«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ МӘКТӘПТӘРҘӘ МАЛАЙҘАР УҠ ЮНЫРҒА ТҮГЕЛ, ТУН БЕСЕРГӘ ӨЙРӘНӘ
+  - 


Бөгөнгө көндә Рәсәй мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусыларҙың 87 проценты - ҡатын-ҡыҙҙар, ә ҡалғандарын ир-егеттәр тәшкил итә. Күреүебеҙсә, белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә көслө заттар бик аҙ эшләй. Был күренеш, әлбиттә, педогогик процесҡа кире тәьҫир итә. Ни өсөн тигәндә, мәктәптәрҙә малайҙар менән ҡыҙҙар нисбәте тигеҙ, хатта тәүгеләре бер нисә процентҡа күберәк тә. Шулай булғас, ир тәрбиәһе күберәк талап ителә. Ләкин был проблемаға артыҡ иғтибар итмәгән һымаҡтар. Улай ғына түгел, һуңғы ваҡыттарҙа ҡайһы бер вазифалы кешеләр, юғары трибуналар артына баҫып: "Тәрбиә - ул ҡатын-ҡыҙҙар эше", - тип сығыштар ҙа яһай башланы. Ирҙәрҙе мәктәпкә килтерергә ҡулдарынан килмәгәс, халыҡ араһында шундай ялған ҡараш булдырырға тырышалар, ахыры. Ундайҙар хәҙерге педагогиканы ғына түгел, ә халҡыбыҙҙа быуаттар буйына йәшәп килгән, "Атайҙан күргән - уҡ юнған, әсәйҙән күргән - тун бескән", тигән аҡылды ла аяҡ аҫтына һалып тапайҙар, минеңсә.

...Ә бит педагогика фәненә беҙҙең эраға тиклем үк Платон, Сократ, Аристотель, Демокрит кеүек мәшһүр аҡыл эйәләре нигеҙ һалған. Күреүебеҙсә, уларҙың бөтәһе лә ир затынан. Шулай уҡ күренекле педагогтар Песталоцци, Ушинский һәм Сухомлинскийҙарҙың хеҙмәттәрендә лә "Белем биреүҙә ир уҡытыусыларҙың роле баһалап бөткөһөҙ", тигәнерәк ҡараштар ярылып ята. Дөрөҫ аңлағыҙ, мин был мәҡәләмдә ҡатын-ҡыҙҙарҙың белем һәм тәрбиә өлкәһендәге ролен бер ҙә кәмһетергә йыйынмайым, ә киреһенсә, ирҙәрҙеке лә шулар кимәлендә булыуын күрһәтергә тырышам.
Әлбиттә, уҡытыусылар, ниндәй енестән булыуҙарына ҡарамаҫтан, һәр предмет буйынса ла белемде бер үк кимәлдә бирәсәктәр, йәғни талап ителгән программаларҙы үтәйәсәктәр. Шуғамылыр, беҙ мәктәптә ир ҙә, ҡатын да түгел, ә бөтәбеҙ ҙә - уҡытыусылар, тип әйтеүселәр ҙә бар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белемде бер кимәлдә бирә алһалар ҙа, тәрбиә биреү бер үк кимәлдә килеп сыҡмаясаҡ шул. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙар менән ир-егеттәрҙең психологияһы, шулай уҡ когнитив һәләттәре лә бер төрлө түгел икәне хәҙер бөтәһенә лә билдәле. Әйтәйек, когнитив һәләттәренә килгәндә, ирҙәрҙең фекерендә объективизм өҫтөнлөк итһә, ҡатындарҙыҡында - субъективизм; шулай уҡ тәүгеләренең фекерләүе логикаға нигеҙләнһә, аҙаҡҡыларының - хис-тойғоға һ.б. Ғөмүмән, кешелек йәмғиәтендә уларҙың ҡараштары араһында тигеҙлек - баланс булырға тейеш. Шул ваҡытта тормошобоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр күберәк булыр, изгелек өҫтөнлөк итер. Ә инде шул тигеҙлек юҡҡа сыҡһа, иманым камил, тормошобоҙҙа кире күренештәрҙең артыуына килтерәсәк.
...Бөгөнгө белем һәм тәрбиә биреү системаһында ир-егеттәрҙең етешмәүе ул тигеҙлекте аҡрынлап юҡҡа сығара. Нисегерәк юҡҡа сығара һуң ул? Быны аңлатыу өсөн башта психология фәненән Аң тураһындағы теорияларҙың ҡайһы бер урындарын иҫкә төшөрөп үтәйем. Унда "Аң - ул уратып алған ысынбарлыҡтың кире сағылышы" ("Сознание - это есть адекватное отражение действительности"), тигәнерәк һүҙҙәр яҙылған. Йәғни, кешенең аҡылын, фекерләүен, ҡарашын, характерын, психикаһын, хис-тойғоларын (һ.б) уны уратып алған ысынбарлыҡ барлыҡҡа килтерә.
...Ә хәҙер бөгөнгө мәктәптәргә күҙ һалайыҡ. Унда башҡарылған күпселек эштәр: дәрестәр, тәрбиә биреү саралары, төрлө конкурстар, байрамдар, йыйылыштар (һ.б.) - бөтәһе лә тиерлек ҡатын-ҡыҙҙар аҡылына һәм фекеренә нигеҙләнгән. Әгәр директор ҙа гүзәл заттан булһа, ул күренеш йөҙ процентҡа барып етә, тиһәң дә була. Уҡыусыларҙың бөтәһе лә: малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа ун бер йыл буйы шул ысынбарлыҡ эсендә йәшәй. Һәм шул ысынбарлыҡ уларҙың аңында кире сағылыш таба ла инде. Бәлки, был күренеш ҡыҙҙар өсөн артыҡ ҡурҡыныс та түгелдер. Ә бына малайҙарҙың үҫешенә кире йоғонто яһай: уларҙың аңында ҡатын-ҡыҙ аҡылы, фекерләүе һәм психикаһы формалаша башлай. Образлы итеп әйткәндә, беҙҙең мәктәптәрҙә малайҙар "уҡ юнырға" түгел, ә "тун бесергә" өйрәнәләр. Бына шулай йәмғиәтебеҙҙә ысын ир-егеттәр аҡрынлап юҡҡа сыға бара. Был күренеш ниндәй эҙемтәләргә килтерә һуң? Шуларҙың ҡайһы берҙәренә анығыраҡ туҡталып китергә кәрәктер. Беренсенән. Ер шарында кеше тигән йән эйәһе йәшәй икән - һуғыш ҡурҡынысы мәңге буласаҡ. Шуға Тыуған илде, Тыуған ерҙе, Тыуған төйәкте һаҡларлыҡ ирҙәр һәр ваҡыт кәрәк. Ә беҙҙең "тун бесергә" өйрәнгән егеттәр ундай мөһим бурысты үтәй алырҙармы?
Икенсенән. Балалар баҡсаһынан башлап, мәктәпте тамамлағансы ҡатын-ҡыҙҙар тәрбиәһе аҫтында йөрөгән күпселек малайҙарҙа ҡатындарға буйһоноу психологияһы барлыҡҡа килә. Артабан да, ғаилә ҡорғас, улар үҙҙәренең хәләл ефеттәренә буйһоноп йәшәүҙе дауам итәсәк. Ғәҙәттә, ундайҙарҙы халыҡ араһында "подкаблучник" тиҙәр. Тәү ҡарашҡа был күренеш артыҡ ҡурҡыныс та түгел һымаҡтыр. Ләкин төптәнерәк уйлап ҡараһаң, шул асыҡ күренә: ғаилә кимәлендәге проблемаларҙы хәл итеп өйрәнмәгән ирҙәр ил кимәлендә килеп тыуған ҡайһы бер сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә бөтөнләй ҡатнаша алмаясаҡтар. Урамға сығырға ҡурҡып, тәҙрәнән ҡарап ултырасаҡтар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай ирҙәрҙең һаны йылдан-йыл арта бара. Сөнки мәктәптәрҙәге шарттар башлыса шундайҙарҙы тәрбиәләүгә ҡоролған бит...
Өсөнсөнән. Йәмғиәтебеҙҙә былай ҙа ирҙәр кәмей, шуларҙың араһында ирҙәрсә фекер йөрөткәндәре тағы ла әҙәйә. Бик көслө фекерләү һәләте юҡҡа сыға. Ә бит егерменсе быуатҡа тиклем ирҙәр логикаһы бик күп аҡыл эйәләрен тыуҙырҙы, фәнни асыштар яһаны, ижад итте. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәҙел йәмғиәт кенә төҙөй алманы шул... Сөнки ул ваҡытта ирҙәрҙең генә ҡарашы өҫтөнлөк итә ине. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы бөтөнләй иҫәпкә алынманы. Уларҙы төрлө юлдар менән ҡыҫтылар һәм баҫтылар. Шуға йәмәғәт эштәрендә бөтөнләй ҡатнашманылар - аш-һыу әҙерләү, бала тәрбиәләү кеүек эштәрҙән ары китә алманылар.
...Бөгөн, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙҙар аҡылы өҫкә ҡалҡып сыға башланы. Тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләрендә лә улар хәҙер әүҙем ҡатнаша. Был бик яҡшы! Тик барыбер улар ғәҙел тормош төҙөй алмаясаҡтар, сөнки ирҙәрсә фекерләгән ирҙәр эре аҙымдар менән бөтөүгә табан бара. Әгәр ирҙәр ҡарашы өҫтөнлөк иткән ваҡытта йәмғиәттең үҫеше бер яҡҡа ҡыйшайһа, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы өҫтөнлөк иткән ваҡытта икенсе яҡҡа ҡыйшаясаҡ. Бына шуға ла ирҙәр ҡарашы менән ҡатын-ҡыҙҙар ҡарашы араһында тигеҙлек, шулай уҡ уларҙың икеһе лә бер үк кимәлдә көслө булырға тейештәр. Береһе ҡыйшая башлаһа, икенсеһе уны төҙәтерлек булһын. Ә уларҙың фекерләүҙәрен бер үк кимәлдә тәрбиәләү мәктәп эскәмйәһенән башланырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә быны тормошҡа ашырып булмай, сөнки беҙҙең мәктәптәрҙә ир уҡытыусылар - ирҙәр аҡылы юҡ кимәлендә...
...Башҡа илдәрҙә бындай проблема нисек хәл ителә һуң? Минең белеүемсә, хәҙерге ваҡытта Европала Англияның белем биреү системаһы иң яҡшыларҙың береһе булып һанала, ә Азия илдәре араһында - Японияныҡы. Бына шул илдәрҙәге мәктәптәрҙә эшләгән ирҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың нисбәтенә күҙ һалайыҡ әле. Иғтибар итегеҙ: Японияла башланғыс синыфтарҙа эшләгән уҡытыусыларҙың - 40 процентын, урта синыфтарҙа - 50, ә өлкән синыфтарҙа 70-80 процентын ир-егеттәр тәшкил итә! Англия мәктәптәрендә лә шундай уҡ нисбәт, тик уларҙа урта синыфтарҙа ир уҡытыусылар һаны 10 процентҡа күберәк. Уртаса алғанда, ике илдә лә ир уҡытыусылар һаны 60 процент тирәһе, ә ҡалғандары ҡатын-ҡыҙҙар. Күреүебеҙсә, уларҙа ирҙәр күберәк. Шулай булырға тейеш, сөнки малайҙар күберәк тыуа, шуға мәктәптәрҙә лә улар һаны күберәк.
Һәм иң мөһиме: шул илдәрҙәге етәкселек мәктәптәрҙәге бындай нисбәтте төрлө юлдар менән һаҡлай. Шулай булғас, был күренештең белем һәм тәрбиә биреүгә ыңғай йоғонто яһағанын улар яҡшы белә булып сыға. Әйтергә кәрәк, ул илдәрҙә белем биреү системаларының юғары кимәлдә булыуының бер сәбәбе лә шулдыр. Шуныһы ҡыҙғаныс: беҙҙең белем биреү системаһын үҙгәртеү өсөн закон ҡабул итеүселәрҙең күбеһе үҙҙәренең балаларын Англияла һәм башҡа Европа илдәрендә уҡытырға тырышалар. Үҙҙәренең ҡабул иткән закондарына үҙҙәре ышанмайҙар, ахыры...
...Ә беҙҙең мәктәптәрҙә ни өсөн ирҙәр һаны аҙ һуң? Әлбиттә, был һорауға яуапты бөтәһе лә белә: уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәрергә кәрәк, шунһыҙ көслө заттар мәктәптәргә килмәйәсәк. Сөнки ирҙәр - ғаилә башлығы, бөгөнгө уҡытыусының эш хаҡы менән ғаиләне аҫрап булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡын киләсәктә лә эш хаҡының артыуы көтөлмәгән һымаҡ. Нимәлер һөйләйҙәр, ләкин артыҡ бер нәмә лә үҙгәрмәй. Теләмәйҙәр ҙә, ахыры. Шуға, минең был яҙғандарыма ла иғтибар итмәйәсәктәр, тип уйлайым. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең илдә ирҙәрҙең юҡҡа сығыуы дауам итә әле...
"Береһе лә иғтибар итмәгәс, ни өсөн яҙҙың һуң?" тип һорарҙар ошо урында. "Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал - халыҡ белмәһә, балыҡ белер", тигәнерәк аҡыл йәшәй бит беҙҙең халыҡта. Бына шуға яҙҙым...

Наил ЮЛДАШБАЕВ,
башҡорт теле уҡытыусыһы.
Ейәнсура районы.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.22 | Ҡаралған: 403

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru