«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘЙГЕ КӘСЕБЕГЕҘ УҢ, КИЛЕМЕГЕҘ МУЛ БУЛҺЫН!
+  - 

Оҙаҡламай урманда еләк-емеш өлгөрәсәк. Был күптәр өсөн аҡса эшләп ҡалыу мәле. Беҙҙең ғаилә лә йәйге миҙгелдең бер көнөн дә әрәм итмәҫкә, файҙалы итеп үткәрергә тырыша. Бөгөн үҙебеҙ ҡулланған аҡса эшләү юлы тураһында яҙып үтәм.

Мин әлеге ваҡыттан уҡ еләккә заказ йыя башлайым. Иң тәүҙә турғай (ҡайын еләге лә тиҙәр, төрлө яҡта төрлөсә әйтәләр) еләге бешә. Был тәмле лә, файҙалы ла еләкте күптәр ярата, шуға күрә алдан заказдар күп була. Ғәҙәттә, 1 литр турғай еләген 500 һумға тәҡдим итәм. 5 литрҙан күберәк заказ бирһәләр, литрын 450 һумдан, ә 10 литрҙан алып - 400 һумға һатам. Турғай еләген йыйыу еңел түгел, үҙе ыуаҡ, әллә ни ырамай ҙа, шуға хаҡы ла осһоҙҙан түгел. Ләкин даими клиенттарымды хаҡтар ҡурҡытмай. Еләк өлгөргәс тә, шылтыратып, ниндәй датаға һәм сәғәт нисәгә кәрәклеген аныҡлайым да, бөтә ғаиләбеҙ менән урманға юлланабыҙ. Һәр саҡ әйтелгән ваҡытҡа өлгөртәм, түләүҙе алдан талап итмәйем, шуға күрә клиенттарым йылдан-йыл арта ғына бара.
Турғай еләге миҙгеле тамамланһа, ер еләге бешә, шулай уҡ башҡа еләк-емештәр ҙә өлгөрә башлай. Уларҙың да һәр береһенең тәғәйен хаҡы бар.
Шулай уҡ ер еләген, мәҫәлән, таҙалап та бирә алабыҙ. Уның өсөн айырым хаҡ ҡуям.
Бөтә еләк-емеште лә таҙа, үләнһеҙ итеп йыйырға тырышабыҙ, сөнки тәҡдим иткән тауарыңдың йәме булмаһа, һатып алыусыһы ла булмаҫҡа мөмкин.
Еләк-емеш бешкәнгә тиклем бәшмәк һатабыҙ. Көндәр бер аҙ йылыныу менән урманда йөнтәҫ бәшмәк, бүрекбаш, ҡыу бәшмәк, һаңғырау бәшмәк һәм башҡалар барлыҡҡа килә. Беҙ үҙебеҙ гөрөздә һәм баллы бәшмәк кенә яратҡас, ҡалған бәшмәктәрҙе ашамайбыҙ, ләкин һанап үтелгән бәшмәктәргә һорау ҙур. Әлбиттә, бәшмәк еләккә ҡарағанда тиҙерәк йыйыла, шулай ҙа хаҡын әллә ни осһоҙлатмайым. Бензин хаҡын һалам, бүленгән ваҡытты иҫәпләйем, заказдың әҙ йәки күп булыуын да күҙ уңында тотам.
Шулай иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем урман байлығын файҙаланып, аҡса эшләп ҡалабыҙ. Һәр ялыбыҙ, отпуск көндәребеҙ ошо эшкә тотонола, ләкин балалар ҙа, ирем дә ризаһыҙлыҡтарын белдермәй, ихлас йөрөп йыялар. Балаларҙың эшләгән аҡсаларының бер өлөшө тик үҙҙәренә булһа, ҡалғаны ғаиләнең дөйөм кәрәк-ярағына тотонола. Улар хәҙер кеҫә аҡсаһын бүлеп тоторға өйрәнде, шуға күрә уҡыу йылы дауамында киноға һәм башҡа ошондай күңел асыу шөғөлдәренә аҡса бүлмәйбеҙ. Дөйөм аҡсанан йортҡа берәй әйбер алабыҙ йәки көҙөн сәйәхәткә сығып китәбеҙ.
Был оҙон яҙмам менән нимә әйтергә теләнем һуң? Емеш-еләктең бешкәнен көтөп алып, уны йыйып һатыу урынына алдан бирелгән заказдар буйынса һатыу күпкә килемлерәк һәм тиҙерәк. Мин тәүге клиенттарымды интернетта эҙләнем, Өфөләге таныш-тоношҡа әйттем, туғандарҙы ла реклама эшләүҙәрен һораным. Шулай итеп яйлап клиенттар йыйылды. Йәйге кәсебегеҙ уң, килемегеҙ мул булһын, уңғандар.

Зөмәйрә ФӘТҠУЛЛИНА.
Иглин районы.

"Киске Өфө" гәзите, №25, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.06.22 | Ҡаралған: 345

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru