек, снаряд, яғыулыҡ тейәп ҡайтабыҙ. Бындай рейстар аҙналарға һуҙыла торғайны. Шулай һынауҙар аша ярты йыл үтеп тә китте.

Панджшер операциялары

Әле булһа хәтеремдә, 1984 йылдың апрель айында беҙҙе һайлап алып, махсус хәрби задание менән Панджер (беҙҙеңсә "Биш арыҫлан") ҡурсаулығына ебәрҙеләр. Был мөжәһиттәр төркөмө башлығы Әхмәт Шах Масуд биләгән Руха ҡышлағы ине. Беҙ төп транспорт магистрале үткән Саланг артылышына яҡын ятҡан ҡурсаулыҡты дошман ҡулынан азат итеү маҡсатында баҫып индек. Колоннала бөтәһе 60-лап машина, шулар араһында иң йәш водитель мин. Беҙҙе танкылар, БТР-ҙар, өҫтән вертолеттар менән оҙатып баралар. Шунһыҙ мөжәһиттәрҙең утына ҡаршы тороп булмай. Шулай булһа ла көслө атыш аҫтынан үтә инек. Гел төндә йөрөйбөҙ, шәп китеп булмай. Беренсенән, дошмандар бер туҡтауһыҙ ут аса, икенсенән, тәнде өтөп барған 60 градус эҫелек. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, өҫтөбөҙҙә 12 килограмлыҡ бронялы жилеттар һәм каска. Бындай махсус операцияларға 5 тапҡыр барырға тура килде. Был мәхшәрҙә беҙҙең һалдаттар күпләп үлде, әммә улар араһында бергә килгән башҡорттар булманы. Һәләк булған яуҙаштарҙың әсәйҙәренән хат алыуы иң ауыры ине. Нимә тип кенә лә яуап хаты яҙып ебәрергә ҡул бармай.

Аллаһҡа ышанысымды юғалтманым

Ҡайһы саҡта яҙмышыма үпкәләп тә ҡуя инем. Башҡа егеттәр рәхәтләнеп Германияла хеҙмәт иткәндә, беҙгә ҡанҡойош майҙанында ғүмереңдең һәр минуты өсөн көрәшеп, хәүеф аҫтында йөрөргә тура килде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ошо аяуһыҙ һуғышта тере ҡалғаныма Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлемен. Мин ышанысымды бер ваҡытта ла юғалтманым, гел үҙемде Аллаһҡа тапшырҙым. Бер мәл машинам менән ҡуша шартланым. Ут ялҡыны менән өҫкә күтәрелдем дә, кире төшөп етер саҡта нимәлер мине еңеллек менән күтәреп, һаҡ ҡына итеп һалып ҡуйҙы. Бер ерем дә имгәнмәне лә, һынманы ла. Аңыма килгәндә кабина менән кузов араһында тимер-томор өҫтөндә ята инем. Һикереп торҙом да киттем, бары тик уң яҡ битем ныҡ янғайны. Әрменән ҡайтҡанда бер аҙ урыны беленә ине, хәҙер уның эҙе лә ҡалмаған. Хикмәт. Сираттағы рейстан ҡайтып килгәндә дошмандар көслө ут асты. Атыш мәшхәре тынған арала, бер кешенең сүгәләп ултырғанын шәйләнем. Колонна менән шәп тиҙлектә елеп китеп барабыҙ, ни күҙем менән күрәйем: ҡанға батҡан яҡташым Булат Сәғитов беҙҙе күреп тороп баҫҡан. Туҡтарға тигән бойороҡ булмаһа ла, уны-быны уйлап тороу юҡ, йәһәт кенә кабинамдың ишеген асыуым булды, дуҫым һикереп менә һалды. "Ҡәйнә теле" тигән ҡурҡыныс боролошло урында машинаһы тәрән ярлауға тәгәрәгән булған. Яғыулыҡ тейәгән машиналарыбыҙ менән туҡтауһыҙ ут аҫтынан имен сыға алыуыбыҙға һаман иҫебеҙ китә. Хеҙмәттәшем әле булһа үлемдән алып ҡалыуыма ҡыуанып бөтә алмай, рәхмәттәрен еткерә.

Берҙәмлегебеҙ көс-ҡеүәт ине

Башта әйтеп үткәнемсә, беҙ һуғышҡа Башҡортостандан 150 һалдат индек. Төрлө милләт һалдаттары булһа ла, беҙ күмәк хеҙмәт иткәс, полкта башҡортса һөйләшеп йөрөнөк. Берҙәмлегебеҙ, ярҙамсыллығыбыҙ өсөн беҙҙе рота технигы гел: "Башҡорттарҙан өлгө алығыҙ", - тип маҡтай торғайны. Ысынында ла беҙ ныҡ татыу булдыҡ, машинабыҙ боҙолһа ла, бүтән хәл тыуһа ла, йүгерешеп йөрөп бер-беребеҙгә ярҙам иттек. Ял иткәндә лә башҡортса йырлашып ултырабыҙ. Ришат гармунда һыҙҙыра торғайны. Машинабыҙҙың тәҙрәһендә торған ҡояштан ҡаплап торған япмаһына "Башкирия. Бурзян" тип, һәр кем үҙ районын яҙып алдыҡ. Колонна тап булһа, бер-беребеҙҙе шул яҙыу аша танып, сәләмләшәбеҙ. Учалылар күпләп осрай торғайны. Аҙаҡҡы йылды өйрәнеп китеп, ҡайтҡы ла килмәй башланы. Тәүҙә һуғыштың ысынбарлығын күреп, йөрәкте ҡурҡыу тойғоһо ялмаһа, аҙаҡтан үҙ-үҙеңде яҡлау, ғүмереңде һаҡлап ҡалыу тойғоһо өҫтөнлөк ала. Әгәр һин атмайһың икән, тимәк, үҙеңә сәпәйәсәктәр. Хәрби әҙерлек ваҡытында сәпкә атҡан саҡта ҡурҡыштан күҙҙе йома торғайным, ә бында тора-бара бер ҡул менән дә тапҡыр ғына атырға өйрәнеп киттем. Беҙ бит ул һуғыштың мәғәнәһеҙлеген дә аңлап етмәгәнбеҙ, ә бары тик үҙебеҙҙе бойороҡ үтәгән яугир-интернационалист итеп танығанбыҙ.

Йәүгәземдең һыуын һағындым

Йәшәү шарттарына килгәндә, беҙ ҡышлаҡтарҙа йәшәнек. Кеше бит барыһына ла өйрәнә. Ашау яғынан ҡытлыҡ булманы, емеш-еләк тә күп үҫә. Үҙебеҙ йөк ташығас, гел мул ҡайтабыҙ. Ә бына Панджшер ҡурсаулығында поста торған егеттәргә ризыҡ яғы наҡыҫ ине. Беҙ юл буйындағыларына аҙыҡ-түлек ҡалдырып китә торғайныҡ. Һары ауырыуы ныҡ көслө булды. Ҡоро һауанан һалдаттарҙың тиреләре боҙола ине. Мин үҙем ауырыманым. Афғанда иң ҡыйыны - таҙа һыуға ҡытлыҡ кисерҙек. Арыҡтан аҡҡан һыуҙы эсергә ярамай, ағыулы булыуы ихтимал. Һыуға бәйле бер хәл иҫкә төштө. Әрменән һуң, колхозда эшләп йөрөгән саҡта, ауылдаштар менән Өфөгә сыҡтыҡ. Шунда ашханала ултырғанда бер омон кейемендәге ир минең эргәмә килеп: "Һеҙ Афғанда булдығыҙмы?" - тип һорай ҡуйғас, "Эйе", тим. "5174 номерлы бензовоз һинеке инеме?" - тип һорағас, бөтөнләй аптырауға ҡалдым. Шулай ҙа, бер аҙ ултыра биргәс, шикләнеп кенә: "Эйе" - тигәйнем, "Рәхмәт, брат. Иҫләйһеңме, Пули-Хумрила төндә һин миңә бер котелок һыу биргәйнең", - тип ҡулымды ҡыҫып китте. Һыу ҡәҙерен беҙгә Афған ныҡ төшөндөргәйне шул... Мин үҙем дә тыуған яҡтарға ҡайтҡас, Йәүгәземдән ятып тороп бер туйғансы һыу эсергә хыяллана торғайным. Шөкөр, һыуын татырға яҙҙы.

Тыныс тормошҡа ҡайтыу юлы

Мин Афғанға китеремде белгәс, атай-әсәйемә йәшермәй хәбәр иттем. Армиянан ҡайтыр ваҡыт етһә лә, урыныма алмашсы водитель булмағанлыҡтан, тағы 3 ай йөрөргә тура килде. Ҡайтмай оҙаҡлағас, әсәйемдәр ныҡ борсолғандар. Әсәйем менән Йәүгәзе йылғаһынан һыу алып ҡайтып килгәнендә осраштыҡ. Мине күргәс, иңбашынан көйәнтәләре ысҡынып, биҙрәләре ергә тәгәрәне. Йүгереп килеп: "Һине күрер көн бар икән", - тип ҡосаҡлап алды. Атайым малдарға бесән һалып йөрөй ине. Ул килеп ҡосаҡлап илап ебәрҙе. Әсәйемә күстәнәскә беҙҙең яҡта дефицит булған цейлон сәйе менән бүләккә яулыҡ алып ҡайттым. Әсәйем күрше-күләнде саҡырып, тәмле сәй менән һыйланы. Ә яулығын ғүмеренең аҙағынаса һаҡлап ябынды, аҙаҡ ҡатыныма аманат итеп тапшырҙы.
Хәрби хеҙмәт донъяға ҡарашты ҡырҡа үҙгәртте. Ябай ғына ауыл малайынан ҡыҙыу егет булып ҡайттым. Һуғыштан һуң тыныс тормошҡа ҡулайлашып китеүе ныҡ ауыр булды. Төндәрен һаташып килеп уяна инем. Әсәйем һәр ваҡыт эргәмә килә һалып, өйҙә икәнемә төшөндөрөп, тынысландыра торғайны. Әрменән ҡайтыуыма 5-6 йыл үткәс, Афған һуғышы тураһында тәүге фильмды ҡарарға тура килде. Ныҡ ауыр кисереп, ауырыуға һабышып ҡайттым шунан. Шулай ҙа мин үтә тотанаҡһыҙ булманым, үҙемде тыныс тоторға тырыштым...

Мине юлдар, юлдар саҡыра

Ҡайтып, бер-ике ай йөрөнөм дә, "Ҡыҙыл таң" колхозына эшкә индем. Бәләкәйҙән ат яратып үҫкәс, бөтәһе лә мине атайым урынына фермаға эшкә килер тип көткән. Ә мин армиянан руль артында йөрөргә мауығып ҡайтҡайным инде. Башта кеше урынына төрлө машиналарҙа йөрөһәм, көҙгә үҙемә айырым ҙур "ЗИЛ" машинаһын беркетеп ҡуйҙылар. Шунан алып йөк машинаһында колхоз эше менән төрлө сәфәрҙәргә сығылды. Ә инде 1993 йылдан 2000 йылға тиклем УАЗ машинаһында колхоз рәйесен алып йөрөй башланым. Колхоздар айырылғас, үҙебеҙҙең ауылда йөк машинаһында төрлө эштәр башҡарҙым. 2006 йылда Иҫке Монасип ауыл хакимиәтенә эшкә саҡырҙылар. Шунан алып бөгөнгә тиклем водитель булып эшләйем. Дөйөм алғанда, водитель һөнәремә быйыл 40 йыл тула. Әле булһа үҙ эшемдән кинәнес табам. Бер-ике көн район үҙәгенә сыҡмай торһам да, күңел толҡа тапмай башлай. Юлдар мине һаман үҙенә әйҙәй. Элек колхоз ваҡытында эшләүе лә, йәшәүе лә күңелле ине бит. Беҙ тиҫтерҙәр менән ярыша-ярыша дәртләнеп йөрөп эшләнек. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһен дә күрә инек. Машинам һәр ваҡыт төҙөк булды, был яҡтан мин маҡтанып әйтә алам.

Хәрби династия дауамы

Буласаҡ кәләшемде оло юлға сыҡҡанда машинама ултыртып алғайным, шунда танышып киттек. Тимер ауылы һылыуы Тәслимә Мортаза ҡыҙы менән 1987 йылда ғаилә ҡороп ебәрҙек. Бер-бер артлы балалар тыуҙы. Ҡыҙҙарым Альбина, Альмира, улым Вадимдың хәҙер үҙ ғаиләләре бар. Өсөһө лә юғары белем алды. Ә беҙ 4 ейән менән 2 ейәнсәргә бәхетле олатай-өләсәйбеҙ. Берҙән-бер улым Вадим уҡып бөтөү менән үҙе ныҡышып йөрөп армияға китте. Повестка алғас, нисек итеп үрле-ҡырлы һикереп ҡыуаныуын күрһәгеҙ икән! Тәүҙә Махачкалала, аҙаҡ Әрмәнстанда хеҙмәт итте. Әрменән ҡайтҡас, һөнәре буйынса нефть өлкәһендә бер аҙ эшләп йөрөп килде лә, хәрби хеҙмәтте һайланы. Күрәһең, Ватанды һаҡлау - төп һөнәребеҙҙер. Әлеге ваҡытта улым да, ике кейәүем дә Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә урынлашҡан генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге 29-сы отрядта контракт буйынса хеҙмәт итәләр. Өсөһө лә хәрби хәрәкәт ветерандары. Балаларымдың хәрби хеҙмәттә йөрөүенә, бер яҡтан, хәүефләнһәм, икенсе яҡтан, ҡыуанам. Кемдер илде һаҡларға тейеш бит. Илдең ни тиклем армияһы көслө, шул тиклем халыҡҡа йәшәүе лә тыныс.
Әлеге әрме хеҙмәтен элекке менән бер нисек сағыштырып булмаһа ла, егеттәр үҙ бурысын үтәргә тейеш тип һанайым. Хәҙерге үҫмер малайҙарға ҡарап, иҫем китә. Уларҙа үҙаллылыҡ, яуаплылыҡ тойғоһо бөтөнләй юҡ. Буласаҡ һалдаттарҙы етәкләп тигәндәй йөрөтөп, медкомиссия үткәрәләр, ҡарап, ҡурсалап ҡына йөрөтөп алып ҡайталар. Ил һаҡлай торған егеттәр бит улар. Хәҙер атай-әсәй үҙе үк балаларын алдына алып, әпәүләп боҙоп бөттө. Өйҙә булмаған тәрбиәне мәктәптә уҡытыусы нисек бирә алһын? Беҙҙең заманда военкомат саҡыра икән, йәйәүләп булһа ла барып еттек, бер кем ҡарауыллап оҙатып йөрөмәне. Армиянан тороп ҡалыу ғәрлек ине...

Динара ҠОТЛОБАЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.02.22 | Ҡаралған: 437

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru