«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВЕНГРИЯ ЖУРНАЛЫНДА БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА
+  - 

Быйылғы февраль һанында Венгрияның "Глобус" журналында башҡорттар тураһында ҙур мәҡәлә донъя күрҙе. Мәҡәләне яҙыуға Матьяш Селлисиҙың 2019 йылда Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткәндә төшөрөп алған фотоһүрәттәре нигеҙ булған.

Көньяҡ Уралда йәшәгән халыҡ хаҡындағы мәҡәләгә тексты венгр этнографы Жолт Ботлик яҙған. Журналдың Фейсбук битләүендәге анонсында: "1220 йылдарҙа Монгол империяһы башҡорт ерҙәренә барып еткән һәм бер нисә йыл һуғыштан һуң ғына ул ерҙәрҙе баҫып алыуға өлгәшкән. Сыңғыҙхандың вафатынан һуң ижад ителгән "Монголдарҙың серле хикәйәте"ндә ("Сокровенное сказание монголов") башҡорттар иң ҡаһарман халыҡтар иҫәбендә телгә алына", - тип яҙылған. Этнограф Ж.Ботлик башҡорттарҙың килеп сығышы, дине, мәҙәниәте, уларҙың үҙаллылыҡ яуларға тырышыуҙары һәм Рәсәйҙә тотҡан урындары тураһында яҙған. Шулай уҡ башҡорт теле тарихын да бәйән иткән.
Венгр рәссамы Матьяш Селлеси Башҡортостанға тәүге тапҡыр профессор Аттила Тюрк етәкселегендәге археологик экспедиция менән килгән. Унан фотопроектын тормошҡа ашырыу өсөн Венгр сәнғәт академияһының нәфис стипендияһын - грантын алыуға өлгәшкән. Проект сиктәрендә ул Башҡортостанды һәм башҡорттар күпләп йәшәгән республикаға сиктәш төбәктәрҙе йөрөп сыҡҡан. Уны башҡорттарҙың ҡәҙимге йәшәү рәүеше, быуаттар төпкөлөнән килеп еткән ғөрөф-ғәҙәттәре ҡыҙыҡһындырған. Фоторәссам булараҡ ул шулай уҡ башҡорт-мадъяр бәйләнешен дә сағылдырған. Венгрҙар үҙ тамырҙарын башҡорттар менән бер тип һанай. Быны бер нисә факт аша сағылдырырға мөмкин. Мәҫәлән, венгр телендә төрөк сығышлы 300 тирәһе һүҙ бар. Шулай уҡ ике халыҡта ла исемдәре бер төрлө яңғыраған ҡәбиләләр бар. Улар дьярмат, еней, юрми, буляр һәм башҡалар.
2019 йылдың сентябрендә Матьяш Әбйәлил, Миәкә, Стәрлебаш, Хәйбулла райондарында булып, урындағы фольклор менән таныша. Уның объективына башҡорт халыҡ уйындары, милли аҙыҡ - ҡоротто - әҙерләү, ҡайын һағыҙы ҡайнатыу, "Ҡот саҡырыу", "Килен һөйөү", "Никах туйы" йолалары, кәзә дебетенән шәл бәйләү, кейеҙ баҫыу һәм башҡорттар тормошонан башҡа ҡыҙыҡлы ваҡиғалар эләккән.

"Киске Өфө" гәзите, №27, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.07.22 | Ҡаралған: 385

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru