«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОРБАН БАЙРАМЫ МЕНӘН!
+  - 

Ҡорбан байрамы алдынан вәджиб ҡорбан, уның ғибәҙәттәре тураһында беҙҙең уҡыусыларҙан да һорауҙар күбәйә. Бөрйән районының имам-мөхтәсибе Хәсән Әхтәм улы ЗАРИПОВтың һөйләгәндәре уларҙың һорауҙарына яуап булараҡ тәҡдим ителә.

Әгәр Зөлхизә айында фәҡир мосолмандың ҡорбанлыҡ мал һатып алырлыҡ та мөмкинлеге булмаһа, ни эшләргә?

Бөтөнләй мөмкинлеге булмаған фәҡир, бурысҡа батып, ҡорбан салмаһа ла ярай, уның өҫтөнән вәджиблек төшә. Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис сәләм: "Ҡайһығыҙ бай булһа, ул кеше ҡорбан салһын", - тигән, был хәҙистән ҡорбан салыу өсөн етеш йәшәү кәрәклеген аңлайбыҙ.

Кемдәргә ҡорбан салыу вәджиб түгел?

Иманһыҙҙарға, ҡолдарға, мосафирҙарға, меҫкендәргә, аҡылы теүәл булмағандарға һәм бәлиғ булмаған балаларға.

Вәджиб ҡорбанын ҡасан салалар?

Вәджиб ҡорбаны Һижри календарь буйынса Зөлхизә айының 10, 11, 12 -се көндәрендә генә салына. Тәүге көндә мәсеттә тәүҙә ғәйет намаҙы уҡыла һәм шул намаҙҙан һуң ғына ҡорбан салына. Намаҙ уҡырҙан алда салынған ҡорбан дөрөҫ булмай.

Ниндәй хайуандарҙы ҡорбан итеп салырға ярай?

Кәзә, һарыҡ, һыйыр малы, дөйә. Һарыҡ һәм кәзә 1 йәштән, һыйыр малы 2 йәштән, дөйә 5 йәштән дә ҡарт булмаҫҡа тейеш. Әгәр һарыҡ бер йәше тулмаһа ла кәүҙәгә бер йәшлек кеүек ҙур булһа, уны ҡорбан итеп салырға мөмкин. Тик кәзәнең бер йәше тулған булыуы мотлаҡ.

Ҡорбанға салына торған малды һайлағанда нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

Ҡорбанлыҡ мал күркәм, һау-сәләмәт булырға тейеш. Ауырыу, үтә ныҡ ябыҡ, ғәрип, бер күҙе йәки ике күҙе лә һуҡыр, ҡолағының йәки ҡойроғоноң яртыһы өҙөлгән, мөгөҙө төбөнә тиклем һынған, тештәренең күбеһе булмаған малды ҡорбанлыҡҡа һайламаҫҡа. Ҡойроғоноң йәки ҡолағының әҙ генә өлөшө өҙөлгән, әҙ генә теше булмаған, көйҙөртөлгән малды ҡорбанға һайларға мөмкин. Төҫө, енесе мөһим түгел.

Ашарға ит кәрәккәнлектән ҡорбан салыу дөрөҫмө?

Юҡ. Ҡорбан фәҡәт Аллаһ Тәғәлә ризалығына һәм рәхмәтенә ирешеү өсөн салына. Хатта күмәкләп бер оло малды ҡорбанға салғанда ла, бер генә кешенең ниәте яңылыш булһа ла, уның да, ҡалғандарының да ҡорбаны дөрөҫ булмай.

Ҡорбан итен кемдәргә бирергә?

Ибн Ғәббәс (Аллаһ унан риза булһын) еткереүе буйынса, Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис сәләм салған ҡорбанының өстән бер өлөшөн үҙенең ғаиләһенә ашатҡан, тағы бер өстән берен ярлы йәшәгән күрше-күләненә таратҡан, ҡалған өлөшөн мохтаж фәҡирҙәргә таратып биргән. Икенсе яҡтан, әгәр ҡорбан салыусы кешенең ғаиләһе үҙе мохтажлыҡ кисереүсе булып һаналһа, итте таратмай ғына үҙендә ҡалдыра ала. Һәм, киреһенсә, әгәр ҡорбан салыусы кеше бай кеше булһа, итте бөтөнләй үҙендә ҡалдырмай, мохтаж кешеләргә таратып бирә ала.

Ҡорбан итенең һөйәктәрен ни эшләтергә?

Эткә, бесәйгә ашатырға яраймы? Беҙгә ҡарап торған, ризыҡ менән беҙ тәьмин итергә тейеш эт менән бесәйгә ҡорбандың итен дә, һөйәген дә ашатырға ярай. Тик эт ашағандан һуң аяҡ аҫтында туҙырап ятмаһын өсөн, һөйәктәрҙе йыйып күмергә кәрәк.

Ҡорбанлыҡ мал һатып алырға аҡсаһы булмаған осраҡта, икенсе берәй кешенән үтескә аҡса алып тороп, йәки аҙаҡтан хаҡын түләрмен тип мал алып тороу рөхсәт ителәме?

Ҡорбанды хәле еткән кеше генә сала, хәле етмәгән кешегә хәлен ауырайтып, бурысҡа батып, ҡорбан салыу кәрәкмәй.

Әгәр ҡорбанға тип һатып алған мал быҙаулаһа (бәрәсләһә), ни эшләтергә?

Бындай осраҡта 3 юл бар: а) быҙауын ҡалдырып, үҙен генә салаһың; б) икеһен дә бергә салаһың; в) икеһен дә салмайынса һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә таратаһың.

Ҡорбан итен һатырға яраймы?

Ҡорбан итен һатыу харам. Шулай уҡ ҡорбанды салған кешегә ҡорбан ите менән түләү ҙә ярамай. Хеҙмәте өсөн айырым түләргә кәрәк.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.07.22 | Ҡаралған: 277

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru