Сираттағы оператив кәңәшмәлә, көндәр һалҡынса тороуға ҡарамаҫтан, һыу инеү миҙгеленә әҙерлек мәсьәләһе көнүҙәк темаларҙың береһе булды. Тәбиғәттең үҙ ҡанундары, бөгөн һыуыҡ торһа, иртәгәһенә йылытып ебәрергә лә күп һорамаҫ, шуға ваҡиғаларҙың үҙгәреүенә һәр ваҡыт әҙер булырға кәрәк.
Хәйер, календарь буйынса, ысынлап та, һыу инеү миҙгеле башлана. Быйыл баш ҡалала 10 пляж: Дим карьерында Тәрән күл, Ҡариҙел йылғаһында "Ҡомлокүл", "Ҡояш яры" һәм "Һупайлы Сочиһы", Йылы күлдә "Гольфстрим" һәм "Ожмах яры", Ағиҙелдә "Ҡояшлы", "Водник", "Аҡ яр Затон", "Аҡ яр Нижегородка" эшләйәсәк. Июндән барлыҡ рәсми пляждарҙа эҙләү-ҡотҡарыу отрядтары ҡотҡарыусыларынан һәм водолаздарҙан дежурлыҡ итеү ойоштороласаҡ, уларға шулай уҡ йәмәғәт башланғысында ҡотҡарыусылар ярҙам итәсәк.
Июнь тигәндән, йәй Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән башлана. Был көндө ғәҙәттәгесә оффлайн һәм онлайн форматта төрлө саралар үткәреү планлаштырыла. "Бөтә Өфө" телеканалы эфирында иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем "Өфө - бала саҡ баш ҡалаһы" телемарафоны уҙғарыла. Унда һөнәри эшмәкәрлегендә юғары уңыштарға өлгәшкән ололар һәм олимпиадалар, ижади конкурстар призерҙары, әүҙем йәштәр ҡатнаша. Шулай уҡ райондарҙан саралар барған майҙандарҙан эфир, тамашасылар менән интерактив саралар ҡаралған. Киров районының Р. Бикбаев исемендәге паркында, Октябрь районының Ғафури паркында, Орджоникидзе районының Еңеү паркында, Совет районының Якутов паркында, Дим районының "Орион" скверында, Калинин районының "Беренсе Май" паркында төрлө саралар үтеүсе төп майҙан булып тора. Бынан тыш, айырым урындарҙа ла төрлө программалар тормошҡа ашырыласаҡ. Улар физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ла күҙ уңында тотоп төҙөлгән. Шулай уҡ 1 июндән белем усаҡтарында балаларҙың көндөҙгө лагерҙары эшләй башлай. Унда йөрөүселәр өсөн дә 200-ҙән ашыу сара уҙғарыу күҙаллана.
Йәй - балаларҙың ғына түгел, ололарҙың да көтөп алған миҙгеле. Күптәр ялын тап ошо миҙгелгә тап килтерергә, сит илдә булмаһа ла, ялан-күлдәрҙә ял итергә тырыша. Ҡайһы бер осраҡта тәбиғәттәге ялдар, хәйер, ялдар ғына түгел, баҡса-дачала сүп-сар яндырыуҙар ҙа оло фажиғәгә килтереүе мөмкин. Шуға күрә 1 майҙан янғынға ҡаршы махсус режим индерелеүен дә оноторға ярамай. Был режим урман фондына ла ҡағыла. Ул ғәмәлдә булған осорҙа янғын хәүефе тыуҙырған эштәр башҡарыу тыйыла, был ҡағиҙәне боҙған өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Әлеге ваҡытта янғын хәүефе миҙгеле илдең 81 субъектында асыҡланған, уларҙың 43-өндә махсус режим индерелгән. Ул өҫтәмә хәүефһеҙлек талаптарын, шул иҫәптән урманға йөрөүгә тыйыуҙы ла күҙаллай.
Административ язаға килгәндә, махсус режим ваҡытында ундағы штрафтар күләме икеләтә арта, йәғни ул граждандар өсөн 2-4 мең һум булһа, етәкселәр өсөн - 15-30 мең һум, ойошма-предприятиелар өсөн 200-400 мең һум. Әгәр зыян 250 мең һумға етһә, янғында кешеләр зыян күрһә, ағастарға 10 мең һумдан күберәк суммаға зыян килтерелһә, ғәйеплеләр енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Көндәр яуынлап тороуға ҡарамаҫтан, Өфө территорияһында ҡоро үлән яныуҙың 16 осрағы теркәлгән. Тиҫтәләрсә кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай, тиһәләр ҙә, һыуҙан иҫән-имен ҡотолғайныҡ, уттан да һаҡ булайыҡ.
Земфира ХӘБИРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА