«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҢРАЛАНЫУ ПАНДЕМИЯҺЫМЫ?
+  - 

Әҙәм балаһы донъяһына һыуҙан, һауанан, тәбиғәттән янаған афәттәрҙән имен-аман ҡотолоу, һис юғында, уларға ҡаршы тороу саралары табыу урынына, аңлы рәүештә тип әйтерлек үҙ башына бәлә табырға әҙер тора. Мәҫәлән, һуңғы 20 йылдар тирәһендә генә тормошобоҙҙо, холҡобоҙҙо киҫкен үҙгәрткән "гаджет"тар тураһында әйткем килә.

Бәхәсһеҙ, самаһын белеп ҡулланғанда уларҙың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Ләкин бөтә дәғүә фәҡәт ана шул сама белеүгә ҡайтып ҡала. Саманы белеү-белмәүебеҙгә шик тыумаһа, был турала яҙыуҙың хәжәте лә булмаҫ ине. Яҡын-тирәгеләрҙең гаджеттар менән ҡулланыуын күреүебеҙҙән сама белеү юҡ икәне көн кеүек асыҡ. Ашағанда бер ҡулда - ҡалаҡ, икенсеһендә - телефон. Эшләгәндә бер ҡулда - көрәк, икенсеһендә - телефон. Машинала - бер ҡул рулдә, икенсеһендә - телефон. Йоҡлағанда - ҡосаҡта телефон. Был хәлдәрҙе кемдең күргәне юҡ!
Интернет, телефон, смартфон экрандары бөгөн теләһә ниндәй кәрәкле лә, кәрәкһеҙ ҙә мәғлүмәт менән лыҡа тулы. Ҡайһыныһы файҙалы, ҡайһыныһы зыянлы, ҡайһылары ысын, ҡайһылары ялған икәнен айырыу хатта тормошта ҙур тәжрибә туплаған оло кешегә ауыр. Ә шул уҡ мәғлүмәтте балалар уҡый, күрә һәм хәтер һандығына һалып ҡуя. Тоғромо ул, яңылышмы, дөрөҫмө, ялғанмы икәне шарт түгел, ҡыҙыҡ булһа, булды! Сөнки ҡыҙыҡ мәғлүмәт, сағыу һүрәт менән бүлешеп, йәштәштәреңдең алдында маҡтанырға була. Хәҙерге тормошта күп нәмәнең - хәбәрҙәрҙең дә, ғәмәлдәрҙең дә, ғәҙәттәрҙең дә яһалмалыҡҡа ҡоролғанын улар белеү түгел, яҡшылап аңламай ҙа.
Дебилизация - аңралаштырыу кешенең тормошон, торошон ғына түгел, бар булмышын үҙгәртеүгә һәләтле "ҡорал". Ниндәйҙер милләтте, хатта халыҡты һәләкәткә килтереү өсөн фронт асып һуғыш башлау ҙа кәрәкмәй. Кешеләр алдынғы технологияларҙы ҡулланғанда уның ниндәй һөҙөмтәләргә килтеререн күҙаллаймы? Әллә башҡаларға һуҡырҙарса эйәрәме? Шулай тип уйларға дәлилдәр күп. Мәҫәлән, осаһында шыуып йөрөгән бала ата-әсәһенең телефоны өсөн ғауғалаша, уҡыусылар уҡытыусыларына баш бирмәй ыҙғыша, үҫмерҙәрҙе йорт-ҡура тирәһендәге эшкә ҡушыу түгел, үҙенең урынын йыйыштырырға тыңлатып булмай. Егерме йылдар самаһы элегерәк ундай аҫау тәрбиәһеҙлек, яһил тәртипһеҙлекте күҙ алдына килтерерлек түгел ине. Бөгөн экрандан һәр хәбәрҙе көйгә һалып һамаҡлап ишеттерәләр, ғәмәлде сағыу фантикка төрөп "тәтәй" итеп күрһәтәләр. Шуға күрә, балаға экранда күргән, ишеткәндәре атай-әсәй әйткәненән нығыраҡ тәьҫир итә һәм улар күргән-ишеткәндәрен аңына һеңдереп, ҡабатлай.
Бер яҡтан уйлаһаң, атай-әсәйҙәрҙе лә аңларға була. Рәхәт тә инде: бала гаджетҡа әүрәп тик ултыра. Мыжымай, иламай, ҡамасауламай ҙа. Тағы нимә кәрәк? Ә шул "ҡамасауламаған" ваҡытында ул аңына сүп-сар һүҙҙәр, яҙыҡ ғәмәлдәр һеңдереп ултыра. Экрандан күреп тәрбиәләнгән бала үҫә килә кемде тыңлаясаҡ, кемгә буйһонасаҡ? Әлбиттә, кемдең йоғонтоһонда тәрбиәләнеп, ҡайҙан, нимә ишетеп, хәтеренә һалған, фәҡәт шуға буйһонасаҡ икәне раҫ!
Тәүлек әйләнәһенә телефонға тексәйеп, ҡасан, ниндәй "тәтәй" күрһәтеүҙәрен көтөп ултырған кеше тормошта уңышҡа өлгәшә аламы? Әйтерҙәр, ала, сөнки ул еңел генә аҡса таба! Эйе, миллиондарҙың бер нисәһе ҡапыл ғына байып китә лә бар аҡсаһын ҡапыл ғына елгә осора. Тик ул "бәхет" күптәргә эләкмәй. Ләкин шул бер нисә кешене, башҡаларҙың аңын арбар өсөн, төрлө экрандарҙан ҡабат-ҡабат күрһәтеп, ҡоторталар. Үкенескә күрә, шул алдаҡҡа эйәргән хәҙерге замана балаһы телефон, смартфон, компьютер ҡолона әүерелеп бара.
Иң үкенеслеһе - аңраландырыу тажзәхмәттән дә зарарлы йоғошло ауырыу балаларҙың иғтибарын арбап алып, нығынып өлгөрмәгән аңын ағыулай. Ул афәттән балаларын атай-әсәйҙәре аяламаһа, бер кем дә "карантин" иғлан итеп яҡламаҫы билдәле…
"Гаджеты" тигәнде урыҫтар бушҡа ғына "Гад же ты!" тип әрләмәй. Сөнки "гад" - йылан, ә йыландың башҡа йән эйәләрен арбай алыу һәләте бар икәнен әкиәттәрҙән дә беләбеҙ. Гаджеттарға мөкиббән кеше ваҡыт үтеү менән "сөрәкәбаш"ҡа әйләнә! Хөкүмәт органдары ҡасан булһа ла интернет менән сикһеҙ иркен һәм тотанаҡһыҙ ҡулланыуға юл ҡуясаҡ. Был - бәхәсһеҙ! Ләкин ул көндө битараф көтөп ултырыу төҙәтә алмаҫлыҡ һәләкәткә килтереүе ихтимал.
Йәшәү мәғәнәһе - ваҡытлыса һәм яһалма алдатҡыстарҙа түгел, ә мәңгелек ҡиммәттәрҙе үҙләштереп, тыуған ереңә файҙалы булыуҙа, тип әйтер инем мин йәштәргә.

Алдынғылыҡ

Әллә ниндәй замана был:
Кешеләр күп аҙаша,
Халыҡтар ҙа бер-беренә
Яла яға, ыҙғыша,
Әҙәп, ғәҙәтенән яҙа,
Бәйһеҙлектә ярыша,
Заманаға бәлә һала,
Яҙмышына ҡарыша.
Хоҙай биргән камил аңын
Сүп-сар менән тултыра,
Афәт упҡыны ситендә
Аяҡ болғап ултыра…

Кеме кемдән аҡыллыраҡ,
Кеме кемдән байыраҡ,
Кеме кемдең арҡаһында
Алған ирек, бай(ы)раҡ.
Кемдең ҡоралы яҡшыраҡ,
Кемдең теле байыраҡ,
Алдынғылыҡты яулауҙа
Әҙәм теле - ҡай(ы)раҡ!
Алдынғылыҡ мәрхәмәттең
Йөҙөн һаҡлауҙа түгел,
Алдынғылыҡ - әҙәм аңын
Ағыулауҙалыр бөгөн…

Урал МОСТАФИН.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.07.22 | Ҡаралған: 327

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru