«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИТ ТАРАФТАРҘА ЛА ҮҘЛЕГЕҢДЕ ҺАҠЛАП, ҮҘЕҢ БУЛЫП ЙӘШӘП БУЛА!
+  - 


Йәмғиәттең төплө нигеҙе - ныҡлы ғаиләләр. Нәҡ үҙе бер бәләкәй генә дәүләт ролендә булған ғаиләлә тотош йәмғиәттең киләсәге тәрбиәләнә. Ғаилә кешегә ышаныс өҫтәй, ныҡлы терәк була. Шуға күрә ныҡ, татыу, бәхетле ғаиләләрҙең, унда ата-әсәләренә арҡаланып, борсолоуҙар белмәйенсә үҫкән балаларҙың күберәк булыуы беҙҙе көслө итә. Бөгөнгө әңгәмәселәрем - Ханты-Манси автоном округының Сорғот калаһында йәшәүсе Азат һәм Рәүилә ҠӘйепҡоловтар ғаиләһе нәҡ шундайҙарҙан. Улар менән ғаилә ҡиммәттәре, балалар тәрбиәһе тураһында һөйләштек.

Һүҙҙе танышыуҙан башлайыҡ. Үҙегеҙ тураһында һөйләп, ғаилә тарихығыҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.

Рәүилә:
Мин Йылайыр районы Ҡашҡар ауылы ҡыҙы, Азат Баймаҡ егете. Тыуған урындарыбыҙ әллә ни йыраҡ булмаһа ла, яҙмыш беҙҙе алыҫ Себер тарафтарында таныштырып ҡауыштырҙы.
Азат: Мин әрме сафынан ҡайтҡас, Сорғотҡа килеп эш башланым. Рәүилә шулай уҡ был ҡалаға эшкә юлланған булған, Сорғотта осрашып танышып, ғаилә ҡорҙоҡ. Бына 15 йылдан артыҡ ҡулға-ҡул тотоношоп, татыу ғына йәшәп ятабыҙ, Аллаға шөкөр. Ике малайыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ бар. Илһам менән Вадим мәктәп уҡыусылары, ҡыҙыбыҙ балалар баҡсаһына йөрөй.
Рәүилә: Һәр кемде яҙмышы йөрөтә, тиеүҙәре хаҡтыр. Баймаҡтан да, Йылайырҙан да әллә күпме саҡрым йыраҡта ятҡан сит ҡалала ике башҡорт осрашып, ғаилә ҡороуы үҙе үк яҙмышҡа яҙылғаны ҡушыуы түгелме ни!

Өс бала буй еткереп килгән ғаиләлә ниндәй тәрбиә алымдары ҡулланылыуы тураһында ла ишетке килә...

Азат:
Әллә ниндәй сер булырлыҡ алымдар ҡулланмайбыҙ, буғай. Тәү сиратта, үҙебеҙ балаларға үрнәк булып, башҡортлоғобоҙҙо онотмайынса йәшәргә тырышабыҙ. Һәр балаға киләсәгенең төплө, уңышлы, даланлы булыуына нигеҙҙе ата-әсәһе һала бит. Бала ғаиләлә ниндәй тәрбиә күрә, ниндәй мөхиттә үҫә, шул уҡ моделде үҙ ғаиләһендә лә ҡуллана. Шуға күрә кәләш менән балаларға һәр яҡлап та лайыҡлы тормош көтөү өлгөһөн күрһәтергә тырышабыҙ.
Рәүилә: Беҙҙе атай-әсәйҙәребеҙ һәр осраҡта ла ғәҙел, эшһөйәр булырға өйрәтте. Ғаиәләләге татыулыҡтың, шул иҫәптән ир менән ҡатындың бер-береһенә, һәр кеменең туғандарына, ғөмүмән, бөтә кешегә ҡарата ла ихтирамлы булыу кәрәклеген тәрбиәнең төп нигеҙе итеп йәшәйҙәр улар һәм беҙгә лә бәләкәйҙән ошо ҡағиҙәләрҙе һеңдереп үҫтерҙеләр. Хәҙер беҙ балаларға ошо уҡ сифаттарҙы һалырға, донъя йөгөн тартҡанда төрлө саҡтар булыуын һәм бер ваҡытта ла кешелеклекте юғалтырға ярамағанлығын аңлатабыҙ.
Азат: Иманлы булһындар тип тәрбиәләйбеҙ, бергәләп мәсеткә йөрөйбөҙ, аҙан ҡысҡыртып, аяттар уҡытып торабыҙ. Иманлы бала - әҙәпле бала. Күңелендә иман булғандың йөрәгендә боҙоҡлоҡҡа урын булмай. Ундай кеше ата-әсәһен хөрмәт итеп, яҡындарын ситләтмәй, ярҙамсыл һәм хәстәрлекле булып ғүмер итә. Беҙ ҙә балаларыбыҙҙың изгелекле, игелекле булыуҙарын теләйбеҙ һәм һәр һүҙебеҙ һәм эшләгән эшебеҙ менән ошо орлоҡтоң ныҡлап тамырланыуына булышлыҡ итергә тырышабыҙ.

Башҡортостандан ситтә осрашып, милли мөхиттән алыҫ булған ерҙә башҡорт ғаиләһе булып, рухлы балалар үҫтереүегеҙ маҡтауға лайыҡ. Ғаиләгеҙ менән Сорғотта үткәрелгән милли байрамдарҙа әүҙем ҡатнашаһығыҙ, балаларығыҙ шартлатып башҡортса һөйләшә. Ошо миллилекте, үҙбулмышығыҙҙы һаҡлап ҡалыу ауырлыҡтар тыуҙырмаймы?

Рәүилә:
Үҙебеҙ ситтә йәшәһәк тә, күңелебеҙ һәм йөрәгебеҙ һәр саҡ тыуған төйәгебеҙҙә инде ул. Был һәр ситтә йәшәүсе милләттәшебеҙҙең булмышындалыр, тип уйлайым. Шуға күрә башҡорт йыр-моңонан, йолаларынан айырылмайбыҙ, миллилегебеҙҙе һаҡлайбыҙ.
Мин үҙем Сорғотта оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп килгән "Шатлыҡ" халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән ныҡлы бәйләнеш тотам. Тәүҙә ансамблдең концерттарында алып барыусы булдым, хәҙер үҙем дә бейейем. Оло улыбыҙ Илһам да бик теләп шөғөлләнә ансамблдә. Художество етәксебеҙ Байегетов Рияз Нияз улы бик талапсан да, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен яҡшы белгән кеше. Үҙе лә янып йөрөй, ансамбль, тип, беҙҙәге осҡонға ла ҡуҙ өҫтәп, дөрләтеп кенә тора. Уның ҡулы аҫтында шөғөлләнеүебеҙ беҙҙең күңелдәрҙе үҫтерә, саф башҡортса аралашып, йыр-моң тыңлап, күңел булғансы бейеп ҡайтһаҡ, күңелгә шул тиклем рәхәт булып ҡала.
Ансамбль менән төрлө конкурстарҙа йыш сығыш яһайбыҙ, сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Өфөгә барып, "Байыҡ" бейеү конкурсында призлы урын яулап ҡайттыҡ. Ошондай матур конкурсты ойоштороусыларға ҙур рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Азат: Ҡайһы бер милләттәштәремдән "Башҡортлоҡто һаҡлап ҡалыу өсөн мотлаҡ шул мөхиттә йәшәргә кәрәк", тигән фекер ишетәм. Ләкин бының менән ризалаша алмайым. Һәр нәмә кешенең үҙенән торалыр, тип уйлайым. Әллә күпме йылдар башҡа милләттәр араһында йәшәп тә үҙенең телен, йолаларын онотмаған, бөтә тәне-йәне менән башҡорт булып ҡалған күпме милләттәшебеҙ бар, шөкөр. Тимәк, был мәсьәләлә тик мөхит кенә өҫтөнлөклө роль уйнамай, барыһы ла нәҡ үҙебеҙҙән тора. Шуға күрә, башҡорт булып ҡалыу өсөн мөхит түгел, ә үҙебеҙ яуаплы.
Рәүилә: Үҙебеҙ генә түгел, иң мөһиме, балаларыбыҙ ҙа үҙ милләтен онотмаһын, тип тырышабыҙ. Балалар менән өйҙә тик башҡортса аралашабыҙ, башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы яҙҙырабыҙ. Киләсәктә барыбыҙға ла матур милли кейемдәр тектереп алырға хыялланабыҙ. Өҫтәлдән милли ашамлыҡтар, аш-һыу өҙмәйем. Милли биҙәүестәр эшләргә яратам. Ҡыҙым да, бәләкәй булһа ла, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән мин эшләгәнде ҡарап ултыра, үҙе лә эшләп ҡарай. Ошондай, тәү ҡарашҡа, бәләкәй генә, әммә мөһим әйберҙәрҙән, эштәрҙән ҙур аҙымдар башлана. Киләсәктә балаларыбыҙ беҙҙең генә түгел, ә тотош милләтебеҙ ғорурланырлыҡ кешеләр булып буй еткерер, тип ышанабыҙ.
Азат: Телгә килгәндә, эштә көнө буйы урыҫса аралашаһың. Өйгә ҡайтып ингәс, Рәүилә башҡортса һүҙ ҡушып ебәрһә, күңелгә шундай рәхәт булып ҡала. Йәйгеһен ауылға ҡайтҡанда ла тик башҡорт мөхитендә булыу, үҙ телеңдә аралашыу, башҡортса йырҙар тыңлау - барыһы ла ялдың онотолмаҫ ваҡыттары. Әлбиттә, башҡортса йырҙарҙы Сорғотта ла тыңлайбыҙ, ләкин сит яҡтарҙа ул моң башҡаса, ә башҡорт мөхитендә бөтөнләй икенсе төрлө яңғыраған кеүек.

Бәхетле, ныҡлы ғаиләнең сере нимәлә, тип уйлайһығыҙ?

Рәүилә:
Минеңсә, иң мөһиме, бер-береңде ишетә һәм тыңлай белеү. Күп низағтарҙың ҙур ыҙғыштарға әйләнеп китеүенә ир менән ҡатындың бер-береһен тыңлай белмәүендәлер, тип уйлайым.
Азат: Рәүиләнең әйткәнен тулыландырып, бәхетле ғаиләнең тағы бер сере бөтә мәсьәләләр буйынса ла уртаҡ тел таба белеүҙә, тип әйткем килә. Әгәр ниндәйҙер һорауҙы сисеү өсөн эшлекле әңгәмә ҡорорға теләмәһәң, уртаҡ бер фекергә килеү әмәлен тапмаһаң, ул мәсьәлә ҡуйырғандан-ҡуйыра барып, бөтөнләй бәйҙән ысҡынып китеүе бар.

Ике-өс һүҙ менән генә "ғаилә" тигәнгә аңлатма бирегеҙ әле.

Азат:
Ғаиләм - минең өсөн ныҡлы ҡәлғәм, ышаныслы утрауым, ныҡлы терәгем.
Рәүилә: Ғаиләм - йәшәүемдең йәме, тормошом мәғәнәһе.

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022" асыҡ республика конкурсында ҡатнашыуығыҙ ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?

Рәүилә:
Был конкурста беҙ Сорғот ҡалаһында уңышлы эшләп килгән Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәк етәкселәре Дилә Бүләкова һәм Гөлсирә Әбдрәшитова саҡырыуы буйынса ҡатнаштыҡ. Бергә әҙерләнеүҙе, бер проект өҫтөндә эшләүҙе талап иткән һәр бер конкурс ғаиләне тағы ла нығыраҡ берләштерә. Шуға күрә ошондай мәртәбәле конкурста ҡатнашыуыбыҙ һәм "Ғаилә ҡиммәттәре" номинацияһында еңеү яулауыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Артабан да ошондай матур саралар ойошторолоп торһон, башҡорт ғаиләләре күберәк ҡатнашһын, тигән теләктә ҡалам.
Азат: Минең өсөн тулҡынландырғыс конкурс булды, сөнки беренсегә бындай сарала ҡатнаштым. Төрлө төбәктә йәшәгән башҡорт ғаиләләренең матур итеп балалар тәрбиәләүҙәрен күреү, рухлы ғаилә усағы ҡабыҙып, уны һүндермәйенсә гөрләтеп йәшәүҙәрен күреп ҡыуандым. Һәр бер башҡорт ғаиләһенә имен тормош теләп ҡалам.

Шулай итеп...
Класташым Рәүилә һәр саҡ йылмайып ҡына йөрөнө, шаян, тырыш һәм бар яҡлап та уңған булды Сибай интернат-гимназияһында бергә белем алған саҡта. Уның ошо сифаттарын эшлекле, ярҙамсыл, абруйлы атай һәм ир була белгән Азат тулыландырып тора. Һәр ғаилә үҙенсә бәхетле, ләкин уларҙың барыһының да уртаҡ бер һыҙаты - бер-береһенә булған хөрмәт һәм мөхәббәт. Рәүилә һәм Азат Ҡәйепҡоловтар ғаиләһе нәҡ ошондай мөхиттә йәшәй һәм бәхетле ғүмер кисерә.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.07.22 | Ҡаралған: 331

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru