«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ БАЛҠЫШ БИТ УЛАР!
+  - 


Ниндәйҙер план үтәү, отчет бирер өсөн түгел, ә күңел талабы, йөрәк ҡушыуы буйынса бер ҡорға тупланып, ауылдың йәшәйешенә йән өрөп, йәм биреп, халҡыбыҙҙың үткәне менән киләсәген тоташтырыусы милли балҡыш булып йәшәй ағинәйҙәр. 15-16 июндә Белорет ҡалаһында һәм Бөрйән районы ауылдарында үткән осрашыуҙар ошоға дәлил булды. Сараларҙа республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, танылған шағирә Фирүзә Абдуллина ҡатнашты.

Йолалар һағында

Был көндө Белорет педагогия колледжы башҡорт рухы һәм мәҙәниәте солғанышында ҡот-нурға ҡойондо. Колледждың коридорҙарында, фойеһында Белорет районы ағинәйҙәре әҙерләгән ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй йәштә лә матурлыҡ тыуҙырыусы һөнәрмәндәр өлгөһө, милли кейемдәрҙәге Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Ғафури ағинәйҙәренең нурлы йөҙҙәре, ипле аралашыуы, итәғәтле генә фекер алышыуы заманыбыҙға ҡот биреү сағылышы итеп ҡабул ҡылынды. Артабан аралашыуҙар ҙур залдың сәхнәһендә дауам итте. Белорет районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфиянова район ағинәйҙәренең эштәрен барлап, кемдәрҙелер айырым билдәләп, һәр береһенә йылы һүҙен төбәп, шаяртып та, уйландырып та, телмәр тотто. Иң ҙур рәхмәт һүҙен, әлбиттә, ошо ҡорҙо ойошторорға ярҙам иткән Белорет педагогия колледжы коллективына йүнәлтте.
Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы билдәләүенсә, райондағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы бынан туғыҙ йыл элек Шығай ауылындағы ҡорҙан башланғыс ала. Шунан алып милли кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙар ауылдарҙа үткән һәр акция, флешмоб, байрамдарға йәм биреүсе, йолалар башҡарыусы, балаларҙы ла төрлө тәрбиәүи сараларға йәлеп итеүсе бер көскә әйләнә. Башҡорт матбуғатын таратыу, мәктәптә этношәмбеләр, милли костюм көнө уҙғарыу ҙа ағинәйҙәр иңенә төшә. Бигерәк тә Земфира Кәримова етәкләгән Ҡарағайлы ауылы ағинәйҙәре һәр эштә әүҙемлек күрһәтеп, райондың милли һәм мәҙәни тормошоноң төп терәгенә әүерелә. Башҡа ауылдарҙа ла ағинәйҙәр йәшәйештә кәрәк булып торған боронғо йолаларҙы ҡулланылышҡа индерә, туйҙарҙа үҙҙәре лә ҡатнашып, килен төшөрөшә, уларҙы һыу юлына оҙата бара. Әлеге сарала ла беҙ бығаса башҡарылмаған йола күренештәренә шаһит булдыҡ. Инйәр-Ҡатай ағинәйҙәре "Әрмәк һуғыу" (тирүгә, буй балаҫ тип тә әйтәләр) кәсебен сәхнәләштерһә, Ғәбдүктәр төрлө ҡораманан тегелгән тәүге бәпәй күлдәге тураһындағы "Бетеү күлдәк" йолаһын күрһәтте. Абҙаҡтарҙың бығаса ишетелмәгән "Етеле шәм" йолаһы иһә бөгөнгө Украина менән бәйле ваҡиғаларға ла ауаздаш булып, күҙҙәргә йәш төйөлдөрҙө. Маныштыларҙың барыбыҙға ла таныш "Килен һөйөү" йолаһын матур теләк-доғалар әйтеп, һамаҡлап башҡарыуҙары ла күңелгә үтеп инде. Халҡыбыҙҙың изге теләктәре лә, ямандан тыйыуҙары ла һамаҡлауға һалынып, оҫта тәрбиә алымына әйләнгән булыуын ошондай йолаларыбыҙ раҫлай ҙа инде бөгөн.
Был ҡорҙа "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының көнитмешебеҙгә ҡайтарылған тағы бер йолаһы һоҡландырҙы: әле генә беҙ бер ауылда йәшәгән кешеләрҙең дә бер-береһенең тормошо менән ҡыҙыҡһынмауы, хатта күрше күршеһенең хәлен белмәүе тураһында зарлана инек. Ойошма ағзалары үҙ-ара аралашыуҙың бәҫен, мәртәбәһен күтәреп, ауылдаштар менән генә түгел, райондаштар менән генә лә түгел, ә күрше райондар, бар республика ҡатын-ҡыҙҙары менән аралаша, дуҫлаша, тәжрибә уртаҡлаша йөрөй. Белореттар ҡорона саҡырылған Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Ғафури райондарынан килгән ағинәйҙәр ҙә ошо хәҡиҡәтте раҫлап, һәр береһе үҙ эше, үҙ фекере, үҙ ҡаҙанышы менән уртаҡлашып сығыш яһаны. Ысын мәғәнәһендә ағинәй аҡылы майҙан тотто был ҡорҙа.

Тереклек мәктәбе



Бөрйән районындағы осрашыуҙар Байназар ауылында башланды. Бында беҙҙе Байназар, Мораҙым, Мәһәҙей, Әбделмәмбәт, Килдеғол ауылдары ағинәйҙәре ҡаршы алды. Мәктәп баҡсаһында үткән үҙенсәлекле лә, фәһемле лә сара һәр кемде хушһындырҙы. Тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә булған Байназар ағинәйе Көнһылыу Ҡотлобаева һәм мәктәп уҡытыусылары "Тереклек мәктәбе"нең төрлө йүнәлештәге дәрестәрен үткәрҙеләр. "Сәләмәт өҫтәл" дәресе аша Байназар ағинәйе Ғәзизә Алтынбаева (һүрәттә) магазиндың химикат ҡушылған аҙыҡ-түлеге урынына үҙебеҙ етештергән хәләл ризыҡ менән туҡланырға саҡырҙы. "Көнһылыу Зәки ҡыҙы беҙҙе: "500 километрҙан ары үҫкән бөтә тереклек беҙҙең өсөн ағыу, беҙ үҙебеҙҙең ерлектә үҫкәнде генә ашарға тейешбеҙ", - тип өйрәтә торғайны. Мин дә балалар баҡсаһында эшләгәндә кескәйҙәргә магазинда һатылған бөтә ризыҡ та кеше өсөн файҙалы булмаҫҡа мөмкин икәнен төшөндөрә килдем. Ашарға ултырған саҡта ризыҡтың кеше организмы өсөн ниндәй файҙа килтереүе тураһында мәғлүмәт бирә инек. Шуға ла беҙҙең балалар мәктәпкә барғанда уҡ кеше өсөн ниндәй аҙыҡ кәрәкле, ә ҡайһыһы зыянлы икәнен яҡшы белде", - тип өҫтәлдәге экологик яҡтан таҙа, өйҙә етештерелгән ризыҡтар менән тәфсирләп таныштырҙы. Ағинәйҙәр генә түгел, ә өҫтәл тирәләй теҙелешкән балалар ҡолағына ла инде был кәңәштәр.
"Фитосәй" дәресендә үҙебеҙҙең ялан-туғайҙарҙа үҫкән үләндәрҙән сәй эшләү технологияһын өйрәнеү һәм ҡулланыу мөһимлеген аңланыҡ. Үҙебеҙҙең үләндәр эсемлек ролен генә үтәп ҡалмай, ә күпме төрлө дауалау һәләтенә эйә икәнен беләбеҙ ҙә бит, тик әле һаман магазин кәштәләренән әҙер сәйҙе һатып алыуҙы анһат күрәбеҙ. Ҡарағат, ер еләге, ҡурай еләге, кесерткән япрағынан һәм әлморон емешенән эшләнгән "Сәләмәт сәй"ҙән дә ауыҙ иттерҙе Байназар мәктәбенең география уҡытыусыһы Айһылыу Мөхәмәтйәнова.



"Һөнәрмән ғаилә" дәресендә Нәзифә һәм Рәшит Әйүповтар ғаиләһе өлгөһөндә бөгөнгө заманда балаларҙы хеҙмәт аша тәрбиәләүҙең ни тиклем кәрәкле һәм әһәмиәтле икәнен күрҙек. Ахырызаман етһә, балалар - батша, атай-әсәй хеҙмәтсе булыр, тигән ваҡытта йәшәйбеҙ түгелме? Балалар ни һорай, шуны алып бирәбеҙ, уларҙы эшкә ҡушырға йәлләйбеҙ. Балаларыбыҙҙың телефон ҡолдары булып ултырыуына ла күнегеп барабыҙ шикелле. Ә хеҙмәт - ул иң яҡшы тәрбиә ысулы икәне тарихта онотолоп ҡалды буғай. 8 бала тәрбиәләгән Әйүповтар ғаиләһендә балалар көндәлек эштәрҙән тыш, боронғо кәсептәрҙе өйрәнеү менән дә мәшғүл. Малайҙар, мәҫәлән, йүкә ҡабығын һыуға һалып, һалабаш һыҙырып, бау ишеүгә тиклем башҡара беләләр. Ике яҡтан да ҡортсолар династияһын да дауам итә йәш Әйүповтар. Улдары Ирәндек 2016 йылда үткәрелгән республика умартасылар конкурсында "Иң йәш ҡортсо" исемен ала. Күпләп йылҡы аҫраған ғаиләлә балалар бәләкәйҙән һыбай йөрөйҙәр, техника менән дә оҫта идара итәләр. 9-сы класты тамамлаған ҡыҙҙары Вәсилә төрлө һөнәр үҙләштерә. Бәләкәй генә сағынан ижад итергә әүәҫ ҡыҙҙың мәҡәлә, шиғырҙары район гәзите уҡыусыһына яҡшы таныш, ул яңыраҡ "Йәншишмә" гәзитенең йәш хәбәрсеһе исемен дә алды. Һәләтле ҡыҙ ҡурайҙа ла уйнап күрһәтте.
"Тернәксел башҡорт" дәресен беҙгә Байназар ауылы умартасыһы Фәнис Салауатов үткәрҙе. Бөтә әйбер һатып алыуға һәм хеҙмәт күрһәтеү аҡсаға ҡоролған һәм аҡсаның ҡиммәте булмаған заманда нисек итеп тормошта юғалып ҡалмай, лайыҡлы йәшәргә һуң? "Бөгөнгө заманда тормош яҡшы тиһәк тә, донъя көтөүе еңелдән түгел. Эшһеҙлек заманында үҙ эшеңде асыу өсөн дә күпме көс һәм аҡса сарыф итергә кәрәк. Тағы ла шул аҡса мәсьәләһенә барып терәләбеҙ. Борондан ҡалған кәсебебеҙ - ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү беҙҙең йәшәйешебеҙҙең бер юлы ул, - тип һүҙен дауам итте Фәнис Ишбулды улы. - Ҡорт тотҡан кеше хәлле кеше тип тиккә әйтмәйҙәр. Әлбиттә, ҡорт тотоу ҙа сығымдар талап итә. Ә бына түмәрҙә ҡорт тотоуға иғтибар йүнәлткәндә күпкә отошло. Һәр кем балсы булып та китә алмай, әлбиттә, егәрлеләр генә был һөнәргә эйә була ала".



"Робинзон ашханаһы" дәресендә Байназар мәктәбенең география уҡытыусыһы Фәнил Мөхәмәтйәнов (һүрәттә) 25 йыл "Тереклек мәктәбе"н етәкләүсе булараҡ сығыш яһаны: "Элек башҡорттар үләндәрҙе яҡшы белгән. Аксаков та үҙ яҙмаларында: "Ҡышын йонсоп сыҡҡан башҡорттар күгүләнгә баҫыу менән биттәре алһыуланып, теремекләнеп китә", - тип бәйән итә. Яҙ етеү менән иң тәүҙә оҫҡон йыуаһы, унан ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ килеп сыға. Фәрҙә үләне А витаминына бик бай. Бәпкә (балтырған) үләнен ашҡа һалып ашайбыҙ. Бәпембәнең япрағы ла, тамыры ла файҙалы. Ойотҡанға кесерткән, йә балтырған ҡушып ашар булғандар, шулай туҡлыҡлыраҡ булған. Әтлекте хәҙер күптәр белмәй, ул күберәк ылыҫлы урманда үҫә. Һарынанан, мәҫәлән, бутҡа бешерергә мөмкин".
Мәктәптә шулай уҡ 2016 йылдан алып "Любизар" хәрби-патриотик клубы эшләп килә. Хәрби әҙерлек, уҡ атыу кеүек төрлө йүнәлеште үҙ эсенә алған клубтың тағы бер йүнәлеше - ул "Тереклек мәктәбе" ("Школа выживания"). Уның ҡайһы бер ярыш төрҙәрен уҡыусылар башҡарып күрһәтте. Байназарҙар йыл да республика кимәлендә үткән слеттарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай икәнен дә белдек. "Элек-электән башҡорт тәбиғәт балаһы булған. Ул үҙе йәшәгән ер-һыуҙы яҡшы белгән, үләндәрҙе дөрөҫ ҡулланған. Ул үләндәр менән туҡланып ҡына ҡалмаған, үҙен дауалай ҙа белгән. Ниндәй генә йәшәү шарттарында ла улар тереклекте дауам иткән. Тап шуға ла малайҙар үҫә төшкәс, егетлек буйынса бәйгеләр үткәрелгән. Ана шулай уларҙың үҙаллы йәшәй алыуы баһаланған. Ҡыҙҙарҙың да бирнә һандығының әҙерлеге матди хәлде түгел, ә уның ҡатын булараҡ тормош көтә алыуы күрһәткесе булған. Әле лә тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә йәшәү беҙҙең көндәлек йәшәү рәүеше булырға тейеш. Урманда аҙашып ҡалаһыңмы, ҡамауға эләгәһеңме, ҙур ҡалаға сығаһыңмы, әрмегә китәһеңме, йә берәй проблемаға тарыйһыңмы - ниндәй генә килеп тыуған хәлдәрҙә лә ҡурҡыуға, шик-шөбһәгә бирелмәй, үҙеңде тыныс тоторға, һаҡлыҡ күрһәтергә өйрәнергә тейешбеҙ. Әле лә ғаиләләрҙең үҙ өйҙәрендә килеп тыуған проблеманы үҙаллы хәл итергә тырышмай, кемгәлер бәлә һалып, йөк өҫтәүе беҙҙең халыҡты биҙәмәй", - тип үҙ фекерен белдерҙе хаҡлы ялдағы биология уҡытыусыһы, викиөләсәй Көнһылыу Ҡотлобаева.
Шулай итеп, ниндәй генә килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы йырып сығыу, төрлө тормош шарттарында тереклекте һаҡлап ҡалыу һәм ошоларға йәш быуынды өйрәтеп ҡалдырыу байназарҙарҙың төп маҡсаты. Был идеяны райондың мәғариф бүлеге, "Мәсем" балалар һәм үҫмерҙәр клубы, ветерандар, хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡан ир-егеттәр ойошмалары ла күтәреп алған. Бөрйәндә "Спецназ" лагеры эшләй. Бында 12 йәштән 16 йәшкә тиклем үҫмерҙәрҙе тәрбиәләгән лагерҙың бер йүнәлеше - тереклек мәктәбе. Тимәк, балалар ауылдан ҙур ҡалаға уҡырға сығалармы, әрмегә баралармы - тормош үҙгәрештәренә әҙер буласаҡтар.

Сергетыш, ҡорама ҡораусылар

Бөрйәндәге сәфәр Яңы Монасип ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Бында беҙҙе Иҫке һәм Яңы Монасип, Нәби ауылдары ағинәйҙәре көтә ине. Яңыраҡ уҙған "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" байрамы шауҡымында мәҙәниәт йорто сергетыш, ҡорама түшәктәр менән биҙәлеш алған. Тирә-яҡлап эленгән унлаған тирүгәнең береһенең береһе ҡабатланмауына хайран ҡалып һоҡландыҡ. Ә ҡорама түшәктәр һуң - үҙе бер ижад эше. Кемдер, хәҙер сепрәк-сапраҡ күп, ҡорай ғына күр, тип әйтер. Юҡ шул, ағинәйҙәр һәр эшен ентекле, сифатлы һәм матур итеп эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Туҡыма киҫәктәренең төҫтәр буйынса ярашыуы, сағыу булыуы ла кәрәк бит әле. Шуға ла улар ҡала магазиндарынан туҡыма алдыралар, тик бына хаҡтарҙың юғары булыуы ғына кеҫәләренә һуға.
Бөрйән районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғиззәтуллина әйтеүенсә, Бөрйән ағинәйҙәренең ошо йүнәлештәге ҡул эштәре профессиональ кимәлдә эшләнеше менән айырылып тора. Шулай булмай һуң, мәҫәлән, Иҫке Монасиптар был кәсеп менән дәррәү шөғөлләнеп, 2 йыл рәттән районда үткән ҡышҡы ат ярыштарында күргәҙмә-конкурста ҡатнашалар. Нәби ағинәйҙәре иһә сергетыш эшләү өсөн ике көн эсендә 9 кейеҙ баҫыуға өлгәшә. Уларҙы бөгөн ҙур балаҫ һуғыу станогы булмауы борсой. Күмәктәренә бер станок булғанда ла әллә күпме тирүгә, аҫалы балаҫтар һуға алыр ине уңған инәйҙәр. Яңы Монасип ағинәйҙәре ҡул эштәренә бағышланған йәнле һөйләшеүҙе "Киндер һуғыу" бейеүе менән дәртләндереп ебәрҙе.
Әйткәндәй, Рәшиҙә Ғиззәтуллина етәкселегендәге Бөрйән районы "Кәрәҙ" биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ клубы ағинәйҙәре тәүҙә тирмәлә, йортта ҡулланыла торған сергетыш түшәктәр эшләһәләр, унан ат биҙәү өсөн күкрәксә, ябыуҙар эшенә тотона. Артабан халыҡҡа ултырғыс түшәктәре, мендәр тыштары, намаҙлыҡтар кеүек кесерәйтелгән сувенир сергетыштар тәҡдим итәләр. Быйыл улар шаршау, ҡорған варианттарын эшләп сығарырға ниәтләйҙәр. Бөрйән ағинәйҙәренең ошо йүнәлештәге фиҙаҡәр хеҙмәте - үҙ аҡсаларына, ҡул көсө, күҙ нуры, күңел йылыһы һалып эшләгән ҡул эштәре бөгөнгө көндә районда үткән республика бал байрамын, ҡышҡы ат ярыштарын, һабантуй байрамдарын биҙәп, районыбыҙҙың ғына түгел, халҡыбыҙҙың милли данын да арттыра.

Йәшәү рәүеше ул

Шулай итеп, ағинәйлек - ул йәшәү рәүеше, булмыш, үҙ-үҙеңде тәрбиәләү юлы. Сәфәребеҙ һуңында Иҫке Собханғол ағинәйҙәре менән осрашып, ошо хаҡта фекер алыштыҡ. "Һеҙ бәхетле. Һеҙ балалар үҫтереп, хаҡлы ялға сығып, үҙ-үҙегеҙҙе ҡатын-ҡыҙ, талант эйәһе, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ тормошҡа ашыраһығыҙ. Үҙ ҡулдарығыҙ менән матурлыҡ тыуҙыраһығыҙ, халыҡ араһына сығып аралашыу бәхетенә эйәһегеҙ. Һеҙҙә шул арҡылы үҙтәрбиә бара - айыҡ, аҡыллы, иманлы, кәңәшле ағинәй өлгөһөн тәрбиәләйһегеҙ. Бына шундай асылыбыҙға ҡайтып ҡына милләтебеҙҙе һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ", - тине үҙ сығышында республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева. Бөрйән районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева ла ошо фекерҙе хуплап, бындай сараларҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. "Ысынлап та, ағинәйлеккә кәрәк булған өсөн түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса килергә кәрәк", тигәйне Рәшиҙә Ғиззәтуллина. Арабыҙҙа йөрөгән ағинәйҙәребеҙҙең күбеһе ана шулай итәлер ҙә, тим. Юғиһә, анау тиклем матур милли күлдәктәр тегеп кейә алырҙар инеме лә, береһенән-береһе зауыҡлы сергетыш, ҡорамалар, тирүгә, балаҫтарын һуғып ултыра алырҙар инеме һуң!
Әйткәндәй, һөйләшеүҙәр барышында ир-аттарҙы ла бер ҡорға туплау, улар араһында ла боронғо кәсептәребеҙҙе үҫтереү кәрәклеге тураһында фекерҙәр яңғыраны. Осрашыуҙарҙа барыбыҙҙың да яратҡан шағирәбеҙ Фирүзә Абдуллинаның ҡатнашыуы һәм үҙенең шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ рухына ауаздаш шиғырҙарын уҡыуы барыһының да күңеленә хуш килде.

Динара ҠОТЛОБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.06.22 | Ҡаралған: 425

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru