Бөгөн Рәсәй еңел булмаған осор кисерә, өҫтәүенә, ян-яҡтан ағылған мәғлүмәттең ҡапыл ғына ҡайһыһы дөрөҫ, ҡайһыһы ялған икәнлеген айырыуы ла еңел түгел. Ошо ваҡытта тап белгестәргә мөрәжәғәт итеү урынлы ла инде, сөнки улар үҙ өлкәһе буйынса күпте белә, һандар араһында ла албырғап ҡалмай, ябай күҙгә күренмәгән мәғлүмәтте лә уҡый ала. Ошо ауыр шарттарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан иҡтисады нисек тын ала, ул ниндәй хәл-торошта икәнен фаразлап тормай, үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыбыҙҙы иҡтисад фәндәре докторы, БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры
Азат ЙӘНГИРОВҡа төбәнек.
Азат Вәзир улы, әңгәмәне шунан башлайыҡ - бөгөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың иҡтисади хәл-торошон нисек баһалайһығыҙ?
- Әлбиттә, бөгөн Рәсәй бик ауыр шарттарҙа үҫешә. Белеүебеҙсә, санкциялар ауыр йоғонто яһай, сикләүҙәр индерелә. Әммә шуны билдәләр инем: беҙ ошо шарттарға бик тиҙ яраҡлашып барабыҙ. Мәҫәлән, йылдың тәүге дүрт айын алып ҡараһаҡ, Рәсәй буйынса уртаса сәнәғәт етештереү индексы 104 процентҡа яҡын икәнен күрәбеҙ. Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу - 124 процент, эшкәртеү индексы - 103,7. Был, минеңсә, бик һәйбәт күрһәткес. Шул уҡ ваҡытта ил Президенты пособиеларҙы, пенсияларҙы, йәшәү минимумын ун процентҡа күтәрергә ҡарар итте. Әлбиттә, бының өсөн бюджет бар һәм ул йыл башында профицитлы ине. Бында шуны әйтеп китергә кәрәк: бюджет ул йә дефицитлы була, йә профицитлы. Дефицитлы булһа, килем сығымдарҙы ҡапламай, ә инде профицитлы булһа, килем сығымдарҙы ҡаплап ҡына ҡалмай, ул артып ҡала. Йәғни Рәсәй бюджетының профициты һигеҙ йөҙ миллиардтан ашып китте. Был ил халҡының өстән бер өлөшөнөң күберәге, йәғни 54 миллион самаһы граждан ярҙам саралары менән ҡуллана аласағына бер дәлил һәм үҙе үк Рәсәйҙең Көнбайыштың санкцияларына уңышлы ҡаршы тора алыуы тураһында һөйләй һәм, әлбиттә, пенсияларҙың йыл башынан артыуын алып ҡараһаҡ, ул әлеге ваҡытҡа 19 процентҡа артты һәм был инфляция кимәленән артығыраҡ. Ил Президенты белдереүенсә, инфляция күләме 17,4 процент булды, майҙа уның тағы ла кәмеүе күҙәтелде.
Тағы шуны әйтер инем: 2020 йылдан башланған осор Рәсәй өсөн иҡтисади суверенитетты нығытыу мәле буласаҡ. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, ул инфраструктураны һәм технологик базаны үҫтереүгә йоғонто яһаясаҡ. Шулай уҡ белгестәр әҙерләү кимәленең сифатын күтәреүҙе көтәбеҙ. Әммә иң мөһиме - бойондороҡһоҙ һәм һөҙөмтәле финанс системаһын булдыра аласаҡбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Финанс системаһының бойондороҡһоҙлоғо күп кенә процестарға бәйле. Беренсенән, беҙ сит ил банктарынан суверенлы буласаҡбыҙ. Күп кенә финанс операциялары хәҙер үҙебеҙҙең банктар аша үтә һәм башҡарыла башланы ла инде.
Әлбиттә, ошо санкция шарттарында ниндәйҙер юғалтыуҙар булһа ла, Рәсәйҙең Азия илдәре менән сауҙа-иҡтисади бәйләнештәре артасаҡ һәм беҙ быны бөгөн үк күҙәтәбеҙ. 2010 йылдан алып Рәсәйҙең тышҡы сауҙа бәйләнешендә Азия илдәренең өлөшө 3 тапҡырға тиерлек артып, быйыл ул 30 проценттан ашып китте. Санкцияға эләккән Рәсәй компаниялары Азияла яңы сауҙа баҙары табырға тырыша. Йыл дауамында ике аралағы сауҙа әйләнешен 50 миллиард долларға арттырыу мөмкинлеге бар.
Ошо санкциялар арҡаһында импортты алыштырыу процестары шәбәйҙе тип әйтергә була. Мәҫәлән, республикала электр ҡорамалдары эшләү - яҡынса өс тапҡырға, өй йыһаздары һәм дарыуҙар етештереү бер ярым тапҡырға артҡан һәм былар барыһы ла импортты ватан етештереүсеһе продукцияһына алмаштырыу процестарының тиҙләнешен күрһәтә. Сәнәғәт етештереү индексы буйынса Башҡортостан күрһәткестәре Рәсәйҙекенән юғарыраҡ. Былтыр ул 107,5 процент булһа, йылдың тәүге дүрт айында иһә 105,7 процент тәшкил итә. Тағы ла матур ҡаҙаныштарҙан Башҡортостандың хәҙер инде икенсе тапҡыр инвестиция климаты торошоноң милли рейтингы буйынса биш алдынғы төбәк рәтенә инеүен билдәләр инем. Быға "Алға" тип аталған айырым иҡтисади зона барлыҡҡа килеүе булышлыҡ итте. Унда күп кенә предприятиелар инә башланы. Уҙышлы социаль-иҡтисади үҫеш территориялары (ТОСЭР) уңышлы эшәп килә һәм резиденттар һаны күренеп үҫә. Ошо биләмәләр арҡаһында республикала ике меңдән ашыу эш урыны булдырылды. Йәғни Башҡортостан ошо ауыр шарттарға ҡарамайынса, бик һөҙөмтәле үҫеш күрһәтә, һынауҙар уны һындырмай, киреһенсә, сыныҡтыра ғына.
Әлеге ваҡытта Рәсәй донъяла иң күп санкциялар иғлан ителгән ил, әммә шул уҡ ваҡытта ул оҙаҡ йылдар санкциялар ҡыҫымы аҫтында йәшәй һәм алға барыуын дауам итә. Санкциялар ил өсөн ниндәй йоғонтоға һәм эҙемтәгә эйә, ул ниндәй тармаҡтарҙы нығытып, ниндәйҙәренең үҫешен бер аҙ тотҡарларға мөмкин?
- Беренсенән, сит ил тауарҙарын ватан етештереүсеһенекенә алмаштырыу халыҡ араһынан яңы етештереүселәр барлыҡҡа килеүенә этәргес буласаҡ, яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, халыҡҡа аҡса эшләү мөмкинлеге тыуасаҡ. Һәм бик мөһим күренеш - Рәсәйҙә капиталдың сит илгә китеү проблемаһы бар ине, хәҙер ул ярайһы уҡ кәмейәсәк.
Икенсенән, Рәсәй газы өсөн түләүҙе һумға күсереү - бик кәрәкле һәм мөһим аҙым. Иҡтисадта был процесс дедолларизация тип атала, йәғни ил валютаһы нығына һәм беҙ әле шул күренешкә шаһит.
Минеңсә, ошо санкцияларҙың ауыл хужалығына йоғонтоһо ыңғай буласаҡ, ауыл хужалығы продукцияһына һорау тыуасаҡ, был инде өлкә хеҙмәткәрҙәренә яңы техника, ҡорамалдар, мал һатып алырға яңы мөмкинлектәр бирә. Урындағы етештереүселәргә иғтибар артыуы үҙ сиратында уларҙың продукцияһының үҙҡиммәтенә лә йоғонто яһаясаҡ. Дөйөм әйткәндә, беҙ артта ҡалған йә бөтөнләй булмаған юғары технологик йүнәлештәрҙе һәм тармаҡтарҙы үҫтерергә мөмкинлек алабыҙ, ул ғына ла түгел - уларҙы үҫтерергә мәжбүр буласаҡбыҙ, шул иҫәптән ауыл хужалығы тармағына ла яңыса ҡараш артасаҡ.
Әммә санкцияларҙың кире яғы ла бар: әлбиттә, ул ниндәйҙер тармаҡты бөтөнләй эшләүҙән, йәшәүҙән туҡтата алмай, шулай ҙа ниндәйҙер тотҡарлыҡ яһауы мөмкин. Мәҫәлән, юғары технология менән эшләнгән машиналар, компьютерҙар. Уларҙың күп өлөшө, запас частары сит илдән индерелә ине. Уларҙы етештереүҙе үҙебеҙҙә башлап ебәреү өсөн 5-10 йыллап ваҡыт талап ителә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, Рәсәйҙә аҡыллы кешеләр етерлек, бары тик уларға иғтибар бирергә, уларҙы үҫтерергә кәрәк. Шул саҡта, бәлки, биш йылға ла тотҡарланмабыҙ. Уйлап ҡараһаң, тормошобоҙҙа ниндәйҙер сәйер күренештәр ҙә бар ине. Мәҫәлән, өй йыһаздарының ябай ғына механизмдарын сит илдән һатып алдыҡ. Ә бит уларҙы бер ниндәй ауырлыҡһыҙ үҙебеҙҙә эшләп була. Баҙар иҡтисадына күскәс, күп нәмәләрҙе онотоуға дусар иттек, элекке совет осоронда төбәк менән төбәк араһындағы тығыҙ бәйләнеште юғалттыҡ. Бөгөн шул хеҙмәттәшлекте ҡабаттан тергеҙеү мөмкинлеге барлыҡа килде.
Ғәҙәттә, санкциялар инфляцияға килтерә, инфляция иһә эш хаҡының хаҡын, баһаһын төшөрә. Эш хаҡы тураһында һүҙ алып барғанда, ғәҙәттә, айлыҡ уртаса эш хаҡы буйынса күрһәткестәр килтерелә, ләкин медиан эш хаҡы тигән төшөнсә лә бар. Гәзит уҡыусыларға ошо ике төшөнсәне аңлатып, бөгөн медиан эш хаҡының күләме күпме икәнен асыҡлап китегеҙ әле.
- Ысынлап та, эш хаҡына килгәндә, уны уртаса күрһәткес һәм медиан күрһәткес менән билдәләп була. Медиан эш хаҡын ҡараһаҡ, ул эш урындарының 50 проценты Рәсәйҙә уртаса статистик хеҙмәткәр алған эш хаҡы кимәленән күберәк, 50 проценты кәмерәк тигәнде аңлата һәм, әлбиттә, ул уртаса эш хаҡы күрһәткесенән бер ярым тапҡырға кәмерәк булып сыға. Мәҫәлән, уртаса эш хаҡын алһаҡ, ул Рәсәй буйынса яҡынса илле - илле бер мең һум икән, медиан эш хаҡы яҡынса 30 - 35 мең була.
Бик йыш, республикаға мигранттар килеүе һөҙөмтәһендә айырым секторҙарҙа эш хаҡының түбән булыуы тураһында һүҙҙәр ишетелә, йәғни улар түбән хаҡҡа ла эшләргә риза һәм шуның менән эш хаҡы кимәленә лә йоғонто яһай. Ошо хаҡта фекерегеҙҙе ишетергә ине...
- Миграция мәсьәләһе, әлбиттә, күп ҡырлы. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙән гастарбайтерҙар китә башланы, бында сикләүҙәрҙең дә йоғонтоһо бар. Ләкин был Рәсәй өсөн ыңғай күренеш түгел тиер инем. Ни өсөн? Мигранттарға кире яҡтан ғына ҡарарға ярамай, сөнки беҙҙең халыҡ, күреүебеҙсә, түбән эш хаҡына ауыр хеҙмәт талап ителгән эш урындарын тултырырға әҙер түгел. Уларҙа гастарбайтерҙар эшләй, эшсе ҡулдарға ихтыяжды ҡаплай. Әммә мәсьәләгә дөйөм ҡараһаҡ, хеҙмәт баҙарында уларҙың өлөшө ни бары 12-15 процент ҡына. Был ҙур күрһәткес түгел, ләкин ил өсөн дә, төбәктәр өсөн дә был фактор кәрәк, сөнки иҡтисади йәһәттән ошо ситтән килеүселәр осһоҙ хеҙмәттәре менән беҙҙең ойошмаларыбыҙҙың, предприятиеларыбыҙҙың сығымдарын кәметә, тимәк, уларҙың конкурентлыҡҡа һәләттәрен арттыра. Шул уҡ ваҡытта гастарбайтерҙар юғары квалификациялы һәм юғары түләүле эш урындарына дәғүә итмәй. Шуға улар урындағы юғары белемле белгестәрҙең эш хаҡына бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай, әммә, икенсе яҡтан, ошо хеҙмәт мигранттары тыуған яҡтарына күп кенә аҡса ебәрә. Капитал беҙҙең иҡтисад эсендә эшләмәй, ситкә китә һәм был һәйбәт күренеш түгел. Әлбиттә, бында тағы бер факторҙы әйтергә кәрәк: сит мәҙәниәтле мигранттар йәмғиәткә ыңғай йоғонто яһамай. Уларҙың интеграцияһы, урындағы халыҡ менән низағҡа кереүе, ҡаршылыҡ акцияларында ҡатнашыуы, үҙҙәренең компактлы йәшәү урындарын булдырыуы кеүек күренештәр бар.
Мигранттарҙың ойошма-предприятиеларҙың сығымын кәметеүе яҡшы, әммә улар шул урында эшләп йөрөгән урындағы халыҡтың эш хаҡы күләмен кәметә килеп сыға бит. Мәҫәлән, баш ҡалала урам таҙартырға кеше булманы һәм коммуналь хеҙмәт өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡын арттырырға тура килде. Әгәр түбән эш хаҡына риза булған гастарбайтерҙар, йәғни эшләргә кеше булмаһа, эш хаҡын яйлап күтәрергә мәжбүр буласаҡтар түгелме?
- Әлбиттә, бындай күренеште юҡ тип әйтеп булмай, әммә, минеңсә, бында дәүләттең иғтибары кәрәк. Мәҫәлән, ауыл хужалығында мигранттар бик юҡ, улар күберәген ҡала тирәһендә, төҙөлөштәрҙә мәшғүл. Улар булмаған урындарҙа урындағы халыҡҡа эшләү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр бар. Тағы шуны ла билдәләп китергә кәрәк: мигранттар уртаса эш хаҡы һәм медиан эш хаҡына ла йоғонто яһай.
Мигранттарға ҡағылғас, тағы бер мөһим теманы күтәрмәй булмай - ошо көндәрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың яҡынса мәғлүмәттәре билдәле булды һәм ул республикала халыҡ һанының артыуын күрһәтә. Был динамикаға ниндәй процестар йоғонто яһаған, һеҙҙеңсә: мигранттар ағымымы, әллә тәбиғи тыуыммы?
- Халыҡ иҫәбен алыу - бик мөһим сара, сөнки төрлө йәштәге кешеләр иҫәбен дөрөҫ һәм аныҡ белһәк, алдағы йылдарҙа халыҡ һанының үҙгәреүен фаразлай алабыҙ: күпме кешенең социаль ярҙамға мотаж булыуын беләбеҙ, йәғни был сара халыҡтың билдәле төркөмдәрендә дәүләт ярҙамы сығымдарын иҫәпләү өсөн тура ысул булып тора, шулай уҡ нисә балалар баҡсаһы, мәктәп, нисә башҡа социаль учреждение кәрәклеген күҙаллайбыҙ. Ҡыҫҡаса әйткәндә, халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе бюджетты планлаштырғанда файҙаланыу өсөн мөһим ҡулланма булып тора. Уҙған халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда халыҡ һанын һаҡлай алдыҡ, 2010 йыл менән сағыштырғанда, 0,5 процентҡа артҡанбыҙ ҙа. Был бик мөһим, сөнки ошондай күрһәткестәргә ни бары тик егерме һигеҙ төбәк кенә етә алған, ҡалғандарҙа халыҡ һаны кәмегән. Әлбиттә, был Башҡортостан өсөн ҙур ҡаҙаныш, тип әйтергә була. Быға өлгәшеүгә ниндәй факторҙар йоғонто яһаған, тигәндә, тәү сиратта, миграция, сөнки Башҡортостанда һәм башҡа бик күп төбәктәрҙә тыуым кәмей, халыҡ һанының бары тик Кавказ төбәктәрендә генә артыуы күҙәтелә. Шуға, миграция мөһим фактор булып тора.
Белеүебеҙсә, бик оҙаҡ йылдар дауамында Башҡортостандан йыл һайын 7-9 мең кеше ситкә китә ине. Власҡа яңы команда килгәс, күрһәткестәр, йәғни миграция йүнәлеше үҙгәрҙе, хәҙер Башҡортостанға киләләр һәм улар - йәштәр, студенттар эшкә яраҡлы категория. Минеңсә, был күренеш тап Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте артыуы һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Әйтеп китеүемсә, инвестиция буйынса ла, рейтингтар буйынса ла күҙгә күренеп күтәреләбеҙ, ә уҙышлы социаль-иҡтисади территориялар бик матур уңышлы эшләй башланы, халыҡ-ара фән үҙәге барлыҡҡа килтерелә, уҡыу ойошмалары бик күп гранттар яулай, федерациянан ҙур финанс ресустарын ала башланыҡ - ошолар барыһы ла беҙгә йәштәрҙе ылыҡтыра. Ауыр шарттар - тажзәхмәт, санкциялар күп кенә төбәктәрҙең күрһәткестәре түбәнәйеүгә сәбәп булһа, киреһенсә, Башҡортостандың тотороҡло үҫешен күрһәтте.
Республика өсөн халыҡ һанын һаҡлап ҡалыу һәм арттырыуҙың мөһимлеге тағы шунда - был Рәсәй Федерацияһы яғынан бюджет ресурстарын күберәк йәлеп итә алабыҙ, тигәнде аңлата, сөнки төбәктәргә бүленгән ресурстар йән башына иҫәпләнә. Беҙ былай ҙа федераль керемдәрҙе бик ныҡ арттырҙыҡ. Мәҫәлән, быға тиклем бер нисә йыл элек ни бары тик 30-35 миллиард һум килтерһәк, хәҙер ошо күләмде 80-90 миллиард һумға еткерә алдыҡ һәм халыҡтың һанын һаҡлап ҡалыу арҡаһында керемдәрҙе тағы ла нығыраҡ арттырасаҡбыҙ тип өмөтләнә алабыҙ.
Бөгөн иҡтисад үҫешен инвестицияларға бәйләйҙәр, ҡайҙандыр ситтән "ҡалын" кеҫәле ойошма-предприятиелар килеп, республикала ниндәйҙер тармаҡты үҫтереүгә аҡса һалып, республика халҡына эш урындары булдыра, килем алып, һалым түләй һ.б. Һуңғы ваҡытта инвесторҙарҙы ылыҡтырыу өсөн талаптар ҙа йомшартылды. Ә бына уларҙың эшмәкәрлеген тикшергән ҡануниәт камилмы, йәғни улар, мәҫәлән, ерҙе ҡуртымға алып, һуңынан уны артабан ҡулланырлыҡ итеп ҡалдырамы, әллә елеген һурып ташлап китәме? Инвестиция йәлеп итеүҙең ыңғай яҡтары билдәле, ниндәй кире яҡтары бар?
- Ысынлап та, иҡтисадтың мөһим күрһәткестәренең береһе булып инвестициялар тора. Был йәһәттән Башҡортостандың ҡаҙаныштары бар, тажзәхмәткә ҡарамайынса, республикаға һалынған инвестиция күләме артты. Мәҫәлән, 2021 йылды алһаҡ, был сумма дүрт йөҙ миллиард һумды үтеп китте. Быға тиклем ни бары 250-260 миллиард һум араһында йөрөй инек. Әлбиттә, бының сәбәптәре республикала даими рәүештә сәнәғәт, инвестиция сәғәттәре үткәрелә башлауы, бизнес-шериф институттары барлыҡҡа килеүе һәм ошо йүнәлештә берҙәм эш алып барыуға бәйле. Ошондай темптарҙы һаҡлағанда, киләсәктә инвестициялар күләме тағы ла артасаҡ тип көтөлә.
Сер түгел, файҙалы ҡаҙылмалар өлкәһенә инвесторҙар йәлеп иткәндә әлегә тиклем тәртип, ныҡлы тикшереү булманы: конкурстар үтеп торҙо, лицензиялар бирелде, техника урынға барып эш башлай ине, ә халыҡ нимә эшләгәндәрен, нимә сығарғандарын, ҡайҙа алып киткәндәрен белмәне. Һәм ошо "инвесторҙар" участкаларҙы оятһыҙ рәүештә файҙаланып, килем ала, бары тик табышҡа ғына йүнәлтелгән эш алып бара ине. Хәҙер был тармаҡта, минеңсә, күп кенә үҙгәрештәр бар һәм ул тәү сиратта лицензия биреү процестарын тәртипкә һалыуҙан башланды: махсус комиссия барлыҡҡа килде. Ошо әйтеп киткән "инвесторҙар" дөйөм инвестиция күләмендә ҙур өлөш алып тормай, ҙур өлөш Өфөгә, Салауатҡа һәм Стәрлетамаҡҡа, йәғни сәнәғәт ҡалаларына тура килә. Ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән зоналарҙа ундай инвестициялар юҡ. Әммә киләсәктә инвесторҙарҙың эшмәкәрлеген контролләү алып барылһа, улар үҙҙәре эшмәкәрлек алып барған ауыл хакимиәте бюджетына ла, район бюджетына ла ниндәйҙер өлөш индерә, шулай уҡ социаль инфраструктураны үҫтереүҙә ҡатнаша башлар, моғайын.
Башҡортостан борон-борондан ер аҫты байлыҡтары менән дан тота, шуға ҡарамаҫтан, мәҫәлән, Татарстан менән сағыштырғанда файҙа беҙҙең иҫәпкә түгел. Бының сәбәптәрен нимәлә күрәһегеҙ?
- Республикалағы иң ҙур предприятиелар: "Башнефть", "Башҡортостан сода компанияһы" Башҡортостан идаралығына ҡарамай ине һәм уларҙың бөтә табыштары ситкә китеп торҙо. "Башнефть"тең 25 процент акциялары, "БСК"-ның 38,3 процент акциялары Башҡортостан милкенә кире ҡайтарылыуы, һуңынан 10,7+1 акция кире бирелеүе мөһим һынылыш булды. Йәғни улар республика контроленә ҡайтарылды һәм уларҙың саф килеме дөрөҫ бүленә башланы, республика уны контролдә тотоу хоҡуғын алды һәм уның үҫеше менән идара итә. Әле мин быны беренсе аҙым ғына тип ҡарайым һәм киләсәктә республика мөһим предприятиеларҙы үҙ милкенә ҡайтарыу буйынса эш алып барыр, тырышыр тип көтәм. Контроль булмағанда ҙур сәнәғәт предприятиеларының ҡалдыҡтары тәбиғәткә ҙур зыян килтерә ине, бөгөн уларҙың килеменең бер өлөшө экология проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелә һәм был ғәмәл контролдә тотола.
Татарстан менән сағыштырғанда Башҡортостан арттараҡ бара тип әйтмәҫ инем, сөнки хәҙер беҙ күршеләрҙе ҡайһы бер позициялар, мәҫәлән, инвестиция йәлеп итеү буйынса, ҡыуып етеп барабыҙ. Ә бына мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хатта уҙып киттек тиер инем. Әлбиттә, үҫеш араһында айырма бар, сөнки Татнефь, башҡа күп кенә ойошмалар Татарстан милкенән сығарылманы һәм уларҙың бөтә килеме республика эсендә ҡалды, улар барыһа ла ныҡ алға китеү, үҫеш өсөн этәргес булып торҙо. Беҙ хәҙер ошо факторҙарҙы республика мәнфәғәтендә файҙалана башланыҡ. Тағы шуны әйтергә кәрәк: республика Башлығы Радий Хәбиров Татарстан иҡтисады менән яҡынлашыу аҙымдарын яһай һәм интеграция процестары булдырыла. Күп кенә йүнәлештәр буйынса Татарстан менән бергәләп үҫешә алабыҙ һәм, әлбиттә, ошо ҡеүәтте ҡулланырға тейешбеҙ.
Шулай итеп...
Төбәктәр көслө булһа, ил дә көслө - был быуаттар буйы раҫланған хәҡиҡәт. Ил иҡтисады ҡеүәтле һәм тотороҡло икән, тимәк, төбәктәрҙә лә үҫеш тотороҡло. Һынауҙар беҙҙе, ысынлап та, һындырырға тырышып, сыныҡтыра ғына. Шулай булған, шулай булды, шулай буласаҡ та. Тарих быға үҙе шаһит. Хаҡ тарих алдашмай, ул барыһын да үҙ урынына ултырта.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА