«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫҢҒЫРАУЛЫ БАЙРАМ БЕҘҘӘ!
+  - 


Ошо көндәрҙә республиканың белем усаҡтарында Һуңғы ҡыңғырау тантаналары уҙҙы. Быйыл Башҡортостанда 17 меңгә яҡын сығарылыш уҡыусыһы, шулар араһында Өфө ҡалаһының 119 мәктәбен 4853 бала тамамланы. Улар өсөн 25 майҙа "Торатау" Конгресс-холы эргәһендәге майҙансыҡта байрам саралары ойошторолдо. Сығарылыш уҡыусылары йылдағыса мәктәп вальсын башҡарҙы, бейеү флешмобында ҡатнашты, ә уҡытыусылар күмәкләп хор менән йырланы, ата-әсәләр үҙенсәлекле ҡотлау менән сығыш яһаны. Өфөләге милли белем усаҡтарының уҡыу йылына йомғаҡтарын барлау, бөгөн алда торған мәсьәләләр һәм мәшәҡәттәр тураһында белешеү маҡсатында уларҙың етәкселәренә мөрәжәғәт иттек.

Егерменселәр



Булат Зинуров, Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһы директоры:
2021-2022 уҡыу йылын яҡшы ғына һөҙөмтәләр менән тамамлайбыҙ. Быйыл гимназияла элекке йолаларыбыҙҙы тергеҙеү һәм яңыларын башлау өҫтөндә эш алып барҙыҡ. Педагогик коллективыбыҙ үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы булған уҡытыусылар менән тулыһынса тәьмин ителгән һәм быйыл тағы ла ете йәш педагог өҫтәлде. Әлеге ваҡыттағы хәстәрҙәребеҙгә килгәндә, тәү сиратта алда торған мөһим имтихандарҙы уҡыусыларыбыҙ яҡшы тапшырыуын көтәбеҙ. Туғыҙынсылар 23 майҙан, ун берҙәр 25 майҙан һуң һынау тота башланы. Әҙерлек эштәре йыл әйләнәһенә барғанға күрә, артыҡ борсолмайбыҙ.
Быйыл гимназияла күп кенә өҫтәмә белем биреү түңәрәктәре асылды. Шулар араһында популяр йәш йырсы Заһир Зәйнетдинов менән берлектә "Зәйнетдин" тигән бейеү мәктәбе, "Ағиҙел" художество кәсептәре предприятиеһы менән йәш моделселәр мәктәбе, Джефф Монсон исемендәге мәктәп менән грэпплинг буйынса түңәрәк, "Өфө" клубы менән футбол түңәрәге, милли көрәш түңәрәге ойоштороу йәһәтенән эштәр алып барылды. Тағы ла бер нисә ҡыҙыҡлы йүнәлештәрҙә түңәрәктәр асырға ниәтләйбеҙ, шуларҙың береһе - бишалыш (пятиборье). Ике спорт майҙансығы асыуҙы күҙаллайбыҙ, әле береһен төҙөп бөттөк.
Бынан тыш, гимназияла кабинет-музейҙар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ һәм әлегә уҡыу йортона исем биргән шәхес Фатима Мостафинаға арналған шундай кабинет ойошторҙоҡ. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тел һәм тарихты өйрәнеү буйынса үҙәк булдырылды. Унда ла ҡыҙыҡлы экспонаттар урынлаштырҙыҡ, стендтарҙы яңырттыҡ. Быйыл йәш электроэнергетиктар класын ойошторорға ниәтләнек һәм Салауат ҡалаһының "АСТ" компанияһы менән килешеү төҙөнөк. Был 8-ҙән 11 синыфҡа тиклемге уҡыусылар өсөн электроэнергетика комплексының серҙәре, физика фәнен төплөрәк өйрәнеүҙе, оҫталыҡ дәрестәрен, осрашыуҙар, ошо йүнәлештәге заводтарға экскурсияларҙы үҙ эсенә алған дәрестән һуң ҡаралған программа, һәм ул беҙҙең уҡыусыларға бушлай тәҡдим ителәсәк. Әлеге ваҡытта компания ярҙамында кәрәкле интерактив ҡорамалдар алдыҡ, киләһе уҡыу йылына кабинетты әҙерләп ҡуйырбыҙ, тибеҙ.
Быйыл БР Мәғариф министрлығы менән берлектә уҡыу алдынғыһы булған уҡыусыларға, башҡорт теленә һөйөү уятҡан һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙә уңыштарға өлгәшкән уҡытыусыларға, беҙгә ошо юҫыҡта ярҙам иткән йәмәғәт эшмәкәрҙәренә тапшыра торған Ф. Мостафина исемендәге премия булдырылды һәм уның тәүге лауреаттарын - гимназиябыҙҙа оҙаҡ йылдар эшләгән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Менәүәрә Мәҡсүтованы, уҡыусыларыбыҙ Камилә Ҡыуатова, Динә Хәйбуллинаны һәм "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире, Өфө ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Янбаеваны 25 майҙа Һуңғы ҡыңғырауҙа тәбрикләнек. Награданы йылына ике тапҡыр тапшырасаҡбыҙ. Күренекле шәхестең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән быйыл уның тормош юлына арналған тәүге ғилми-ғәмәли конференция ойошторҙоҡ һәм киләсәктә лә был эште дауам итергә ниәтләйбеҙ.
Беҙҙең гимназияла башҡорт мөхите булдырыуға бик ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, яңыраҡ "Арғымаҡ" төркөмө ярҙамында дәрескә саҡырып яңғыраған ҡыңғырау сыңын башҡорт милли уйын ҡоралдарынан яңғыраған моңға алмаштырҙыҡ. Шулай уҡ диктор балаларҙы дәртләндергән һүҙҙәр әйтә. Быны сирек һайын яңыртып торорға ниәтләйбеҙ. Аҙна һайын үтә торған тантаналы линейкалар кире тергеҙелде, киләсәктә "Яңы быуын" тигән проектты башларға торабыҙ. Уның сиктәрендә ҡасандыр гимназияла уҡыған күренекле шәхестәрҙе саҡырып, сығарылыш уҡыусылары менән асыҡ дәрес, класс сәғәттәре, осрашыуҙар ойошторорға теләйбеҙ. Бурысыбыҙ милли кадрҙар тәрбиәләү һәм был үҙебеҙҙең шәхестәргә таянып бойомға ашырыла торған эш.
Быйыл 763 уҡыусы менән уҡыу йылын тамамлайбыҙ, шулар араһынан 11-се класта 44 бала, 9-сыла - 62. Әле 1-се синыфҡа уҡырға килергә теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул итәбеҙ һәм 75 уҡыусы алырға ниәтләйбеҙ. Уларға талаптар ҡаты түгел, әммә иң мөһиме - башҡорт телен белеү, аңлау. Сөнки башланғыс синыфтарҙа барлыҡ предметтар ҙа башҡортса уҡытыла.
Әйткәндәй, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһы менән күптән таныш булһам да, быйыл беренсе йыл уға етәкселек иттем. Уның төп үҙенсәлеге башҡорт мөхитле уҡыу һәм тәрбиә эштәрен ойоштороу, шуға бындағы балалар туған телде "һыу кеүек эсә". Гимназияның үҙенең бик матур йолаларын дауам итеп, шул уҡ ваҡытта заман талаптарына ярашлы яңыларын булдырып, эште дауам итербеҙ, тип ышанам. Заман беҙҙән башҡорт балаларының компьютер менән дә дуҫ булыуын, робот техникаһы өлкәһендә лә белемле булыуҙарын талап итә. Быны иҫәпкә алып, робот техникаһы түңәрәге асылды, Республика балалар технопаркы менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, унда беҙҙең гимназистар 3D-моделләү, картинг, техник дизайн кеүек дисциплиналар буйынса бушлай шөғөлләнә ала. Балалар киләсәктә гуманитар фәндәрҙән генә түгел, теүәл фәндәр һәм инженерия өлкәһендә лә белемдәрен камиллаштырып, үҙ юлдарын табырҙар. Бына шулай, уҡыу йылына йомғаҡтар яһағанда матур башланғыстарыбыҙ күп кенә икәне күренә. Киләсәктә һәр проектыбыҙ дауамлы, уңышлы, юғары һөҙөмтәле булһын, тип теләйбеҙ. Яңы проекттарыбыҙ бик күп һәм уларҙы тормошҡа ашырғанда таянырлыҡ коллектив, аҡыллы балалар менән эшләүемә шатмын.

Исҡужинсылар

Шәмсулла Хәбибрахманов, М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы директоры:
Үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһағанда, әлбиттә, иң мөһиме уҡыусыларыбыҙҙың уңыштарын алға ҡуябыҙ. Уларҙың барыһы ла лицей тормошонда актив ҡатнаша, төрлө олимпиада, конкурс, ярыштарҙа ла матур һөҙөмтәләргә өлгәштеләр. Мәҫәлән, быйылғы сығарылыш уҡыусылары араһынан Азамат Байрамов бик күп предмет олимпиадаларында призлы урындар яуланы, Башҡортостан Башлығы премияһына лайыҡ булды.

Лицейҙың күрһәткестәре лә юғары, быйыл беҙ Республика ата-әсәләр форумы үткәреү өсөн Башҡортостан Башлығы грантын яуланыҡ. Уҡыу йылында атҡарылған мөһим эштәр тураһында әйткәндә, лицейҙың матди-техник базаһын яҡшыртыу мөмкинлеген тормошҡа ашырҙыҡ. Мультимедия ҡорамалдары алынды, мәктәп территорияһын биҙәнек. Уҡыусыларҙың тәҡдимен күҙ уңында тотоп, бильярд һәм теннис бүлмәләре эшләп ҡуйҙыҡ. Былары үҙ иҫәбебеҙгә атҡарылһа, ҡаланың мәғариф бүлеге ярҙамы менән мебель яңырттыҡ. Шулай уҡ мәктәп кафеһында швед өҫтәле тибында туҡланыу ойоштороуға әҙерләнәбеҙ. Әйткәндәй, уҡытыусыларыбыҙҙың да һөнәри үрҙәре менән маҡтана алабыҙ. Улар балаларға тейешле белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән генә түгел, шәхси уңыштары менән дә ҡыуандырҙы. Мәҫәлән, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыбыҙ Эльвира Тазиева һөнәри конкурстарҙа лауреаттар араһына инде, төрлө премияларға һәм маҡтауҙарға лайыҡ булды. Лицейҙа уҡытыу һәм тәрбиә эштәре берҙәй алып барыла. Балаларға төплө белем биреү, уларҙы тәрбиәле һәм рухлы итеп үҫтереү, һәләттәрен арттырыу йәһәтенән барлыҡ шарттар булдырылған. Быға тиклем илдең мәғариф системаһында пионерҙар ойошмаһы кеүек берҙәм балалар ойошмаһы булмаһа ла, беҙҙең лицейҙа балаларҙың хөкүмәт ҡоролошона ҡарап төҙөлгән үҙ системаһы бар. Лицейҙа уҡыусылар араһынан президент, министрҙар, уларҙың ярҙамсылары йыл да һайлана һәм был уҡыусылар бик актив эшләй. Улар беҙгә кәрәк саҡта ярҙам да итеп ебәрәләр, тиҫтерҙәренә үрнәк күрһәтәләр, мәктәп етәкселеге һәм балалар араһында бәйләнеш булдыралар. Әлбиттә, Бөтә Рәсәй кимәлендә балалар өсөн бер ойошма булдырылһа, бик яҡшы булыр ине. Сөнки был балаларҙы ойоштороу, уларға тәртип, донъяға ҡараш, илһөйәрлек тәрбиәһе биреү йәһәтенән бик кәрәк.
Ғөмүмән, беҙҙә уҡыусылар белем алһын һәм үҫешһен өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Мәҫәлән, башланғыс синыфтар өсөн оҙайтылған көн төркөмө ойошторолған. Эшләгән ата-әсәләр өсөн бигерәк тә уңайлы, сөнки бала ике тапҡыр ашай, өйгә эштәрен эшләй, һуңынан түңәрәктәрҙә шөғөлләнә һәм өлкәндәр килеп алғансы лицейҙа мәшғүл булып йөрөй. Бынан тыш, лицейҙа ике спорт залы, сәғәт киске алтыға тиклем 30-ға яҡын бюджет түңәрәктәре, унан һуң тиҫтәгә яҡын түләүлеләре эшләй. Бына ошо көндәрҙә 9-сы кластар уҡыу йылына йомғаҡтар яһағайны һәм шунда балалар төрлө ярыштарҙа алған наградаларын алып килде, ҡайһы берҙәренең бик күп йыйылған улар. Хәҙер дөйөм линейка булғанда бөтә уҡыусыларға ла шулай наградаларын килтерергә тәҡдим итмәксебеҙ, бер күркәм күренеш булыр һәм уларҙың да, педагогтарҙың да тырышлығы күренер.
Был беҙҙең йыл йомғаҡтары булһа, бөгөнгө мәшәҡәттәрҙең барыһы ла Берҙәм дәүләт имтиханы һәм Төп дәүләт имтиханы менән бәйле. Быйыл беҙҙә 785 бала белем алды, шулар араһынан 11-се синыфты 24 уҡыусы тамамлай, ә 9-сыны - 54 бала. Киләһе уҡыу йылына тағы ла 75 уҡыусыны көтөп ҡалабыҙ. Уларҙы тыштан да, эстән дә балҡып торған белем усағы ҡаршылаһын өсөн әле әҙерлек эштәре бара, тирә-яғыбыҙҙы матурлайбыҙ: сәскәләр һәм төрлө ағастар ултырттыҡ. Балаларҙың йәйге ялын да хәстәрләнек: 100 бала мәктәп яны лагерына йөрөйәсәк. Яңы уҡыу йылында 1-5-се кластар яңы ФГОС буйынса уҡый башлайҙар, шуға ярашлы үҙгәртелгән уҡыу пландары менән ата-әсәләрҙе таныштырыу эштәре барҙы. Беҙҙе шуныһы шатландыра: үҙебеҙҙең сығарылыш уҡыусылары балаларын бында уҡырға алып килә хәҙер. Был балалар башҡортса иркен һөйләшеп, лицейҙағы башҡорт мөхитенә ихлас теләп килеп инә. Тимәк, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү һәм рух һалыу йәһәтенән барлыҡ тырышлығыбыҙ бушҡа булмаған. Ошонан да юғары баһа юҡтыр эшебеҙгә.


"Киске Өфө" гәзите, №21, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.22 | Ҡаралған: 343

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru