«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ДОНЪЯҺЫНА РУХ ӨҪТӘҮСЕ БАҪМА
+  - 

Яратҡан гәзитебеҙ - "Киске Өфө"бөҙ матур юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә икән. Ваҡытлы матбуғат донъяһына яңы һулыш биреп, гәзит уҡыусылар өсөн ҙур яңылыҡ булып килеп инде ул был баҫма ваҡытында. Инде ике тиҫтә йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, ошо үткерлеген юғалтмайынса, мәҡәләләрен гәзит уҡыусы өсөн уҡымлы һәм фәһемле итеп бирә белгән, башҡорт донъяһына рух өҫтәп тороусы баҫма булып ҡала килә "Киске Өфө".

Гәзиттең һәр бите уҡымлы. Хатта ҡайта-ҡайта уҡыйбыҙ, сөнки һәр мәҡәлә уҡыусының иғтибарын йәлеп итерлек итеп яҙыла. Район йәки ҡала гәзиттәрендә, ғәҙәттә, шул төбәктә тыуып үҫкән, уңышлы эшләп йөрөгән, ғөмүмән, үҙ районында билдәле булған кешеләр тураһында мәҡәләләр баҫыла. Ә "Киске Өфө" тотош республиканың "районкаһы", тип әйтер инем, сөнки баҫмала төрлө билдәле шәхестәр тураһында яҙалар, төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған аҫыл егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында бәйән итәләр.
Гәзит һәр мәҡәләһендә гәзит уҡыусы өсөн файҙалы мәғлүмәт бирә белеүе менән алдыра. Мәҫәлән, эшҡыуарҙар менән әңгәмә баҫылһа, унда ошо өлкәлә үҙен һынап ҡарарға теләгәндәр өсөн төплө кәңәш бирелә. Шулай уҡ табип, уҡытыусы, ғалим, яҙыусы һәм башҡа һөнәр эйәләре менән эшләнгән бөтә мәҡәләләр ҙә уларҙы күтәрмәләүгә ҡоролған ҡоро һүҙ бутҡаһы ҡуйыртыуға ҡайтып ҡалмай, ә аныҡ, асыҡ һәм кәрәкле мәғлүмәт менән һуғарылған була. Бындай мәҡәләләр йөрәккә барып етеп, шунда үҙ урынын таба, уҡып сыҡҡас та әле ҡайта-ҡайта ҡайһы бер фекерҙәрҙе уйлап йөрөйһөң.
Баҫма гәзит уҡыусыға ҡыҙыҡлы булһын өсөн уның йөкмәткеле булыуы мөһим. Һәр кем, үҙенең йәшенә һәм һөнәренә ҡарамайынса, гәзиттә даими рәүештә үҙенә кәрәкле мәҡәлә йәки мәғлүмәт тапһа, ул уны уҡыясаҡ. "Киске Өфө"гә был йәһәттән һүҙ әйтеп булмай, сөнки кем ҡулына алһа ла, айырыла алмайынса уҡырлыҡ мәҡәлә таба. Ул мәҡәләләр бер тында уҡыла. Был да ҙур оҫталыҡ талап итә хәбәрселәрҙән, һәм "Киске Өфө" хеҙмәткәрҙәре быға уңышлы өлгәшә Форсаттан файҙаланып, ҡайһы бер теләктәрем тураһында ла әйтеп үткем килә. Ауыл хужалығы өлкәһенә күберәк иғтибар бүлһәгеҙ ине. Ауыл хужалығында эшләүселәр менән әңгәмәләр баҫылһа, был өлкәлә ниндәй ярҙамдар барлығы тураһында яҙылһа, шәп буласаҡ. Шулай уҡ фермерҙар үҙҙәренең уңышлы эшләү серҙәре менән бүлешһә, һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булыр ине. Ауыл хужалығы уҡыу йорттары йыл да йөҙәрләп агроном, зоотехник, ветеринар һәм башҡа ауыл хужалығы өлкәһе белгестәре әҙерләп сығара. Ошо йәш белгестәр ҡайҙа, нисек эшләй, эшләү шарттары ниндәй һәм башҡа үҙенсәлектәр тураһында ла мәҡәләләр күрге килә.
Иҡтисадҡа ҡағылышлы әйберҙәр күренеп ҡала, ләкин етерлек кимәлдә түгел. Иҡтисадты биш бармағы кеүек белгән үҙебеҙҙең егет һәм ҡыҙҙар барҙыр бит, халыҡҡа ябай тел менән ошо өлкә тураһында аңлатыу эше алып барһалар икән. Беҙҙең илгә ҡарата иҡтисади баҫымдар тураһында күп ишетәбеҙ, уҡыйбыҙ, ләкин ошо өлкәлә эшләмәгән кеше өсөн улар аңлашылып та бөтмәй. Бына ниндәй мәҡәләләр көтә һәр баҫманан гәзит уҡыусылар. Гәзит һүҙе юғары көскә эйә. Ошо хәҡиҡәтте онотмайынса, үҙ уҡыусыһына кәрәкле булып, тағы ла оҙаҡ йылдар беҙҙе ҡыуандырып, йорттарыбыҙға килеп торһон "Киске Өфө".

Миңсара ӘХМӘТОВА.
Әбйәлил районы.

"Киске Өфө" гәзите, №25, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.06.22 | Ҡаралған: 253

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru