«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУҒЫШ БАШЛАНҒАН КӨН
+  - 


22 июндә булып үткән Хәтер һәм ҡайғы көнөндә беҙ тағы ла уйыбыҙ менән бынан 81 йыл элекке йәйге йәкшәмбе иртәһенә, Рәсәй тарихындағы иң ҙур ҡан ҡойошло Бөйөк Ватан һуғышы башланған көнгә әйләнеп ҡайттыҡ. Был көн хаҡында беҙ күп һанлы фильмдарҙан һәм китаптарҙан, шаһиттар иҫтәлектәренән ишетеп беләбеҙ. Тарихи хәтер үҙенсәлеге шунда: йылдар үтеү менән ысынбарлыҡ сиктәре юйыла төшә, ә инде ваҡиғаларҙың бөтөн нескәлектәрен һаҡлап ҡалыу - тарихсыларҙың бурысы. БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, БДУ-ның Рәсәй тарихы, тарихи яҙмалар һәм сығанаҡтар менән эшләү кафедраһы мөдире Рәмил РӘХИМОВ һуғыштың тәүге көндәре күренештәрен тергеҙергә ярҙам итте. Рәмил Насибулла улы, 1941 йылдың 22 июне, тигәндә, урамдарҙа ҙур борсолоу менән Германияның СССР-ға баҫып инеүе хаҡында радионан иғлан ителеүсе хәбәрҙе тыңлаусы төркөм-төркөм өймәкләшкән кешеләр күҙ алдына баҫа. Ысынлап та шулай булғанмы?

- Ысынлап та, йыш ҡына шундай күренештәр һүрәтләнә, асылда иһә, хәл бер аҙ башҡасараҡ була. Башҡортостан ҡалаларының радио нөктәләре булған вокзалдарында һуғыш башланыуын 22 июндә СССР-ҙың сит ил эштәре наркомы Вячеслав Молотов сығышынан төш мәлендә генә ишетәләр. Ауыл ерҙәрендә, хатта радио булған урындарҙа ла был хәбәрҙе ишетмәй ҡалалар - баҫыуҙа эштә булалар, шуға күрә һуғыш башланыуын улар кискә табан йә иртәгәһенә генә беләләр.

Беҙ СССР һуғышҡа әҙер булмаған, дошман кинәт һөжүм иткән, тип уйларға ғәҙәтләнгәнбеҙ, был дөрөҫмө?

- Ул ваҡытта планлы рәүештә ойошторолған эвакуация СССР-ҙың һуғыш башланыу ихтималлығына әҙерләнеүе файҙаһына һөйләй. Башҡортостанға, мәҫәлән, тәүге эшелондарҙың 27 июнгә килеп етеүе билдәле. Нефть һәм машина эшләү заводтарын шундай уҡ етештереү тармаҡтары булған төбәктәргә күсереү тиҙләтелгән. Тимәк, әҙерлек алып барылған. Был турала шундай мәғлүмәт тә асыҡ һөйләй: СССР-ҙа мәктәптәр, кәрәк була ҡалһа, госпиталь итеп файҙаланыу мөмкинлеге биргән махсус типовой проект буйынса төҙөлгән. Бындай биналарҙы 1930 йылдарҙа уҡ әле Өфөнөң төньяҡ сәнәғәт зонаһы - буласаҡ Черниковкала ла төҙөгәндәр. Уҡыу кластарын палата инеп файҙаланыу мөмкин булһа, һыу һәм электр үткәргестәр тиҙ арала операция бүлексәһенә күсереп булырлыҡ итеп ҡоролған. Бындай биналарҙа махсус сығыу урындары, бомбанан йәшеренеү урыны, дизель-генераторҙар өсөн бүлмә эшләнгән, былар мәктәп-госпиталдәрҙең автоном эшләй аласағын тәьмин итерлек булған. Уларҙың ҡайһылары Өфөлә әлегә тиклем һаҡланып ҡалған, мәҫәлән, Менделеев урамындағы 19-сы, Пушкин урамындағы 45-се һәм Черниковкалағы ҡайһы бер мәктәптәр.
Советтар Союзының һуғышҡа әҙерләнеүе хаҡында тағы бер дәлил: БАССР-ҙа 1941 йылдың 15 майында 45 көнлөк хәрби сборҙар башланған һәм шул саҡ Өфөлә һәм уға яҡындағы ауылдарҙа урынлашҡан 186-сы, шулай уҡ Стәрлетамаҡ менән Дәүләкәндә 170-се ике дивизия тупланған. Был сборҙарға элек хәрби хеҙмәт үтмәгән 18-ҙән 21 йәшкә тиклемге егеттәр саҡырылған. Күпселеге - ауылдыҡылар. Ошо дивизиялар Көнбайыш хәрби округына хәрби күнекмәләргә сығып китергә тейеш булған. 186-сы дивизия июнь баштарында юлға сыға. Һуғыш хәбәрен улар Псков өлкәһе Себеж районындағы иҫке ил сигендә ишетәләр. 170-се дивизия Стәрлетамаҡтан 22 июндә сыға һәм юлда күнекмәләр үтә. Был ике дивизия ла генерал-лейтенант Филипп Ершаков етәкселегендәге 22-се армия составына инә. Һалдаттарҙың күпселеге дары еҫен еҫкәп тә ҡарамаған тәжрибәһеҙ булһа ла, июль айы буйына һәм август баштарына тиклем батырҙарса һуғышып, фашистарҙың тиҙ генә еңеүгә иҫәп тотҡан ниәттәрен емерә һәм Полоцк нығытмаһы районында дошман хәрәкәтен тотҡарлай. Ике дивизия ла ҙур юғалтыуҙар менән ҡамауҙан сыға.

Һуғыштың тәүге көнөндә үк кешеләрҙең военкоматтарға килеп, үҙ теләктәре менән фронтҡа яҙылыуҙары ысын булғанмы икән? - Беренсенән, 22-һе ял көнө булған, военкоматтар эшләмәгән, унда дежур төркөм генә булған. Тәү сиратта военкоматҡа офицерҙар саҡырылған, башҡаларға повесткаларҙы 23 июндә генә ебәрә башлағандар. Шунан һуң мобилизация башланған. Үҙ теләктәре менән китеүселәр ҙә булған, әлбиттә, ләкин тәүҙә фронтҡа повестка буйынса оҙатылғандар. Һуғыштың оҙаҡҡа һуҙыласағын аңлау ҡасан билдәле була? - Беҙгә килеп еткән иҫтәлектәр һәм документтар буйынса күптәр еңеүҙең аҙ юғалтыуҙар менән тиҙ арала яуланыуына ышана. Һуғыш башланған осорҙа совет халҡы дошмандың көсөн, нацизмдың ни икәнен күҙ алдына ла килтермәй, улар һалдат шинеле кейгән немец эшселәре һәм крәҫтиәндәре тип уйлай һәм уларҙың беҙҙең яҡҡа сығырына ышана. Шуға ла күптәр һуғыш бөтөп ҡуймаҫ элек, тип, фронтка китергә ашыға, хатта ирҙәре, туғандары артынан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙ теләктәре менән һуғышҡа барырға яҙыла. Бындай мөнәсәбәт 3 июлгә тиклем дауам итә, ләкин шул көндө радионан фронттағы ауыр хәлдәр, фашистарҙың Минскиҙы алыуы, башҡа йүнәлештәрҙә лә ҡан ҡойғос үлемесле һуғыш барыуы хаҡында Сталин сығышын тыңлағандан һуң ғына был һуғыштың оҙаҡ, ауыр һәм ҡан ҡойғос буласағын аңлау килә.

ШУЛАЙ ИТЕП, БЕЛЕШМӘ:
Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына 710 мең кеше китеп, шуларҙың яҡынса 322 меңе һәләк була. Күрһәткән тиңһеҙ ҡаһарманлыҡтары өсөн 278 яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, 35 һалдат Дан орденының тулы кавалеры була. Республика эвакуацияланған 278 мең кешене, 63 эвакогоспиталь һәм унда дауаланыусы 250 мең яралыны ҡабул итә. Республикабыҙҙа 200-ләп етештереү ҡеүәттәре, мәғариф, фән, мәҙәниәт учреждениелары урынлаштырыла. Һәр өсөнсө совет танкы һәм самолеттары Башҡортостан яғыулығы менән йөрөй. БАССР-ҙың 416 мең кешеһе "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" миҙалы менән наградлана, 20-нән ашыу кешегә Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Роман ЯКИМЧУК әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.06.22 | Ҡаралған: 278

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru